Башҡорттарҙағы һәм бүтән халыҡтарҙағы боронғо үлсәү берәмектәре. Мөғжизәле һандар илендә
проект

Байрамғәлина Гөлназ Ғәзиз ҡыҙы

БАШҠОРТТАРҘАҒЫ ҺӘМ БҮТӘН ХАЛЫҠТАРҘАҒЫ БОРОНҒО ҮЛСӘҮ БЕРӘМЕКТӘРЕ. МӨҒЖИЗӘЛЕ ҺАНДАР ИЛЕНДӘ 

Скачать:


Предварительный просмотр:

БАШҠОРТТАРҘАҒЫ ҺӘМ БҮТӘН ХАЛЫҠТАРҘАҒЫ БОРОНҒО ҮЛСӘҮ БЕРӘМЕКТӘРЕ. МӨҒЖИЗӘЛЕ ҺАНДАР ИЛЕНДӘ

                                                         Мусина Элина, 8- се класс уҡыусыһы

        Беҙ  көн һайын нимәнелер үлсәйбеҙ, иҫәпләйбеҙ. Бының өсөн төрлө кәрәкле әйберҙәр бар.Ә бына элек кешеләр нисек  иҫәпләгәндәр икән? Йыш ҡына оло кешеләрҙең әсмүха сәй, ҡолас, йомғаҡ май, тип һөйләгәндәрен ишетәбеҙ. Ҡайһы ваҡыт был һүҙҙәрҙең нимә аңлатҡандарын белмәйбеҙ. Телдәге күп һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр ниндәйҙер мәғлүмәт һаҡлай. Донъяла төрлө төшөнсәләр бик күп. Шулар араһында иҫәп-хисап мөһим урын алып тора.Ул төрлө халыҡта төрлөсә.Һандарҙың мәғәнәләре лә айырыла. Мәҫәлән, Европала ун өс һанынан ҡурҡалар. Башҡорт халҡында, киреһенсә, ул изге мәғәнәле, серле һан булып тора. Мин класымда анкета үткәрҙем. Класташтарымдың боронғо үлсәү берәмектәрен белеү-белмәүҙәре менән ҡыҙыҡһындым.Улар миңә сажень, миль, аршин тигән берәмектәрҙе атанылар, тик бөгөнгө метрик системала күпме булыуын әйтә алманылар. Һандарға килгәндә, серле һандар тип ете, ун өс,ҡырҡ һанын билдәләнеләр.  Башҡорт теле дәресендә класташтарымды  боронғо үлсәү берәмектәренең башҡортса әйтелеше, ҡулланылышы менән таныштырҙым.

   Боронғо Египет кешеләренең төп үлсәү берәмеге – терһәк булған.Бер терһәк – ете ус аяһына, ә  ус –дүрт бармаҡҡа бүленгән. Кешеләрҙең буйы төрлөсә була, шуға ла  Боронғо Египетта шартлы таяҡтар ҡуллана башлағандар. Нимәнелер төҙөгәндә, төрлө ҡоролмалар эшләгәндә был таяҡтар ныҡ кәрәккән. Англияла үлсәү берәмектәре кешенең тән төҙөлөшөнә бәйле булған. Мәҫәлән, фут – инглиз һүҙе «аяҡ» тигәнде аңлата, ярд – король Генрих беренсенең, танауынан алып ҡулының урта бармағы осона тиклемге араны күрһәткән. Күп кенә халыҡтар оҙонлоҡто аҙымдар менән үлсәгән.Ҡайһы саҡта арҡан ҡулланғандар. Уның оҙонлоғо дүрт аҙымға тура килгән. Рим дәүләтендә, Италияла, Азия һәм Африка илдәрендә алыҫ араны үлсәгәндә меңләгән арҡан ҡулланылған. Ошонан миль тигән үлсәү берәмеге килеп сыҡҡан.Латин телендә миль  «мең» тигәнде аңлата. Йыраҡ араларҙы көндәр менән һанағандар. Бер ҡаланан икенсе ҡалаға өс көнлөк юл тип һөйләгәндәр. Японияла ат башмағы тигән үлсәү берәмеге булған. Аттың табанына бәйләнгән һалам табан нисә көндә туҙыуына ҡарағандар. Күп халыҡтарҙа ара алыҫлығын уҡтың йәки йәҙрәнең атылыу оҙонлоғона ҡарап белгәндәр. Рәсәйҙә иң боронғо үлсәү берәмектәре – терһәк  менән  сажин булған.Сажин ике төрлө: ҡырын һәм ҡанат ҡауырһындары.Ҡанат ҡауырһындары - ике яҡҡа һуҙылған ҡулдар араһы. Ҡырын –  аяҡтың табанынан өҫкә күтәрелеп, һул бармаҡ остарына тиклемге ара.Урыҫтарҙа киң яурынлы кеше тураһында «косая сажень в плечах» тип һөйләү шул саҡтан тороп ҡалған. Сажин яҡынса 2,1336 метрға тигеҙ булған. Алыҫ араларҙы үлсәгәндә биш йөҙ сажинға тура килгән саҡрымды ҡулланғандар. Уның оҙонлоғо яҡынса 1,0668  километрға тигеҙ. Был оҙонлоҡ үлсәү берәмеге башҡорт халыҡ әкиәттәрендә, мәҡәлдәрҙә, хикәйәләрҙә әле лә осрай.

