"Кеше кешеләргә кәрәк булһын" Рәми Ғарипов ижады буйынса дәрес - уйланыу
план-конспект урока
“Кеше кешеләргә кәрәк булһын”
(Рәми Ғарипов ижады буйынса дәрес – уйланыу)
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
“Кеше кешеләргә кәрәк булһын” (Рәми Ғарипов ижады буйынса дәрес – уйланыу) | 42 КБ |
Предварительный просмотр:
“Кеше кешеләргә кәрәк булһын”
(Рәми Ғарипов ижады буйынса дәрес – уйланыу)
Маҡсат: Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормош юлы һәм ижадына байҡау яһау.
”Кеше” шиғырына таянып, “Кеше ниндәй булырға тейеш?” тигән һорауға яуап эҙләү.
Ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Йыһазландырыу: Р.Ғариповтың портреты, китаптары, видеомагнитофон, фильм,презентация, шиғырҙарына яҙылған йырҙар.
Дәрес барышы
1-се уҡыусы:
Мин дә булмам бер көн, дуҫҡайҙарым,
Йәнем китер осоп күктәргә.
Һеҙгә бары йырым ғына ҡалыр,
Серем ҡалыр, бәлки, күптәргә,- тип яҙғайны бынан дүрт тиҫтә йыл элек, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Рәми Ғарипов.
2-се уҡыусы:Үҙе иҫән сағында бәләкәй генә китабын да сығара алмай ыҙаланған, шуға ҡарамаҫтан күңелендә шиғриәт сатҡыларын көндән – көн нығыраҡ балҡытҡан оло йөрәкле шағирыбыҙҙың йәше һигеҙенсе тиҫтәгә етеп килгән булыр ине.
1-се уҡыусы:
Мин үткән дә, киләсәк тә булдым,
Бөгөнгө лә булдым бөтәһе!
Тик бөтәһен нисек ҡалдырырға,
Бөтәһенән нисек китәһе?
Ҡарт Ҡаратау, йүгерек Йүрүҙәнде, тыуған яҡтарының күк үләнен һағынып, ни бары 45 кенә йыл йәшәп ҡала шағир. Әммә ошо ҡыҫҡа ғына ғүмерендә, төрлө быуын кешеләре яратып уҡырлыҡ әҫәрҙәр яҙып ҡалдыра.Ә бөгөнгө әңгәмәбеҙ “Кеше” шиғырын үҙләштереү аша, кешенең ниндәй булырға тейешлеге хаҡында уйланыуҙарыбыҙ әҙиптең яҙмышы менән үрелеп барыр.
2-се уҡыусы: Был шиғыр 1961 йылда яҙылған.Ошо осорға тиклем Рәми Ғариповтың тормошонда ниндәй ваҡиғалар булған һуң? (даталар күрһәтелә һәм улар буйынса әҙиптең ғүмер юлы яҡтыртыла)
1932 йылдың 12 феврале - Салауат районы Арҡауыл ауылында колхозсы ғаиләһендә донъяға килә.
1-се уҡыусы: 1943 йылдың 23 феврале - Сталинград янындағы һуғыштарҙа атаһы һәләк була һәм бөтә ауырлыҡ 11 йәшлек Рәмигә төшә.Ул аттар көтә, бесән саба, урман йыға, Йүрүҙән буйлап һал ағыҙа, урып- йыйыу эштәрендә ҡатнаша (экранда шиғыр юлдары асыла)
Кеше
Кешеләргә кәрәк булһын,
Бер ҡайҙа ла артыҡ булмаһын.
Эшләгәндә,
Янып эшләһен дә
Ял иткәндә
Көлһөн,
Йырлаһын!
Тимәк, Рәми Ғарипов бәләкәйҙән хеҙмәттән йәм табып үҫә.
2-се уҡыусы:Арҡауыл ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай, 1946 йылда Өфөләге 9-сы һанлы башҡорт интернат- мәктәбенә уҡырға инә.
1-се уҡыусы: 1950-1955 йылдар- Мәскәүҙәге М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡый. Ошонда ул ғүмерлек тормош иптәшен осратып, өйләнә.
2-се уҡыусы:1954 йыл -“Йүрүҙән” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә.1955 йыл- “Совет Башҡортостаны”
гәзитендә, Башҡортостан китап нәшриәтендә,”Ағиҙел” журналы редакцияларында эшләй.
1-се уҡыусы: 1957 йылда яҙылған “Туған тел” шиғырында телде һаҡлау мәсъәләләрен күтәрә. Әҙип төрлө ғәйепләүҙәргә дусар була: “Милләтселектә” ғәйепләү көсәйә, уны эҙәрлекләү башлана, матбуғатта әҫәрҙәренә “ишектәр ябыла”.
“Туған тел” шиғырын рус һәм башҡорт телдәрендә һөйләү.
2-се уҡыусы:1959 йыл- Р.Ғарипов тыуған яҡтарына эшкә ҡайта. “Йүрүҙән”колхозында һәм “Һарғамыш” совхозында өс йыл комсомол комитеты секретары һәм Салауат районы гәзитендә хаттар бүлеге мөдире булып эшләй (экранда шиғыр юлдары асыла):
Һыҡранмаһын
Тормошонан кеше
Үҙе биҙәп ҡорһон ул уны.
Ҡыуанһын ул
Яҡты эҙен күреп
Аҡыллы һәм оҫта ҡулының.
