Ғилми-эҙләнеү эше "Айһылыу Йәғәфәрова әкиәттәренең тылсым донъяһы"
творческая работа учащихся (5 класс) на тему

Шарафутдинова Айгуль Сабирьяновна

Ғилми-эҙләнеү эше "Айһылыу Йәғәфәрова әкиәттәренең тылсым донъяһы"

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bikkuzhina_ayhylyu_fnni-zzlneu_zshe.docx22.3 КБ

Предварительный просмотр:

Уҡыусыларҙың  фәнни – эҙләнеү эштәре конкурсы

Әбйәлилем – тыуған төйәгем ”

Башҡортостан Республикаһы

Әбйәлил районының  методик үҙәге

 

Айһылыу Йәғәфәрова әкиәттәренең тылсым көсө

Башҡарҙы:

Бикҡужина Айһылыу Әмин ҡыҙы

Т.Кусимов исемендәге

Асҡар гимназияһының  5 класс уҡыусыһы

Ғилми етәксеһе:

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Шәрәфетдинова Айгөл Сабирйән ҡыҙы

                                                 2015й


Тикшереү эшенең тезисы

Ғилми эштең темаһы: «Айһылыу Йәғәфәрова әкиәттәренең тылсым көсө»

Авторы: Бикҡужина Айһылыу Әмин ҡыҙы.

Класс: 5 класс

Мәктәп: Т. Кусимов исемендәге Асҡар гимназияһы

Ғилми етәксеһе:  Шәрәфетдинова Айгөл Сабирйән ҡыҙы

Йүнәлеше: башҡорт теле һәм әҙәбиәте

Тикшеренеү эшенең маҡсаты һәм бурыстары:

-Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы Йәғәфәрованың тормошон, ижад юлын, бигерәк тә әкиәттәрен өйрәнеү;

-Әкиәттәренең тәрбиәүи әһәмиәтен, тылсым көсөн билдәләү;

-Ижадына ҡарата тиҫтерҙәремдең ҡараштарын асыҡлау;

Теманың актуаллеге:

Айһылыу Йәғәфәрова – яҡташ яҙыусы.  Әкиәттәре аша изгелеккә, яҡшылыҡҡа ынтылабыҙ.

Тикшеренеү эшенең гипотезаһы:

Үҙебеҙҙең данлыҡлы яҡташ яҙыусының әҫәрҙәренә ҡарата иғтибарҙы күберәк биреү аша, ижадына һөйөү, ҡыҙыҡһыныу, ихтирам булдырыу.

Эҙләнеү методикаһы:

Дәрестәрҙә, ижади түңәрәк ултырыштарында, яҙыусы менән осрашыу аша Айһылыу Йәғәфәрованың тормош юлына, ижадына байҡау яһау. Уҡыусылар араһында уның әкиәттәренә ҡарата фекерҙәрен асыҡлау, һорауҙар үткәреү;

Һығымта: Айһылыу Йәғәфәрованың әкиәттәре аша тормошта изгелеккә, уңыштарға, тик яҡшы сифаттарға өлгәшергә була. Уларҙың тылсым көсөнә беҙҙең ышанысыбыҙ арта ғына.


Йөкмәткеһе

  1. Инеш өлөш
  2. Төп өлөш

Теоретик өлөш

Айһылыу Йәғәфәрова – киң билдәле яҙыусы, әкиәттәр оҫтаһы.

Практик өлөш

  1. Йомғаҡлау
  2. Ҡулланылған әҙәбиәт
  3. Өҫтәлмә материалдар

         


Айһылыу  Йәғәфәрова әкиәттәренең тылсым көсө.

Киң билдәле әҙибә, һоҡланғыс шәхес, балаларҙың һәм ололарҙың яратҡан  яҙыусыһы, оҫта әкиәтсе Айһылыу Йәғәфәрованың: «Минең әкиәттәремдә тылсым көсө шундай ҡөҙрәткә эйә, һәр ваҡыт изгелек өҫкә сыға, уларҙың һәр береһенең нигеҙенә тәрбиәүи мәғәнә һалырға тырышам », -  тигән һүҙҙәренә тап булдым. Ғилми – тикшеренеү эшемдең исемен, уның әйткән һүҙҙәренән алып, темаһын билдәләнем..

