Хамидуллина Оля Магдановна

Сайт учителя башкирского языка и литературы

Улыбайся, радуйся жизни, и удача улыбнётся в ответ

Профессия: учитель башкирского языка и литературы

Профессиональные интересы: Использование ИКТ на уроках башкирского языка

Увлечения: Чтение художественной литературы

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: Чекмагушевский район, с.Тузлукушево

Место работы: МБОУ СОШ с.Тузлукушево

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/olya-hamidullina
«Хорошие учителя создают хороших учеников...» М. Остроградский

Мне очень приятно видеть Вас на моем сайте!

image

О себе

Работаю учителем башкирского языка и литературы  в МБОУ СОШ с.Тузлукушево МР Чекмагушевский  район.  Мой педагогический стаж - 14 лет.

День за днем стараюсь заложить в души своих учеников самые светлые, искренние и лучшие качества. 

Книги, которые сформировали мой внутренний мир

Мостай Кәрим "Оҙон-оҙаҡ баласаҡ",Ноғман Мусиндың әҫәрҙәре,Рәми Ғариповтың шиғриәте 

Мои достижения

image

- Почётная грамота за активную организационную работу по подготовке и проведению Республиканской олимпиады школьников на Кубок имени Ю.А. Гагарина 2019-2020 учебного года 

-Почётная грамота за высокий уровень экспертизы работ участников Республиканской олимпиады школьников на Кубок имени Ю.А. Гагарина 2019-2020 учебного года  в составе школьного жюри

-Диплом победителя (II степени ) Всероссийского тестирования «ПедЭксперт Январь2020»

-Сертификат  участника онлайн-марафона «Опыт 2019-2020 учебного года с «ЯКласс» в Башкортостане:лучшие практики введения цифрового формата обучения

-Сертификат участника международном интернет-конкурсе чтецов произведений Мустая Карима,посвященном 100-летию со дня рождения народного поэта Башкортостана,заслуженного деятеля искусств РФ,Героя Социалистического Труда

-Грамота за многолетний добросовестный труд, высокие профессиональные качества,значительные заслуги в дело обучения и воспитания молодого поколения (2020г)

- Благодарственное письмо Депутата Госсобрания- Курултая Республики Башкортостан И.М.Усманов (2021г)

Моё портфолио

             Тыуған яҡ.Ниндәй гүзәл һәм матур минең тыуған яғым!!!

   Тыуған тел төшөнсәһе тыуған өйҙән,тыуған ауылдан башлана .Минең тыуған ауылым –Башҡортостандың иң матур тәбиғәт ҡосаҡтарының береһе булған Саҡмағош районы Караерек  ауылы. Бына шул гәзиз ерҙә минең бала сағым уҙған.

   Бала булып булмай,тик бала саҡ

   Һәр саҡ ҡайтып килә торған ил...

Рәми Ғариповтың был шиғыр юлдары бала саҡ хәтирәләрен иҫкә төшөрә.Эй,татлы ла,серле лә,шатлыҡлы ла,моңһоу ҙа  ул онотолмаҫ бала саҡ йылдары!

  Йәмле йәй айы.Таллыҡта һандуғастар сут-сут һайрай,бормаланып –бормаланып ,ярҙарына һыймай  аҡҡан йылға буйҙары.Мәрйендәй ялтырап ятҡан ысыҡлы сирәмдә,ярышы-ярыша ,шаян ҡаҙ бәпкәләре үлән өҙә.Яр ситендә бер ҡыҙ уларҙы һаҡлап ултыра,ә ҡулында –китап. Китап булғас , ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәй. Төш еткәс әхирәт ҡыҙҙары килеп етер, һәм ул уларға китап уҡып,әкиәттәр һөйләр.Әхирәттәрен теҙеп ултыртып ,тәүге уҡытыусыһы тауышына оҡшатып ,уларға шиғырҙар,әкиәттәр һөйләй.

 Шул бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыусы Хәмиҙуллина Оля Мәғдән ҡыҙы булам. Мин  Саҡмағош районы Туҙлыҡыуыш урта мәктәбендә  башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡытам.

  Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төп бурысын мин укыусыларҙы башҡортса дөрөҫ һәйләшергә,уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү менән бергә уларҙа әҙәп-әхлаҡ тәрбиләүҙә күрәм.

  Әҙәбиәт –тормош дәреслеге,тибеҙ.Эйе,тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә балаларҙан теманы үҙләштереү генә түгел,тормошта яңылышмаҫҡа ,үҙ урынын таба белергә ,дөрөҫ йәшәү ҡанундарына өйрәтә алһам,теленә,иленә битараф булмаған шәхестәр тәрбиәләй алһам,мин «тел уҡытыусыһының изге бурысын үтәнем »,тип ғорурлана алыр инем.