       Ун етенсе быуатта Көнсығышта сауҙа үҫешә. Сауҙагәрҙәр төрлө тауар килтергәндәр: йоҡа ҡытай ебәктәре, һинд туҡымалары, бәрхәт һәм башҡалар. Шул арҡала Рәсәйҙә яңы үлсәү берәмеге – аршын барлыҡҡа килә. Сауҙагәрҙәр бармаҡ остарынан яурынға тиклемге араны шулай атағандар.Ул 71 cм 22 метрға тура килгән. Былай итеп  үлсәү бер яҡтан уңайлы булһа, икенсе яҡтан ҡыйынлыҡтар тыуҙырған. Кешенең ҡул оҙонлоғо бер төрлө түгел. Береһенеке – оҙонораҡ, икенсеһенеке – ҡыҫҡараҡ. Шуға сауҙәгәрҙәр өсөн ҡыҫҡа ҡуллы кешеләр файҙа килтергән. Аҙаҡ аршынлап һатыу тыйыла. Линейка уйлап табыла. Был ағастан эшләнгән аршынды ҡыҫҡартып бөтмәһендәр өсөн остарын тимер менән уратып мисәт ҡуйғандар. Әлеге көндә аршын менән үлсәмәйҙәр.Тик халыҡта был һүҙ ҡулланыла. Отҡор күҙле кешене «өс аршын ер аҫтындағын күрә» тиҙәр [3].

     Башҡорт халҡы үлсәү берәмектәре итеп үҙҙәренең аяҡ-ҡулдарын файҙаланған. Сажин, аршын, арҡан, ҡолас, аҙым, ҡарыш, һөйәм, һыныҡ һөйәм, ая, иле кеүек берәмектәрҙе әле лә ҡулланабыҙ. Элек халҡыбыҙ күсмә тормош алып барған. Йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән. Шуға ла оҙонлоҡто үлсәү өсөн арҡан оҙонлоғон ҡулланған. Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә «Китеп бара, китеп бара, артына әйләнеп ҡараһа, арҡан буйы ер киткән» тигән һүҙҙәр бар. Хәҙерге ваҡытта ла «ҡояш байырға арҡан буйы ара ҡалған» тигәнде ишетергә була. Арҡан – ул ҡалын бау, оҙонлоғо 20 метрға етә. Аттар ҡасып китмәһен өсөн, бер осон аттың муйынына, икенсеһен урманлы ерҙә-ағасҡа,яланда бүрәнәгә бәйләү өсөн бауҙы арҡан тип йөрөткәндәр. Илле арҡан оҙонлоғо яҡынса бер саҡрым булған. Борон башҡорттарҙа хәрби эштә һәм һунар иткәндә уҡ кәрәк булған. Шуға араны уҡ эйемендә үлсәгәндәр.Уҡ эйеме – иң шәп һәм алыҫ атыла торған уҡтың атылған урындан төшкән еренә тиклемге ара оҙонлоғо. 1799 йылда метр һәм уға нигеҙләнгән үлсәү берәмектәре барлыҡҡа килә. Әммә әлегә тиклем ҡайһы бер илдәрҙә (Англияла, АҠШ – та) һаман да фунт, дюйм, фут тигән үлсәмдәрҙе ҡулланалар.

