Яныбай Хамматовтың "Бөртөкләп йыйыла алтын" романында башҡорт халҡының ташҡа бәйле ышаныуҙары, йолалары, ғөрөф - ғәҙәттәре
проект
Яныбай Хамматовтың «Бөртөкләп йыйыла алтын» романында башҡорт халҡының ташҡа бәйле ышаныуҙары, йолалары, ғөрөф- ғәҙәттәре
Скачать:
Предварительный просмотр:
Яныбай Хамматовтың «Бөртөкләп йыйыла алтын» романында башҡорт халҡының ташҡа бәйле ышаныуҙары, йолалары, ғөрөф- ғәҙәттәре
Мостанова Диана, 8-се класс уҡыусыһы
Беҙҙең гимназиябыҙ күренекле яҙыусы, күп романдар авторы, яҡташыбыҙ Яныбай Хамматов исемен йөрөтә. «Бөртөкләп йыйыла алтын» романын уҡып сыҡҡандан һуң, Я.Хамматов - әҙәби һүҙ оҫтаһы, халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен яҡшы белеүсе булып минең күҙ алдына баҫты. Автор романда алтындың көсөн күрһәтә, был төп тема булып тора. Алтын һәм башҡа ҡиммәтле таштар элек-электән байлыҡ, дәрәжә билдәһе булған. Алтын өсөн талашҡандар, һуғышҡандар. Ябай таштарҙың тылсымлы көсөнә лә ышанғандар.Тимәк, таштар (ҡиммәтлеләре генә түгел) изгелек һәм яуызлыҡ килтергән. Халыҡ йолалары, ышаныуҙарында был нисек сағылған һуң?
«Бөртөкләп йыйыла алтын» романы аша Я.Хамматов боронғонан алып хәҙерге көндәргә тиклем килеп еткән халҡыбыҙ педагогикаһын тулы итеп сағылдырған. Әҫәрҙең тәүге өлөшөндә үк беҙ Ғәйзулланың таш кәйелтеп юрауын күрәбеҙ. «Ҡырсындан һайлап алған йоҡа таштарҙы шаршынан түбәнерәк тоноҡ һыу өҫтөнән кәйелтте. Йәйелгән түңәрәктәр ни тиклем һыуҙа күберәк күренһә, Ғәйзулла нығыраҡ ҡыуанды.Таш ырғытыуҙан барлыҡҡа килгән түңәрәктәрҙе һанап: «Әһә, өс кәләш! – тип үҙ алдына ҡысҡырҙы һәм, мауығып, таш артынан таш ырғытты» [5,7]. Беҙ үҙебеҙ ҙә быны бәләкәй саҡта нисә ҡоймаҡ ашауға, күпме кәләш алыуға һәм башҡаға юрай торғайныҡ. Бала саҡ уйыны хәҙер көлкө һымаҡ, тик ошо йәлпәк таштар ҡулдың көсөн, етеҙлеген үҫтереп, үҙенә күрә бер массаж ролен үтәгәндәр икән. Тел белгесе Рәйсә Һаҙыеваның «Башҡорт теленең этнолингвистика һүҙлеге»ндә: «Балаларға таш һымаҡ ныҡ, сыҙам булһын, ауырымаһын өсөн таш менән уйнарға кәрәк» тигән ырым булыуы хаҡында әйтелә. Ғөмүмән, тормошта таш менән бәйле тыйыу, юрауҙар бик күп. Мәҫәлән, «Тауҙан бер сәбәпһеҙгә таш тәгәрәтергә ярамай, насарға була», «Тауҙан таш сүпләп йылғаға һалһаң, ямғыр яуа». Баланың сыҙамлы, ғүмерле булыуын теләп, таш һүҙе менән исем ҡушалар: Ташбулат,Таштимер һ.б. [3,22].
Романдағы ырым- ышаныуҙарҙың күбеһе ҡиммәтле металл – алтын менән бәйле. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, Рәсәйҙә «алтын быуат»тың һуңлап башланғанын күрергә була. Рифей тауҙарының алтыны (ул саҡта Урал тауҙарын шулай атап йөрөтәләр) хаҡында боронғо грек тарихсылары ла яҙып ҡалдыра.
Эйе, бер ҡараһаң, Хәйретдин ҡарттың йортона, ғаиләһенә килгән бөтә ҡайғы- хәсрәт шул алтындың табылыуынан тора һымаҡ: «Беҙгә ул хазина өсөн шатланырға ярамай. Хазина байҙарға ғына килешә. Беҙҙең кеүек ярлы барыбер мандымай ул. Тау эйәһe асыуланыуы ихтимал. Тау эйәһен асыуландырһаң, ҡаза артынан ҡаза килә» [5,12]. Романда һүрәтләнгән Исмаҡай ауылын тау- таш уратып алған. Башҡорт телендә таш һүҙе менән бәйле топонимик атамалар күп кенә.
Асҡын районында Ташлыҡул (Ташлыкүл), Әбйәлил районында Таштимер,Ташбулат ауылы, Ғафури районында Үрге Ташбүкән, Ейәнсурала Киленсәкташ атамаһы, Ғафури районы Еҙем йылғаһы буйында Шәреташ, Күкташ, Сыуалташ, Белорет районы Елмерҙәк тауының иң бейек түбәһе – Үсебаш, Әбйәлилдә Ташлы тауы барлығын беләбеҙ. Башҡортостандың Мәләүез районында Зиргән исемле ҙур ауыл бар. Хәйбулла районында ла Яңы Зиргән тигән ауыл бар икән.Зиргән тауы – «алтынлы тау» мәғәнәһендә. Геологтар Мәләүез районы Зиргән тауында алтын барлығын асыҡлағандар. Иранда алтын эшкәртеүсе оҫталарҙы «зәргәр» тип атайҙар.
Белорет районындағы Ирәмәл тауының исеме, төрки телдәрендә ҡулланылған имел (әмәл) терминына ир һүҙе ҡушылып яһалған. Ирәмәл - хәҙерге башҡорт телендә «Таш эйәр» тигән мәғәнәне аңлата, тип раҫлай тел белгесе Рафаэль Аҙнағолов. Ирәмәл тауы - 1965 йылда тәбиғәт ҡомартҡыһы, 2010 йылда милли парк хоҡуғы ала. Бейеклеге диңгеҙ кимәленән 1586 метрға еткән. Был түбә оҙонлоғо 6 саҡрымға еткән, киңлеге бер саҡрымдан ашҡан таш йылғалары менән билдәле.
Баймаҡ районында алыҫтарҙан күгәреп күренеп торған ҡая – ташлы түбәләр барлығы билдәле. Был яҡтарҙа Ҡоҙғон ташы,Таған ташы, Күсем ташы,Ҡараташ, Яманташ кеүек түбәләр бар.
Белорет районында таштар менән бәйле урындар бар. Мәҫәлән, районыбыҙҙың Ғәбдүк ауылы эргәһендә Өйташ мәмерйәһе бар. Элек яу килгәндә ирҙәр дошманға ҡаршы торған.Ҡатын-ҡыҙҙар, бала-сағалар, ҡартттар мәмерйәгә йәшенер булғандар (тарихсы Р. Шәйбәков яҙмаларынан)
Инйәр тештәре - тау баштарында әкиәттәге кеүек ҡаялар ослайып тора.Тырпайып торған таштарҙың бейеклеге – 35 м. самаһы, тик уларҙың башына еңел генә менеп булмай. Был ҡаяларҙан Ирәмәл һәм Ямантау тауҙары күренә.
Мәмерйәләрҙәге таштар ҙа тарих һөйләй кеүек.Бына, мәҫәлән, Ҡыҙылъяр мәмерйәһе.Ул Оло Инйәр йылғаһы буйында урынлашҡан. Дөйөм оҙонлоғо 2217 м. Эсендә коридорҙар, залдар,тәрән ҡойолар, күлдәр бар. Был мәмерйәлә үҙенсәлекле минерал – мәмерйә ынйыһы табылған.
