"Фразеологик берәмектәр" кисәһе. Аҫылбаева Г.Л.
методическая разработка (6 класс) по теме

Архангел районы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе

Кисә өсөн сценарий

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon frazeologik_bermektr._6_klass.doc52.5 КБ

Предварительный просмотр:

 « Фразеологик берәмектәр – тел байлығы »

кисәһенең барышы

1. Инеш өлөш.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы  Г. Л. Аҫылбаеваның сығышы.

2. Ойоштороу мәле.

Уҡыусылар командаларға бүленә. Командаларға исемдәр, девиз уйларға ваҡыт бирелә. Баһалама ағзалары һайланыла / тел уҡытыусылары /.

3. Төп өлөш.

А). Һәр командаға эш таратылып бирелә. Фразеологик берәмектәрҙең эргәһенә аңлатҡан мәғәнәһен яҙырға. ( 5 минут ваҡыт бирелә ).

Б). Һәр команданан берәр кеше сығып, бер карточка һайлап ала. Унда яҙылған фразеологик берәмектәрҙе аңлата.

В). « Фразеологик берәмектәр ҡуй » уйыны. (Уҡытыусы төрлө һөйләмдәр, ситуациялар уҡый. Уҡыусылар мәғәнәһе буйынса тура килгән фразеологик берәмек әйтәләр. Командаларға сиратлап әйтелә).

Г). Фразеологик берәмектәргә ҡарата һүрәттәр төшөрөү.

Д). Яҙып бирелгән фразеологик берәмектәрҙе индереп бәләкәй генә хикәйә төҙөү.

4. Йомғаҡлау. Командалар араһында урындар билдәләү. Фразеологик берәмектәрҙе иң күп белгән уҡыусыны билдәләү.

А).  1. Теш ҡайрау – асыуланыу

2. Кәкре ҡайынға терәтеү – алдау

3. Табанын ялтыратыу – ҡасыу

4. Тәртәһе ҡыйыш / кәзәһе артынан ҡалмай / - үсексән

5. Ғәйеп булыу – юғалыу

6. Арба ватылһа – утын, үгеҙ үлһә - ит / ике донъя, бер мөрйә / - барыбер

7. Һалпы яғына һалам ҡыҫтырыу – маҡтау

8. Бүрәнә үтә бүре күрә - белмәгәнде, күрмәгәнде һөйләй

9. Борсаҡ ярыу – маҡтаныу

10. Башлы – күҙле булыу - өйләнеү

11. Теңкәне ҡоротоу – йонсотоу

12. Тар – мар итеү – ҡыйратыу

13. Төҫө боҙолоу – ризаһыҙлыҡ

14. Төтөн сығарыу – үҙ аллы йәшәп китеү

15. Күҙ йөрөтөү – ҡабаланып ҡына ҡарап сығыу

16. Күҙен дүрт итеү- аптырау

17. Күҙен астылар – кешене белергә өйрәтеү

18. Йәне юҡ – үтә моңһоҙ, вайымһыҙ

19. Башы күккә тейеү – шатланыу

20. Ашарҙай булып ҡарау – ҡаты асыу менән ҡарау

Б).

Ауыҙы менән ҡош тота                         Юрғанына ҡарап аяҡты һуҙыу

Ауыҙыңа бал да май                              Сүбәк сәйнәү

Ғүмер итеү                                              Сырай һытыу

Ғазап сигеү                                              Өй тауығы

Күтәреп йөрөтөү                                      Өҫкә бысраҡ өйөү

Күңел ҡатыу                                             Өҙөлөп тороу

Зыҡ ҡубыу                                                Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы

Зәһәр сәсеү                                                Оло йөрәкле

Бишкә бөгөлөү                                          Оҙон / кәкре / ҡуллы

Боғаҙ йыртыу                                             Ни аллаға, ни муллаға

Һыр бирмәү                                                Тоҡсайыңды киң тот

Һыу ҡапҡандай булыу                               Мәж килеү

Һыуҙан ҡоро сығыу                                    Маҙаға / теңкәгә / тейеү

Ят итеү                                                  Май эсендә йөҙгән бөйөр кеүек

Яраға тоҙ һалыу                                          Майына сыҙамау

Яҡты күҙҙә                                                   Ҡулға ла йоҡмау

В ).                     Фразеологик берәмектәр ҡуй.

