Дәрес эшкәртмәһе. Башҡорт халыҡ әкиәте "Айыу менән бал ҡорттары"
план-конспект урока (5 класс) на тему

Баширова Зәлифә Риян ҡыҙының сайты

Маҡсаттар

1.Белем, күнекмә үҙләштереү: «Айыу менән бал ҡорттары»әкиәтенең йөкмәткеһен үҙләштереү, төп фекерен асыҡлау. Әкиәттә халыҡтың тәбиғәткә, ҡырағай йәнлектәргә мөнәсәбәте, бал ҡорттарын ҡулға эйәләштереүҙең сағылышы.     

  2.Үҫтереүсе маҡсат: Проектлау технологияһын ҡулланып, төркөмдәрҙә эшләү күнекмәләрен үҫтереү,әҫәрҙе үҙ аллы сәхнәләштереү, ижади эшләү күнекмәләрен камиллаштырыу.                                                           

  3.Тәрбиәүи маҡсат: Халҡыбыҙҙың бал ҡорттарына бәйле традициялары менән ғорурланыу тойғолары тәрбиәләү. Әкиәт геройҙары аша тәбиғәт тормошон өйрәнеү, туған тәбиғәтебеҙгә һөйөү, уның матурлығын күрә белеү, уға һоҡланыу, һаҡсыл ҡараш, хеҙмәт тәрбиәһе тәрбиәләү.

Скачать:


Предварительный просмотр:

sX3CoIroQRw

Башҡорт  әҙәбиәтенән асыҡ дәрес эшкәртмәһе

5 класс

Башҡорт халыҡ әкиәте

«Айыу менән бал ҡорттары»

               C:\Documents and Settings\Admin\Рабочий стол\Башкорт балы\ЯЫ.jpeg

     Әҙерләне һәм күрһәтте:                                                                                                                           Шәрипҡол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Бәширова Зәлифә Риян ҡыҙы

Тема:

Башҡорт халыҡ әкиәте

Айыу менән бал ҡорттары

C:\Users\школа\Desktop\5 УРОКИ\img15.jpgC:\Users\школа\Desktop\5 УРОКИ\8a2b9c9264bf0bc16bb0840fb71q.jpg

                                                        Абруйын илдең юғары тотор,                                                 Башҡортостан дың  данын

балҡытыр

Умартасының уңған ҡулдары,                            Еребеҙ ҡото –

башҡорт бал ҡорто.

Рауил Бикбаев

Маҡсаттар:

1.Белем, күнекмә үҙләштереү: «Айыу менән бал ҡорттары»әкиәтенең йөкмәткеһен үҙләштереү, төп фекерен асыҡлау. Әкиәттә халыҡтың тәбиғәткә, ҡырағай йәнлектәргә мөнәсәбәте, бал ҡорттарын ҡулға эйәләштереүҙең сағылышы.                                                                                                    2.Үҫтереүсе маҡсат: Проектлау технологияһын ҡулланып, төркөмдәрҙә эшләү күнекмәләрен үҫтереү,әҫәрҙе үҙ аллы сәхнәләштереү, ижади эшләү күнекмәләрен камиллаштырыу.                                                             3.Тәрбиәүи маҡсат: Халҡыбыҙҙың бал ҡорттарына бәйле традициялары менән ғорурланыу тойғолары тәрбиәләү. Әкиәт геройҙары аша тәбиғәт тормошон өйрәнеү, туған тәбиғәтебеҙгә һөйөү, уның матурлығын күрә белеү, уға һоҡланыу, һаҡсыл ҡараш, хеҙмәт тәрбиәһе тәрбиәләү.

Йыһазланды- рыу:

Дәреслек, умартасының эш ҡоралдары, умарьа тураһында китаптар,   башҡорт балы, кәрәҙле бал, бал ҡорттары, умартасы, айыу тураһында Рауил Бикбаевтың, Әлфиә Әсәҙуллинаның, Рәмзәнә Абуталипованың, Гүзәл Ғәлиеваның, Әлфис Ғаязовтың, Рәшит Заһиҙуллиндың шиғырҙары, “Айыу һәм бал ҡорттары” тураһында  презентация һәм һүрәттәр.

Дәрес барышы:

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусылар эшмәкәрлеге

1.Ойоштороу мәле. Психологик комфорт булдырыу.

Һаумы,ҡояш!

Һаумы, дуҫым!

Һаумыһығыҙ, дуҫтарым!

Бер-береһенә ҡарап йылмайыу, ҡунаҡтарға ла йылмайыу.

2. Уңыш ситуацияһын ойоштороу.

Ҡоштар тауышы яҙылған яҙманы тыңлап    

(1 минут самаһы)

УРМАНҒА сәйәхәткә юлланабыҙ..

