Һәләтле балалар –ул беҙҙең киләсәгебеҙ
материал
Предварительный просмотр:
Һәләтле балалар –ул беҙҙең киләсәгебеҙ
Уникаллек, талантлылыҡ, һәләтлек Платон заманынан уҡ кешелекте ҡыҙыҡһындырған мәсьәлә. Һуңғы йылдарҙа быға бигерәк тә иғтибар артты: Дәүләт кимәлендә маҡсатлы программа сиктәрендә “Рәсәй балалары” һәм “Һәләтле балалар “ тигән программалар ҡарары ҡабул ителде. Һәм был мәсьәлә бөгөнгө көндә лә бик актуаль булып тора.
Һәләтле һәм талантлы балаларҙы асыу, уҡытыу, тәрбиәләү – мәғрифәт системаһының төп проблемаларының береһе. Быны хәҙерге йәмғиәткә белемле, әүҙем, ижади ҡарашлы, төрлө ситуацияларҙа ла юғалып ҡалмайынса эффектив ҡарар ҡабул итә алырҙай шәхестәрҙең кәрәклелеге менән аңлатырға булыр ине.
Тәбиғәт кешегә сикһеҙ мөмкинселектәр биргән. Шуға ла һәр бер бала тыумыштан нимәгә булһа ла һәләтле. Тик был һәләттәрҙе ваҡытында күреп, уны үҫтерә белеү зарур. Был үтә лә яуаплы эш ата-әсәнең һәм уҡытыусыларҙың ҡулында.
Һәләтле бала үҙенең фекерләү ҡеүәһе, төрлө фәндәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныусанлығы менән башҡаларҙан айырылып тора. Ғәҙәттә, уларҙың хәтере яҡшы үҫешкән, фекерләүе үҙенсәлекле була. Улар бөтә фәндәрҙән дә яҡшы өлгәшәләр, төрлө түңәрәктәргә йөрөйҙәр, мәктәптә, ҡала һәм республика кимәлендә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, конференцияларҙа әүҙем ҡатнашалар.
Балаларҙың һәләтен асыу ҡатмарлы һәм оҙайлы процесс. Быны бер көндә, хатта бер аҙнала ла эшләү мөмкин түгел. Уны уҡыу процесындала, дәрестән тыш ваҡыттарҙа ла күҙәтергә мөмкин. Был процесты баһалау өсөн оҙайлы рәүештә эш алып барыу мөһим. Уҡытыусы баланың һәләтен ваҡытында күреп, уны үҫтереүҙә, дөрөҫ юл күрһәтеүҙә баһалап бөткөһөҙ ҙур роль уйнай. Уҡытыусының һәләтен билдәләү өсөн ғалимдар төрлө типтағы тестар тәҡдим итәләр, һәм был тестар бөгөнгө көндә әүҙем ҡулланыла.
Эш тәжрибәһенән сығып әйткәндә, һәләтле балалар менән ошондай төрҙәге эштәр алып барыла:
- предмет –ара олимпиадалар;
- дистанцион олимпиадалар;
- конкурстар;
- ғилми-ғәмәли конференциялар;
- түңәрәк өҫтәлдәр.
Күҙәтеүҙәргә һәм эш тәжрибәһенә таянып һәләтле бала портретын ошолай итеп төҙөргә булыр ине:
яңылыҡҡа ынтылыусан
креатив фекерләүсе хәтере яҡшы
телмәре үҫешкән уңышҡа ынтыла
үҙ аллы
күҙәтеүсән һәр нәмәгә үҙ ҡарашы бар
әүҙем
Һәләтле баланың бер сифаты – яңылыҡҡа ынтылыусан, тип билдәләгән инек. Ысынлап та , замана балаларына заманса ҡараш кәрәк. Тимәк, уҡытыусы ла заманға тура килергә: заманса фекерләргә, үҙенең эшендә заманса технологиялар менән эш итергә бурыслы.