1-се уҡыусы: Ошо ваҡытҡа ентекләберәк туҡталып, Көндәлек образына мөрәжәғәт итәйек.
Көндәлек ( уҡыусы):Шағир 1961 йылдағы яҙмаларын 3 март көнөнән башлап киткәйне. Ул, тәнҡитселәр фекере менән килешмәйенсә, фән менән поэзияны аңламауҙарына ныҡ әсенде.12 апрель - Ю Гагарин беренсе тапҡыр ерҙе урап ҡайтҡан көн Рәмиҙең тормошонда эҙһеҙ үтмәне. Кешенең ниндәй булырға тейешлеге хаҡында ул шулай тип яҙҙы: “Кеше, тәбиғәттең ҡоло булыуҙан ҡотолоп, уның хужаһына әйләнеп бара. Кеше үҙенең тыуған ерен үҙе теләгәнсә күрер өсөн күк серҙәрен аса. Күкте ул үҙенең ере өсөн яулай. Тиҙҙән ул Ергә тулыһынса хужа булып, үҙе теләгәнсә уның менән идара итә аласаҡ: теләгәндә көндө йылытып, теләгәндә ямғыр яуҙырыр көн алың түгел инде!”...
Һәм, әлбиттә, шундай көн килеренә Рәми Ғарипов ышанып йәшәне.
2-се уҡыусы: Ҡайҙа ғына эшләһә лә, әҙип һәр нәмәлә ғәҙеллеккә ынтыла, киләсәккә тура ҡарап йәшәй. Уның аҡыллы һүҙе,оҫта ҡулдары һынатмай (экранда шиғри юлдар)
Хыялланһын,
Янһын,
Ҡанатланһын,
Тынғы белмәй алға ынтылһын.
1-се уҡыусы: Кеше ғүмере буйы хыялланып йәшәй.Рәми ағайҙың да изге хыялдары күп булғандыр инде.Ғаиләһе менән фәҡирлектә яфа сиккәндә, үҙ мөйөшө, етеш тормош хаҡында, бәлки, хыялланғандыр. Әҫәрҙәрен һис бер тотҡарлыҡһыҙ баҫтырыу тураһында ла гел уйланғандыр.”Их, йәшәйһе килә ел уйнатып” тип йәшәү, илһамланып ижад итеү ҙә хыялында булғандыр.
Р.Сәхәүетдинованың Р.Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған “Үтте лә китте йәшлегем” йыры.
Һөйһөн,
Көйһөн,
Күркәм булһын кеше,
Халыҡ ғәме менән ул тулһын.
2-се уҡыусы:Украин ҡыҙы Надежда Васильевнаның, балаларының һөйөүе Р.Ғариповҡа йәшәүгә, ауырлыҡтарҙы еңергә көс, ижад итергә илһам бирә. 1937 йылдың аяныслы ваҡиғаларын тәнҡитләп, халыҡ ғәменә битараф ҡалмай, “Табыныу” поэмаһын яҙа.
“Табыныу” поэмаһынан өҙөктәр һөйләтеү.
Үҙ ҡайғыһын
Кескәй ҡайғы итеп,
Иң ҙур байрам көтөп йәшәһен.
1-се уҡыусы:Минең өсөн иң ҙур байрам:
“Һөйләшһәләр әгәр туған телдә,
Телгә алыр улар мине лә.
Сөнки мин киләсәк менән бергә
Һаҡлап саптым, телем һине лә”,- тип яҙа әҙип.
2-се уҡыусы: Эйе, бөгөн Рәми Ғариповты белмәгән, әҫәрҙәрен уҡымаған кеше һирәктер. Шиғриәтенең ниндәй бейеклектәргә күтәрелеүен күрһә, ул үҙен бик бәхетле итеп тойор ине.Киләсәктең кешеһен дә шулай итеп күрә:
Шундай бай, бәхетле итеп күрәм
Киләсәктең
Матур кешеһен!
1-се уҡыусы: Шағирҙың туған теленә, туған халҡына булған мөхәббәтен беҙ үҙебеҙҙә лә тойоп, Кеше тигән бөйөк исемгә лайыҡлы булырға тейешбеҙ.
“Кеше” шиғырын тулыһынса һөйләтеү.
Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
М.Ғафуриҙың тормош юлы һәм ижады буйынса тест һорауҙары.
М.Ғафуриҙың тормош юлы һәм ижады буйынса тест һорауҙары....
М.Кәримдең ижады буйынса викторина һорауҙары.
М.Кәрим ижады буйынса байҡау...
Ғәли Соҡорой ижады буйынса презентация
Әҙәбиәт дәрестәренә өҫтәлмә күргәҙмәлелек....
Ғилемдар Рамазанов ижады буйынса презентация
Әҙәбиәт дәрестәрендә ҡулланыу өсөн...
Р.Ғарипов ижады буйынса "Алтын тирмә" интеллектуаль уйыны. Аҫылбаева Г.Л.
Интеллектуаль уйын...
Рәми Ғарипов ижады - өҙөлмәҫ моң
Р. Ғарипов тормошон һәм ижадын үҙләштереп бөткәс, теманы йомғаҡлау маҡсатында ошо дәресте ойошторорға була. Дәрес үҙ эсенә төрлө һорауҙар, эштәр, конкурстар алған. Уҡыусылар индивидуаль һәм төрк...