Омонимдар
план-конспект урока (5 класс) по теме
5 класс өсөн дәрес өлгөһө
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Башҡорт теленән дәрес өлгөһө | 26 КБ |
Презентация | 892.5 КБ |
Предварительный просмотр:
Тема. Омонимдар.
Дәрес төрө: уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу дәресе.
Маҡсат:
- омонимдар тураһында төшөнсә биреү,телмәрҙә ононимдарҙы актив ҡулланыу;
- яҙма һәм бәйләнешле һөйләү телмәрен, хәтерҙе, иғтибарҙы үҫтереү; һүҙлек байлығын арттырыу;
- бер-береңдән тартынмай, ирекле эшмәкәрлек, хеҙмәттәшлек итергә өйрәтеү. Баҙнатлылыҡ, ихласлыҡ сифаттарын өйрәтеү. Һиҙгерлек, иғтибарлылыҡ сифаттарын үҫтереү.
Уҡыусыларҙың әҙерлек киәленә талаптар:
Көйләүсе УУЭ (регулятивные УУД):
- дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы әйтә белеү;
- уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеү;
- үҙеңдеҙ һәм иптәштәреңдең эшенә баһа биреү.
Танып-белеү УУЭ (познавательные УУД):
- төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү;
- мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү;
- фекерләй белеү.
Коммуникатив УУЭ (коммуникативные УУД):
- үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү;
- дөйөм эшмәкәрлек барышында ҡарар ҡабул итә белеү;
- һорауҙар бирә белеү.
Йыһазландырыу: һүҙлек, дәреслек, экран,ноутбук,презентация.
Дәрес барышы:
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
1. Телдең төҙөү материалын күрһәт а) таш б) ағас в) һүҙ 2. Баш һүҙе нисә мәғәнәле? а) бер мәғәнәле б) күп мәғәнәле 3. Күсмә мәғәнәле һүҙҙе айыр а) ҡаты ағас б) ҡаты күңел в) ҡаты ер 4. Тиң, тиҫтер, ҡорҙаш, йәштәш һүҙҙәре нимә тип атала? а) антоним б) синоним в) омоним 5. Бирелгән һүҙҙәр нисек атала: Ҙур – бәләкәй, дуҫ – дошман, ҡайғы – шатлыҡ. а)синоним б) антоним в) омоним
Яуаптар: 1. б 2. б 3. б 4. б 5. б
Баһалау критерийҙары «5» Хата һыҙ «4» 1-2 хата «3» 3-4 хата
Атайым ҡаҙау ҡаҡты, Әсәйем балаҫ ҡаҡты, Мин дә эшһеҙ торманым, Ашаным тәмле ҡаҡты.
Дәрес маҡсаты: ... ТАНЫШАБЫҘ. ... ТАБАБЫҘ. ... ТӨҘӨЙБӨҘ.
Әсәйем ашты тәмле итеп, һалма ҡырҡып бешерә. Аш әҙер булмайынса, туҡмасты һалма. Йылға аша уңайлы ғына баҫма һалдылар.Аяҡ аҫтыңа ҡарамайынса баҫма, йығылырһың.
Бер үк яҙылышлы, ләкин төрлө мәғәнә аңлатҡан һүҙҙәр омонимдар тип атала.
Ыж-ыж итә, ыж итә, Беҙҙе тыз-быз йөрөтә. Ҡайһыбыҙҙы һикертә, Ҡайһыбыҙҙы йүгертә. Асыуланһа танауҙы ла Ҡып-ҡыҙыл борос итә. Ыж-ыж итә, иж итә, Ҡолаҡтарҙы семетә. Балаларҙы гармунһыҙ ҙа Тыпыр-тыпыр бейетә.
Гүзәл- гүзәл, Зифа- зифа, Арыҫлан- арыҫлан, яр- яр, Тимер- тимер, баҫма- баҫма, ҡала- ҡала, бит- бит, алма- алма, ял- ял, яҙ- яҙ.
Б өгөн дәрестә ... таныштыҡ. ... өйрәндек. ... төҙөнөк.
Өйгә эш 1. Омонимдар ҡулланып, 4 юллыҡ шиғыр яҙырға. 2. 3 пар омонимды һайлап, һөйләмдәр төҙөргә. 3. Китап-журналдарҙан омонимдар ҡулланып яҙылған шиғри әҫәрҙәр табырға.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Дәрес темаһы Яҙ етте. Омонимдар. 5класс. Рус төркөмө
Дәрес темаһы Яҙ етте. Омонимдар. 5класс. Рус төркөмө...
Конспект урока по башкирскому языку на тему Мостай Кәрим. Һеңлемдең төшө. Омонимдар.
Мостай Кәрим. Һеңлемдең төшө. Омонимдар. Маҡсат: М.Кәримдең тормошо һәм ижады менән таныштырыу,өҙөктөң йөкмәткеһен үҙләштереү, бөйөк әҙиптең тормошо һәм ижадына ҡарата һөйөү, хөрмәт тәр...
Ә.Ихсан «Яҙ».Омонимдар
Конспект урока...