Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән план-конспект. 3 класс. Рәми Ғарипов. “Сыйырсыҡ” шиғыры.
методическая разработка по теме

Хабибуллина Василя Абдулловна

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тураһында уҡыусыларға тәүге белешмә биреү; “Сыйырсы3”шиғырының идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл urok_r.garipov-syyyrsyk.docx69.31 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы Муниципаль районы

Ергән ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе Муниципаль дөйөм белем

биреү бюджет учреждениеһы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән асыҡ дәрес

3а класс

Навіны - Ахова птушак Бацькаўшчыны

Рәми Ғарипов “Сыйырсыҡ” шиғыры

                                                       

     

                                         

   Әҙерләне һәм күрһәтте:                                                        Хәбибуллина Вәсилә Абдулла ҡыҙы

2014-2015 уҡыу йылы

Тема:  Рәми Ғарипов “Сыйырсыҡ” шиғыры

(й,т9би19т! Бармы 8инд9гел9й

Шундай оло с9н19т донъяла!..

                            Р.!арипов

Маҡсат: 1.Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тураһында уҡыусыларға тәүге белешмә биреү; “Сыйырсы3”шиғырының идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштере7. 

                     2. Уҡыусыларҙың уҡыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү; уҡыу техникаһын камиллаштырыу; грамматика буйынса белемдәрен нығытыу; һүҙлек запасын байытыу.

                    3.Ҡоштарға, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: Рәми Ғариповтың төҫлө портреты, Р. Ғарипов ижадына бағышланған китаптар күргәҙмәһе,  кроссворд, компьютер, тел шымартҡыс тренажер, ҡош һүрәттәре, ҡош тауыштары яҙҙыртылған аудиояҙма, карточкалар.

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу  мәле. Сәләмләү       

Һаумыһығыҙ, балалар!

                                            -*аумы8ы1ы2 !

  Х9йерле к5н,а1астар !

  Х9йерле к5н,3оштар !

Х9йерле к5н,т9би19т!

   Х9йерле  к5н, ду6тар!

– Ултырығыҙ !

Уҡыусылар! Әгәр ҙә һеҙ  шулай  тәбиғәтте, ҡоштарҙы, ағастарҙы сәләмләһәгеҙ, уны яратһағыҙ, изге уйлы, һәйбәт кешеләр  булып үҫерһегеҙ. Ысынлап та,т9би19т-ул тылсымлы к5с, ул кешене я3лаусы ла, 8а3лаусы ла. (Эпиграф у3ыла). 

2. Артикуляцион күнегеүҙәр.

1. Ә хәҙер, уҡыусылар, башҡортса таҙа, дөрөҫ һөйләшеү өсөн күнегеүҙәр эшләп алайыҡ.

 Башта уҙған дәрестә өйрәнгән тиҙәйткесте ҡабатлап китәйек.

 Йомарт 3ояш,шат 3ояш

 К5л9 ке7ек шар3ылдап

Афарин, балалар.

2. Таҡталағы тренажер – таблицаға ҡарайбыҙ.

                                         Ижектәр, һүҙҙәр   уҡыу

2.Ә хәҙер таҙа әйткес өҫтөндә эшләп алайыҡ. .

Сыҡ-сыҡ-сыҡ--Сыйыр-сыйыр сыйырсыҡ,

Сыҡ-сыҡ-сыҡ- Һиңә ҡуйҙым оясыҡ.

Сыҡ-сыҡ-сыҡ-, матур ғына сыйырсыҡ,

                                            Сыҡ-сыҡ-сыҡ-Ҡунаҡ булып тороп сыҡ.

 3. %йг9 эште тикшере7. 

  • Вафа (хм92иевты4 “Я2 кил9” ши1ырын яттан тасуири у3ыу.
  • Ши1ыр2а бирелг9н образдар2ы фай2аланып,я2 билд9л9рен 85йл9.

Ҡара 3ар1алар(3ара тау2ан “3ар3” ит9),

Тамсы(тамсы тупылдап),

 Кар(йырындар2ан 3ар кит9),

 С97к9л9р(9лл9 та3ма3 9йт9л9р),

 Тур1ай2ар(3ыс3ырышып 8айрай2ар),

  Ка22ар(сы33ан 3а41ылдап),

  %йр9кт9р(быж3ылдай).

  • М.Дилм5х9м9товты4 “Я2 кил9”ши1ыры буйынса я2 билд9л9рен 85йл97.

Ял минуты.

 Сыйырсы3” йырын  йырлау .

 4. Дәрестең темаһын асыҡлау.         

- Уҡыусылар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ.Бөгөн дәрестә беҙ нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ икән?

  Эйе, дөрөҫ.Беҙ бөгөн дәрестә сыйырсыҡтар тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Ҡоштарҙың файҙаһы тураһында ла һүҙ буласаҡ был дәрестә. Тағы ла “Сыйырсыҡ ” тигән шиғыр менән танышасаҡбыҙ.

5.Төп өлөш.

1.Ә  был шиғырҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов яҙған. Рәми Ғаропов тураһында әҙерәк танышып китәйек әле.

             (Презентация. Халыҡ шағиры Рәми Ғарипов.)

       Рәми Ғарипов Салауат районының Арҡауыл ауылында 1932 йылдың 12 февралендә ябай ғаиләлә тыуған. Шағирҙың ата-әсәһенә килгәндә, уның атаһы Йәғәфәр ағай һуғышҡа тиклем колхоз рәйесе булған. Үкенескә ҡаршы, ул оҙаҡ йәшәмәгән, Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған. Әсәһе Гөлмәрйәм эшһөйәр, уңған, сабыр ҡатын булған.

Арҡауылда етенсе синыфты тамамлағас, 1946 йылда Рәми Ғарипов Өфөгә балалар йортона килә.

Хәҙерге көндә был интернат Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы Башҡорт республика гимназияһы исемен йөрөтә.

1950 йылда шағир Рәми Ғарипов Мәскәүҙәге Әҙәбиәт институтына уҡырға керә. 1955 йылда, уны тамамлағандан һуң, урыҫ ҡыҙы Надеждаға өйләнә. Уның менән бергә 3 бала үҫтергәндәр. Исемдәре: Азамат, Салауат, Гөлнара. Шағир үҙе тере булғанда, уның ете китабы донъя күргән. Шул китаптарҙың исемдәрен һеҙ таҡтала күрәһегеҙ. “Й7р729н”(1954)-“Юрюзань”, “Таш с9ск9”(1958)-“Каменный цветок”, “*абан тур1ай  йыр2ары” (1964)-“Песни жаворонка”, “Осоу” (1966)-“Полет”, “Аманат” (1969)- “Заветное слово”, “Умырзая”(1969)-“Горицвет”, “Мил9ш-к9л9ш”(1974)-“Рябинушка”. 

2.Шиғыр өҫтөндә эш.

–  Тимәк, беҙ бөгөн Рәми Ғариповтың ниндәй шиғырын бөгөн уҡыйбыҙ? (“Сыйырсыҡ” шиғырын).

а) өлгөлө уҡыу

– Балалар, һеҙгә ошо шиғырҙағы бөтә һүҙҙәр ҙә танышмы, әллә юҡмы? (Балаларҙан яуап алына). Әйҙәгеҙ шуның өсөн уларҙың өҫтөндә һүҙлек эше эшләп алайыҡ.

б)Һүҙлек эше (таҡтала).

  • сыйырсыҡ – скворец
  • ҡанат ҡаҡты – взмахнул крыльями
  • һоҡланды – восхитился
  • таң ҡалды – удивился
  • моңөй – мелодия
  • дәртләнә – окрыляется
  • һөйөнә – радуется
  • ҡолон- жеребенок

  • Ижеккә бүлеп, дөрөҫ итеп уҡытыу; әйтелеш өҫтөндә эшләү.
  • Орфографик эштәр.

в)  эстән уҡыу

г) сылбырлы уҡыу.

д) Һорауҙарға яуап алыу:

  • Шағир нимәне саҡыра? (Сыйырсыҡты саҡыра)

      Шул урынды табығыҙ әле.

                  Нимәгә саҡыра тип уйлайһығыҙ? (Яңы өйгә шатланып, йырларға).                         Был шиғырҙа сыйырсыҡ нимәгә шатлана?
Уны Тыу
ған илендә нисек ҡаршы алалар?
Ним
ә эшләй  ҡошсоҡ? (Ҡанат ҡаға, һоҡлана, таң ҡала)
У
ға донъя оҡшаймы? (Эйе).
Сыйырсыҡ нис
ә телдә һайрай? Ни өсөн? (Мең телдә, сөнки бик күп илдәрҙә булған).
Ни
өсөн дәртләнә, һөйөнә? (Тыуған иленә ҡайтҡанға)
Өйгә ҡайтыу” нимә ул? (Өйгә ҡайтыу – Тыуған илгә ҡайтыу ул).
е)  хор мен
ән уҡыу
ж)  
Һығымта яһау.