     Әхләҡи тәрбиә биреү- ул милли мәҙәниәт аша шәхестең дөйөм кешелек өсөн уртаҡ сифаттарын тәрбиәләү,әҙәби әҫәрҙәр өлгөһөндә уҡыусыларҙа үҙ –үҙҙәрен тәртипле тотоу буйынса белем,оҫталыҡ күнекмәләре тәрбиәләү.Ә бының өсөн уҡыусы әҙәби әҫәрҙең йөкмәткеһе менән танышырға тейеш.Сер түгел ,хәҙер балалар китапҡа йәбешеп бармай,компьютер бар.Шулай булыуға ҡарамаҫтан ,китаптың оло хазина икәнлегенә төшөндөрөү өсөн,уҡыусыла әҙәби китапҡа һөйөү уятыу маҡсатын ҡуйҙым. “Минең яратҡан китабым” ,”Иң яратҡан геройым”,”Өйҙәге китапханам”, китап уҡыу көндәлектәре алып барыу.Тасуири уҡыу ярыштары үткәреү,район ярыштарында ҡатнашып призлы урындар алыу.Бына шул саралар барыһы ла ,уҡыусыларҙа китапҡа ҡарата һөйөү уятыу тип уйлыйм.

 Мәктәп китапханаһында уҡыусылар китапханасыға китаптарҙы тәртипкә килтереүҙә ярҙамлаша,викториналар,тасуири уҡыу ярыштары әҙерләйбеҙ.Уҡыу конференциялары,диспутлар үткәрәбеҙ.

 Әҙәбиәт –тормош көҙгөһө тибеҙ.Ә тормош бик ҡатмарлы.Әҙәбиәт кешенең шул буталсыҡ донъяла йәшәүен һүҙ сәнғәте ярҙамында хәрәкәттәге һүрәткә әйләндерә.Тимәк ,бында тарих та,иҡтисад та ,психология ла,педагогика ла.Ә әҙәбиәттән дә ҡатлаулы фән бармы икән?

Әҙәбиәтте уҡытыу-ижади процесс ,ике яҡлы ижад-уҡытыусы һәм уҡыусы ижады.Өсөнсөнән яҙыусының хеҙмәтенә нигеҙләнгән ижад ул.Үҙенсәлекле әңгәмә,серләшеү ул- уҡытыусы,яҙыусы һәм уҡыусының дәрестә китап ярҙамында аралашыуы.

 Бөгөнгө көндә әхлаҡ уҡытыусыға ,ата-әсәгә генә түгел,ғөмүмән,йәмғиәткә кәрәк ,сөнки әхлаҡһыҙ йәмғиәттең киләсәге була алмай.

Бала күҙҙәре аша, ышаныс менән, заман үҙе  миңә баҡҡан. Мин дә заман менән бергә атларға тырышам. Сөнки минең педагогик девиздарымдың береһе, күренекле педагог Е.А.Ямбург һүҙҙәре менән әйткәндә: «Уҡыусыларҙы һәр ваҡыт ғәжәпләндерегеҙ».  Шуға ла маҡсатым: һәр дәресемдә бер яңылыҡ, асыш яһау.  Заман технологияларын әүҙем ҡулланырға тырышам. Кабинетымда интернет селтәре булыу ҙа эшемдә ҙур ярҙам итә. Бигерәк тә Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән коллегаларым менән тәжрибә уртаҡлашырға мөмкинселегем бар.

      Һәр йылда үткәрелгән “Башҡортостан ынйылары”, «Һаумы,һаумы әкиәт!”ярыш тарында уҡыусыларым сығыш яһағанда ҡәнәғәтлек хисе кисерәм: эшемдең һөҙөмтәләрен тоям, тырышлығымдың бушҡа китмәгәнен аңлайым. Ошолай итеп уҡыусыларым телдең нескәлектәрен тоярға өйрәнәләр, башҡорт теленең моңон һиҙемләйҙәр, матурлығын күңелдәренә һеңдерәләр.

  Һүҙ - ул иң көслө ҡорал. Әхләҡи идеалдарҙың аҫты - өҫкә килгәндә, тәрән мәғәнәле әҫәрҙәр аша, яҙыусыларҙың фәһемле фекерҙәре ярҙамында ғына йәмғиәттә  мәңгелек ҡиммәттәрҙе тергеҙеп була.

 

Добавить грамоту в портфолио
Портфолио: