Яҙыусы яҡташыбыҙ Айһылыу Йәғәфәрова менән осрашыу .
материал (5, 6, 7, 8, 9 класс)
Яҙыусы А.Йәғәфәрова менән осрашыу сараһының эшкәртмәһе. 1-9 -сы класс уҡыусылары ҡатнаша. Яҙыусының әҫәрҙәрен сәхнәләштереү, ҡурсаҡ театры күрһәтеү.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
yazyusy_yaktashybyz_ayhylyu_ygfrova_menn_osrashyu_sarahy.docx | 16.35 КБ |
Предварительный просмотр:
Яҙыусы яҡташыбыҙ Айһылыу Йәғәфәрова менән осрашыу сараһы.
(кластан тыш сара)
Маҡсаты: яҙыусының тормошо, ижады менән уҡыусыларҙы яҡындан таныштырыу, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алыу, күренекле яҡташыбыҙ менән һоҡланыу, ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләргә тырышыу.
Йыһазландырыу: А.Йәғәфәрованың портреты, уның әҫәрҙәренән өҙөктәр яҙылған плакаттар, әкиәт, хикәйәләренә төшөрөлгән иллюстрациялар, китаптарҙың күргәҙмәһе, “Оҫта ҡулдар” түңәрәге тегеп әҙерләгән йомшаҡ айыу.
Кисә барышы.
Уҡытыусы.
Ҡәҙерле уҡыусылар, бөгөн беҙгә ҡунаҡҡа, бар эштәрен ҡалдырып, һеҙҙең менән танышайым тип, күрше Краснобашкирия ҡасабаһынан яҙыусы, яҡташыбыҙ Айһылыу апай Йәғәфәрова килде. Уның бик күп әҫәрҙәрен беҙ мәктәптә дәреслектәрҙән уҡып беләбеҙ. Яҡташыбыҙҙың шиғыр, хикәйәләрен нисек аңланыҡ икән, авторҙың нимә әйтергә теләгән уйҙарын аса алдыҡмы икән, булған белемдәребеҙҙе күрһәтеп китәйек әле.Айһылыу апай үҙе тураһында беҙгә һөйләп китер, һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарығыҙҙы уға әҙерләп ултырығыҙ. Хәҙер кисәне башлап ебәрәйек.
Беренсе өлөш.
Алып барыусы.
Ҡунаҡтар килде беҙгә,
Иң ҡәҙерле ҡунаҡтар.
Тыңлайыҡ та, йырлайыҡ та,
Бейейек әле, дуҫтар!!!
(1-се синыфуҡыусылары бейей)
Алып барыусы.
Башҡорт телен өйрәнгәндә
Булырға кәрәк зирәк.
Бейергә лә, йырларға ла
Ашҡынып тора йөрәк.
(А.Йәғәфәрова һүҙҙәренә “Сәп-сәп, сәпәкәй” йыры. 1-се класс уҡыусылары башҡара)
Алып барыусы.
Тәпәй баҫҡан ерем, эскән һыуым,
Аҡ, ҡарамы, әсе, татлымы?
Бөтә ғүмерем менән түләй алмам
Ошо ерҙә йәшәү хаҡымды.
(Хор, бөтә ҡатнашыусылар бергә йырлай. “Илем, телем,халҡым” йыры)
2-се синыф уҡыусыларына һүҙ бирелә.
Регина.
Айһылыу инәй беҙгә
Матур шиғырҙар яҙа.
Беҙ ҙә уҡып үтәйек
Шиғырҙар арнап уға.
Айнур.
Балаларҙың яҡын дуҫы
Яратҡан яҙыусыбыҙ
Инәйебеҙ Айһылыу.
Исеме лә матур уның
Үҙе лә бигерәк һылыу.
Дим.
Сәнскеле күлдәкле терпе,
Умырзая – яҙ һылыуы –
Уңышлы ижад емеше
Инәйебеҙ Айһылыуҙың.
Надя.
Тау аҫтында шишмәләр күп,
Тау башындағы һирәк.
Уның әҫәрҙәрен уҡып,
Фәһем алырға кәрәк.
Алып барыусы.