Ар ташы.1965 йылда тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән.Ул айырым торған 30 метр бейеклектәге үҙенсәлекле эзбиз тауы рәүешендә ҡалҡҡан.Уның эргәһендә помещик Арскийҙың ауылы булған, тик баш күтәреү ваҡытында крәҫтиәндәр уны шул ҡаянан ташлап үлтерәләр, ҡая шуның исеменә аталған.
Йәйташ менән Һынташ. Был таш, халыҡ фекеренсә, ҡоролоҡ йылда ямғыр яуҙыра ала.Яуын йылда май менән һылап өшкөрөргә кәрәк, тиҙәр. Икенсе төрлө ташты «Ҡолоҡай таш» тип тә йөрөтәләр. Йәйташ Асы һәм Мулдаҡай ауылдары араһында урынлашҡан. Һынташ икенсе тарафта. Был ташты ла халыҡ ихтирам иткән. Элек уға арнап ҡорбан салғандар, тәңкәләр һалғандар. Һынташ кәбән формаһында, күккә ашып торған ҡая, тип яҙа тарихсы Ринат Шәйбәков.
Еләкташ. Белорет ҡалаһы эргәһендә урынлашҡан. Өс түбәнән торған бейеклеге 1152 метрға етә. Йырып сыҡҡыһыҙ шырлыҡтары, текә ҡаялары, түбәһенән асылған матур тәбиғәт күренештәре туристарҙы йәлеп итә. Ҡурташ түбәһе. Кесе һәм Оло Ҡурташ тауҙары Уралтау һыртында, Белорет ҡалаһынан Абҙаҡҡа киткән юл буйында яталар. Бейеклеге 1021 метр.
Төрлө ҡиммәтле таштарҙы халҡыбыҙҙың кейемендә лә күрергә мөмкин. Баш кейемен сәйлән, көмөш йәки алтын уҡалар, ялтырауыҡ зиннәтле әйберҙәр ҡуйып теккәндәр. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың еләне мәрйендәр, аҡыҡтар, тәңкәләр менән биҙәлгән була.
Шулай итеп, таштар, ысынлап та, яуызлыҡ һәм изгелек сығанағы булып тора. Алтын өсөн һуғышалар, уны эҙләйҙәр, табалар һәм тағы юғалталар. Ә ҡайһы бер таштар кешегә ярҙам итәләр: ноҡот таштары меән яҙмышты юрайҙар, таш менән дауаланалар, хатта һауығалар ҙа.
Таштарҙың дауалау көсө. Ҡорд халҡы таштарҙың магнит биояланы, ҡуҙғып, һауа торошон үҙгәртә, ямғырҙар саҡырырға һәләтле тип иҫәпләй. Апрель – май айҙарында таштар көслө магнит энергия бүлеп сығара икән. Ошо ваҡытта халҡыбыҙ «Ҡарға бутҡаһы» байрамын үткәргән. Белгестәр яҙыуынса, таштар тереклек биомассаһы менән ерҙең биояланын тигеҙләп тота. Миллион йылдар самаһы элек ошондай уҡ цивилизация булған, таштар энергияһы кәмеп, цивилизация юҡҡа сығып, боронғоса ҡалыуы, ихтимал, тип иҫәпләй улар. Хәҙерге яҙмалар ҡасан да булһа бөтөүе мөмкин, тик боронғолары, таштарға яҙып ҡалдырған мәғлүмәт юғалмай. Боронғолар тәбиғәт атамаларын таш менән мәңгеләштергән. Ата-бабаларыбыҙ юлдарҙы һалғанда таштарҙың тартыу көсө кәм булған ерҙе һайлаған, шуға бындай юлдан йөрөгәндә арытмай.
Кешеләр теләк теләп тауҙарға, кәшәнәләргә, изге урындарға киләләр.Таштарға ултырып, хәл йыялар. Мөғжизәләр булып тора- теләктәре үтәлә. Шундай урындарҙың береһе – Учалы районында Ахун менгирҙары. Ҙур түңәрәк эсендә торған 8 таш һын күптәрҙе ғәжәпкә ҡалдыра. Ышаныуҙар буйынса, был мегалитик комплекс Рәсәйҙәге «теләк үтәлә торған» 10 урын исемлегенә ингән. Әүештау, Әүешкүл – изге урындарҙың береһе.Тау аҫтынан ағып сыҡҡан шишмәнең һыуы һаулыҡты нығыта, күңел торошон көйләй. Был шифалы һыуҙа төрлө минералдар булыуы тураһында яҙма сығанаҡтар бар.
