Альфия Тимерьяновна Гайфуллина Әлфиә Тимерйән ҡыҙы Ғәйфуллина

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

«Иле, теле, халҡы өсөн яныусы, уларҙы яҡлап-һаҡлап алып ҡала алыусы, һәр яҡлап үҫешкән шәхес тәрбиәләүгә өлгәшеү – тормош маҡсатым, сөнки киләсәгебеҙ – улар ҡулында»

Профессия: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Профессиональные интересы: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу. ИКТ.

Увлечения: Әҙәби китаптар уҡыу, театр, кино, Башҡортостан тәбиғәтендә ял итеү.

Страна: Рәсәй

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: Кармаскалигский район д. Улукулево

Место работы: МОБУ СОШ д. Улукулево

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/gyfullina-lfi-timeryn-kyzy-gayfullina-alfiya-timeryanovn
"Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап, Ҡараның күҙҙәремә. Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һалдың. Бәләкәс йөрәгемә." (М.Кәрим)

“Дәрес – ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡи инаныуҙар факелын тоҡандырыусы беренсе осҡон”  В.А. Сухомлинский

Мәктәп – бер ниндәй ҙә картала күрһәтелмәгән бәләкәй генә ил. Мәктәп-ул иҫ киткес донъя, ундағы һәр бер көн үҙенсә, бер-береһен ҡабатламай, бер - береһенә оҡшамай; унда һәр бер миҙгел – ниндәйҙер  яңылыҡты, мауыҡтырғысты эҙләү; был - күңелһеҙләнеп ултырырға, бәхәсләшергә һәм ваҡытты бушҡа ауҙарырға бер генә минут ваҡыт та булмаған сихри донъя, бында һәр бер бала - киләсәкте төҙөүсе. Ошо иҫ киткес  донъяла бала саҡтан уҡ оҙаҡ йәшәргә  хыялландым, бында тик сабырҙар, иғтибарлылар, яғымлылар, асыҡ йөҙлөләр һәм  изге кешеләр генә йәшәүен  һәм улар -УҠЫТЫУСЫЛАР икәнлеген дә белә инем.

О себе

Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районының муниципаль районы Олокүл ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Хәйерле сәғәттә, хөрмөтле уҡытыусылар, ата-әсәләр, уҡыусылар!
 
Мин һеҙҙе үҙемдең сайтымда күреүемә бик шатмын. Коллегаларым эш тәжрибәм менән уртаҡлашырға саҡырам. Теләк-тәғдимдәрегеҙҙе көтөп ҡалам!

 

Мой взгляд на мир

Уҡытыусы… Үҙемдең ошо һөнәрҙе һайлауым һәм уға тоғро булыуым менән ғорурланам. Ҙур хәреф менән яҙылған УҠЫТЫУСЫ булыу өсөн ошо иҫ киткес мәктәп донъяһында йәшәүселәрҙе – балаларҙы яратырға кәрәк.  Күренекле педагог    Я.А.Коменский, «наша профессия самая лучшая, как никакая другая под солнцем» тигән. Шуға күрә уҡытыусы һөнәрен мин тағы ла мөһим,  яуаплы һөнәр тип өҫтәр инем.     Бала күңелен асыу, уның киләсәктә кем булыуын билдәләү ҙә беҙҙән, уҡытыусыларҙан,  тора: бейек йорттар һалыусымы, кешеләрҙе  бөгөнгө көндә дауалап булмаҫтай ауырыуҙарҙан дауалаусымы,  космос киңлектәрен айҡаусымы,  ә бәлки беҙҙең кеүек, таҡта алдында, яҡшылыҡ, изгелек орлоҡтарын сәсеүсеме?.. 

         Уҡытыусыны баҡсасы менән сағыштырырға мөмкин. Баҡсасы үҙенең баҡсаһында еңел-елпе генә иренеп эшләһә, үҫентеләре лә үҫмәйенсә тәпәш ҡаласаҡ, емешен бирмәйәсәк. Уҡытыусы бейеклектәргә үрләгән, киләсәккә өмөт менән ҡараған балаларға ярҙам ҡулы һуҙмаһа, уҡыусыларҙың башҡа юлды һайлауы мөмкин, шул ваҡытта белемдәре түбән кимәлдә буласаҡ. Һәр бала ул бәләкәй генә донъя, үҫергә, үҙгәрергә тейешле, үҙ хаталарын төҙәтергә ынтылыусан кеше. Беҙ, уҡытыусылар, уның ҡулына ышаныс уты һалһаҡ, бер үк кәрәк ваҡытта ташламаҫҡа тейешбеҙ. Ул аңлауға, яҡлауға, һаҡлауға мохтаж.

Мои достижения

 Уҡытыусы булараҡ, мин дә «Бала күңеле –аҡ ҡағыҙ, нимә яҙһаң,  шуны уҡырһың» тигән  һүҙҙәр менән тулыһынса  килешәм.  Мин дә  улар күңеленә кешелеклелек орлоҡтарын сәсәм.  Ышаныслы аҙымдар менән әле тағы ла алға барырға кәрәклеген бар күңелем менән һиҙәм.

Моё портфолио

 
 
Эшләгән урыным: Башҡортостан Республикаһы
Ҡырмыҫҡалы районының муниципаль районы Олокүл ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
 
Һөнөрем: юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
 
Белемем: юғары.
 
Педагогик стажем: 26 йыл.
 
Маҡсатым: белемле, ижади, рухлы шәхес тәрбиәләү.
 
Ҡыҙыҡһыныуыҙарым: Башҡортостан буйлап сәйәхәт итеү, тарихи урындарға йөрөү, мәҙәниәтен өйрәнеү.
 
Яратҡан шөғөлдәрем: Әҙәби китаптарға мин ғашиҡ, башҡорт телендә йырҙар башҡарыу, бейеү.
 

Добавить грамоту в портфолио
Портфолио: