Гүзәл Башҡортостаныбыҙ - изге төйәгебеҙ
творческая работа учащихся

Хисаметдинова Әлиә Закуан ҡыҙы

Уҡыусымдың ижады

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon konkurs_sochineniy_.doc43 КБ

Предварительный просмотр:

Гүзәл Башҡортостаныбыҙ – изге төйәгебеҙ

(Г. Ғәлимова ижады )

                       Етәксеһе: башҡорт теле һәм          

                әҙәбиәте уҡытыусыһы  

                           Хисаметдинова Әлиә Закуан ҡыҙы

         Еребеҙ тип беҙ янмаһаҡ, кем һуң яныр?

Рауил Бикбаев.

Асыҡ тәҙрәнән көҙгө йылы елгә эйәреп, алтын төҫкә мансылған япраҡ өҫтәлемә төшөп ятты, ятты ла: “Эй, ҡыҙ бала, урамға сыҡ, көҙгө ҡояш нурҙарында битеңде иркәләт”, тип мине тышҡа әйҙәй башланы. Һары япраҡты усыма алып, урамға сыҡтым. Нисек рәхәт! Аяҡтарым мине көҙгө урман эсенә алып кереп киттеләр. Ҡалай матур бында! Әйтерһең дә, тирә-яҡ алтын нурға ҡойонған, ағастар береһенән-береһе матур күлдәктәрен кейгәндәр, ҡоштар ҙа ара-тирә тәбиғәтебеҙҙең матурлығына һоҡланып, көй һуҙалар. Наҙлы ел мине биттәремдән һыйпап иркәләй. Ә минең ҡулымда теге япраҡ. Шул япраҡҡа ҡарайым да Мостай Кәримдең шиғыры иҫкә төшә:

Ер-шарының картаһына ҡараһаң яҡшы ғына,

Башҡортостан шул картала бер япраҡ саҡлы ғына...

Ысынлап та, картаға иғтибар итеп ҡараһаң,  беҙҙең республикабыҙ япраҡ саҡлы. Ә үҙе күп милләтле, бай, матур, ғөмүмән, минең яратҡан республикам. Э-һе-һей, ҡоштар, ағастар, ишетәһегеҙме, мин оло Башҡортостандың кес кенә шәхесе. Мин бәхетлемен. Башҡорт булыуым менән бәхетлемен. Башҡорт ерендә тыуып үҫеүем менән, уның шифалы һауаһын һулап йәшәүем менән бәхетлемен.

Мин дә үҫермен, илемә кәрәкле шәхес булырмын. Ә әлегә мин 9-сы синыф уҡыусыһы ғына.

Мин Нурлы һәм иманлы Нуриман районының Яңы Күл ауылы ҡыҙымын. Шунда тәүге тәпәй баҫҡанмын, туған телемдә “әсәй” тип тел асҡанмын…  

Тыуған ил тыуып үҫкән ерҙән башлана. Минең өсөн тыуған ер – ул тыуған йортом, ғәзиздәрҙән-ғәзиз ауылым һәм республикабыҙға күренекле яҙыусылары, артистары, фән эшмәкәрҙәре менән дан тотҡан Нуриман районым.

            Нуриманда тыуып үҫтем,

            Ҡариҙел һыуын эстем.

            Ҡариҙел һыуын эскәнгә

            Сәләмәт булып үҫтем...

Мин үҙемде оло Башҡортостандың кес кенә шәхесе тигән инем бит? Бына ошо һүҙҙәремә тоғро ҡалам мин. Үткәнһеҙ бөгөнгөһө юҡ, бөгөнгөһөн белмәй тороп, киләсәккә һуҡмаҡ ярып булмай ул, ҡыҙым, тип өйрәтәләр миңә олатайым менән өләсәйем. Хаҡ һүҙҙәр. Шуға ла, илемдең патриоты булараҡ, телемде, халҡымдың тарихын, йолаларын өйрәнәм.

Шуны беләм: Башҡортостан электән үк үҙенең шанлы тарихы, ҡурҡыу белмәҫ батырҙары менән дан тотҡан.

         Ергенәйем алтын, һыуы һалҡын,

         Башҡорт ере кеүек ер ҡайҙа?..

Тип  маҡтанып түгел, һоҡланып әйткән борондан беҙҙең ата – бабаларыбыҙ.  Башҡорт ерҙәре ниндәй генә бай булмаһын, ул байлыҡтар мәңгелек түгел бит. Башҡорт ерҙәре ни тиклем ҙур булмаһын, сикһеҙ түгел бит. Кешене кеше  иткән бәрәкәтле ер ошо ер инде. Ошо ерҙәр өсөн халыҡ күпме тир түккән, ҡан ҡойған. Борон бер ырыу башлығынан: “Ерегеҙ икһеҙ-сикһеҙ: ул тау-урманы, ялан-туғайы, йылға-күле. Ниңә һеҙгә шул саҡлы, кәрәгенән артығы?” – тип һорағандар, ти. “Еребеҙ икһеҙ-сикһеҙ, тик уның артығы юҡ.

Төрлөлөгө менән ул бөтөн, ырыуға яҙмыш төйәк булыуы менән ғәзиз,” – тип яуап биргән башлыҡ.

Эйе, Башҡортостан һәр быуатта ла ниндәйҙер үҙгәрештәр кисергән, әммә бирешмәгән. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ үҙ ирке менән Рәсәйгә барып ҡушылған. Нисәмә йылдар буйына бер-береһе менән татыу йәшәгән.