Массаны, шыйыҡсаны һәм бөртөклө әйберҙәрҙе һанау, үлсәү. Боронғо заманда кешеләр ярма һәм шыйыҡ нәмәләрҙе тәүҙә иләк йәки биҙрә менән үлсәгән. Тик былай уңайһыҙ булған. Тимер һәм башҡа төҙөлөш материалдарының массаһын иҫәпләргә кәрәк булғанлыҡтан,  рычаглы үлсәүҙәр уйлап табыла. Бындай үлсәүҙәр Египет пирамидаларында осрай. Тимерҙән герҙәр уйлап табыла. Рәсәйҙә массаны үлсәү берәмеге итеп гривна (409,5 г.тирәһе) алына, аҙаҡ фунт тип атала, ә башҡортттар араһында ҡаҙаҡ тип ҡулланыла башлай: өс ҡаҙаҡ май, биш ҡаҙаҡ он һ.б. Беҙҙең өсөн фунт -  боронғо үлсәү берәмеге булып ҡала. Ә АҠШ – та әле лә фунт менән аҙыҡ -түлекте, кешенең, машинаның  ауырлығын үлсәйҙәр [4].

   Рәсәйҙә массаны үлсәү берәмегенең бәләкәйҙәре лә  булған: лот (12,8 г), доля (44 мг)  һәм золотник (4,26 г). Башҡорттарҙа киң ҡулланылған үлсәү берәмектәре: сирек (100 г), әсмуха  (50г), мыҫҡал  (4,27 г). Улар мәҡәл, әйтем, йырҙарҙа һаҡланып ҡалған: «Төлкө яға һатайым да бер мыҫҡал сәй алайым». Бөгөнгө көндә телмәрҙә ошондай үлсәү берәмектәре һаҡланған: йомғаҡ - бер сама ҙурлыҡта йомарланған йомшаҡ әйбер (май, йөн һ.б.). Йотом – бер йоторлоҡ күләм, тамсы – шыйыҡлыҡтан бүленеп төшкән бәләкәй генә бер өлөш, уртлам – уртҡа бер тултырып алынған шыйыҡлыҡ күләме, ус – шуның һыйышы менән билдәләнгән үлсәү берәмеге, семтем – бер семтем алырлыҡ нәмә (бер семтем тоҙ). Рәсәйҙә эре масса үлсәү берәмеге пуд – бот (ҡырҡ фунт йәки 16,38  кг) булған.

Әҙәби әҫәрҙәрҙә боронғо үлсәү берәмектәрен ҡулланыу. Әкиәттәрҙән миҫалдар:1.«Ҡаһарман батыр» әкиәтенән: Борон – борон заманда Ҡаһарман исемле бер кеше булған. Ҡаһарман батырҙың буйы ҡырҡ аршын булған [2,37].

Һарайға барып инһә, бер ҙур дейеү ята,ти. Буйы һикһән аршын, ә һәр бармағы кеше дәүмәле, ти  [2,39 ].

              2.«Аҡъял батыр» әкиәтенән:

Тау батыр:

-Унда кем бар? - ти. Тыштан:

- Мин - ҡунаҡ, ас!- тип яуап ҡайтарыуға, Тау батыр ишекте асып ебәрһә, ишек төбөндә үҙе бер ҡарыш, һаҡалы мең ҡарыш әлеге ҡарт баҫып тора, ти  [2, 65].

3.«Таҙ батыр» әкиәтенән: Таҙ ул ҡушҡанса эшләгән. Толпар, ун ике ҡолас бейеклектәге таш ҡойманы күҙ асып йомғансы һикереп үтеп, һарай ишеге алдына барып та төшкән  [2,369 ].

4.«Алтын ҡауырһын» әкиәтенән: Улар инде оло ғына йәштә булғандар, шулай булһа ла икәүләп кенә бик матур итеп донъя көткәндәр,ти. Быларҙың алты ҡолас оҙонлоҡта ала бейәләре булған, ти [2,387].

5. «Алатаев» әкиәтенән: Һыу эҙләп-эҙләп тә таба алмағас, батша:

- Минең кейәүҙең бер йотом ғына һыу табырға хәленән килер ул,- тигән, ти. [2,427 ].