Балаларҙың һәләттәрен асыу һәм үҫтереү өсөн түбәндәге шарттарҙың булыуы мотлаҡ:
- уҡытыу һәм тәрбиә эшендә яңы технологиялар;
- уҡытыусыларҙың квалификацияһы;
- уҡыу йортоноң матди-техник базаһы.
Беҙҙең мәктәптә бөтәһе 1156 уҡыусы, шуларҙан: урыҫтар, татарҙар, башҡорттар, мариҙар һәм башҡа милләт вәкилдәре уҡый. Мәктәптә уҡыусылар урыҫ, башҡорт, татар, инглиз, немец телдәрен өйрәнәләр. Мәктәптә балаларҙың һәләтен асыу, уларҙы үҫтереү – уҡытыусының төп бурысы булып тора. Һәләтле балаларҙы асыҡлау, уларҙы үҫтереү эшендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһе лә ситтә ҡалмай. Методик берекмәнең маҡсаттарының береһе итеп дөйөм һәләтлелекте үҫтереүҙе төп маҡсат итеп ҡуябыҙ. Иң беренсе һәләтле уҡыусылар менән эштең методтары һәм формалары булып дәрес һәм дәрестән тыш эш тора.Уҡыу процесының төп формаһы булып, әлбиттә, дәрес ҡала. Дәресте уҡытыусы системалы рәүештә дифференциациялы һәм индивидуаль эш алымдарына таянып, уҡыусыларға төрлө үҫтереүсе һәм ижади эштәр:
-бирелгән терәк һүҙҙәр менән хикәйә төҙө;
-әкиәтте дауам ит;
-картина буйынса эш;
текста төшөп ҡалған сифаттарҙы өҫтәп яҙ;
- текст буйынса план төҙө һәм план буйынса һөйләү һ.б.
Төркөмдәр менән эш:
Класты төркөмдәргә бүлеү, телде ауыр үҙләштергән уҡыусыларға еңелерәк эштәр биреү ҡарала, мәҫәлән, текстан синоним, антонимдарҙы, фразеологик берәмектәрҙе табырға, 2-се төркөмгә тексты өлөштәргә бүлеп, планын төҙөргә, 3-сө төркөмгә – инша, хат-мәрәжәғәт яҙыу, геройҙарға характеристика бир кеүек ижади эштәр биреү уҡысыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу, яуаплылыҡ тойғолары уята.
Дәрестә уҡыусыны уйландыра торған проблемалы һорауҙар ҡуйыу, үҙ аллы эштәр кеүек эш төрҙәре ҡулланыу ҙа һәләтле балаларҙы үҫтереүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.
Һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларҙы үҫтереүҙә ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләү: осрашыуҙар үткәреү, төрлө сараларға ылыҡтырыу ҙа ҙур роль уйнай.
Һәләтле балаларҙы үҫтереүҙә дәрестән тыш саралар һәм түңәрәктәр эше мөһим фактор булып тора. Был йәһәттән, мәктәптә “Ҡыҙыҡлы башҡорт теле” исемле дәрестән тыш сара эшләй. Уның етәксеһе Ямаева Рита Таһировна.
Һәләтле балаларҙың танып белеүен үҫтереүҙе тикшереү (контроль) мәктәптә түбәндәгесә ойошторола:
- һөҙөмтәләр буйынса контроль (итоговый контроль);
- предмет буйынса контроль.
Һөҙөмтәләр буйынса контроль методик берекмә етәксеһе менән берлектә башҡарыла. Уның маҡсаты:
- йыл буйына уҡыусыларҙың конкурс, олимпиада, конференцияларҙа ҡатнашып яулаған дипломдарын һәм маҡтау ҡағыҙҙарын иҫәпкә алыу папкаһын булдырыу. Бындай папка һәр уҡытыусыла булырға тейеш тип уйлайым, сөнки ул уҡытыусының эш һөҙөмтәһе булып тора.
- йыл һөҙөмтәләре буйынса анализ (схема, таблица,);
Уҡыу йылы | Уҡыусының исеме | Класс | Сара | Кимәл | Урын | Уҡытыусы |
2018-2019 | Ғәлимов Тимур | 4 | Иншалар конкурсы | муниципаль | еңеүсе | Билалова М.М. |
2018-2019 | Шәкирова Гөлшат | 10 | Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада | муниципаль | призер | Ямаева Р.Т. |
2018-2019 | СуфияноваАзалия | 10 | Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада | муниципаль | призер | Ямаева Р.Т. |
2018-2019 | Хәмәтнуров Булат | 9 | Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада | муниципаль | еңеүсе | Ямаева Р.Т. |
2018-2019 | Ғайсина Айгөл, Трофимов Денис. | 4 4 | Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада Башҡорт теле буйынса олимпиада | муниципаль | призер еңеүсе | Билалова М.М. Ғиндуллина Р.С. |
2018-2019 | Шәйхәлиев Булат | 6 | Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса “Йыл уҡыусыһы” | муниципаль | еңеүсе | Ямаева Р.Т. |
- переспектив план булдырыу.
2018/2019 уҡыу йылына һәләтле балалар менән эш планы
№ | Уҡыусының исем – фамилияһы | Маҡсат | Ваҡыт |
1 | Марданова Динара Ғәлимов Тимур Зәйнутдинова Гүзәлиә Фазлиева Рузана | Район буйынса иншалар конкурсына әҙерлек («Дан йырлайым һиңә, Башҡортостан!) | Сентябрь-октябрь |
2 | Кәлимуллин Булат Ғабайдуллин Асҡар | «Урал батыр » эпосын төрлө телдәрҙә яттан һөйләү конкурсына әҙерләнеү | Сентябрь - декабрь |
3. | Лоҡманова Ләйсән | «Һаумы, һаумы, әкиәт!» район конкурсына әҙерлек | Сентябрь - декабрь |
4 | Шәкирова Гөлшат Суфиянова Азалия Хәмәтова Гөлназ Ғәйнутденова Элина Мөхәмәтйәнова Элиза | Региональ диктантҡа әҙерлек | Йыл буйы |
5 | Ғиләжева Аделина Сәйфуллина Ләйсән | Әсәләр көнөнә арналған байрамға әҙерлек | Сентябрь-ноябрь |
6 | Бер төркөм һәләтле уҡыусылар | Халҡыбыҙҙың ғөрөф – ғәҙәттәрен тергеҙеү маҡсатында төрлө йолаларҙы өйрәнеү, сәхнәләштереү | Октябрь - май |
7 | Бер төркөм һәләтле уҡыусылар | «Урал батыр» конкурсына әҙерләнеү” (сценарий) | Декабрь - март |
8 | Шәкирова Гөлшат Суфиянова Азалия Хәмәтнуров Булат Хәмәтова Гөлназ Ғәйнутденова Элина Рәхимйәнов Марат Юлдашев Азамат Хәзиев Динар Ғайсина Айгөл, | Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаға әҙерлек | Сентябрь - декабрь |
9 | Ижбулатов Данил Немцова Диана Иляева Аурика Трофимов Денис. | Башҡорт теле буйынса олимпиадаға әҙерлек | Сентябрь - декабрь |
10 | Сәдриева Илдинә Ғиләжева Аделина | Фәнни-ғәмәли конференцияға әҙерлек | Октябрь - ғинуар |
Предмет буйынса контроль. Бындай контроль уҡытыусыларҙың эшенә дөрөҫ йүнәлеш биреү маҡсатында үткәрелә.
Һәр бер кеше бай ижади һәләттәр менән тыуа. Бөтә бәләкәй балалар ҙа тыумыштан уҡ ғалимдар, музыканттар, төҙөүселәр һәм шағирҙар. Балаларҙың һәләтен асыу – күп яҡлы һәм ҡатмарлы эш. Һәләтлелекте үҫтереүҙең уңышлы һөҙәмтәһе булып ата-әсәләр, мәктәп администрацияһы һәм уҡытыусыларҙың берҙәм хеҙмәттәшлеге, системалы эшмәкәрлеге тора.