Ни өсөн мин был темаға мөрәжәғәт иттем һуң?

Беренсенән, Айһылыу Йәғәфәрова – минең яҡташым. Ул Әбйәлил районының гүзәл ҡосағында урынлашҡан Әхмәт ауылында тыуған, әлеге мәлдә Красная Башкирия ҡасабаһында йәшәй.

Икенсенән, исеме әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш, ололар һәм балалар өсөн дә ижад иткән яҡташыбыҙға быйыл 65 йәш тулды.

Өсөнсөнән, минең үҙемдең дә һәм класташтарымдың да Айһылыу Йәғәфәрова - яратҡан яҙыусыһы. Беҙ уның ижадын, айырыуса әкиәттәрен яратып уҡыйбыҙ, өйрәнәбеҙ һәм уның кеүек әкиәт яҙыу оҫталығы серҙәренә төшөнгөбөҙ килә.

Үҙемдең алдыма ошондай маҡсаттар һәм бурыстар ҡуйҙым:

Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы Йәғәфәрованың тормошон, ижад юлын өйрәнеү;

Үҙе менән үткәрелгән осрашыуҙар, газета-журналдар аша уның эшмәкәрлеген мөмкин тиклем күберәк белергә ынтылыу;

 Уның ижадына ҡарата тиҫтерҙәремдең ҡараштарын асыҡлау;  

Ниндәй тикшеренеү алымдары маҡсатыма ирешергә ярҙам итте?

Дәрестәрҙә, ижади түңәрәк ултырыштарында Айһылыу Йәғәфәрованың тормош юлын, ижадын өйрәндек.

Гимназияла уның менән осрашыу үткәреп, беренсе тапҡыр әкиәт яҙыусыны күрҙек.

Класташтарым, башҡа тиҫтерҙәрем араһында уның ижадына ҡарата һорау-яуап ойошторҙом.

«Сәнскеле күлдәк», «Һайыҫҡан - почтальон», «Алтын тараҡ», «Һандуғас моңо», «Муйынса», «Тирмәкәй», «А.С.Пушкин әкиәттәре» буйынса тәржемәләре кеүек ижад емештәренә байҡау яһаным.

Тикшеренеү эше барышында мин ниндәй яңылыҡтар астым?

- Айһылыу Йәғәфәрова ғүмере буйы ауылда балалар баҡсаһында ябай тәрбиәсе булып эшләп, баш ҡаланан – Өфөнән ситтә ижад итһә лә, ике тиҫтәгә яҡын китаптар сығара алған.

- Сабый күңелле әҙибәнең әкиәттәре яҙылыуға яратҡан тәрбиәсе  эше этәргес көс булған икән... Эшкә китеп барышлай ҙа, йә эштә саҡта ла   шунда уҡ уйлап сығара алған ул әкиәттәрҙе.  “Балалар баҡсаһында эшләмәй тороп, мин кескәйҙәр өсөн әҫәрҙәр ижад итә алмаҫ инем ”, - ти ул.  

- Уның күп кенә әкиәттәре халыҡ ижады традицияларына таянып, шул уҡ ваҡытта заманса яраҡлаштырылып яҙылған. Яңы образдар, яңы геройҙар индергән ул.  «Ҡар яуамы?» әкиәтенән – Тайыштабан, «Нәҙекәйбил»дән- Нәҙекәйбил тигән бал ҡорто, «Ҡыҙылтүш»тән – Һарытүш менән Ҡыҙылтүш дуҫлығы, «Умырзая»нан – иркәләүсе Ҡояш, яңы тыуған Ҡуян, Ҡырмыҫҡа, Күбәләк, Умырзая, «Бәләкәй ҡайын»дан уңған Урман докторы Тумыртҡа һ.б. геройҙар беҙгә бигерәк тә оҡшай. Беҙҙең класс коллективы яратҡан яҙыусыбыҙҙың берәй әкиәтен сәхнәләштереү өҫтөндә эшләмәксе.

