Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған дәрес өлгөһө “Рухыбыҙ нуры” (дәрес – ярыш)
план-конспект урока (7 класс)

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның

тыуыуына 105  йыл  тулыуға арналған дәрес өлгөһө

 

“Рухыбыҙ нуры”

(дәрес – ярыш)

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon ruhybyz_nurydres_yarysh.doc48 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның

тыуыуына 105  йыл  тулыуға арналған дәрес өлгөһө

“Рухыбыҙ нуры”

(дәрес – ярыш)

                Башҡарҙы:

                                               Абдуллина Ләйсән Риф   ҡыҙы                                                                                                                                                              

                                         Стәрлетамаҡ ҡалаһының 30-сы урта

                                               дөйөм белем биреү мәктәбенең

                                                                  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Дәрес-ярыш

Тема:”Рухыбыҙ нуры”

Маҡсат:Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110  йыл  тулыуға арнау;әҙибәнең тормош  һәм ижад юлына байҡау яһау;йәш быуында бөйөк  шәхестең ижадына хөрмәт һәм ихтирам  тойғолары  тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:1. Музыкаль үҙәк,йырҙар яҙҙырылған диск ,портрет;электрон дәреслек,компьютер,экран,проектор.

                                2.Һорауҙарҙың ниндәй өлкәнән булыуын билдәләүсе символик төҫлө түңәрәк(һорауҙар айырым әҙерләнә)

                                  3.Уҡлы өйрөлтмәк.

                                  4.Ҡатырғанан яһалған ҡулайлама.

Дәрес барышы

(Зәйнәб Биишева һүҙҙәренә яҙылған “Хәйерле көн!” йыры яңғырай)

Инеш.

Зәйнәб Биишева үҙенең бөйөк,мауыҡтырғыс ижады менән мәңге үлемһеҙ яҙыусы.Бала сағында  михнәттәр ,йәбер-золомдар күреп матур тормошҡа аяҡ баҫыусы ул. Зирәк, аҡыллы Зәйнәб Биишеваның әҫәрҙәре бөгөн дә беҙҙең күңел  донъябыҙҙы яҡтыртып,байытып килә. Ул  һәр саҡ беҙҙең менән,һәр саҡ беҙҙең арала яҡты йондоҙ булып балҡый.Уның яҙған әҫәрҙәре беҙҙе тәрән уйҙарға һалһа,ә геройҙары тормошта юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтә.Йылдар үткән һайын уның исеме беҙгә яҡыныраҡ һәм ғәзизерәк була бара. Һәр талантлы яҙыусы башҡаларҙан айырылып торған, тик бер уға ғына хас булған үҙ тауышын таба. Зәйнәб Биишева – тап шундай әҙибәләребеҙҙең  береһе  ул.

          Уҡыусылар,бөгөн беҙҙең ябай дәрес түгел ,ә дәрес-ярыш.Дәрестә Зәйнәб Биишева  ижады буйынса белгәндәребеҙҙе күрһәтәсәкбеҙ.

          Командаларға бүленеп,капитан һайлана.

I бүлек ”Барыһы ла уның тураһында”

  1. Әҙибә ҡасан тыуған?(2  ғинуар  1908 йыл).
  2. Ул ҡайһы райондан?( Күгәрсен).
  3. З.Биишеваның тыуған ауылы  ниндәй йылға  буйында урынлашҡан?(Оло Эйек йылғаһы).
  4. Атаһының исеме кем?(Абдулла).
  5. “Кәмһетелгәндәр” әҫәрендә ул  үҙенең тормошон кем исемендә сағылдыра?(Емеш).
  6. Улдарының исемдәре?( Тельман,Юлай,Дарвин).

II бүлек “Яҙыусының ижадын беләһеңме?”

  1. З.Биишеваның проза әҫәрҙәре?(“Сәйер кеше”,”Уйҙар,уйҙар”,Ҡайҙа һин,Гөлниса?”).
  2. Әҙибәнең тәүге әҫәре?(“Гөрләүектәр араһында”).
  3. “Партизан малай” әҫәре нисәнсе йылда яҙылған?(1942).
  4. Мәктәп балалары тормошон сағылдырған повесы нисек атала?(“Дуҫ булайыҡ”).
  5. “ Гөлбәҙәр” исемле драматик поэмаһында  һалдат образы. (Зәйни).
  6. “Һығылма бил  тал  сыбыҡтай нәфис тә һин…” Бына ошо юлдар ниндәй шиғырынан алынған?( Башҡорт теле).

III бүлек “Кем зирәк?” (капитандар ярышы)

                                     Капитандарға һорауҙар:

  1. “Мөхәббәт һәм нәфрәт” хикәйәтендә Юламан ҡарттың ейәнсәренең исеме нисек?(Зөлхизә).
  2. З.Биишеваның ниндәй шиғырҙары көйгә һалынған?(“Башҡорт теле”, “Хәйерле көн һеҙгә”,”Йырлайым мин”).
  3. З.Биишеваға  халыҡ яҙыусыһы  тигән исем ҡасан бирелә?(1990).
  4. Яҙыусының икенсе хикәйәһе нисек атала?(“Өс  кис”).
  5. З. Биишева яҙған драматик поэма нисек атала?(“Тылсымлы ҡурай”).
  6. Әҙибәгә Салауат Юлаев премияһы нисәнсе йылда  бирелә?(1969).

IV бүлек “Төрлөһөнән ” (индивидуаль яуаптар)

          Уҡлы өйрөлтмәк әйләнеп тора, уғы ҡайһы өлкәгә ҡарап туҡтай,шул өлкәнән һорау бирелә һәм команда ағзалары шул һорауҙарға индивидуаль

рәүештә яуап бирәләр. Әгәр бер команда яуап биргәндә яңылышһа,

һорауҙарға яуап биреү икенсе командаға күсә.Бер командала бер ыңғайҙан яуаптар дөрөҫ булһа,өҫтәмә мәрәй бирелә.