Күҙҙәрҙе йомоп, тыңлайҙар

3. Тема билдәләү.

Маҡсаттар ҡуйыу.

Йомаҡ уҡып, яуабын табыу юлы менән дәрестең темаһын һәм маҡсатын асыҡлайбыҙ.. Дәрестә нимәләр өйрәнергә ниәтләйбеҙ? Фекер алышыу, әңгәмәләшеү.

 

Иғтибар менән тыңлайҙар.

Яуаптар бирәләр.

3.1  Йомаҡтар ҡойоу.

3.2

Дәрестең темаһын һәм маҡсатын билдәләү.

Дәфтәрҙәргә бөгөнгө числоны, дәрестең темаһын яҙҙырыу.

3.3

Яңы темаға күсеү.

Уҡытыусы һүҙе.

Үҙе бәләкәй генә,

Биле нәҙекәй генә

Сәскә күрһә һөйөнә

Һутын ташып өйөнә,

Хуш еҫле кескәй йорто

Кем ул ?-тиһәң…                        Йөрөмәй ул буранда,

Ҡышын йоҡлай урманда,

 Йәйен солоҡ "таҙарта",

                                                       Еләкте лә ярата

 (1.Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү.(уҡытыусы инеш һүҙ әйтеп киткәс, фонояҙма тыңлатыу, һорауҙар менән иғтибар йәлеп итеү)

 2. Әкиәттең проектын төҙөп сәхнәләштереү, төркөмләп эшләү.

3. Бал ҡорттары тураһында һөйләшеү.)

(Экранға ҡарап яҙыу)

Уҡытыусы:   Тиҙҙән илебеҙҙә Әсәйҙәр байрамы, әсәйҙәрҙе нисек яратыуығыҙ һеҙҙең почерттарығыҙҙан күренә.

Әкиәт – халыҡ ижадының киң таралған жанры. Ҡобайырҙар, хикәйәттәр, легендалар, йырҙар һәм башҡа жанрҙағы әҫәрҙәр менән бергә әкиәттәр башҡорт халыҡ ижадының бай мираҫын тәшкил итә. Башҡа жанрҙарҙағы кеүек үк, әкиәттәрҙә лә халыҡтың үткән замандарҙағы тормош-көнкүреш үҙенсәлектәре, көрәше, матур киләсәккә ынтылыштары, ҡанатлы хыялдары сағылған

Батырҙар тураһында әкиәттәр‎ 

Тормош-көнкүреш әкиәттәре‎ 

Тылсымлы әкиәттәр‎ 

Хайуандар тураһында әкиәттәр‎.

Әйе, беҙ һеҙҙең менән бөгөн башҡорт халыҡ әкиәттәренең береһе “Айыу менән бал ҡорттары” әкиәте менән танышыбаҙ. Бал, башҡорт балының үҙенсәлектәре менән танышасаҡбыҙ.

- Уҡыусылар, һеҙ беләһегеҙҙер, беҙҙең республикала мөғжизәләр бик күп.  Мөғжизәгә хаҡлы рәүештә башҡорт балы ла инде. Һеҙ башҡорт балын ашап ҡарағанығыҙ барҙыр, моғайын.   –Бал һеҙгә оҡшаймы һуң, балалар?

   -Оҡшайҙыр, әлбиттә. Бөгөнгө көндә башҡорт балы бөтә донъяға билдәле, ул халыҡ-ара йәрминкәләрҙә бер нисә тапҡыр алтын миҙалға лайыҡ булды. Башҡорт балы күп кенә илдәрҙе ҡыҙыҡһындыра башланы, бына яңы ғына Германия, Ҡытай, Япония беҙҙең башҡорт бал ҡорттарын һатып алды. Хәҙер башҡорт балы Рәсәйҙең барлыҡ өлкәләренә лә, шулай уҡ АҠШ-ҡа ла сығарыла..      

 Солоҡтан алынған бал  бигерәктә тәмле була. Нимә ул солоҡ?Солоҡ- бейек һәм йыуан ҡарағай йә ҡарағаста ҡырағай ҡорттар оялаһын өсөн уйылған яһалма ҡыуыш. Ул башҡорт халҡының бик боронғо замандарҙан килгән кәсебе. Был шөғөл тағы ла шәберәк таралыр ине, ләкин айыуҙар, тәмле тамаҡтар, үҫеп китергә мөмкинселек бирмәйҙәр, солоҡтағы балды ашап бөтөрөп торалар.