Ҡиммәтле металл – алтындың дауалау үҙенсәлектәре тураһында ла ата-бабаларыбыҙ яҡшы белгән. Аҙык өсөн алтындан һауыт-һабалар яһалған. Алтын һауыттар байлыҡ, дәрәжә билдәһе генә булмаған, ә ашҡаҙан -эсәк ауырыуҙарын иҫкәрткән. Клеопатра батшабикә, легендаларҙа әйтелеүенсә, йөҙө матур һәм йәш ҡалһын өсөн, алтын битлек кейеп йоҡлаған.Был металл ҡояш энергияһын үҙенә туплап, аҙаҡтан кире бирә, тип иҫәпләй белгестәр. Алтындың кешене дауалай алыуын фән иҫбат иткән [2].
Ауротерапия – Хәҙерге медицина билдәләүенсә, бик бәләкәй алтын өлөшсәләре (наноалтын) кешенең тәненә үтеп инеп, төрлө вирус һәм микробтарҙан таҙарта. Яман шештең үҫешен туҡтата. Алтынлы һыу – Һиндостанда медицина тарафынан раҫланған дауалау алымы. Энергияны күтәреү, мейе, йөрәк эшмәкәрлеген яҡшыртыу, депрессиянан ҡотолоу өсөн ҡулланыла. Косметологияла киң таралған алым.
Стоунотерапия – эҫе йәки йылы таштар менән дауалау - массаж процедуралары эшләү. Эҫе минералдар тынысландыра, ҡан тамырҙарын киңәйтә. Һыуыҡ таштар ҡан әйләнешен яҡшырта.Таштарҙы биологик әүҙем нөктәләргә һалалар.
Кристаллотерапия - кеше аураһының бөтөнлөгөн тәьмин итә.Төрлө төҫтәге таштар ҡулланыла. Кварц – энергетик тигеҙлекте теүәлләй, тау гәлсәре хәтерҙе яҡшырта, һыуыҡ тейеүҙән; аметист – бөтә ауырыуҙарҙан профилактика, тире, бауыр, бөйөргә, нерв системаһына яҡшы; алһыу кварц йөрәк чакраларын; һөт төҫөндәге кварц тын юлдарын дауалай. Әлеге көндә төрлө таштарҙы талисман итеп тағалар. Кеше йондоҙлоғо буйынса үҙенә кәрәкле ташты һайлай. Дөрөҫ һайланғандары маҡсатҡа ирешергә ярҙам итә.
Донъяла ашай торған таштар ҙа була икән. Аш тоҙо – быға миҫал. Башҡорт халҡы элек тоҙҙо йылға-күлдәрҙән ҡайнатып алған. Әбйәлил районы Мулдаҡкүл, Ғафури районы Көгөш йылғаһы, Ырымбур өлкәһе Илек тоҙло күле, Пермь өлкәһе Соликамск төбәге - тоҙ алыу сығанаҡтары булып торған.