Таянабыҙ бөйөргә,
Тотонабыҙ бейергә.
Тыпыр-тыпыр тыпырлашып,
Әйләнәбеҙ беҙ бергә.
(3-сө, 4-се класс ҡыҙҙары бейей).
Алып барыусы.
Дуҫтар һәр саҡ кәрәк беҙгә,
Дуҫлаша белеү мотлаҡ.
Ниңә һуң ҡолаҡ ҡаҡҡан
Дуҫынан Оҙонғолаҡ?
Сөнки ул дуҫы Терпенең
Ҡәҙерен белмәгән бер ҙә.
Уйламайынса эш итеп,
Дуҫһыҙ ҡалмайыҡ беҙ ҙә!
(5-се синыф уҡыусылары “Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар”әҫәрен сәхнәләштереп күрһәтә)
Алып барыусы.
Бейеүсенең итәгенә
Алма биҙәге төшкән.
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ,
Яңы бейергә төшкән.
(8-се, 9-сы класс уҡыусылары башҡарыуында бейеү)
Алып барыусы.
Яҡшылыҡҡа ул өйрәтәң
Беҙҙең һәр беребеҙҙе:
“Фәриттән үрнәк алығыҙ,
Гел ярҙамсыл булығыҙ,
Һаҡлағыҙ еребеҙҙе!”
(7-се синыф уҡыусылары “ Яҡшылыҡ” әкиәте буйынса ҡурсаҡ театры күрһәтә)
Уҡытыусы.
Бал ҡорто Нәҙекәйбилдәй
Егәрле булығыҙ, ти.
Себен кеүек ялҡауҙарҙан
Бик алыҫ тороғоҙ, ти.
Тыуған ерҙең, әсәйҙәрҙең
Ҡәҙерен белегеҙ, ти.
Егәрле, уңған, ярҙамсыл,
Ысын дуҫ булығыҙ, ти.
Икенсе өлөш.
Яҙыусыға һүҙ бирелә. Ул үҙе тураһында һөйләй һөм уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирә. Кисәнең аҙағында “Оҫта ҡулдар” түңәрәге (етәксеһе Шагалина А.Х.) ағзалары әҙибәгә үҙҙәре теккән йомшаҡ айыу бүләк итәләр.
Уҡыусылар яҙыусыға.
Мәктәптә беҙгә күңелле,
Бер туғандай йөрөйбөҙ.
Һеҙ беҙгә тағы ла шулай
Ҡунаҡ булып килегеҙ!
Һеҙгә һаулыҡ, ҙур уңыштар,
Шатлыҡ теләп ҡалабыҙ.
Яңы шиғыр, әкиәттәр
Һағынып көтөп алырбыҙ!
Яҡташ яҙыусы Айһылыу Йәғәфәрова менән осрашыу сараһы тамам.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Осрашыу
Шағир,сәсән М.Ямалетдинов...
Яҙыусылар менән осрашыу
Сценарий...
Ғилми-эҙләнеү эше "Айһылыу Йәғәфәрова әкиәттәренең тылсым донъяһы"
Ғилми-эҙләнеү эше "Айһылыу Йәғәфәрова әкиәттәренең тылсым донъяһы"...
Уҡыусыға ярҙамға
Эш төрҙәре уҡыусыларға үҙ аллы олимпиадаға әҙерләнергә, белемдәрен тикшерергә ярҙам итә....
Урыҫ телле мәктәптәрҙә уҡыусы балаларҙың телмәрен үҫтереү алымдары
Урыҫ телле мәктәптәрҙә уҡыусы балаларҙың телмәрен үҫтереү алымдары...
Уҡыусым!Был биттә һиңә төрлө тест һорауҙары,сканвордтар әҙерләнем.Рәхим итеп башҡортса шөғөллән
Уҡыусым!Был биттә һиңә төрлө тест һорауҙары,сканвордтар әҙерләнем.Рәхим итеп башҡортса шөғөллән...
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған дәрес өлгөһө “Рухыбыҙ нуры” (дәрес – ярыш)
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваныңтыуыуына 105 йыл тулыуға арналған дәрес өлгөһө “Рухыбыҙ нуры”(дәрес – ярыш)...