     Бына бөгөн беҙ һеҙҙең менән ошондай яуыз, тәмле тамаҡ айыу һәм эшсән бал ҡорттары хаҡындағы әкиәт менән танышырбыҙ. Әйҙәәгеҙ әлн иғтибар менән тыңлайыҡ. (алдан бер нисә һорау бирелә)

Яуаптарын әйтәләр.                          (Бал ҡорто).

C:\Documents and Settings\Admin\Рабочий стол\Башкорт балы\ЯЫ.jpeg

АЙЫУ

34

Дөрөҫ ултыралар, Бөгөн матур почерк менән әсәйҙәрен нисек яратыуҙарын күрһәтәләр)

4.Фонохресто матия тыңлатыу

4.40      9.10         (4 минут  30 секунд)

Иғтибар менән тыңлайҙар

5.Дәреслек менән эш.

Төркөмдәргә бүленеү.

Эш  дәфтәрҙәрендәге һорауҙарға төркөм менән яуап әҙерләү.

 “Айыу менән бал ҡорттары” әкиәтенең йөкмәткеһенең үҙләштерелеүен һорауҙарға яуаптар алыу юлы менән тикшереү. (Мин һеҙҙе төркөмдәрҙә эшләргә саҡырам)

1.Борон-борон заманда нимә йәшәгән?

2.Уның ҡойроғо ниндәй булған?

3.Айыу нимә яратҡан?

4.Бер ваҡыт урманға кем килгән?

5.Ул нимә күреп ҡала?

6.Ул айыуға нимә, ти?

7.Айыуҙың ҡойроғо ниндәй булып ҡалған?

8.Кеше солоҡто нимә эшләткән?

9.Бал ҡорттары нимә эшләгәндәр?

10.Инә ҡорт менән бал ҡорттары ниндәй кәңәш ҡоралар?

11.Кеше бал ҡорттарын үҙенә аламы?

Һорауҙарға яуаптар яҙалар, тулы яуап  бирәләр.

Төркөмдәргә бүленеп эщләү.

Береңде ишетеү, тыңлау ҡағмҙәләрен ҡабатлау.

Әкиәттең йөкмәткеһен проектлау.                                                                                                   

Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштерҙек, ә хәҙер әкиәткә проект төҙөйөк.     Бының өсөн беҙгә:

  1. Әкиәттең йөкмәткеһе менән танышылды.
  2. Әкиәт геройҙарының уй-кисерештәренә төшөнөргә кәрәк. Бының өсөн әкиәт геройҙарын иҫкә төшөрәйек.

Айыу. Айыу һәр саҡ нимә тураһында уйлаған?

Кеше. Кеше бал ҡорттарына ниндәй изгелек эшләгән?

Бал ҡорттары бының өсөн кешегә ниндәй изгелек эшләгәгәндәр?

3.Хәл-ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле һүрәтләү.          

          Әкиәтте бүлектәргә бүлеү.

Һорауҙарға яуаптар бирәләр

Бүлектәргә бүлеү.

Беренсе бүлек.

Борон-борон заманда Айыу йәшәгән. Ул бал яратҡан. Солоҡ бал ҡорттарын үлтереп, уларҙың балын ашаған.

Актив ҡатнашалар

Икенсе бүлек.

Бер ваҡыт урманға утын алырға бер Кеше килгән. Кеше айыуҙың ҡойроғон сабып өҙгән. Кеше, солоҡто ҡарап, йүнәтеп сыҡҡан да, кәрәҙҙәрҙе үҙ урынына ҡуйған да ҡайтып киткән.

Өсөнсө бүлек.

Бал ҡоттарының Инә ҡорт менән кәңәшләшеүе.

Дүртенсе бүлек.

Бал ҡорттарының Кешегә йәшәргә күсеүе

яуаптар

Ял минуты.

Башҡорт халыҡ уйыны.

Уйын  “Еләк йыям”

Еләк йыям, ҡаҡ ҡоям Әсәйемә бүләккә.

Бында еләк күп икән, Айыу-бүре юҡ икән.

                                                                   (3 минут)

Был әйбергә ни эшләргә? (балаларға һиҙҙермәй генә дәрестең артабанғы өлөшөнә күсеү)

Уйында барыһы ла ҡатнаша.

Уйын менән бәйле

  1. Шиғриәт минуты.

Башҡорт балы, бал ҡорттары, умартасы, айыу тураһында Рауил Бикбаевтың, Әлфиә Әсәҙуллинаның, Рәмзәнә Абуталипованың, Гүзәл Ғәлиеваның, Әлфис Ғаязовтың, Рәшит Заһиҙуллиндың шиғырҙарын балаларҙың тасури уҡыуы.

Шиғырҙарҙы тасуири уҡыу

Нығытыу

Бал ҡорттары тураһында әйтемдәр   уҡыу һәм мәғәнәләрен асыҡлау.