- Әкиәттәренең һәр һөйләменә тиерлек һүрәт төшөрөп булыуын асыҡланыҡ. Уҡытыусы иғлан иткән һүрәттәр бәйгеһендә ихласлыҡ менән ҡатнаштыҡ. Класташтарым менән уның « Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар», «Тыңлауһыҙ сысҡан балаһы», « Сәнскеле күлдәк», « Һарысәс” әкиәттәренә иллюстрациялар төшөрҙөк.

- Тиҫтерҙәремдән  һорау алыуҙы ойоштороп, Айһылыу Йәғәфәрованың әкиәттәренең бик уҡымлы, тәрән мәғәнәле, тәрбиәүи йәһәттән ҙур көскә эйә  икәнлеген билдәләнек. Яҡташыбыҙҙың әкиәттәре нимәгә өйрәтә һуң, тигән һорауға уларҙың яуаптары түбәндәгеләр булды:

 - Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар, әгәр берәйһе менән дуҫлашһаң, уның ҡәҙерен белергә, тоғро булырға, хәтерен ҡалдырмаҫҡа кәрәк;

  - Ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа, һәр саҡ алға барырға, ярты юлда туҡтап ҡалмаҫҡа саҡыра;

  - Әкиәттәрендә дөрөҫлөк, тырышлыҡтың еңеп сығыуы оҡшай;

  - Был донъя изгелек менән яуызлыҡтан тороуы, әммә яҡшылыҡтың һәр ваҡыт күберәк булыуы һәм уның еңеп сығыуы тураһында белдек;

  - Әкиәттәре беҙгә тәбиғәтте һаҡларға, тәләфләмәҫкә саҡыра;

  - Әкиәт геройҙары аша беҙ берҙәм, татыу, изге күңелле, тыңлаусан, яуаплы булырға, бөхтәлеккә һәм башҡа ыңғай сифаттарға өйрәнәбеҙ;

Шулай итеп, Айһылыу Йәғәфәрованың әкиәттәре аша үҙебеҙ өсөн күп яңылыҡтар, аҡыллы кәңәштәр, фәһемле өлгөләр алырға була тип һығымта яһаныҡ беҙ класташтарым менән.

- Төрлө халыҡ әкиәттәрен, шиғырҙарын үҙебеҙҙең телдә кескәй уҡыусыларға еткереүсе лә икән Айһылыу апайыбыҙ! Бығаса тәржемәселәребеҙ баҙнат итмәгән бөйөк рус яҙыусыһы А.С.Пушкиндың әкиәттәрен башҡортсаға ауҙарған да ҡуйған ул! Бының өсөн Айһылыу Йәғәфәроваға 10 йыл эшләү кәрәк булған. Был әкиәттәрҙе беҙ класс менән  өҙөктәрен уҡып, уларҙың шул тиклем еңел, шыма уҡылыуын билдәләнек. Әйтерһең, Пушкин үҙе башҡортса яҙған. Ә беҙ уның алтын балығының башҡортса һөйләшеүенә эй ҡыуандыҡ!

Ә тәржемә эшенә нисек ылығып киткән һуң талантлы яҙыусы? Бының осраҡлы булмауын мин газетала үҙе биргән ҡыҙыҡлы мәғлүмәттән яуап алдым. « Бала саҡта Мөхәррәм ағайым Пушкиндың «Салтан батша хаҡында әкиәт»ен алып ҡайтты. Уҡыйым-уҡыйым, урыҫса булғас ни, бер ни ҙә аңламайым. Һүрәттәрен һыйпай-һыйпай: «Пушкин ағай, һин нишләп башҡорт түгел, башҡортса яҙһаң, аңлар инек», - тип илап ултырғанымды хәтерләйем. Мәктәптә урыҫ теленән Мария Осиповна уҡытты. Етенсе класта инем, буғай. Урыҫса аҙ-маҙ һупалайбыҙ. Әлеге лә баяғы Александр Пушкиндың « Алтын балыҡ тураһында әкиәт»ен үтәбеҙ. «Балалар, ә һеҙ Алтын балыҡтан нимә һорар инегеҙ?» - ти уҡытыусы. Кемдер ебәк күлдәк, яулыҡ һорарға теләй. Заманы ла шундай бит, кейемгә ҡытлыҡ. Малайҙар велосипед хаҡында хыяллана. Мин исемлектә иң аҙаҡ торам, сират иң һуңынан етте. «Пушкин әкиәттәренең башҡортса булыуын теләр инем», - тип яуапланым. Шул тиклем уҡығым килгәнен үҙем генә беләм”. Был хыялын тормошҡа ашырып, бөгөнгө көндә минең кеүек күпме тиҫтерҙәремде үҙебеҙҙең телдә уҡыу бәхетенә ирештергән ул Айһылыу Йәғәфәрова!