– Балалар, белеүегеҙсә, һәр бер кеше – тәбиғәт балаһы. Рәми Ғариповты ла тәбиғәт илһамландырған һәм ул ҡош образдары аша һәр бер кешегә хас хис-тойғоларҙы һүрәтләргә тырышҡан, ҡоштарҙы кешеләр менән, үҙе менән сағыштырған. “Сыйырсыҡ” шиғырында ла ояһын һағынып ҡайтҡан ҡош образы аша автор тыуған яғына ашҡынып ҡайтҡан кешене һүрәтләргә теләгән. Кеше тәбиғәттән илһам ала. Тимәк, тәбиғәт менән кеше –айырылғыһыҙ.

Р9ми !ариповты4 Сыйырсы3”ши1ырына йыр 2а я2ыл1ан.Уны б5г5н заманса стилд9 Руслан Ни19м9тов исемле йырсы баш3ара, 9 композиторы-Ринат Ф9тт9хов. (Йыр ты4лау).

6. Башҡортостан ҡоштары.

Ә Һеҙ тағы ла ниндәй ҡоштар беләһегеҙ? (уҡыусыларҙың яуабы).
Эйе, беҙҙе
ң Башҡортостаныбыҙҙа сыйырсыҡтан башҡа бик күп ҡоштар йәшәй. Сыйырсыҡтар беҙгә хәбәр килтергәндәр (конверттан эш алына):

Мин һеҙгә йомаҡтар ҡоям, ә һеҙ йомаҡтың яуабын табығыҙ. .

1.Бар белгәне «ҡар» ҙа «ҡар»

 Йәй буйына ҡар даулар. (ҡарға)

Был ҡош өйрәк, ҡаҙ, тауыҡ себештәре урлаһа ла, ул  бик файҙалы.Ул күберәк баҫыуҙарҙағы ҡоротҡостарҙы бөтөрә.

2. Көндөҙ  йоҡлай,

Төндә илай. (өкө)

3. Үҙе йомортҡа баҫмай,

  Балаһын да ҡарамай.(Кәкүк)

Кәкүк тауышы яңғырауыҡлы. Урманда йәшәй. Күә ҡош. Оя ҡормай. Йомортҡаларын башҡа ваҡ ҡоштарҙың ояларына берәрләп һала. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.

4. Көнө буйы туҡ та туҡ,туҡ та туҡ ,

Туҡый-туҡый туҡ булдыҡ .(тумыртҡа)

Улар ҙа бик файҙалы ҡоштар.Урманда ауырыу ағастарҙы күреп, шундағы ҡоротҡостарҙы суҡышы менән табып ашайҙар һәм икенсе ағастарға күсеүҙән һаҡлайҙар.Шулай уҡ тумырҡа суҡыған тишектәрҙә башҡа ҡоштар оя ҡоралар.Уларҙы икенсе төрлө “Урман санитарҙары” тип тә йөрөтәләр.

5. Торалар ҙа ҡысҡыралар:

   Торайыҡ та торайыҡ (торна).

Был ҡоштоң беҙҙең яҡтарҙа 14 төрө билдәле. Иң таралғаны-һоро торна. Улар һаҙлыҡтарҙа, тәпәш ҡыуаҡтар араһында, ер өҫтөнә оя ҡора. Ғәҙәттә, ике йомортҡа һалып бала сығара. Улар үҫемлек, төрлө бөжәктәрҙе, тәлмәрйендәрҙе, кеҫәрткеләрҙе ваҡ кимереүселәрҙе ашай. Был ҡоштарҙы атыу бөтә ерҙә лә тыйылған. Башҡорттарҙа борондан ҡалған юрау ҙа бар - торна атһаң, ҡаза килә, тиҙәр.

                      (Һүрәттәрен күрһәтеп китеү).

