I. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу (ойоштороу моменты) | - Һаумыһығыҙ! Хәйерле көн!
Был дәрестә бөтәгеҙ ҙә Алығыҙ тик бишлеләр! Шатлыҡта үтһен көнөгөҙ, Урап үтһен икелеләр. | Zoom платформаһына инеү. Уҡытыусы менән башҡорт телендә һаулашыу.
Уҡытыусы тәүҙә уҡый. Хор менән уҡыйҙар. |
| 2 мин
|
II. Уҡыу мәсьәләһен (проблемаһын) ҡуйыу | - Презентацияға ҡарағыҙ әле. Әйҙәгеҙ бергәләп ошо һүҙҙәрҙе уҡыйыҡ.
“Минең төп бурысым – халҡымдың үткәнен әҙәбиәт аша ҡайтарып биреү.” Балалар, нисек уйлайһығыҙ, был һүҙҙәрҙе кем әйткән икән? Бәлки, уҡығанығыҙ ҙа барҙыр был һүҙҙәрҙе? - эйе,дөрөҫ, Яныбай Хамматов. Беҙ һеҙҙең менән бөгөн дәрестә уның пенталогияһының беренсе китабы “Бөртөкләп йыйыла алтын” романы менән танышасаҡбыҙ. Һеҙ ниндәй яңы һүҙ ишеттегеҙ (пенталогия)? Кем белә “пенталогия” һүҙе нимәне аңлата икән? - Эйе, пенталогия биш һаны менән бәйле. - Пентало́гия — литературное, музыкальное или кинематографическое произведение, состоящее из пяти самостоятельных частей, но объединённых действующими героями, общей идеей и преемственностью сюжета. Яныбай Хамматов һүҙҙәренә кире ҡайтып, әйҙйгеҙ әле уйлап ҡарайыҡ,ул ниндәйерәк яҙыусы булған икән? (реалист, тарихсы һ.б уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлайбыҙ.) | Уҡыусылар тыңлай, һуңынан яуап бирәләр. |
| 5 мин |
III. Яңы материалды өйрәнеү. Уҡыу мәсьәләһен сисеү. | Яуаптарыбыҙҙы тикшерер өсөн китаптарҙы астыҡ, ҡыҫҡаса биографияһы менән танышып үтегеҙ һәм иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ. Сөнки ошо уҡығанығыҙ буйынса бәләкәй генә эш буласаҡ.
1.Я.Хамматовтың әсәһенең исеме. 2.Ниндәй айҙа тыуған? 3.Ул ниндәй райондан? 4.Ул ниндәй кеше? 5. Уға нисә йәш булғанда әсәһе үлеп ҡала? 6.Атаһының исеме? 7. Ниндәй мәктәпте тамалай?
С | Ә | Р | Б | И | Я | М | А | Л | Ғ | И | Н | У | А | Р |
| Б | Е | Л | О | Р | Е | Т | Я | У | А | П | Л | Ы |
| Б | И | Ш |
| Х | А | М | М | А | Т |
| И | Н | Й | Ә | Р |
Шулай итеп ул үҙенең әҫәрҙәрендә кемдәрҙең тормошон һүрәтләй? (байҙарҙың һәм ярлыларҙың). Бөгөн беҙ танышып китәсәк роман? - Бөртөкләп йыйыла алтын. “Бөртөкләп йыйыла алтын” романы – авторҙың ҙур күләмле иң тәүге әҫәре.Был әҫәр 1965 йылда бер аҙ ҡыҫартылып баҫыла.Тулы килеш тәүге китабы уның 1966 йылда донъя күрә. - Ни өсөн роман шулай атала икән?