Һығымта:

   Минең был хеҙмәтем – әлегә тәүгеһе генә әле. Әммә мин һоҡланғыс әкиәтсенең әҫәрҙәрен бынан һуң да өйрәнәсәкмен тигән фекерҙәмен. Айһылыу Йәғәфәрованың әкиәттәрендә тылсым көсө көслө булып,  һәр саҡ изгелек еңгән кеүек, беҙҙең дә тормошта шулай булһа ине тип, барыһына ла яҡшылыҡ ҡына  теләйем мин.

Әкиәттәренән тыш йәшәй алмаған әкиәт оҫтаһы, бала күңелле Айһылыу Йәғәфәрова бына шундай үҙенең әкиәт иле тормошонда һәр ваҡыт беҙҙең менән бергә ҡалып  йәшәһә ине...

           Ҡулланылған әҙәбиәт:

Р. Ураҡсина – «Әкиәт илендә ҡалам», «Ағиҙел» журналы, №8, 1998й.

Ф. Шәмсетдинова – «Мин әкиәтһеҙ йәшәй алмайым...», «Осҡон» гәзите, 17.09.1998й.

Төрлө йылдарҙа сыҡҡан китаптары.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

АРҒАЯШ БАШҠОРТТАРЫНЫҢ РУХИ ДОНЪЯҺЫ.

Духовное наследие Аргаяшских башкир...

Учебный фильм "Рыцарский турнир короля Рене" и "Виртуальный музей средневековой книги. Король Рене. Книга турниров"

Сноска на фильм - "Рыцарский турнир короля Рене"(Примечания - я монтировал фильм в моло распространенной программе Serif, как выяснилось в процессе монтажа, программа практически не работает с к...

Татар мәктәпләренең 5 нче сыйныфы өчен "ь һәм ъ хәрефләренең дөрес язылышы" темасына дәрес-конспект.

Татар мәктәпләренең 5 нче сыйныфы өчен "ь һәм ъ хәрефләренең дөрес язылышы" темасына дәрес-конспект....

Табигать ул- гүзәллек, могҗиза, тылсым!

Бүгенге көндә рус телендә сөйләшүче балаларга татар телен өйрәнүдә кирәкле ярдәм күрсәтеп, аларның телне өйрәнүгә теләкләрен уятып, яңа алымнар кулланып эшне оештыру – иң зур максатыбыз. Бигрәк ...

"Исемдәр донъяһында" (тикшеренеү эш)

Башланғыс кластарҙа фәнни-ғәмәли конференцияларға әҙерлек...

Табигать ул- гүзәллек, могҗиза, тылсым! 5 нче сыйныфта уку дәресе.

laquo; Табигать һәм кеше» темасы         буенча лексик һәм грамматик яктан дөрес төзелгән сөйләм телен үстерү.Укучыларда табигатькә  карата сакчыл  кара...

"Тел ғилеме һәм әҙәбиәт, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса уҡыусыларҙың ғилми- тикшеренеү эшен ойоштороу"

Проект эше заманса башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә талаптар тураһында. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә беҙ хәҙерге тормошта юғалып ҡалмаған, әүҙем, мотлаҡ үҙ урынын табырҙай шәхестәр тәрбиәләргә те...