Дәрес темаһы Яҙ етте. Омонимдар. 5класс. Рус төркөмө
учебно-методический материал (5 класс)

Хажиева Айгөл Нурислам ҡыҙының шәхси сайты

Дәрес темаһы Яҙ етте. Омонимдар. 5класс. Рус төркөмө

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл dres_yaz_ette.omonimdar._5klass.rus_torkomo.docx17.65 КБ

Предварительный просмотр:

                       ЗАМАНСА БАШҠОРТ ТЕЛЕ ДӘРЕСЕ

                                   ЯҘ ЕТТЕ. ОМОНИМДАР.
                               (5-се класс, рус төркөмө)
Маҡсат:
1. Шәхси сифаттарҙы үҫтереүсе:
Тыуған ергә, тәбиғәткә иғтибарлы булыу, ҡәҙерен белеү, һаҡлау
сараларын күреү, тәбиғәтте яратырға өйрәнеү.
2. Предмет буйынса белем биреүсе:
Тема менән танышыу, өйрәнеү, дөрөҫ итеп һөйләмдәр төҙөү, һөйләү
телмәрен үҫтереү.
3. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереүсе:
Үҙ аллы белем алырға, яңы мәғлүмәтте тупларға һәм ҡуллана белергә
өйрәтеү, телмәр үҫтереү, ижади фекерләргә өйрәтеү, үҙ аллы һәм
төркөмдәрҙә эшләү һәләтен үҫтереү.
Күҙалланған һөҙөмтәләр:
Метапредмет-ара: тексты уҡыу, аңлау, үҙ фекереңде әйтә белеү,
төркөмдәрҙә эшләргә өйрәнеү.
Шәхсән: алған белемде тормошта дөрөҫ ҡулланырға, һаҡланыу сараларын
белеү, киҫкен ситуацияларҙа юғалып ҡалмау.
Премет-ара: тәбиғәт, география, халыҡ ижады өлгөләре.
Эш алымдары: Дөрөҫ итеп һөйләмдәр төҙөү, яҙ билдәләрен белеү,
йомаҡтар сисеү, ҡағиҙә уйлау, тасуири уҡыу, төркөмләп эшләү.
Уҡытыусы эшмәкәрлеге: уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген ойоштороу, эшкә
йүнәлеш биреү, тикшереү, дөйөмләштереү, һығымталар яһау.
Уҡыусылар эшмәкәрлеге: дәрескә маҡсат ҡуйыу, тормошҡа ашырыу,
уҡытыусы менән берлектә эшләү, үҙ фекереңде белдереү, һығымта яһау.
Дәрес төрө: яңы белем алыу.
Йыһазландырыу: слайдтар, һүрәттәр, видеосюжет.


                                                Дәрес барышы:
1. Ойоштороу.
– Дәрескә телдәрҙе төҙәтеп алыу, артикуляцион күнегеү башҡарыу.
Тә-тә- тә – ултырабыҙ дәрестә,
Са-са-са – һөйләшәбеҙ башҡортса.
Ый-ый-ый – уҡыусы шиғыр уҡый,
Ыш-ыш-ыш – беҙ шундай тыныс. (слайд №1).


2. Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу.
Видеосюжет ҡарау. (слайд №2).
– Нимә тураһында сюжет ҡараныҡ. (Яҙ).
Яҙ билдәләрен әйтеү. Һөйләмдәр төҙөү.
Бөгөнгө көндө һүрәтләү.


