Яҙыусылар менән осрашыу
методическая разработка

Багаутдинова Альмира Рафаиловна

Сценарий

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon yazyusylar_menn_osrashyu_kishe_stsenariyy.doc43 КБ

Предварительный просмотр:

Яҙыусылар  менән осрашыу кисәһе сценарийы.

1.Шиғриәт донъяһы ниндәй? Белмәй бер кем,

  Ул үҙенә йыйған бөтә йәшәү күркен.

  Инеп батһаң ошо даръя ағышына,

  Үлгәндә лә үкенмәҫһең яҙмышыңа.

  Һәр нәмәлә шиғыр ята,

  Әгәр күрә, тоя белһәң,

  Тойғаныңды йөрәгеңдә

  Шиғыр итеп ҡоя белһәң.

-Хәйерле көн, ҡәҙерле тамашасылар! Һаумыһығыҙ, һүҙ ҡәҙерен белеүселәр, хәйерле көн һеҙгә, һүҙҙең бәҫен арттырыусылар! Бөгөн беҙҙә күркәм кисә. Халҡыбыҙҙың рухын күтәреп, йәшәүгә дәрт, илһам уятыусы ижад әһелдәренең Тирәкле мәктәбе уҡыусылары менән осрашыу кисәһе.

-Белеүегеҙсә, 2015 йыл Рәсәй Федерацияһында һәм Башҡортостан Республикаһында Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителде. Ҡабул ителгән ҡарарҙың төп маҡсаты – йәмғиәттең иғтибарын әҙәбиәткә һәм уҡыуға йәлеп итеү. 

          Китап – әҙәм өсөн бер ғәжәйеп донъя,

          Уның хаҡын белмәгәндәр уға суммай.

          Сумдың икән ул донъяға – мәңге туймай

          Йәшәрһең, ти, хистәрҙән һис айырылмай,-

 тип яҙа билдәле шағирыбыҙ Ҡәҙим Аралбай. Кешелектең йәшәү дәүерендә

кешеләрҙең күңелендә нәфис әҙәбиәткә, шиғриәткә булған мөхәббәте һис ҡасан да һүрелмәй. Шиғриәт, ижад тип аталған бөйөк төшөнсәләр бөгөнгө болғансыҡ тормоштан юғары тора. Ана шул юғарылыҡта ҡалыу, нәфис һүҙ менән кеше күңеленә йылылыҡ, рухи ныҡлыҡ биреүгә ынтылыш беҙҙе бөгөн осрашыу кисәһенә йыйҙы ла инде.

-Бөгөнгө кисәлә ҡатнашыусы ялҡынлы ижад юлын мәңгелек дуҫ-иптәш итеп һанаған хөрмәтле һүҙ оҫталары менән танышып үтәйек:

1).“Ағиҙел” журналының  баш мөхәррире, билдәле яҙыусы, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһы лауреаты Әмир Мөхәмәт улы Әминев. (Бер нисә китап авторы. Башҡортостанда тыуып үҫкән билдәле яҙыусы Анатолий Генатуллиндың (Талха Ғиниәтуллин), шулай уҡ яҙыусылар Андрей Платонов, Валентин Распутин, Василий Беловтың әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә иткән).

2). “Ағиҙел”  журналының яуаплы сәркәтибе, яҙыусы, шағир, тәржемәсе,  Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Дамир Молҡаман улы Шәрәфетдинов.(бер нисә шиғри йыйынтыҡ авторы, хикәйәләр, повестар авторы).

3). Шағир, тәржемәсе, Башҡортостан Яҙыусылар Берлеге ағзаһы, Фәтих Кәрим һәм Степан Злобин исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Денисов Владимир Владимирович. (Р.Бикбаев, Т.Ғәниева, И.Кинйәбулатов, Риф Тойғон, Г.Юнысова һ.б. шиғырҙарын рус теленә тәржемә иткән).

4). Билдәле шағирә, тәржемәсе, журналист, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар Берлеге ағзаһы, Башҡортостан һәм Рәсәй журналистар берлеге ағзаһы, “Илһам шишмәләре” шиғриәт фестивале лауреаты, Ш.Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина.

5). Зәки Вәлиди исемендәге милли китапхананың ғилми-методик бүлек мөдире Михиенко Людмила Равиловна.

2. Хөрмәтле ҡунаҡтар! Һеҙҙе Тирәкле мәктәбе уҡыусылары исеменән 11 класс уҡыусыһы Ғәниев З. сәләмләй. Рәхим итеп ҡабул итегеҙ!

Йыр “____________________________”

3. Әҙәбиәт йылында төп маҡсаттарҙың береһе — китап уҡыуға йәлеп итеү. Шуға күрә Әҙәби марафон иң әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе булып торалыр. Ошо хаҡта таныштырып китеү өсөн һүҙ  хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙға бирелә. Рәхим итегеҙ!  _________________________________________

4. Күңелендә шиғыр осҡоно йөрөтөүселәрҙән кемдер донъя гүзәллегенә һоҡланыуын, кемдер шатлығын йә хәсрәт-зарын, кемдер мөхәббәтен аҡ ҡағыҙ битенә төшөрә. Шулай күңелендә ташҡан хис-тойғоларҙы башҡалар менән дә уртаҡлашырға теләй улар. Әйҙәгеҙ ҙур кинәнес менән һүҙҙе үҙҙәренә бирәйек. Рәхим итегеҙ!

__________________________________________________________________

5.“Дуҫлыҡ бүлешкәндән генә арта”, - тигән халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры М.Кәрим. Илһам да бүлешкәндән ишәйә. Шиғри йәнле кешеләребеҙ күберәк булған һайын, донъябыҙ йәмлерәк, йәшәйешебеҙ ҙә ғәмлерәк була бара. Хәҙер һүҙҙе хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙға _________________________бирәбеҙ. Рәхим итегеҙ!

6. Эй һин, шиғыр! Сихри көсөң менән

    Һин ҡол иттең мине ғүмергә.

    Шуғамы икән һаман аллам итеп

    Мин ҡарайым ысын шағирға.

    Йәнһеҙҙәргә ул йән бирә ала,

    Таштары ла уның һөйләшә.

     Йондоҙҙарҙы, тауҙар менән тауҙы

     Ҡауыштыра шағир теләһә.

     Яҡшылыҡты урап үтмәҫ ул,

     Яманлыҡты изге итмәҫ ул.

     Унан да саф, тоғро булған кеше

      Юҡтыр кеүек миңә донъяла.

- Хәҙер һүҙҙе яратҡан шағирыбыҙ ____________________________________ бирәбеҙ. Рәхим итегеҙ!

7.Ҡайһы саҡта хистәр күңелемдән

   Шишмә төҫлө сыға урғылып,

   Һәм, ашҡынып, шунда, еңел телдән,

   Аға башлай дәртле йыр булып.

   Бәлки, ул йыр матур түгелдер ҙә...

   Тик барыбер бөтә йөрәктән.

   Ә йөрәктең һүҙе —ҙур Һүҙ беҙҙә,

   Тормош үҙе шулай өйрәткән.

-Хәҙер һүҙҙе оло ҡәләм оҫтаһы _______________________________ бирәйек. Рәхим итегеҙ!

8.  Шағир – бер тамсыһы икән үҙ халҡының,

    Тамсы һөйләр диңгеҙ хаҡында.

    Шағир – шаңдағы ул заманының,

    Һәм көсө лә уның халҡында.

- Р.Ғариповтың  был һүҙҙәре  бөгөнгө осрашыуҙа ҡатнашҡан яҙыусыларыбыҙҙың һәр береһенә лә тап киләлер. Сөнки улар туған халҡынан көс алып, киләсәгебеҙ тураһында ҡайғыртып йәшәгән оло шәхестәр. Хәҙер һүҙҙе тағы ҡунаҡтарға ______________________________________   бирәбеҙ.

     

9.Хөрмәтле ҡунаҡтар, уҡыусылар! Хәҙер һеҙҙең иғтибарға күренекле шағирҙарыбыҙҙың бер шәлкем шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ. Шиғыр тыңлап, ләззәтле  тойғоларға  сумып, илһам, дәрт алайыҡ. (4 уҡыусы шиғыр һөйләй)

10.Хәҙер, хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙ, һеҙҙең өсөн башҡорт көйҙәренә теҙмә. Башҡара 10 класс уҡыусыһы __________________Рәхим итегеҙ!

11. Уҡыусылар, һеҙҙең дә килгән ҡунаҡтарға әйтер һүҙҙәрегеҙ, һорауҙарығыҙ барҙыр. Ихлас күңелдән һеҙҙе тыңлайбыҙ. (Уҡыусылар һорауҙар бирә)

12. Шиғыр булған ерҙә йыр ҙа була. Һеҙгә, хөрмәтле ҡунаҡтар, уҡыусыларыбыҙҙан тағы бер бүләк ____________________башҡарыуында дуҫлыҡ тураһындағы был матур йырҙы ла ҡабул итеп алығыҙ.

13.Бына күркәм сарабыҙ аҙағына ла яҡынлашты. Хөрмәтле ҡунаҡтар, һеҙгә барығыҙға ла шундай онотолмаҫлыҡ минуттар бүләк иткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт.  Беҙ ошондай  матурлыҡҡа, әҙәбиәткә ғашиҡ  кешеләр менән аралашыуыбыҙға бик шатбыҙ. Сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләп хушлашабыҙ. Күңелегеҙҙә илһамлы ижад ҡомары һүрелмәһен, ҡәләмегеҙ үткер, фекерегеҙ тос булһын.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡортостандың халыҡ шағирҙары һәм яҙыусылары

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм  китапханасыларға, шағирҙар һәм яҙыусылар менән ҡыҙыҡһыныусы уҡыусыларға был хронологик таблицаның ярҙамы тейер тип ышанам...

Мастер-класс для учителей башкирского языка "Уҡыусыларҙың тәржемә эшен лингвокультурологик нигеҙҙә ойоштороу".

Культурологический подход к изучению произведений на уроках башкирского языка и литературы - наиболее приемлемый при работе в полилингвальном пространстве. Он помогает глубже изучить жизнь народа, пре...

Осрашыу

Шағир,сәсән М.Ямалетдинов...

Осрашыу кисәһе.

Хәйерле көн, ҡәҙерле тамашасылар! Һаумыһығыҙ, һүҙ ҡәҙерен белеүселәр, хәйерле көн һеҙгә, һүҙҙең бәҫен арттырыусылар! Бөгөн беҙҙә күркәм кисә. Халҡыбыҙҙың рухын күтәреп, йәшәүгә дәрт, илһам уятыусы ижа...

Яҙыусы яҡташыбыҙ Айһылыу Йәғәфәрова менән осрашыу .

Яҙыусы А.Йәғәфәрова менән осрашыу сараһының эшкәртмәһе. 1-9 -сы класс уҡыусылары ҡатнаша. Яҙыусының әҫәрҙәрен сәхнәләштереү, ҡурсаҡ театры күрһәтеү....