6. «Ҡамыр батыр» әкиәтенән: Малай көн үҫәһен бер сәғәттә үҫкән. Ҡамыр батыр атаһынан ун биш бот ауырлығындағы ҡорос суҡмар һәм унан да ауырыраҡ ян менән уҡ эшләп биреүен һораған [2,109 ].

Башҡорт халҡында  һандарҙың әһәмиәте. Бер – бөтә нәмәнең башланыуы менән бәйле һан. Беренсе исем, кейем, беренсе ямғыр – ләйсән ямғыры. Һыйыр быҙаулағас, иң беренсе һауылған һөттән ыуыҙ ҡоймағы бешерәләр. Ыуыҙ эремсеген ғаилә ағзаларына, күрше-күләнгә аҡтан айырмаһын тип, иҫәнлек -һаулыҡты теләп ашаталар. Аяҡ кейемен һыңар аяҡҡа ғына кейеп ашарға ярамай, шайтан һинең менән ашай, тиҙәр. Икмәкте һыңар ҡул менән бүлергә ярамай, икмәк рәнйей. Яланда бер үҙе, яңғыҙ үҫкән ағасты ҡырҡырға ярамай, рәнйеүе төшә [3,121].

   Ике. Ике донъя – фани донъя һәм теге донъя.Теләк теләгәндә: Ике донъяның рәхәтен күр,тиҙәр. Әкиәттәрҙә батырҙар алдында ике юл саты тора. Ололар менән күрешкәндә ике ҡуллап күрешәләр, уларҙан фатиха алалар. Ике – ҡуш тип йөрөтәләр. Ҡуш ҡуллап икмәкте тотоу, ашамлыҡтарҙы, аманатты  алыу – ихтирам итеүҙе белдерә.

   Өс һаны. Йылға бысранһа - өс тулҡын аҡһа, таҙара. Мунсанан сыҡҡас, ауыҙҙы өс тапҡыр сайҡарға кәрәк. Әкиәтттәрҙә, йолаларҙа һорау алыу, яуап биреү – өс тапҡыр башҡарыла. Халыҡ ижадында өс ул, өс ағай, өс туған, өс батыр, өс шарт, өс ҡатын, өс таған була. Өс юл саты – өс туған йәки өс батыр алдында торған юл саты. Тыйыу: Икәү әрләшкәндә өсөнсө кешегә тыңларға ярамай, тиҙәр. Мәрхүмде иҫкә алыу өсөн «өсөн» уҡыталар [3,118].

    Биш - төрлө имләүҙәрҙә йыш ҡулланыла. Биш һаны «күп» мәғәнәһендә лә йөрөй: бишкә бөгөлөү, бишкә төрләнеү, бишкә ярылыу, биш артыҡ.

   Алты – ун икенең яртыһы. Ҡыш миҙгеле алты айға һуҙылыр, алты айҙың алты ҡатҡағы булыр. Ҡыш менән йәй араһында алты ҡаты көн бар: Аҡман-тоҡман алты көн, алтыһы ла ҡаты көн, тигәндәр боронғолар. Аллаһы Тәғәлә Ер менән Күкте алты көн ҡылған, ти. Шунлыҡтан, йылда өс йөҙ алтмыш алты көн, ти. Алты һаның теүәл булһын!, -тип теләк әйтәләр.

    Ете һаны - иң көслө һандарҙың береһе. Ер менән Күк ете ҡатлы: күктең етенсе ҡаты, ете ҡат ер аҫты бар. Ете диңгеҙ аръяғы: ҡаф тау арты, ябай кешеләр йәшәгән ерҙең сиге, тәбиғи булмаған урын. Үҙеңдең ете быуыныңды белергә кәрәк. Ете ят – ете быуындан һуң нәҫел түгел. Халҡыбыҙҙа ете ырыу. Ете төн уртаһы – сихри көскә эйә ваҡыт. Ете төн уртаһында күк ҡабағы асыла - Ҡәҙер кисе.

   Туғыҙ – теүәллекте аңлатҡан һан.

   Ҡырҡ - сакраль һан. Тыуғанда кешегә йән ҡырҡ көн эсендә инә һәм үлгәндә ҡырҡ көн эсендә сыға. Бала тыуғас та ҡырҡ көн эсендә утты һүндерергә ярамай. Бала ҡырҡы тулмаҫ борон ныҡ илаһа, уны ныҡ ауырый, йә исеме оҡшамай, тигәндәр. Баланы «өшкөрөп» бетеү таҡҡандар. Һаман да илаһа, ҡабаттан исем ҡушҡандар. Бала тыуып, ҡырҡ көн үткәс, «еп сәйе» үткәрелә.  

