Мастер-класс «Белем биреүҙә федераль дәүләт стандарттарын ғәмәлгә ашырыу осоронда башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа проекттар методын ҡулланыу»
проект

Солтанова Раушания Саһман ҡыҙы

Мастер – кластың маҡсаты:

1)башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен заманса технологияларға нигеҙләнеп үткәреү мөмкинлектәрен күрһәтеү;

2) хәтерҙе, иғтибарҙы, логик фекерләү һәләттәрен үҫтереү, диалогик һөйләм телен үҫтереү;

3)проекттар методы өсөн әҙерләнгән ҡыҙыҡлы биремдәр аша дуҫлыҡ,берҙәмлек, ижади мөнәсәбәт тәрбиәләү.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл master-klass_raush.docx30.7 КБ

Предварительный просмотр:

Алыҫтан  килгәнме  һеҙ?

 Бик  яҡын  туғанмы һеҙ?

     Дуҫлашырға бер һүҙ етә

Сихри һүҙ, иҫәнмеһегеҙ.

Хәйерле көн, хөрмәтле  коллегалар ! Хөрмәтле жюри ағзалары!

Мин, Солтанова РаушанияСаһман ҡыҙы, Стәрлетамаҡ районы Талас урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Мастер-класымдың темаһы:

«Белем биреүҙә федераль дәүләт стандарттарын

ғәмәлгә ашырыу осоронда башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа проекттар методын ҡулланыу»

Мастер – кластың маҡсаты:

1)башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен заманса технологияларға нигеҙләнеп үткәреү мөмкинлектәрен күрһәтеү;

2) хәтерҙе, иғтибарҙы, логик фекерләү һәләттәрен үҫтереү, диалогик һөйләм телен үҫтереү;

3)проекттар методы өсөн әҙерләнгән ҡыҙыҡлы биремдәр аша дуҫлыҡ,берҙәмлек, ижади мөнәсәбәт тәрбиәләү.

Яңы стандарттарға ярашлы,уҡыусы конкрет дисциплиналар буйынса белем алып ҡына ҡалмай, ә уларҙы көндәлек тормошта, алға таба уҡыуында файҙаланырға ла өйрәтә.Башҡаса әйткәндә, мәғариф системаһы баланы белемле итеү хаҡында ғына түгел, уға күнекмәләр биреү, уны эшкә өйрәтеү тураһында ла ҡайғырта.

2011се йылдан илебеҙҙә барлыҡ I синыф уҡыусылары яңы стандарттар нигеҙендә уҡытыуға күсте. Быйылғы уҡыу йылында өс  башланғыс синыф уҡыусылары яңы төр система буйынса белем алыуҙы дауам итә. Бер йылдан улар 5 синыфҡа киләсәктәр. Бөгөнгө заман талабына беҙҙең башҡорт теле уҡытыусыларыәҙерме? Яңыса уҡыған балаға иҫкесә барыу килешәме? Федераль стандарттар башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре өсөн ҡулланма материал әҙерләмәй. Шуға күрә, был өлкәлә башҡорт теле уҡытыусыһы үҙе өҫтөндә һәм яңыса эшләүҙе дауам итеү юлдарын ҡайғыртырға  тейеш тип уйлайым.

Тормош талабы беҙҙән  иртәгәһе  көн кешеһенең үҙенә юл һала алыусы, үҙ аллы ҡарар ҡабул итеүсе һәм  уны үтәй алыусы итеп тәрбиәләүҙе һорай. Шуға күрә метапредмет эшсәнлек күнекмәләре формалаштырыу, үҙ эшсәнлегеңдә ҡыйынлыҡты табыу, уның сәбәптәрен асыҡлау, үҙ алдыңа маҡсат ҡуйыу, үҙ эшеңде планлаштырыу, проектлау, алым һәм ысулдарын һайлау, үҙконтроль яһау һәм үҙбәйә ҡуйыу белем биреүҙең приоритеттары булып тора.  Был талаптар яңы стандарттарҙың нигеҙен тәшкил итә лә инде.