Ҡорттоң инәһе ҡайҙа ҡунһа, күсе шунда ҡуна.

Балы татлы, эше ҡаты.

Бал ҡортоноң балы бар, балға хәтлем наҙы бар.

Балын яратһаң, ҡортон да ярат.

Бал ҡорттары иртән иртүк осмаһалар көндөҙ ямғыр яуа.

Ысыҡ күп йылды бал уңа.

Тасуири уҡытыу

Йомғаҡлау, баһалау.

Төп фекерен асыҡланыҡ  (әкиәттә халыҡтың тәбиғәткә, ҡырағай йәнлектәргә мөнәсәбәте, бал ҡорттарын ҡулға эйәләштереүҙең сағылышы).                                                                                                                                                                                                                                        

Эҙләнеү эше буйынса йүнәлеш биреү,

 “БАЛ”. Текст уҡып ишеттереү.

Баһалар ҡуйыу.         Шулай итеп, башҡорт бал ҡорто, башҡорт балы- илебеҙ даны! (Эпиграфҡа  әйләнеп ҡайтыу)

Әкиәттә халыҡтың тәбиғәткә, ҡырағай йәнлектәргә мөнәсәбәте, бал ҡорттарын ҡулға эйәләштереүҙең сағылышы тураһында белдек.                                                                                                                                                                                                                                        

Рефлексив анализ.

Оҡшанымы, нимәләр белдең, нимәгә өйрәндең?

Һорауына яуап.

Өйгә эш.

Бал тураһында эҙләнеп инша яҙырға. Һурәт төшөрөргә.

Дневниктарға яҙыу

Уҡытыусының балаларға булған теләктәре

Ғәзиз илем Башҡортостан ,
Урал батыр тыуған ер,
Салауатым ҡурай моңон 
Янғантауҙа һуҙған ер.

Ер йөҙөндә балы менән

Дан яулаған  изге ер!

Йәнгә, тәнгә шифа биргән

Кросноусол - берҙән - бер.

Шүлгәнташта ҡырағай ҡорттар

Солоҡ балы йыйған ер.

Илебеҙҙе  һәр саҡ данлар

Башҡорт тигән батыр ир.

 

Мөғжизәһе илгенәмдең -

Йәйғорҙоң ете төҫө!

Һәр береһе балҡып тора,

Ҡояштың үҙе төҫлө!         Зәлифә Риян


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Айыу менән бал ҡорттары. Башҡорт халыҡ әкиәте.

Айыу менән бал ҡорттары. Башҡорт халыҡ әкиәте....

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән план-конспект. 5 класс. Башҡорт халыҡ әкиәте «Айыу менән бал ҡорттары»

Халҡыбыҙҙың бал ҡорттарына бәйле традициялары менән ғорурланыу тойғолары тәрбиәләү. Әкиәт геройҙары аша тәбиғәт тормошон өйрәнеү, туған тәбиғәтебеҙгә һөйөү, уның матурлығын күрә белеү, уға һоҡланыу, һ...

Дүртенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған кластан тыш сара «Ҡоролтай»

Дүртенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған кластан тыш сара «Ҡоролтай»Маҡсат:1.     Дүртенсе Бөтә донъя ҡоролтайы тураһында мәғлүмәттәр биреү;2.     М...

Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырын өйрәнеү.

1.Шәхси сифаттарҙы үҫтереү: үҙ аллы эшләргә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға күнектереү, аралашыу этикетын үҙләштереү, уҡыусыларҙа милли рух, халҡыбыҙҙың бөйөк улына ихтирам, ғорурлыҡ хис...

Урал -Алтай: Быуаттар аша киләсәккә. Өфө - 2011. III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған IV Бөтә Рәсәй Фәнни конференцияһы.

Конференция эшендә "Ғилем күңел күҙен асыр" исемле доклад менән ҡатнаштым. Был докладта йәмғиәт тормошонда уҡытыусының роле һәм тотҡан урыны тураһында һүҙ бара....

Әҙәбиәттән эш дәфтәре. Башҡорт халыҡ әкиәте "Айыу менән бал ҡорттары"

Әҙәбиәттән эш дәфтәре. Башҡорт халыҡ әкиәте "Айыу менән бал ҡорттары"...

Башҡорттарҙағы һәм бүтән халыҡтарҙағы боронғо үлсәү берәмектәре. Мөғжизәле һандар илендә

БАШҠОРТТАРҘАҒЫ ҺӘМ БҮТӘН ХАЛЫҠТАРҘАҒЫ БОРОНҒО ҮЛСӘҮ БЕРӘМЕКТӘРЕ. МӨҒЖИЗӘЛЕ ҺАНДАР ИЛЕНДӘ...