Халҡыбыҙҙа таш сығарыу һәм эшкәртеү. Тарихтан күренеүенсә, революцияға тиклем ҡайһы бер таулы райондарҙа йәшәгән башҡорттар таш сығарған, эшкәрткән һәм уны һатҡан. Был шөғөл беҙҙең районда бөгөнгө көндә лә алып барыла.1859 йылда, тип яҙа тарих фәндәре кандидаты Ш.Иҫәнғолов, эшкәртелгән таштарҙы Табын ҡаласығына һатҡандар.Табындан ул таштарҙы Ағиҙел буйлап Кама һәм Иҙел буйындағы ҡалаларға алып сыҡҡандар.Стәрлетамаҡ өйәҙе Мырҙаҡай ауылында (хәҙерге Ғафури районы Сәйетбаба ауылы) ҡара һәм һоро төҫлө таш сығарылған.Ҡара таш яҡшыраҡ һаналған, ҡыйбатыраҡ торған.Стәрлетамаҡ өйәҙендә тирмән ташы сығарғандар. Һаҡмар буйында (хәҙерге Йылайыр районы) йәшәгән башҡорттар слюдалы һәүерташтар менән кварцтың ҡушымтаһынан тирмән таштары эшләп, уларҙы казактарға һатыр булған.Ташты йәй көнө сығарғандар, ҡышын эшкәрткәндәр.Ташты тапҡас, сүкеш менән һуғып ҡарағандар, тауыш асыҡ сыҡһа, таш һәйбәт була, тигәндәр.Тауыш тоноҡ булһа, таш насар, ундай таш эшкәрткәндә ватылып торған.Таштарҙы шымартҡанда утта тотҡандар. Ут ташты йомшарта, тип уйлағандар. Таш эше ауыр булған, шуға ла ирҙәр генә шөғөлләнгән.Таш сығарыусылар таштарҙы арзанға һатҡан, сөнки яҡын-тирәлә ул таштарға мохтажлыҡ булмаған.
Элеге ваҡытта Белорет районының Асы һәм Береш ауылдарында таш сығаралар.Лемизит тип аталған таш төҙөлөштә, биналарҙы биҙәгәндә ҡулланыла.
ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ
1.Башҡорт халыҡ ижады.Йола фольклоры,-Өфө:Китап,1995.-560 б.
2.Бенин В.Л.Очерки по культуре народов Башкортостана // Уфа,1994.
3.Муталов М.Г.Волшебные камни Урала // Уфа,1994.
4.Хаҙыева Р.Н.Башҡорт теленең этнолингвистика һүҙлеге.-Өфө:Китап,2002.-176 б.
5.Хамматов Я.Х. Бөртөкләп йыйыла алтын.- Өфө:Китап,1976.
6.Әхтәмов М.Х.Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре һүҙлеге.- Өфө:Китап,2008. – 776 б.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
“Без бер тамырдан” (керәшен татарларының ел фасыллары белән бәйле бәйрәмнәр һәм йолалар)
Без Зәй төбәгендә яшәүче татарлар – ислам динен тотучы Казан татарлары булабыз. Төбәгебездә татарлар һәм керәшеннәр бер милләт булып яшиләр, чөнки телләребез...
НИКАХ МӘҖЛЕСЛӘРЕ ҺӘМ АЛАРНЫҢ ЙОЛАЛАРЫ. Авылыбыз фольклорчысы Камил ага Шәмсуаров иҗатыннан.
Никах-кеше тормышының иң истәлекле мизгеле. Гаилә корып, тормыш башлап җибәрү ике як өчен дә җитди чара, аек акыл белән уйлап башкарыла торган вакыйга. Борынгы заманнарда да яшьләргә туйга кадәр үк ни...
Татар халкының ел фасыллары, табигать күренешләре белән бәйле йолалары. ( фәнни-гамәли конференция)
Эчтәлек: 1. Кереш сүз. Табигатьнең кеше тормышындагы әһәмияте.2. Әби-бабаларыбызның табигатькә мөнәсәбәте.3. Йола һәм...
Каюм Насыйри хезмәтләрендә татар халкының йолалары.
КАЮМ НАСЫЙРИ ХЕЗМӘТЛӘРЕНДӘ ТАТАР ХАЛКЫНЫҢ ЙОЛАЛАРЫ. ТУЙ ЙОЛАСЫФәнни эш....
Эҙләнеү эшенең темаһы: «Башҡорт халыҡ йолалары”
Тикшеренеү эшемдең актуаллегеАктуаллеге хәҙерге ваҡытта йола байрамдарға иғтибар арта. Байрамдар ашаәйләнә – тирәгә һаҡсыл ҡараш, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләнә.Эҙләнеү эшенең маҡсатыØ Й...
Яныбай Хамматов ижады
Яңф теманы өйрәнеү...