Рабочая программа по башкирскому языку
рабочая программа

Хамидуллина Оля Магдановна

Рабочая программа

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 4kl.bash_.yaz_.docx26.4 КБ

Предварительный просмотр:

Муниципальное  бюджетное  общеобразовательное учреждение

средняя общеобразовательная школа с. Тузлукушево

муниципального района Чекмагушевский район

Республики Башкортостан

                                     

Рассмотрено

Руководитель ШМО

___  Закариева Э.Р.

протокол №  от

Согласовано

Заместитель директора школы по УВР

_____________ А.Р.Зарипова

«____»____________ г.

Утверждаю

Директор школы:

_____________ Р.А.Аюпова

Приказ № 105 от 02.09.2019г.

Рабочая программа  

по башкирскому (государственному) языку

для 4 класса

  Срок освоения на 4 года

                                                                             

 

  Составлено  учителем башкирского языка  Хамидуллиной О.М.

             Рассмотрено на заседании  педсовета, протокол №1 от 31.08.2019г.

                                                 

       

                                                    Аңлатма яҙыу.

   Башҡорт( дәүләт) теле уҡытыу өсөн 4-се класстарға  эш программаһы .Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Cаҡмағош районының муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы Туҙлыҡыуыш урта дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында»ғы Законы (21.12.2012. №273-ФЗ)

Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы (27.06.2013.№696-з)

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы (02.07.2013 N 185-ФЗ)

«Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы

 (15.02.1999. №216-з)

        Дәреслек: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте .М.С.Дәүләтшина,Н.НКинйәбаева,Г.М.Садыҡова Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 4-се  кластарында уҡыусы рус балалары өсөн уҡыу ҡулланмаһы. — Өфө: “Китап”, 2018. 

Дөйөм сәғәттәр һаны байрамдар тура килеү сәбәпле  ҡыҫҡартылды: аҙнаһына 1сәғәт йылға 34 сәғ

   

  1. Уҡыусыларҙың әҙерлек ҡимәленә талаптар 

            Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу;

  1. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған фильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;
  2. Предметты, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде белдереү;
  3. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;
  4. 8 – 10 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;
  5. Тексты шыма, аңлы, дөрөҫ, тотош һүҙләп уҡыу, логик баҫымдарҙы, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү; тасуири уҡыу; текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү, өҙөк буйынса план төҙөү; текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе, һүрәтләү, тасуирлау сараларын табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;
  6. Хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын практик айыра белеү;
  7. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу; текст, күҙәтеүҙәр йәки экскурсия буйынса һорауҙарға яуап яҙыу; бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;
  8. Өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу; яҙғанды элементар формала камиллаштыра алыу.

                   Шәхси сифаттарҙы үҫтереү.

1. Үҙ аллы эш итеү, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарау;

2. Атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;

3. Мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына ҡарата һаҡсыл булыу;

4. Тыуған илде яратыу, ерҙе, телде һаҡлау;

5. Һаулыҡты нығытыу.

6. Ҡунаҡта, кинола йәки экскурсия һәм башҡа йәмәғәт урындарында әҙәпле булыу, файҙалы ял итеү;

7. Кеше менән аралашыу этикетын үҙләштереү.

                                          Предмет һөҙөмтәләре.

1. Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙе уҡыған тексты аңлай алыу.

2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған фильм, билдәле ситуация буйынса әңгәмәлә ҡатнаша алыу.

3. Тексты шыма, аңлы, дөрөҫ, тотош һүҙләп уҡыу; логик баҫымдарҙы, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү.

4. Һүҙ төркөмдәрен айыра белеү.

                                 Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.

1. Үҙ аллы белем алыу, мәғлүмәт йыйыу һәм уларҙы ҡуллана белеү.

2. Дәрес барышында уҡытыусы менән берлектә эшләү; дәрескә маҡсат ҡуйыу һәм уны дәрес һуҙымында күҙ уңында тота белеү һәм тормошҡа ашырыу, эште дөрөҫ планлаштырыу, эҙләнеү эше алып барыу.

3. Эҙләнеү эше һөҙөмтәләре буйынса презентация эшләү.

4. Тиҫтерҙәре һәм оло кешеләр менән итәғәтле һөйләшеү, кеше менән мөнәсәбәт ҡороу оҫталығын үҙләштереү.

5. Эшләгән эштәрен дөрөҫ баһалау һәм кәрәк саҡта төҙәтмәләр индереү

УҠЫТЫУ ПРЕДМЕТЫНЫҢ ТӨП ЙӨКМӘТКЕҺЕ.

 1-се сентябрь – Белем байрамы-1 сәғәт

Бөтә  балалар өсөн ҙур  байрам- 1 сентябрь, уҡыу, йәйге  каникул, белем көнө, класс, ундағы уҡыусылар, уларҙың эштәре  тураһында  һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр  уҡыу. Башҡорт  теленең  өндәре  һәм  хәрефтәре (ҡабатлау) . Темаға ҡараған  һүҙ байлығын арттырыу, бәйләнешле телмәр төҙөү.

 Көн дә мәктәпкә  барам– 6 сәғәт. 

Уҡыу, белем алыу, мәктәп тормошо, кластағы эштәр, класташтар, мәктәп бинаһы, ундағы кабинеттар, яратҡан/яратмаған дәрестәр, ниндәй әҫәрҙәр уҡырға яратыуҙары тураһында  һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт теленең лексикаһы. Һүҙ, уның лексик һәм грамматик мәғәнәһе (практик үҙләштереү). Башҡорт телендә исем. Исемдең күплек, берлек формалары. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Синоним, антоним исемдәр. Башҡорт телендә ябай һөйләм төрҙәре.

Мин ғаиләмде яратам. – 7 сәғәт.

Ғаилә ағзалары, уларҙың эш-шөғөлдәре. Ололарҙың һәм балаларҙың хеҙмәте.Кескәй дуҫтарҙы  тәрбиәләү. Һөнәрҙәр төрлө, уларҙың һәр береһе лә кәрәкле. Һөнәр һайлау. Яратҡан шөғөлөм. Хобби. Кешенең яҡшы һәм насар сифаттары. Башҡорт телендә сифат. Уның мәғәнәләре. Сифаттарҙың һөйләмдә исемгә бәйләнеүе. Дәрәжәләр менән үҙгәреүе

Үҙем йәшәгән ер тураһында һөйләйем.–  3 сәғәт.

Башҡортостан ерендәге, Өфө ҡалаһындағы иҫтәлекле, уникаль урындар менән таныштырыу. Башҡортостандағы данлыҡлы уҡыу йорттары, сәнғәт һарайҙары. Уларға ҡыҫҡаса характеристика биреү. Тыуған төйәктең матурлығын күрһәтеү, әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу. Алмаш, һорау һәм зат алмаштары, телмәрҙәге роле. Практик үҙләштереү.

Ауылда/ ҡалала йәшәйем– 5 сәғәт.

Ауыл, ҡала тормошо, ауыл һәм ҡала кешеләренең көнкүреше, эш- шөғөлдәре. Игенсе, малсы механизатор хеҙмәте. Ауылда аттың файҙаһы тураһында һөйләшеү, текстар уҡыу.

Һан, уның телмәрҙәге роле, һан төркөмсәләре.

Йыл миҙгелдәре һәм һауа торошо.– 4 сәғәт.

Башҡортостандың бай тәбиғәте, үҫемлектәре һәм хайуандар донъяһы. Тәбиғәттәге предметтарҙың исемдәре, уларға ҡыҫҡаса характеристика биреү. Йылғаларын, күлдәрен белеү. Тауҙар һәм урмандар. Тәбиғәтте һаҡлау тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт телендә рәүештәр, телмәрҙәге роле. Практик үҙләштереү.

Төрлө хәлдәр тураһында – 3 сәғәт. 

        Башҡорт телендә ҡылым. Уның заман мәғәнәләре. Үткән, хәҙерге, киләсәк заманы. Уларҙың грамматик күрһәткестәре. Ҡылымдың һөйләмдәге урыны.

Һатып алырға өйрәнәм– 5 сәғәт. 

Башҡорт телендә эште, хәрәкәтте, белдереүсе һүҙҙәр (ҡылым). Ҡылымдың мәғәнәләре, берлек һәм күплек формаһы. Ҡылымдарҙың зат менән үҙгәреше

3. Тематик план

                        Тема

Сәғәт һаны

Контроль күсереп яҙыу

Һөйләм үҫтереү

1

Белем байрамы

1

1

2

Көн дә мәктәпкә  барам

6

3

Мин ғаиләмде яратам.

7

1

4

Үҙем йәшәгән ер тураһында һөйләйем.

3

5

Ауылда/ ҡалала йәшәйем.

5

1

6

Йыл миҙгелдәре һәм һауа торошо.

4

7

Төрлө хәлдәр тураһында

3

8

Һатып алырға өйрәнәм

5

1

1


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рабочая программа по башкирскому языку для 5 класса

Рабочая программа по 2 линии учебников...

Рабочая программа по башкирскому языку для 1 класса (ФГОС)

Рабочая программа по учебнику Толомбаева Х.А....

Рабочая программа по башкирскому языку для 3 класса

Рабочая программа по учебнику Толомбаева Х.А....

Рабочая программа по башкирскому языку для 4 класса(родной)

Рабочая программа по учебнику Толомбаева...

Рабочая программа по башкирскому языку и литературе по учебнику "Башкирский язык и литература", 5 класс

Рабочая программа создана по учебнику "Башкирсикй язык и литература" для 5 класса. Авторы учебника: В. И. Хажин, А. Х. Вильданов, Уфа-2012.По программе дается и календарно-тематическое планирование...

Рабочая программа по башкирскому языку и литературе по учебнику "Башкирский язык и литература", 6 класс

Рабочая программа по предмету "Башкирский язык и литература" для 6 класса, авторы: А. Х.Вильданов, В. И. Хажин, Уфа-2012. Прилагается календарно-тематическое планирование...