Туған телдәр буйынса директор урынбаҫарҙарына һәләтле балалар менән эште ойоштороуҙа һәм контроллләүҙә түбәндәге тәҡдимдәрҙе күҙ уңында тота:
Һәләтле балалар менән эш программаһын, методикаһын өйрәнеү;
Ата-әсәләр, психологтар, социаль-педагогик хеҙмәт, мәктәп администрацияһы менән берҙәм тығыҙ бәйләнештә эшләү;
Һәләтле балаларҙы асыҡлауҙа, уларҙы үҫтереүҙә төрлө дәрестән тыш саралар: олимпиадалар, конференциялар, спорт ярыштары, конкурстар, байрамдар үткәреү;
Мәктәп, ҡала сараларына ата-әсәләрҙе ылыҡтырыу.
Һүҙҙе йомғаҡлап шуны әйтке килә: һәләтле балаларҙы асыу, уларҙы үҫтереү эше системалы эш алып барғанда ғына үҙенең емештәрен бирәсәк. Шуның өсөн был эштә бөтә көстәрҙе берләштерһәк, йәғни, ғаилә, мәктәп, юғары уҡыу йорттары, ғилми коллективтар ойошоп эшләгәндә яҡшы һөҙөмтәләр үҙен оҙаҡ көттөрмәҫ, тип уйлайбыҙ.
Предварительный просмотр:
“Йондоҙло сәғәт” уйыны.
Сәхнәлә “Минең Ватаным” йыры
1-се алып барыусы. Хәйерле көн, дуҫтар, хәйерле көн,
Хәйерле көн йәше, ҡартына.
Хәйерле көн килгән ҡунаҡтарға
Хәйерле көн барыһы-барыһына.
2-се алып барыусы. Хөрмәтле уҡыусылар,уҡытыусылар, килгән ҡунаҡтар һәм мәртәбәле жюри ағзалары! Һеҙҙе 2-се мәктәптә “Йондоҙло сәғәт” бәйгеһендә күреүебеҙгә бик шатбыҙ.
1-се алып барыусы. Әйҙәгеҙ, һеҙҙең рөхсәт менән, сәхнәбеҙ түренә бәйгебеҙҙең сәбәпселәрен саҡырайыҡ. Улар: 6 класс уҡыусылары-
2-се алып барыусы. Шулай итеп, “Йондоҙло сәғәт” уйынын башлайбыҙ!
1-се алып барыусы. Туҡта, туҡта, ҡайҙа ашығаһың? Ә еңеүсене кем билдәләй һуң?
2-се алып барыусы. Ысынлап та, бөтөнләй баштан сыҡҡан. Бәйге булғас, жюриһыҙ булмай инде ул.
1-се алып барыусы. Мәртәбәле жюри ағзалары менән таныштырып китергә рөхсәт итегеҙ:
2-се алып барыусы. Ә бына хәҙер инде “Йондоҙло сәғәтт”те башлаһаҡ та була. Уйын өс турҙан һәм финалдан тора. Финалға иң күп мәрәй йыйған өс уҡыусы сығасаҡ. Һәр турҙан һуң иң әҙ мәрәй йыйған уҡыусылар төшөп ҡаласаҡ. Ә мәрәй йыйыу өсөн инде һорауҙарға дөрөҫ яуап биреү талап ителә. Уҡыусылар, һеҙҙең алдығыҙҙа һандар яҙылған табличкалар ята. Һеҙҙән ошо табличкалар ярҙамында бирелгән һорауға дөрөҫ яуап һайлап алыу талап ителә.
1-се алып барыусы. Һулар һауам, йәнгә дауам,
Сыуаҡ,матур көнгенәм,
Күңелдәргә йәйғор һуҙған
Йор һәм сәсән телгенәм,
Башҡортостан илгенәм!
2-се алып барыусы. 1 тур. “Башҡортостан буйлап”
1. Шүлгәнташ мәмерйәһе Башҡортостандың ҡайһы районында урынлашҡан?
1) Ейәнсура районы;
2) Бөрйән районы;
3) Баймаҡ районы;
4) Ундай мәмерйә юҡ.
2. Башҡортостан картаһын ҡайһы шағир ҡайын япрағына оҡшата?