Шуға өҫтәп, балаларға үҙ проекты рәүешендә кескенә генә фәнни тикшеренеү үткәреү талабы ҡуйыла. Һәр бала  мәктәпте тамамлағанда үҙ проектын яҡларға тейеш була.

 Әлеге метод башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа ҡулланылыусы инновацион технологиялар араһында әһәмиәтле урын алып тора.   Был алым  уҡыусыларҙың актив рәүештә уйлау, фекерләү эшсәнлеген, ижади һәләтен үҫтереүгә этәргес булып тора. Уҡыусыларҙа  яңы проекттар эшләү теләге тыуа һәм фәнгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уяна. Ижади эшсәнлек тәжрибәһенә эйә булған һайын уҡыусыларҙың белем сифаты ла үҫә.

 Элек проект һүҙе техника өлкәһендә генә ҡулланылған булһа, хәҙер музыка, театр, әҙәбиәт, бизнес өлкәләрендә лә теләгеңде тормошҡа ашырыу планы булараҡ ҡулланыла.

Проект методы эшсәнлегенең эпиграфы итеп түбәндәге юлдарҙы ҡулланыр инем: “Һөйлә миңә – мин онотормон, күрһәт – иҫтә ҡалдырырмын, ҡыҙыҡһындыр - өйрәнермен”.

  Проекттар методы - ниндәй ҙә булһа проблеманы өйрәнеү һәм  ғәмәли   һөҙөмтәһен  күрһәтеү өсөн   уҡыусыларҙың  үҙ аллы эшсәнлегенә нигеҙләнгән  уҡытыу методы.

Проект методының асылы:  уҡыусылар  педагог етәкселегендә  эҙлекле рәүештә   проекттар эшләйҙәр, проект өҫтөндә эшләгәндә  өҫтәмә    информация  туплайҙар һәм  һәр этапҡа рефлекция яһайҙар.
Ул уҡытыу процесы менән бәйле рәүештә лә үҙ аллы фәнни –тикшеренеү эшсәнлегендә лә ҡулланыла.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнгәндә, түбәндәге төрҙәге проекттарҙы ҡулланып була:

 • тикшеренеү;

 • ижади;

 • ғәмәли йүнәлешле;

 • мәғлүмәти;

 • предметара.

        Проектты ғәмәлгә  ашырыу  барышында  уҡыусылар  әйләнә-тирәләгеләр  менән  уртаҡ тел  табып эшләргә,  фекерҙәрен  дәлилләргә  өйрәнә.

Проекттың  темаһын  уҡыусылар  үҙ аллы   рәүештә  йәки  уҡытыусы  ҡушыуы буйынса һайлайҙар.  Проекттарҙы  айырым  йәки  ижади  төркөмдәрҙә  эшләргә  мөмкин.

Педагог эшсәнлеге :
- уҡыусылар эше менән идара итеү;
-планлаштырыу һәм  үтәлеште контрольдә тотоу;
-тейешле төҙәтмәләр керетеү;
-ғөмүми йүнәлеш биреү ;
-шул йүнәлеш буйынса эшләүҙе тәьминитеү.

 Проект буйынса эшләү эҙлекле алып барыла.

1.Әҙерлек этабы:

2. Проектты төҙөү этабы:        

3. Проектты тормошҡаашырыу этабы

4. Йомғаҡлауэтабы.

        

Бына мин  һеҙгә уҡыусыларым менән бергә эшләгән проекттарҙы тәҡдим итәм.Уҡыусылар яратып башҡаралар. Төрлө ҡыҙыҡлы материалдар эҙләйҙәр.Үҙҙәре темаларын тәҡдим итәләр. Буклет, китапсыҡтар,”Дуҫлыҡ” темаһына 6 класс уҡыусылары проект эшләнеләр, 10 синыф уҡыусылары музей буйынса буклет яһанылар, ауылдашыбыҙ яҙыусы Әхмәт Әһлиуллин Кәбир  улына бағышланған проект та төҙөлдө, эш дәфтәрҙәре төҙөү.

2. Практик өлөш.

Ойоштороу өлөшө

Мин һеҙҙе проекттар методының теоретик өлөшө менән таныштырҙым. Ә хәҙер ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә  проект төҙөп ҡарайбыҙ.

Раушания: Хәҙер һеҙҙең алда яңыбуклет һәм өр-яңы гәзит сығасаҡ.Уларҙың редакторҙары һеҙ, хөрмәтле коллегалар, буласаҡһығыҙ.

Раушания: Мастер-класты башлар өсөн сәхнәгә 10 кеше кәрәк булыр, үҙ теләгегеҙ менән рәхим итегеҙ. Группала һеҙ хеҙмәттәрегеҙҙе үҙегеҙ бүлегеҙ.(парталарға 5 шәр кеше утыралар).

( 2 группа 5әр уҡытыусы проект төҙөйҙәр,эш ҡоралдары бар). Рәхим итегеҙ.

Зилә: Беҙ һеҙҙең менән телдән проект төҙөргә тырышырбыҙ. Бөтөнөбөҙгә лә таныш булған, бик кәрәкле һүҙ, тема “Бәхет”.

Раушания: Йәгеҙ,әле  хөрмәтле коллегалар “Бәхет” темаһына һөйләшәйек һәм  телдән проект яһайыҡ.

Раушания: Бәхет һүҙе ниндәй мәғәнәгә эйә? Нимәне аңлата.

Уҡытыусылар: Бәхет –1.Иң көслө һәм тулы ҡәнәғәтлек хисе (һәләте) сәғәҙәт.Бәхеткә ынтылыу.2.Уңыш, уңышҡа осрау,уңай яҙмыш.б.китереү.бәхетең бар икән.3.көслө уңай хистәр барлыҡҡа китерә,рәхәтлек, ләззәт бирә  торған сығанаҡ.хеҙмәт итеү бәхете.

Раушания: Әйе,дөрөҫ. Мин һеҙҙең менән килешәм.

Раушания: Бәхет һүҙе ниндәй формала күҙ аллайһығыҙ?

Уҡытыусылар: Ҡояш, ағас, аяҙ күк йөҙө.

Раушания:Мин һеҙгә ҡояш формаһындағынтәҡдим итәм.(таҡтаны ҡуя, ҡояш йөҙөйәбештерелә).

Раушания:   Һеҙҙең ҡулдарығыҙҙа ҡояш нурҙары һәм фломастерҙар бар. Бәхет һеҙҙеңсә нимәлә? Яҙып ҡояш нурҙарын урындарына ҡуяһығыҙ.Әйҙәгеҙ, кем беренсе рәхим итегеҙ.

Уҡытыусылар: (сығып бәхет-ул балаларың булыуҙа) (13 нур ҡуйыла) нәтижә яһала.

Раушания: Әйе, бәхет- ул .......  . Тормошта кемдер үҙен бик бәхетле итеп һанай. Кемдер үҙен тик бәхетһеҙ тип һанай. Бәхетте төрлө кеше төрлө нимәлә күрә. Тормошта һәр кем үҙенсә бәхетле. Киләсәк ғүмерҙәребеҙҙе бәхеттә, шатлыҡта, иҫәнлектә , байлыҡта йәшәргә яҙһын ине.

 (Бәхет һүҙенә антоним-бәхетһеҙ, бәхет һүҙенә синоним-һөйөнөс,шатлыҡ, башҡорт әҙәбиәтенда ниндәй әҫәрҙәрҙә бәхет сағыла)

Раушания:  Ваҡыт ҡалһа бәхет тураһында берәр йырҙа башҡарайыҡ, мастер-класыбыҙ хәтерҙә ҡалырлык булыр.

(Йыр башҡарыла).

Раушания:  Ә хәҙер группаларыбыҙға һүҙ бирәбеҙ.Рәхим итегеҙ.

(Группалар сығыш яһай).

1 группа-Мәҙәниәт йылы тураһында;  2 группа-Салауат Юлаев тураһында.

Йомғаҡлау.

Педагогика  фәнендә  уҡытыу-тәрбиә  процесы  сифатын  үҫтерергә  булышлыҡ   итеүсе технологиялар  шаҡтай.  Уҡытыусының  бурысы – яңылыҡтар  ағымында  юғалып  ҡалмайса,  дөрөҫ йүнәлеш  алыу,  уҡытыуҙың  һәр  этабы  өсөн  уҡыу  материалын үҙләштереүҙең  иң  уңышлы  вариантын  ҡулланып  эшләү.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә проекттар методын ҡулланыу – уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереүгә этәргес булып тора. Уҡыусыларҙа  яңы проекттар эшләү теләге тыуа һәм фәнгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уяна. Ижади эшсәнлек тәжрибәһенә эйә булган һайын уҡыусыларҙың белем сифаты ла үҫә.                                                  

Рефлексия.

Һеҙҙең алдығыҙҙа ҡыяғыҙ биттәре бар. Унда һөйләмдәр яҙылған.

Үҙегеҙгә оҡшағанды алып, һөйләмдәрҙе дауам итегеҙ.

Бөгөн мин белдем...

Миңә оҡшаны...

Мин биремде эшләнем...

Мин аңланым...

Хәҙер мин эшләй алам...

Мин өйрәндем...

Мин эшләп ҡарайым...

Раушания:  мастер-класымда ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт. Ижади уңыштар, аҡыллы уҡыусылар, иҫәнлек, бәхет теләйем.

Уҡытыусы тигән исемем бар,

Мәңгелеккә тип һайлаған

Орлоҡ һалам кескәй күңелдәргә

Бик кәрәкле тип һанаған.

Уҡытыусы тигән исемем бар,

Яуаплылыҡ миңә өҫтәгән.

Ғорур йөрөтәм уны бөгөн дә мин

Ул бит һөнәр – илде ҙурлаған.

Дуҫлыҡ- йәшәү матурлығы,

Дуҫлыҡ-күңел хушлығы.

Йәнгә шифа, тәнгә шифа

Татар-башҡорт дуҫлығы.

Гөл баҡсаһы-Башҡортостан ере,

Милләттәре-матур гөлләмә.

Татыу, тыныс йәшәй барса халҡы,

Мин шатланып йәшәйем был илдә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

методическая разработка мастер-класса черно-белая графика2016

Цель: Обмен педагогическим опытом путем изготовления творческой работы в стиле черно-белой графики. Задачи: 1.Научиться делать несложные работы в технике черно-белой графики. (Их можно преподнести...

Белем биреү учреждениеларында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙа ике теллелекте булдырыу.

   Белем  бире7 учреждениеларында баш3орт теле89м 929би9тен д97л9т теле булара3 у3ытыу2а ике...

Мастер-класс «День белых журавлей»

22 октября – День Белых Журавлей. Этот памятный день известен не только по всей России, но и далеко за её пределами.  Он посвящен памяти солдат, погибших в на полях сражений Великой Отечест...

Мастер-класс "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресендә "Кейс" методын ҡулланыу"

1.      Бөгөнгө көндә кейс-методы бар өлкәләрҙә лә осрай: экономика, маркетинг, юриспруденция, медицина һ.б.Табиптар кейсты көндәлек ауырыуға диагноз ҡуйған һәм дауалау юлын тәҡдим иткә...

Мастер-класс "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресендә "Кейс" методын ҡулланыу"

1. “ Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресендә “кейс” методын ҡулланыу.2. :   Эш ҡағыҙҙар һалыу өсөн ҙур булмаған сумаҙан. 3.  Кейс –казус,  т...

ФЕДЕРАЛЬ ДӘҮЛӘТ БЕЛЕМ БИРЕҮ СТАНДАРТТАРЫ

Федераль дәүләт белем биреү стандарттары...

Статья. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыуҙың эффектив формаларын ҡулланыу

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыуҙың эффектив формаларын ҡулланыу...