3. Психологик комфорт тыуҙырыу.
– Ҡояш ниндәй? Бына беҙгә матур ғына ҡояш ҡарап тора,ул бөгөн беҙҙе
йылытып, беҙҙең эшләгәнебеҙҙе ҡарап торор. (Слайд №3).
4. Йомаҡ сисеү.
Мин –яҙ айы,
Табып ҡара.
Хәҙер – мин аш,
Ҡабып ҡара. (Май-май).
Мин йыл миҙгеле
Мине белмәйме икән?
Ручка биреп һиңә эш ҡушһам,
Эшләрһеңме икән? (Яҙ-яҙ). (Слайд №4).
5. – Нимә ул омонимдар? (Балаларҙы тыңлау, ҡағиҙә сығарыу). (Слайд №5).
Дәрестең маҡсатын билдәләү. (Балалар билдәләй. Төркөмдәргә бүлеү).
– Ә һәр төркөмдөң башлығы булырға тейеш, ул һеҙгә бөгөн баһалар ҡуйыр.
География фәне менән бәйләү. (Слайд№ 6).
Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.
6. Дөрөҫ итеп һөйләмдәр төҙөү. (Һәр төркөм эшләй). . (Слайд №7, 8, 9, 10).
7. Ял итеү минуты. Физкультминутка. (Хәрәкәттәр менән башҡарыу).
Ошолай уяна сәскә,
Йылы яҙғы иртәлә.
Йән яғына ҡаранып,
Үрелә ул ҡояшҡа.
8. Шиғыр өҫтөндә эш. . (Слайд№11).
Ҡарғалар ҡыуҙы ла ҡарҙы,
Йәшәртте текә ярҙы,
Улар: “Яр! Яр!”- тип теләгәс,
Ағастар япраҡ ярҙы.
(Р. Ниғмәтуллин).
– Әңгәмәләшеү, тасиури уҡыу күнекмәләре үткәреү, омонимдар табыу. 1-се
төркөм һүҙ аша, 2-се төркөм берәр һүҙләп, 3-сө төркөм берәр юллап, 4-се төркөм
хор менән уҡый.
– Шиғыр буйынса әңгәмәләшеү.
9. Ял итеү минуты. “Яҙ” йырын йырлау. (Слайд №12).
10. – Ә хәҙер ошо эште башҡарайыҡ. (Һүрәт урынына һүҙҙәр ҡуйыу, дөрөҫ
итеп уҡыу, тәржемә итеү. (Слайд №13, 14, 15, 16).
11. – Яҙ тураһында ниндәй һынамыштар беләһегеҙ. Һынамыштар әйтеү,
мәғәнәһен аңлатыу.
Проблемалы һорау ҡуйыу.
– Яҙғы боҙ яҫтыҡ ҡалынлыҡ булһа ла ышанма, – ти халыҡ.
– Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? (Әңгәмә үткәреү). (Слайд №17).
– Ни өсөн яҙғы боҙға ышанырға ярамай. Ниндәй ҡағиҙәләр бар? (Слайд
№18).
– Яҙғы боҙ өҫтөнән йөрөргә ярамай.
Боҙ киткәндә йылғаға яҡын барырға ярамай. Яҙын боҙ өҫтөндә балыҡ тоторға
ярамай. Ҡыйыҡ башынан төшкән ҡарҙан, боҙбармаҡтарҙан һаҡ булырға кәрәк!
Яҙғы ташҡында иғтибарлы булыр кәрәк!
12. Йомғаҡлау. Рефлексия.
– Бөгөн беҙ дәрестә нимә тураһында һөйләштек?
–Ҡуйылған маҡсатҡа ирештекме?
Төркөмдәрҙең эшен баһалау.
– Яҙ миҙгеле иң матур миҙгелдәрҙең береһе. Тәбиғәттең ҡышҡы йоҡоһонан
уяныуы һәр кешегә яҡшы тәьҫир итә, кешеләрҙең кәйефе күтәрелә. Әммә бөгөн
беҙ дәрестә әйткән ҡағиҙәләрҙе оноторға ярамай.
13. Өйгә эш. (Слайд №19).
Ә хәҙер, уҡыусылар, минең сайтҡа кереп өйгә эште нисек эшләргә икәнен
ҡарайыҡ.
Яҙ тураһында шиғыр яҙып ҡарау.
Бына … …
Килә беҙгә яҙ!
Бөтә …. …..
Өләш әле, наҙ!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Технологическая карта на тему "Рельеф Земли.Горы," ФГОС 5класс.

Предлагаю технологическую карту урока в 5 классе по учебнику "Полярная Звезда"....

Презентация к Открытому уроку по теме"Health and Body Care" (5класс, УМК Верещагина И.Н., Афанасьева О.В )

Урок подготовлен на основе учебного материала Урока 15. Основной целью урока является вывести детей на говорение(описание картинок) после активизации лексики....

Рабочая програма внеурочной деятельности "Етти"

Рабочая программа разработана с учетом требований федеральных государственных стандартов второго поколения для  5-7 классов. Направление- общекультурное с  НРК....

Омонимдар

5 класс өсөн дәрес өлгөһө...

Урок по теме"Обучение анализу лирического текста" 5класс

Повторение и закрепление знаний по теме "изобразительно-выразительные средства", проверка знаний терминолгии и умения находить в тексте. Данная работа может  быть использована в  5...

Конспект урока по башкирскому языку на тему Мостай Кәрим. Һеңлемдең төшө. Омонимдар.

Мостай Кәрим. Һеңлемдең төшө. Омонимдар. Маҡсат: М.Кәримдең тормошо һәм ижады менән таныштырыу,өҙөктөң йөкмәткеһен үҙләштереү, бөйөк әҙиптең тормошо һәм ижадына ҡарата һөйөү, хөрмәт тәр...