Яныбай Хамматовтың "Бөртөкләп йыйыла алтын" әҫәре буйынса кластан тыш уҡыу дәресе
план-конспект

Залавина Инье Фаритовна

5-11 кластар

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ya.hammatov-_dres_konspekty.docx26.27 КБ

Предварительный просмотр:

                              Дәрес конспекты

Тема : Яныбай Хамматов ижады. «Бөртөкләп  йыйыла алтын»  романы (кластан тыш дәрес)

Класс: был дәресте 8-се  класта региональ компонет сәғәтенән планға индерергә була

Маҡсат: 1. Яныбай хамматовтың биографияһы,    « Бөртөкләп  йыйыла алтын » романы менән танышыу;

                2. Балаларың телмәр күнекмәләрен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;

               3. Тыуған Башҡортостаныбыҙға ҡарата һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:  интерактив таҡта,дәреслектәр,эш дәфтәрҙәре.

                                                        Дәрес барышы

Дәрес этабы

                                         Йөкмәткеһе

Уҡыусыларҙың универсаль уҡыу эшмәкәрлеген булдырыу

Психологик кәйеф шарттарын булдырыу

Мотивация.

Дәрестең темаһын асыу

Уҡыу мәсьәләһен (проблемаһын) ҡуйыу

Яңы материалды өйрәнеү. Уҡыу проблемаһын сисеү.мин)

Белемде нығытыу (Яңы белемде практикала ҡулланыу).

Ял минуты

Өҙөктө уҡып сығыу

Өйгә эш.

Эшмәкәрлеккә рефлексия.

Баһалау

Йомғаҡлау

Һумыһығыҙ,хәйерле көн балалар!

Был дәрестә бөтәгеҙ ҙә

Алһығыҙ  тик бишлеләр!

Шатлыҡта үтһен көнөгөҙ,

Урап үтһен икеләр.

  • Таҡтаға ҡарағыҙ әле.Әйҙәгеҙ бергәләп ошо һүҙҙәрҙе уҡыйыҡ.

“Минең  төп бурысым – халҡымдың үткәнен әҙәбиәт аша ҡатарып биреү.”

Балалар, нисек уйлайһығыҙ, был һүҙҙәрҙе кем әйткән икәҘБәлки, уҡығаныҡыҙ ҙа барҙыр был һүҙҙәрҙе

-Белорет  ҡалаһында башҡорт гимназияһы уның исемен йөрөтә.

-Кем әйтер, дәрестең темаһы ниндәй?

- эйе,дөрөҫ, Яныбай Хамматов,уның ижады.Һәм бөгөн дәрестә Уның  пенталогияһының беренсе китабы  Бөртөкләп йыйыла алтын  романы менән танышасаҡбыҙ.

Һеҙ ниндәй яңы һүҙ ишеттегеҙ (пенталогия)

Кем нисек уйлай пенталогия һүҙе нимәне аңлата икән .Химия дәресен иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле : пропан. бутан,пентан.Пентан)

  • Эйе, пенталогия биш һаны менән бәйле.
  • Пентало́гия — литературное, музыкальное или кинематографическое произведение, состоящее из пяти самостоятельных частей, но объединённых действующими героями, общей идеей и преемственностью сюжета.

Яныбай Хамматов һүҙҙәренә кире ҡайтып, әйҙйгеҙ әле уйлап ҡарайыҡ,ул  ниндәйерәк яҙыусы булған икән?

( реалист, тарихсы һ.б уҡыусыларҙың яуаптарын  тыңлайбыҙ.) Слайд

Яуаптарыбыҙҙы тикшерер өсөн китаптарҙы астыҡ, ҡыҫҡаса биографияһы менән танышып үтегеҙ  һәм иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ.Сөнки ошо уҡығанығыҙ буйынса  бәләкәй генә эш буласаҡ.

1.Я.Хамматовтың әсәһенең исеме.

2.Ниндәй айҙа тыуған?

3.Ул ниндәй райондан?

4.Ул ниндәй кеше?

5. Уға нисә йәш булғанда әсәһе үлеп ҡала?

6.Атаһының исеме?

7. Ниндәй мәктәпте тамалай?

С

Ә

Р

Б

И

Я

М

А

Л

Ғ

И

Н

У

А

Р

Б

Е

Л

О

Р

Е

Т

Я

У

А

П

Л

Ы

Б

И

Ш

Х

А

М

М

А

Т

И

Н

Й

Ә

Р

Шулай итеп ул үҙенең әҫәрҙәрендә кемдәрҙең тормошон һүрәтләй? (байҙарҙың һәм ярлыларҙың).

Бөгөн беҙ танышып китәсәк роман- Бөртөкләп йыйыла алтын.

     “Бөртөкләп йыйыла алтын” романы – авторҙың ҙур күләмле иң тәүге әҫәре.Был әҫәр 1965 йылда бер аҙ ҡыҫартылып баҫыла.Тулы килеш тәүге китабы уның 1966 йылда донъя күрә.

  • Ни өсөн роман шулай атала икән?

(уҡыусыларҙың яуаптары)

  • Эйе, «Бөртөкләп йыйыла алтын» пенталогияһы ХХ быуат башынан 1980 йылдарға тиклем Башҡортостанда алтын сығарыуҙы сағылдыра.