 Шулай итеп, ҡоштар беҙгә бик күп файҙа китерәләр. Уларҙы беҙҙең дуҫтарыбыҙ тип атай алабыҙ. Ҡоштар игенгә, емеш-еләккә, йәшелсәгә, ағастарға зарар килтерә торған ҡорттарҙы, бөжәктәрҙе ашайҙар. Бына уйлап ҡарағыҙ: кәкүк бер сәғәттә 100 ағас ҡортон, сыйырсыҡ көнөнә – 350, ә бер оя ҡарлуғас йәй буйына 1000000–ға яҡын зарарлы бөжәкте юҡ итә. Бер пар ҡарабаш турғай бер йәйҙә 40 төп алмағасты зарарлы бөжәктәрҙән һаҡлап ҡала. Бүтән ҡоштар ҙа кешегә күп файҙа килтерә. Шуға күрә ҡоштарҙы яратырға, һаҡларға, ашатырға кәрәк.

    Ә беҙ нисек ҡоштарға ярҙам итә алабыҙ.(уҡыусыларҙың яуабы)

7.Һөйләмдәр төҙөү.

Сыйырсыҡтар беҙгә хәбәр килтергәндәр (конверттан эш алына):

«Һүҙҙәрҙән һөйләмдәр төҙөгөҙ.

1. Балалар, яһайҙар, оя, сыйырсыҡтарға.

2. Эләләр, ояларҙы, ағасҡа.

3. Һайрай, матур, сыйырсыҡ.

4. Ҡоштарҙы, яраталар, улар. »

8.Йомғаҡлау.

өгөн дәрестә нимәләр тураһында һөйләштек?

-Кемдең шиғырын уҡыныҡ?

-Был шиғыр нимә тураһында?

–Уҡыусылар, һеҙ был дәрестән матур, кәрәкле, файҙалы мәғлүмәт алғанһығыҙҙыр, тип уйлайым. Рәми Ғарипов кеүек тәбиғәт менән һоҡланып, унан илһам, дәрт алып, ағастарҙы, ҡоштарҙы, хайуандарҙы һаҡлап йәшәргә кәрәк. Шул саҡта ғына беҙ тәбиғәт менән айырылғыһыҙ була алырбыҙ, сөнки, әгәр тәбиғәтте һаҡламайбыҙ, уны ҡыйырһытабыҙ икән, тимәк, беҙ үҙ-үҙебеҙҙе һаҡламайбыҙ, үҙ-үҙебеҙҙе ҡыйырһытабыҙ. Тәбиғәт – ул беҙҙең КИЛӘСӘГЕБЕҘ!

               …Эй,т9би19т! Бармы 8инд9гел9й

                Шундай оло с9н19т донъяла!

                Коса1ы4а ал8а4,бе2 9ле л9

                *ине4 алда-сабый бер бала…

9.Баһалау.

Бөгөнгө дәрестә әүҙем ҡатнашып, матур яуаптар биреп, тырышып уҡып ултырғанығыҙ өсөн һеҙгә барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Матур, тулы яуаптарығыҙ өсөн һеҙгә “бишле” билдәләре ҡуям.

10.Өйгә эш – “Сыйырсыҡ” шиғырын  ятлау.

Һүрәт эшләргә.

Хикәйә төҙөргә.

Киләһе осрашҡанға тиклем, һау булығыҙ!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рус теле атналыгына багышлап чыгарылган газета, 7 класс, 2010

Рус теле атналыгына багышлап чыгарылган газета, 7 класс, 2010...

Импульс тела. Закон сохранения импульса. 9-й класс

Тема урока: "Импульс тела. Закон сохранения импульса". 9-й класс Статья отнесена к разделу: Преподавание физикиЦели урока: образовательные: формирование понятий “импульс тела”, “ импульс силы”; ...

Проверочная работа по теме "Движение тела по окружности. ИСЗ" для 9 класса

Целью данной работы является проверка уровня усвоения учебного материала учащимися по теме "Движение тела по окружности. ИСЗ"....

Геометрические тела.Урок черчения (технология) в 9 классе.

Данная разработка содержит: презентацию с классификацией геометрических тел, конспект урока и карточка-задание для устной проверки усвоения знаний обучающимися.Разработку можно использовать как на уро...

Импульс тела. Тесты 4 варианта физика 9 класс

Из 4-х тестов 3 и 4 варианты для более подготовленныхобучающихся. Работа рассчитана на 5-10 минут....

Шаблон доклада по теме "Тела, вещества, частицы". Окружающий мир. 3 класс

Шаблон доклада по теме "Тела, вещества, частицы". Окружающий мир. 3 класс. "Школа России"...