V бүлек “Иң ,иң хәтерле” (сиратлап яуап биреү)

   Бер команда ағзалары икенсе командаға сиратлап һорау бирәләр. 

 

  1. Биишева ҡайҙа уҡытыусы булып эшләй?( Баймаҡ районы, Темәс   ауылы).
  2. З.Биишева 1938 йылда ҡайҙа күсә?(Өфө ҡалаһына).
  3. Яҙыусы  ҡайҙа педтехникум тамамлай?( Ырымбурҙа).
  4. Был ҡайһы геройҙың портреты?

   «Хәҙер 23 йәшлек…, атаһының йәшлек йылдарына оҡшап, киң ҡыйыу       ҡарашлы һылыу ир булып етешкән. Ҡарлуғас ҡанаттары шикелле          

 һирпелеп киткән ҡалын ҡара ҡаштары араһына тәрән 2-3 һыр төшөргә     лә өлгөргән…” (Иштуған).

  1. З.Биишеваның йорт-музейы ҡайҙа асылған?(Күгәрсен районы,Туйымбәт ауылы).
  2. Әҙибәнең  ҡайһы әҫәрҙәре урыҫ теленә тәржемә ителгән?

(“Сәйер кеше”,”Дуҫ булайыҡ, “Көнһылыу”повестары,

“Кәмһетелгәндәр”,”Оло Эйек буйында”,”Емеш” романдары).

VI бүлек  “Иң ,иңдәре..” (ваҡытҡа ярыш)

      2 минутта ҡайһы команда күпме һорауға дөрөҫ яуап бирә.

  1. З.Биишеваның атаһы кем булып эшләгән?(Уҡытыусы).
  2. Трилогияның  өсөнсө  романы  “Емеш”ҡасан яҙылып бөткән?( 1967)

          З. Биишева-күп яҡлы талант эйәһе. Ул  ижад    иткән өлкәләрҙе һанап           сығырға. (Прозаик, драматург, журналист, тәржемәсе, шағирә).

4. Был  юлдар ҡайһы шиғырҙан алынған ?

    Йәшәү бәхете-өмөт,хеҙмәттә,

    Йәшәү бәхете-дуҫлыҡ,хаҡлыҡта.(Йәшәү бәхете).

          5.З.Биишеваның ҡайһы пьесалары сәхнәлә ҡуйылған?

              (“Гөлбәҙәр”, “Тылсымлы ҡурай”).

6. Ниндәй әҫәре өсөн З.Биишеваға  С. Юлаев исемендәге Дәүләт   премияһы  бирелә?(“Яҡтыға” трилогияһы).

 7.”Дуҫ булайыҡ” повесының төп геройҙары? (Юлдаш менән Ҡыҙрас)

         8. З.Биишева исемен йөрөткән  гимназия  ҡайһы районда?

  (Күгәрсен районы, Мораҡ ауылы).

9.”Кәмһетелгәндәр” романында һүрәтләнгән осор?(1911-1918)

10. З.Биишеваның  исемен мәңгеләштереү өсөн республикала нимәләр эшләнгән?( З.Биишева исемендәге премия,музей)

Йомғаҡлау.

Мәрәйҙәрҙе иҫәпләү,еңеүсе команданы билдәләү,бүләктәр тапшырыу.

Уҡыусылар, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы З. Биишева беҙгә тәрән йөкмәткеле ижад ҡалдырҙы. Уның ижады беҙҙең бөгөнгө тормошобоҙҙа ла үҙенең актуаль булыуы менән ҙур хөрмәткә лайыҡ. З. Биишеваның геройҙары беҙҙә изгелек, яҡшылыҡ, рухи ныҡлыҡ сифаттары тәрбиәләүҙә өлгө булып тора.

    Зәйнәб Биишеваның ижады беҙҙең менән йәшәй. Ул – үлмәҫ ижад. Беҙ уның әҫәрҙәрен  яратып уҡыйбыҙ. Шулай булғас, яҙыусы үҙе лә беҙҙең менән йәшәй. Дәресебеҙҙе З. Биишева һүҙҙәренә яҙылған йыр менән тамамлайбыҙ. (З. Биишева һүҙҙәренә яҙылған йыр “Йырлайым” )

    Илап тыуһам да мин, йырлап үҫтем,

    Йырлап йәшәйем мин бөгөн дә

    Сәстәремә ҡырау сәселһә лә,

    Ҡырау ҡунмаҫ минең күңелгә…

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡортостандың халыҡ шағирҙары һәм яҙыусылары

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм  китапханасыларға, шағирҙар һәм яҙыусылар менән ҡыҙыҡһыныусы уҡыусыларға был хронологик таблицаның ярҙамы тейер тип ышанам...

Мин ҡайттым бит!.. ( Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы)

Маҡсат: 1.    Уҡыусыларҙы Рәми Ғарипов ижады менән тулыраҡ таныштырыу, белемдәрен тикшереү;2.    Уйын эшмәкәрлегендә уҡыусыларҙың мөмкинлектәрен,фекерләү ҡеүәһен, һ...

Презентация на тему"Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов"

Презентация посвященная к юбилею башкирского народного поэта Тимера Юсупова....

«Мостай Кәрим Башҡортостандың халыҡ шағиры . Исем" дәрес өлгөһө.

Тема: «Мостай Кәрим Башҡортостандың халыҡ шағиры» . Исем.Маҡсат: 1) Балаларҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай...

Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары һәм шағырҙары

Народные поэты и писатели Башкортостана...