1) Назар Нәжми;
2) Рауил Бикбаев;
3) Мостай Кәрим;
4) бер кем дә оҡшатмай.
3. Башҡортостанда нисә район бар?
1) 61; 2) 48;
3) 53; 4) 54.
4. Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы?
1) Стәрлетамаҡ; 3) Өфө;
2) Темәс; 4) Бөрө.
5. Башҡортостандағы иң оҙон йылға?
1) Ҡариҙел;
2) Кама;
3) Дим;
4) Ағиҙел
2-се алып барыусы. Беренсе тур тамам. Һүҙҙе жюриға бирәйек.
Йыр “Минең ҡалам”
1-се алып барыусы. 2 тур. “Нефтекамам-туған ҡалам”
2-се алып барыусы.
1.Нефтекама ҡалаһына нисәнсе йылда нигеҙ һалынған?
- 1963
- 1962
- 1964
- 1961
2. Күрһәтелгән гербтарҙың ҡайһыныһы Нефтекама ҡалаһыныҡы?(слайдта 4 төрлө герб)
3. 2013 йыл беҙҙең ҡала үҙенең нисә йыллыҡ юбилейын билдәләй?
1) 45 3) 65
2) 50 4) 55
4. Ҡаланың 2-се һанлы мәктәбе нисәнсе йылда асылған?
1) 1961 3) 1963
2) 1962 4) ундай мәктәп юҡ
5. Беренсе директоры кем булған?
1) 3)
2) 4)
1-се алып барыусы. 2-се тур тамам. Жюри ағзаларына һүҙ бирәйек
Бейеү
Бергә : Өсөнсө тур килеп етте – тик зирәктәр генә үтте.
2-се алып барыусы . Беҙ һеҙҙең менән уйыныбыҙҙың аҙағына ла яҡынлаштыҡ. Алда – финал. Бер нисә минуттан беҙ “Йондоҙло сәғәт” уйынының еңеүсеһен билдәләйәсәкбеҙ.
1-се алып барыусы . Өсөнсө турҙа еңеүселәрҙе финалға саҡырабыҙ.”Башҡортостан” һүҙенән кем күберәк һүҙ төҙөр. Исем һүҙ төркөмөнә ингән һүҙҙәр генә дөрөҫ яуапҡа һаналасаҡ. Бер минут ваҡыт бирелә.Ваҡыт китте.
БАШҠОРТОСТАН
1-се алып барыусы . Шулай итеп, “Йондоҙло сәғәт” уйыны тамам.Ә хәҙер хөрмәтле жюриға һүҙ бирәйек.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Татар теле һәм әдәбияты дәресләрендә сәләтле балалар белән эшләү программасы
Безнең балаларыбыз тиз үсә. Тик шуны истә тотарга кирәк: бүген без сәләт, омтылышларын үстерергә ярдәм иткәндә генә, алар мөстәкыйль яши, тормышта яңа үрләр яулый ала. Аеруча сәләтле балаларны...
Сәләтле балалар белән эшләү.Табигать фәннәреннән олимпиадаларга әзерләү.
Әлеге тестны 8-9 нчы классларда географиядән олимпиадага әзерләгән вакытта кулланырга мөмкин. Сораулар фәннең төрле юнәлешләреннән алынды....
"Яр Чаллы шәһәре Мәгариф идарәсе "16 нчы "Огниво"Балалар иҗат үзәге"
"Үз тарихын тирән төшеп эзләп тапкан халык,киләчәген дә шулкадәр ерак күрә ала"дигән фәнни-гамәли конференциядә чыгыш ясаган өчен диплом....
Һәләтле балалар- беҙҙең киләсәгебеҙ
Уникаллек, талантлылыҡ, һәләтлек Платон заманынан уҡ кешелекте ҡыҙыҡһындырған мәсьәлә. Һуңғы йылдарҙа быға бигерәк тә иғтибар артты: Дәүләт кимәлендә маҡсатлы программа сиктәрендә “Рәсәй б...
Гүзәл Башҡортостаныбыҙ - изге төйәгебеҙ
Уҡыусымдың ижады...