Статья. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыуҙың эффектив формаларын ҡулланыу
статья
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыуҙың эффектив формаларын ҡулланыу
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
bashkort_telen_ukytyuza_effektiv_formalar.doc | 43.5 КБ |
Предварительный просмотр:
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың эффектив формаларын ҡулланыу
Башҡарҙы: Баҡалы 1-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Ғәлиуллина Тәслиә Инсаф ҡыҙы
Балаларҙың үҙ аллы белем алыуға һәләтен үҫтереүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлек өсөн шарттар булдырыу – уҡытыусының төп бурысы. Уҡыусы менән кешелекле мөғәмәлә ҡороу, бала күңелендә комфорт тыуҙырыу эш һөҙөмтәлелегенә туранан-тура ыңғай тәьҫир итә. Бындай шарттар, мөмкинселектәр булдырылғанда, бала иреклерәк, иркенерәк, емешлерәк эшләй, уҡыу материалын аңлы һәм етеҙерәк үҙләштерә. Уҡытыусы бала менән мөнәсәбәтте дөрөҫ ҡорған осраҡта, шымыраҡ балалар ҙа үҙенән-үҙе эшкә ылыға.
Уҡытыу процесында башҡорт теле уҡытыусыһынан йәш быуында яңыса фекерләү, үҙ-ара мөнәсәбәттә, хеҙмәттә юғары мәҙәниәтле булыу, намыҫлылыҡ, тоғролоҡ, дуҫлыҡ, шәфҡәтлелек кеүек әхлаҡ сифаттары тәрбиәләүгә иғтибар биреү талап ителә. Ошо бурыстарҙы күҙ уңында тотоп, төрлө отошло алымдар, методтар ҡулланыу уҡытыусының үҙенән тора.
Балаларҙың телмәрен үҫтереү, уны аралашырға өйрәтеү тәүге дәрестән үк башлана. Уҡытыусы баланы уйнатып, ҡыҙыҡлы проблемалы уҡыу ситуациялары ҡороп, бәхәскә индерә, һөйләшеп аңлашыу мөмкинлеге тыуҙыра. Бала үҙ фекеренең хаҡлығын иҫбатлай. Килеп тыуған проблеманы сисеү еңелдән түгел. Бала яңылыша, хаталана. Уҡытыусы ҡырҡа рәүештә баланың фекере, уйы дөрөҫ булмауын белдермәй, башҡаларҙың яуаптарын тыңлата. Бөтә яуаптарҙы ла тыңлап, күмәкләп дөрөҫ һығымтаға киләләр. Бала башҡаларҙы тыңларға, башҡа кеше фекере менән иҫәпләшергә өйрәнә. Әгәр ул кешенең уйлағаны дөрөҫөрәк икән, фекерҙең дөрөҫлөгөн таный белергә кәрәк икәненә инана.
Эш тәжрибәмдән сығып, бер нисә алымға туҡталып китәһем килә. Иң тәбиғи алымдарҙың береһе – ижади эш алымы. Ижади эш алымы уҡыусының ҡыҙыҡһыныуын, активлығын арттырыу, фекерләүен байытыу, әхлаҡ тәрбиәһе биреү яғынан отошло. Мәҫәлән, уҡыу йылы барышында яҙыусыларыбыҙҙың, шағирҙарыбыҙҙың юбилей кисәләре булып тора. Юбилярҙарға арналған төрлө кисәләр, викториналар үткәрәбеҙ. Викторина үткәреү яҙыусының ижадын яҡшы белгән уҡыусыларҙы билдәләп китергә мөмкинселек бирә. Шулай уҡ теге йәки был яҙыусының әҫәрен өйрәнгәндә уҡыусылар менән инсценировкалау алымын ҡулланыу отошло. Уҡыусылар был эш төрөн бик яраталар.
“Туҡталыштар менән уҡыу” алымын әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштергәндә ҡулланыу отошло. Уҡытыусы алдан әҫәрҙе мәғәнәһе яғынан өлөштәргә бүлеп, йөкмәткеһенә ҡарап, һорауҙар әҙерләй. Туҡталыш яһағанда уҡыусыларға һорауҙар бирелә, уҡыусылар әҫәрҙә артабан ниндәй хәл-ваҡиғалар булыуын күҙаллай. Әҫәрҙе күҙаллағанда, ыңғай һәм кире образдарға характеристика биргәндә “кластер” алымын уңышлы ҡулланырға була. [1]
Күп кимәлле эш төрҙәрен ҡулланғанда уҡытыусының да роле үҙгәрә. Ул берҙән-бер белем сығанағы булыуҙан туҡтай. Бала үҙ аллы белем алырға, уны тормошта ҡулланырға өйрәнә.
Бындай эш төрҙәренең маҡсаты булып балаларҙа уҡыуға ынтылыш тыуҙырыу һәм белем сифатын күтәреү тора. Был технология түбәндәге принциптарға нигеҙләнеп эшләүҙе талап итә:
Һәләтлелек принцибы. Һәр бала һәләтле, әммә уны асыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу мөһим.