 Йөҙ - күп тигәнде аңлатҡан тулы һан. Бәләкәй ҡыҙ баланы һикерткәндә: ...Йөҙ кешенең араһынан алып китер бер кеше. Теләк: Иҫке ауыҙға – яңы аш, яңынан бир йөҙ йәш! ( яңы ризыҡ ҡапҡанда). Йөҙ йәшә!

( ғүмер теләп, рәхмәт белдереп).

Һандар менән ҡулланылған мәҡәлдәр: Ете ҡат үлсә,бер ҡат киҫ. Алты йәшәр юлдан ҡайтһа, алтмыш йәшәр күрешә килһен. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ. Ҡурҡаҡтың күҙе дүртәү. Ике кәңәш бер була, илле егет йөҙ була. Биште эшләгәнсе берҙе еренә еткер... һәм башҡалар.

Шулай итеп, мин үҙемдең эҙләнеү эшемдә тормошта һәм телмәрҙә ҡулланылған боронғо үлсәү берәмектәрен һанап сыҡтым. Уларҙың әҙәбиәттә ҡулланылышын тикшереп ҡараным. Беҙ, йәш быуын, уларҙың күбеһен белмәйбеҙ икән. Шуға телмәрҙә лә ҡулланмайбыҙ. Мин уларҙы төрлө сығанаҡтар аша өйрәндем, өләсәйем дә ярҙам итте. Башҡорт теле дәресендә класташтарыма аңлаттым. Улар бик ҡыҙыҡһынды. Ә һандар донъяһы бигерәк серле, мөғжизәле икән. Халҡыбыҙҙа һәр һандың ниндәйҙер мәғәнәһе бар. Күп теләктәр, тыйыуҙар һан менән бәйле. Мин һандарға иғтибарлыраҡ булырға кәрәк икәненә  төшөндөм. Халҡыбыҙҙың ғүмер буйы туплаған ынйы – өлгөләрен беҙгә лә белергә кәрәк.

ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ

1.Абдуллина Л.Б.Математика дәрестәрендә тарихи мәғлүмәттәрҙе ҡулланыу.- Өфө: Китап, 2013.-72 б.

2.Йәшәгән ти, батырҙар. Башҡорт халыҡ әкиәттәре, - Өфө:Китап,1990.

3.Һаҙыева Р.Н.Башҡорт теленең этнолингвистика һүҙлеге. - Өфө: Китап,2002.

4.https://ba.wikipedia.org/wiki/.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Электронный тест "Рабочие органы борон" Вариант 1

Электронный тест  "Рабочие органы борон" создан в программе "Му Теst. Версия 3" (Программа бесплатно распространяется на информационно-образовательном портале Kлякс@/net). Данный тест предназначе...

Айыу менән бал ҡорттары. Башҡорт халыҡ әкиәте.

Айыу менән бал ҡорттары. Башҡорт халыҡ әкиәте....

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән план-конспект. 5 класс. Башҡорт халыҡ әкиәте «Айыу менән бал ҡорттары»

Халҡыбыҙҙың бал ҡорттарына бәйле традициялары менән ғорурланыу тойғолары тәрбиәләү. Әкиәт геройҙары аша тәбиғәт тормошон өйрәнеү, туған тәбиғәтебеҙгә һөйөү, уның матурлығын күрә белеү, уға һоҡланыу, һ...

Фразеологик берәмектәр

Фразеологик берәмектәр...

Дәрес эшкәртмәһе. Башҡорт халыҡ әкиәте "Айыу менән бал ҡорттары"

Маҡсаттар1.Белем, күнекмә үҙләштереү: «Айыу менән бал ҡорттары»әкиәтенең йөкмәткеһен үҙләштереү, төп фекерен асыҡлау. Әкиәттә халыҡтың тәбиғәткә, ҡырағай йәнлектәргә мөнәсәбәте, бал ҡортта...

Әҙәбиәттән эш дәфтәре. Башҡорт халыҡ әкиәте "Айыу менән бал ҡорттары"

Әҙәбиәттән эш дәфтәре. Башҡорт халыҡ әкиәте "Айыу менән бал ҡорттары"...