1. Ғәлиә быйыл әсәһенә һәр саҡ ярҙамлашырға тырыша. Түтәлдәргә һыу һипһенме, ҡаҙҙар көтһөнмө - быларҙың бөтәһе лә уның күңеленә ҡәнәғәтлек килтерә. Әсәһе уны маҡтап былай ти: « Минең ҡыҙым быйыл ҡул… »

 / араһына керҙе /.

2. Бөгөн тәүге имтихан. Нисек кенә үтер икән? Бына Марат үҙенең көсөн һынап ҡарарға булды, класҡа беренселәрҙән булып инде. Күп тә тормай  класташыбыҙ килеп сыҡты ла: « Бишле », - тине. Уның ауыҙы… / ҡолағына еткән ине /.

3. Ҡотлоғужа байҙың был тиклем киң күңеллелеген күреп бөтә ауыл халҡы аптыраны. Нисә йылдар буйы бер телем икмәккә ялланып эшләгән ярлы – ябаға: « Ҡояш…

/ тиҫкәре яҡтан сыҡмаһа ярар ине /», - тине. 

4. Зәйтүнәнең ҡул…

/ арты еңел / тиҙәр, ултыртҡан ағасы ерҙе яратып тамыр ебәрә.

5. Зифа кәүҙәле, мөләйем йөҙлө был ҡыҙ, нисектер беренсе күреүҙә үк күңелгә…  / ятты /.

6. « Молодец, ҡустым, молодец. Күптәр йүнәтә алмаған сәғәтемде йүнәттең. Ысынлап та, алтын … / ҡуллы / икәнһең », - тине ағайым миңә.

7. Әлиә менән Мәҙинә бәләкәйҙән дуҫтар булдылар. Ниндәй генә хәлдәр булмаһын улар бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙып торалар. Ә бөгөн, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән араларынан ҡара… / бесәй үтте /.

8. Һуңғы көндәрҙә өләсәһе ейәнсәрен бик ныҡ көттө. Эйе, дүрт…

/ күҙ менән көттө /.

9. Ауырып түшәккә ятҡан атаһы улын үҙ янына саҡырып алған да: « Улым, һин беҙҙең берҙән – бер, күҙ / терәп торған / кешебеҙ. Әсәйең менән һеңлеңә оло терәк бул »,-тигән.

10. Беҙҙең йортҡа ла ҡот керҙе. Мин дә еңгәле булдым. Бәхет, тәүфиҡ алып кил , еңгә, төклө… / аяғың менән /.

Г)       Түбәндәге фразеологик берәмектәргә ҡарата һүрәттәр эшләгеҙ.

1. Атҡа менгәндәй булыу;

2. Кәкре ҡайынға терәтеү;

3. Дилбегә ҡулдан ысҡыныу;

4. Дуға менән бесән сабыу;

5. Баш ватыу;

6. Бер аяғын атлағансы, икенсеһен эт ашай;

7. Аяҡ салыу;

8. Ауыҙы менән ҡош тотоу.

Түбәндәге фразеологик берәмектәргә ҡарата һүрәттәр эшләгеҙ.

Д ).  

Түбәндәге фразеологик берәмектәрҙе индереп, бәләкәй генә хикәйә төҙөгөҙ.

А). Арыҫлан йөрәкле, баш эймәү, ҡотон алыу,, түбәһе күккә тейеү, ҡаш менән күҙ араһында, ҡойроғона баҫыу.

Б). Тел сиселеү, теле телгә йоҡмай, тел тигәндә телеп һала, телдән төшмәү, тура һүҙ күҙ сығара, тура әйткән туғанына ярамаған.

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Фразеологик әйтелмәләрнең Ш.Камал иҗатында кулланылышы

Ш.Камал иҗатына күзәтү.Аның иҗатында фразеологик әйтелмәләрнең төрләре....

Фразеологик әйтелмәләрнең Ш.Камал иҗатында кулланылышы

Ш.Камал иҗатына күзәтү.Аның иҗатында фразеологик әйтелмәләрнең төрләре....

Рус һәм татар телләрендәге фразеологик әйтелмәләрне чагыштырып өйрәнү

   Тема:Рус һәм татар телләрендәге  фразеологик әйтелмәләрне чагыштырып өйрәнү.                Теманың...

Фразеологик әйтелмәләр

Тема: Фразеологик әйтелмәләр.Максат   : 1. Фразеологик әйтелмәләрне сөйләмдә актив кулланырга өйрәтү.                    2. Укучыларның тел...

Тема: Фразеологик әйтелмәләр.

«Технологическая карта  урока, обеспечивающая эффективное формирование УУД»...