Күҙҙәрҙе йомдоҡ.Әҙерәк ял итеп алайыҡ.Мин һеҙгә бер өҙөк уҡыйым,һеҙ күҙ алдығыҙға килтереп ултырығыҙ.

Бигерәк тә йәмле шул был тирә! Ҡарайһың - күреп танһығың ҡанмай. Тыңлайһың - тыңлап туя алмайһың. Ниҙәр генә юҡ был яҡтарҙа! Йәшел шәлгә бөркәнгән ағас ботаҡтарына ҡунған ҡоштар сутылдаша. Саҡ ҡына ят тауыш сыҡтымы, ҡоштар шунда уҡ пыр туҙышып урындарын алмаштыралар ҙа һәр ҡайһыһы үҙ йырын дауам итә. Ҡара башлы тумыртҡа ҡыйҡылдап ағастан-ағасҡа осто, ботаҡтан-ботаҡҡа һикерҙе, үҙенә кәрәкле аҙыҡ таба алмағас, осоп барып, ялан уртаһында торған ҡыу ҡарағайға аҫылынды. Тырнағы аҫтындағы ҡайыр киҫәктәре ергә ҡойолдо. Тумыртҡа башын бороп ергә ҡараны. Ҡурҡырлыҡ нәмә һиҙелмәгәс, ҡыйҡ-ҡыйҡ тип, оҙон суҡышы менән ағас ботағына ары-бире туҡылдатты ла ҡыйҡылдап һайыҫҡандар көтөүе яғына осто.


Ер өҫтө байрамса биҙәлгән. Ҡуйы йәшел япраҡлы ағас ботаҡтары араһынан саҡ беленер-беленмәҫ үткән яҡтыға үлән өҫтөндәге ысыҡ тамсылары ялтырай. Сәскәләр еҫе аңҡый. Иңкеш, бал ҡорттары һәм тағы ла әллә нисәмә төрлө бөжәктәр геүләшә. Аҙыҡ эҙләп сәскәнән-сәскәгә күсәләр. Үтәнән-үтә күренгән күм-күк һауа тағы ла юғарыраҡ күтәрелгәндәй тойола.

Балалар китапта бирелгән өҙөктө уҡып сығалар.

  • Был өҙөктә кем тураһында һүҙ бара?
  • Ғәйзуллаға нисә йәш?
  • Ул ниндәй эш менән шөғөлләнә?
  • Атаһының исеме нисек?
  • Ниндәй үлән малға ашарға ярамай ти, атаһы?(өләсәйҙәрегеҙҙән ошо һүҙҙәрҙең руссаға тәржемәһен һорағыҙ)
  • Йылға буйында Ғәйзулла нимә табып ала?
  • Самородокты  нимәгә оҡшата?
  • Атаһы ҡыуанамы алтынды күреп?

Аңлашылмаған һүҙҙәҙе күсереп алығыҙ.

Өйҙә интернетҡа инеп викисайтында романдың тулы вариантын табып, түбәндәге схема буйынса таблицаны тултырырға һәм һүҙлектән ,йә булмаһа өләсәйҙәрегеҙҙән тыранса,лоҡатә,аҫҡорһаҡ,ҡаҙаяҡ нмә икәнен белеп килергә.

байҙар

ярлылар

Тышҡы ҡиәфәт

Йәшәгән өйҙәре

Доъяға Ҡараштары

  • Бөгөн дәрестә кемдең ижадын өйрәндек?
  • Я.Хамматов тураһында һеҙ нимә белдегеҙ?
  • Я.Хамматов ижадына һеҙ ниндәй ҡарашта?
  • Үҙегеҙҙең эшегеҙгә һеҙ ниндәй баһа ҡуйыр ? инегеҙ.

Уҡыусылар! Дәрестә бик актив булдығыҙ. Тырышып эшләгәнегеҙ өсөн рәхмәт! Һау булығыҙ!

Регулятив УУЭ

Коммуникатив УУЭ

Танып белеү УУЭ

Шәхси УУЭ

                 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. дәреслеге буйынса 6-сы класта “ Наил Сафин “Бишбармаҡ». Күнегеүҙәр эшләү”- тип аталган темаға башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресе.

Башҡортостан яҙыусыһы Наил Сафиндың Бишбармаҡ тексты йөкмәткеһе менән таныштырыу,уҡыған тексты тормош менән бәйләргә өйрәтеү....

"Алтын бишегем - Учалы" темаһы буйынса презентация.

quot;Алтын бишегем - Учалы" темаһы буйынса презентация....

Рәми Ғарипов буйынса йомғаҡлау дәресе

Рәми Ғариповтың тормошо, ижады буйынса йомғаҡлау, уҡыусыларҙың белемдәрен нығытыу; уҡыусыларҙың танып белеү активлығын, логик фекерләүен, хәтерен, иғтибарын һәм телмәрен үҫтереү; шағирға, уның ижадына...

Яныбай Хамматовтың "Бөртөкләп йыйыла алтын" романында башҡорт халҡының ташҡа бәйле ышаныуҙары, йолалары, ғөрөф - ғәҙәттәре

Яныбай Хамматовтың «Бөртөкләп йыйыла алтын» романында башҡорт халҡының ташҡа  бәйле ышаныуҙары, йолалары, ғөрөф- ғәҙәттәре...