Үҙаллылыҡ принцибы. Уҡыусы үҙ аллы алған белеме өсөн яуаплы.
Иреклелек принцибы. Уҡыусы эш формаларын, ваҡытын, белем алыу сығанаҡтарын, бергәләп эшләү өсөн партнерҙы үҙе һайлай.
Хеҙмәттәшлек принцибы. Уҡыусы белем алыу формаһын үҙе һайлай. Уҡыусыларға ябай (еңел күнегеүҙәр), уртаса (үҙ аллы эшләүсе бала өсөн), ижади (һәләтле бала өсөн) эштәр бирелә. Бындай эш төрҙәрен яңы материалды аңлау, үтелгән материалдың үҙләштерелеү кимәлен билдәләү, үҙ аллы һәм контроль эштәр башҡарыу, теманы нығытыу, өйгә эш биреү өсөн ҡулланырға мөмкин.[2] Мәҫәлән, 5-се класта “Синонимдар” темаһын үткәндә, материалдың үҙләштерелеү кимәлен асыҡлау өсөн түбәндәге эш төрөн тәҡдим итергә мөмкин:
ябай эш – бирелгән һүҙҙәргә синонимдар табып яҙ;
уртаса эш – бирелгән һүҙҙәргә синонимдар тап, һөйләмдәр төҙөп яҙ;
ижади эш – биш оя синонимдар аралаштырып бирелгән, шул ояларҙы төркөмләп яҙ. [3]
Һөҙөмтәлә уҡыусының ижади фекерләүе, танып белеү һәләте, бәйләнешле яҙыу һәм һөйләү телмәре үҫешә, ул ишетеп-күреп белгәндәрен сағыштырырға, иҫбатларға, үҙ аллы һығымта һәм асыш яһарға өйрәнә.
Бөгөнгө көндә мәктәптә информацион технологиялар, мультимедиа саралары ярҙамында дәрестәр үткәрелә. Дәрестә яңыса уҡыу-уҡытыу технологиялары ҡулланып, “Power Paint» программаһы буйынса слайдтар эшләйбеҙ.
Компьютер технологияһын ҡулланғанда һәр уҡыусы үҙ кимәленә ҡарап эш ала, уны бирелгән ваҡыт эсендә эшләп уҡытыусыға күрһәтә, уҡыусының эше баһалана. Үҙ аллы эш ваҡытында бала китаптар, һүҙлектәр, төрлө сығанаҡтар менән эшләй ала.
Шулай итеп, уҡыусыларҙың үҙ аллы эше, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү өсөн, төрлө яҡлап һәм төрлө ысулдар менән ойошторола. Был саралар үҙаллылыҡ ҡына тәрбиәләмәй, туған телде, уның әҙәбиәтен, мәҙәниәтен тәрәнерәк өйрәнергә, нығыраҡ яратырға, заман шәхесе тәрбиәләргә ярҙам итә.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1. [1] М. Йомалина. “Әҙәбиәт дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү алымын ҡулланыу”, “Башҡортостан уҡытыусыһы”. №6, 2006.
2.[2] В.Ә. Нөғәмәнова. “Тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү технологияһын тормошҡа ашырыу”. “Башҡортостан уҡытыусыһы”. №8, 2012
3. [3] Р.А.Ғибәҙуллина. “Уҡыу дәрестәрендә ҡулланылған яңылыҡлы алымдар”. “Башҡортостан уҡытыусыһы”. №12, 2012
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Статья "От врачевания тела - к исцелению души..."
Когда-нибудь ученики вместе с учителем пишут стаьи, а точнее - учатся это делать. После выполненного одноименного со статьей проекта, мы с Ю. Костамыгиной написали статью в сборник на актуальнейшую те...
Статья "В здоровом теле - здоровый дух"
Статья о здоровьесберегающих технологиях....
Статья "В здоровом теле - здоровый дух".
Работа представляет из себя краткий отчёт о проведённых мероприятиях в рамках Дня здоровья....
Статья "В здоровом теле здоровый дух"
Добрый день! Меня зовут Донская Оксана Анатольевна я Учитель физической культуры «МБОУ гимназии №1 имени И.В. Курчатова». Работаю в ...
Статья "В здоровом теле - здоровый дух!"
Статья "В здоровом теле - здоровый дух"....
Мастер-класс «Белем биреүҙә федераль дәүләт стандарттарын ғәмәлгә ашырыу осоронда башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа проекттар методын ҡулланыу»
Мастер – кластың маҡсаты:1)башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен заманса технологияларға нигеҙләнеп үткәреү мөмкинлектәрен күрһәтеү;2) хәтерҙе, иғтибарҙы, логик фекерләү һәләттәрен үҫтереү, диало...
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә йырҙар ҡулланыу» темаһына педагогик инициатива
laquo;Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә йырҙар ҡулланыу» темаһына педагогик инициатива...