(уҡыусыларҙың яуаптары) - Эйе, «Бөртөкләп йыйыла алтын» пенталогияһы ХХ быуат башынан 1980 йылдарға тиклем Башҡортостанда алтын сығарыуҙы сағылдыра.
|
. | 10 мин |
IV. Ял минуты. | Күҙҙәрҙе йомдоҡ. Әҙерәк ял итеп алайыҡ.Мин һеҙгә бер өҙөк уҡыйым, һеҙ күҙ алдығыҙға килтереп ултырығыҙ.
Бигерәк тә йәмле шул был тирә! Ҡарайһың - күреп танһығың ҡанмай. Тыңлайһың - тыңлап туя алмайһың. Ниҙәр генә юҡ был яҡтарҙа! Йәшел шәлгә бөркәнгән ағас ботаҡтарына ҡунған ҡоштар сутылдаша. Саҡ ҡына ят тауыш сыҡтымы, ҡоштар шунда уҡ пыр туҙышып урындарын алмаштыралар ҙа һәр ҡайһыһы үҙ йырын дауам итә. Ҡара башлы тумыртҡа ҡыйҡылдап ағастан-ағасҡа осто, ботаҡтан-ботаҡҡа һикерҙе, үҙенә кәрәкле аҙыҡ таба алмағас, осоп барып, ялан уртаһында торған ҡыу ҡарағайға аҫылынды. Тырнағы аҫтындағы ҡайыр киҫәктәре ергә ҡойолдо. Тумыртҡа башын бороп ергә ҡараны. Ҡурҡырлыҡ нәмә һиҙелмәгәс, ҡыйҡ-ҡыйҡ тип, оҙон суҡышы менән ағас ботағына ары-бире туҡылдатты ла ҡыйҡылдап һайыҫҡандар көтөүе яғына осто. Ер өҫтө байрамса биҙәлгән. Ҡуйы йәшел япраҡлы ағас ботаҡтары араһынан саҡ беленер-беленмәҫ үткән яҡтыға үлән өҫтөндәге ысыҡ тамсылары ялтырай. Сәскәләр еҫе аңҡый. Иңкеш, бал ҡорттары һәм тағы ла әллә нисәмә төрлө бөжәктәр геүләшә. Аҙыҡ эҙләп сәскәнән-сәскәгә күсәләр. Үтәнән-үтә күренгән күм-күк һауа тағы ла юғарыраҡ күтәрелгәндәй тойола.
| Уҡытыусы | 5 мин |
V. Белемде нығытыу (Яңы белемде практикала ҡулланыу) |
Балалар китапта бирелгән өҙөктө уҡып сығалар. - Был өҙөктә кем тураһында һүҙ бара? - Ғәйзуллаға нисә йәш? - Ул ниндәй эш менән шөғөлләнә? - Атаһының исеме нисек? - Ниндәй үлән малға ашарға ярамай ти, атаһы?(өләсәйҙәрегеҙҙән ошо һүҙҙәрҙең руссаға тәржемәһен һорағыҙ) - Йылға буйында Ғәйзулла нимә табып ала? - Самородокты нимәгә оҡшата? - Атаһы ҡыуанамы алтынды күреп?
Аңлашылмаған һүҙҙәҙе күсереп алығыҙ.
|
Уҡытыусы биргән һорауҙарға яуап бирәләр | 10 мин |
VI. Дәресте йомғаҡлау.
| - Романдың тулы вариантын табып, түбәндәге схема буйынса таблицаны тултырырға кәрәк.
| байҙар | ярлылар | Тышҡы ҡиәфәт |
|
| Йәшәгән өйҙәре |
|
| Доъяға Ҡараштары |
|
|
- Бөгөн дәрестә кемдең ижадын өйрәндек?
- Я. Хамматов тураһында һеҙ нимә белдегеҙ?
- Я. Хамматов ижадына һеҙ ниндәй ҡарашта?
- Үҙегеҙҙең эшегеҙгә һеҙ ниндәй баһа ҡуйыр инегеҙ?
- Уҡыусылар! Дәрестә бик актив булдығыҙ. Тырышып эшләгәнегеҙ өсөн рәхмәт! Һау булығыҙ! Zoom платформаһынан сығығыҙ.
| Көндәлеккә өйгә эште яҙалар. Уҡыусылар дәрестә нимә эшләүҙәре, нимәгә өйрәнеүҙәре тураһында яуап бирә. Уҡыусылар үҙҙәренең эштәрен баһалай. | 3 мин |