Ә бит булған шундай заманалар. Миҫал өсөн ХIХ быуаттың беренсе яртыһын ғына алайыҡ. Мин быларҙы тарихтан һәм күпселек әҙәби әҫәрҙәрҙән уҡып беләм. Мәҫәлән, Дауыт Юлтыйҙың “Ҡарағол” драмаһы шуны һөйләй: ХIХ быуаттың тәүге яртыһында Башҡортостанда кантонлыҡ системаһы башлана. Был осорҙа башҡорттар ярым хәрби сословиеға әйләндерелеп, уларҙың азатлыҡ өсөн көрәшен һүндереү маҡсатында армияға алынып, оҙаҡ йылдар хәрби хеҙмәткә мәжбүр ителә. Башҡортостан территорияһы кантондарға бүленеп, уның башына батшалыҡҡа тоғро хеҙмәт итер кантон башлыҡтары тәғәйенләп ҡуйыла. Крайҙы колонизациялау – урыҫ алпауыттарын, татар мырҙаларын башҡорт ерҙәренә күсереп ултыртыу көсәйә. Халыҡ араһында ер, ирек өсөн көрәш башлана.

Беҙҙең бөгөнгөбөҙҙө ҡайғыртып борон ата-бабаларыбыҙ ниндәй генә яуҙарҙа һуғышмаған да үҙҙәрен ҡорбан итмәгән. улар алдында беҙ башыбыҙҙы эйергә тейешбеҙ, илебеҙҙе һаҡларға, уның артабынғы үҫешенә тос өлөш индерергә

бурыслыбыҙ. Үҙебеҙҙең телебеҙгә, милләтебеҙгә тап төшөрмәһәк ине. Йәшәйешебеҙгә битараф булмайыҡ. Беҙ бит Башҡортостандың бөгөнгөһө һәм өмөтлө киләсәге булып ҡалабыҙ.

“Беҙ милләтебеҙ яҙмышы, уның киләсәге тураһында хаҡлы рәүештә һүҙҙе былай тип башлайбыҙ: “Телебеҙҙе, йыр-моңобоҙҙо, изге йолаларыбыҙҙы, айыҡ аҡылыбыҙҙы һаҡлайыҡ”. Был уй-теләктәребеҙҙең төп асылы. әммә милләтте һаҡлар, уны раҫлар һәм күтәрер тағы бер нәмә бар. Ул – хеҙмәт. аҡыл һәм ҡул хеҙмәте. Эштән бингән халыҡ, хеҙмәттә

маһирлығын, ихласлығын, ижади ярһыуын юғалтҡан меҫкенгә ҡаласаҡ. Ул инде, “илем-илем” тип күпме ҡабатлаһаң да, телен дә, моңон да, йолаларын да һаҡлай алмаясаҡ,” – тигән фекер яҙып ҡалдырған Башҡортостаныбыҙҙың бөйөк әҙибе, әҙәбиәтебеҙҙең өс тағаны Мостай Кәрим.

Хеҙмәтебеҙгә күрә хөрмәткә лайыҡ булып йәшәргә яҙһын беҙгә. Үрҙә әйткәнемсә, илебеҙҙең киләсәге тик беҙҙең ҡулда! Йәштәр ҡулында. “Бешкән емештән да татлылыр был йәш ваҡыт,” тигән мәғрифәтсе-шағир Мифтахетдин Аҡмулла. Ысынлап та, йәшлек – кеше ғүмеренең иң матур мәле. Шуға ла беҙ, йәштәр, ғүмеребеҙҙең ҡәҙерен белеп, яҡшы эштәр ҡылып, донъяны нурға күмергә тейешбеҙ.      

Йомғаҡлап шуны әйтке килә: Башҡортостан республикаһы бөгөнгө көндә лә үҫә, төрлө өлкәләрҙә ҙур уңыштарға өлгәшә. Ул Рәсәйҙең иң матур ҡалаһы исеменә лайыҡ.

Беҙҙең республикабыҙ – күп милләтле республика. Һәр милләт кешеһе үҙ телендә, үҙ халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрендә тәрбиәләнергә хаҡлы. Һәр кем үҙенең милләтен ғорурлыҡ менән әйтергә тейеш.

Дуҫтар, изге эштәр ҡылайыҡ, халҡыбыҙға хеҙмәт итәйек, рухи байлығыбыҙҙы һаҡлайыҡ, киләсәк быуындарыбыҙға тапшырырлыҡ итеп һаҡлайыҡ! Изге маҡсаттар менән генә йәшәйек. Илебеҙ, телебеҙ, еребеҙ тип янайыҡ.

Еребеҙ тип беҙ янмаһаҡ, кем һуң яныр?

Бәләләрҙән беҙ ҡотҡармай, кем ҡотҡарыр?

Көс-ҡеүәтте беҙ тапмаһаҡ, кем һуң табыр?

                                   


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Укытучы – изге һөнәр иясе

Укытучы – изге һөнәр иясе...

Тәрбия сәгате "Табигатьне саклау - изге бурычыбыз!"

Табигатьне саклау, экологик культура тәрбияләүгә юнәлтелгән тәрпбияви  чара....

Ватанны саклау-изге бурыч

23 нче февраль-Ватанны саклаучылар көне уңаеннан үткәрелгән ачык чара үрнәге...

гаилә елында изге эшләр

Элек-электән татар халкы китапларга хөрмәт белән караган һәм күп укыган. Китап  яхшыны яманнан аерырга, уйланырга, нәтиҗә ясарга өйрәтә.         Китаплар у...

Һәләтле балалар- беҙҙең киләсәгебеҙ

Уникаллек, талантлылыҡ, һәләтлек Платон заманынан уҡ кешелекте ҡыҙыҡһындырған  мәсьәлә. Һуңғы йылдарҙа быға бигерәк тә иғтибар артты: Дәүләт кимәлендә маҡсатлы программа сиктәрендә “Рәсәй б...