Һәләтле балалар- беҙҙең киләсәгебеҙ
статья на тему

Рәхмәтуллина Гөлнәзирә Рәхимйән ҡыҙы

Уникаллек, талантлылыҡ, һәләтлек Платон заманынан уҡ кешелекте ҡыҙыҡһындырған  мәсьәлә. Һуңғы йылдарҙа быға бигерәк тә иғтибар артты: Дәүләт кимәлендә маҡсатлы программа сиктәрендә “Рәсәй балалары” һәм  “Һәләтле балалар “ тигән программалар ҡарары ҡабул ителде. Һәм был мәсьәлә бөгөнгө  көндә лә бик актуаль булып тора.

Һәләтле һәм талантлы балаларҙы асыу, уҡытыу, тәрбиәләү – мәғрифәт системаһының төп проблемаларының береһе. Быны хәҙерге йәмғиәткә белемле, әүҙем, ижади ҡарашлы, төрлө ситуацияларҙа ла юғалып ҡалмайынса эффектив ҡарар ҡабул итә алырҙай шәхестәрҙең кәрәклелеге менән аңлатырға булыр ине.

Тәбиғәт кешегә  сикһеҙ мөмкинселектәр биргән.  Шуға ла һәр бер бала тыумыштан нимәгә булһа ла һәләтле . Тик  был һәләттәрҙе ваҡытында күреп, уны үҫтерә белеү зарур. Был үтә лә яуаплы эш ата-әсәнең һәм уҡытыусыларҙың ҡулында

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл odarennye_deti_-eto_nashe_budushchee.docx39.07 КБ

Предварительный просмотр:

                        Һәләтле балалар –ул беҙҙең киләсәгебеҙ

Уникаллек, талантлылыҡ, һәләтлек Платон заманынан уҡ кешелекте ҡыҙыҡһындырған  мәсьәлә. Һуңғы йылдарҙа быға бигерәк тә иғтибар артты: Дәүләт кимәлендә маҡсатлы программа сиктәрендә “Рәсәй балалары” һәм  “Һәләтле балалар “ тигән программалар ҡарары ҡабул ителде. Һәм был мәсьәлә бөгөнгө  көндә лә бик актуаль булып тора.

Һәләтле һәм талантлы балаларҙы асыу, уҡытыу, тәрбиәләү – мәғрифәт системаһының төп проблемаларының береһе. Быны хәҙерге йәмғиәткә белемле, әүҙем, ижади ҡарашлы, төрлө ситуацияларҙа ла юғалып ҡалмайынса эффектив ҡарар ҡабул итә алырҙай шәхестәрҙең кәрәклелеге менән аңлатырға булыр ине.

Тәбиғәт кешегә  сикһеҙ мөмкинселектәр биргән.  Шуға ла һәр бер бала тыумыштан нимәгә булһа ла һәләтле . Тик  был һәләттәрҙе ваҡытында күреп, уны үҫтерә белеү зарур. Был үтә лә яуаплы эш ата-әсәнең һәм уҡытыусыларҙың ҡулында.

 Һәләтле бала үҙенең фекерләү ҡеүәһе, төрлө фәндәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныусанлығы менән башҡаларҙан айырылып тора. Ғәҙәттә, уларҙың хәтере яҡшы үҫешкән, фекерләүе үҙенсәлекле була. Улар бөтә фәндәрҙән дә яҡшы өлгәшәләр, төрлө түңәрәктәргә йөрөйҙәр, мәктәптә, ҡала һәм республика кимәлендә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, конференцияларҙа әүҙем ҡатнашалар.

Балаларҙың һәләтен асыу ҡатмарлы һәм оҙайлы процесс. Быны бер көндә,  хатта бер аҙнала ла эшләү мөмкин түгел. Балаларҙың һәләтлелек сифаттарын асыу  өсөн уны уҡыу процесындала, дәрестән тыш ваҡыттарҙа ла күҙәтергә мөмкин. Был процесты баһалау өсөн оҙайлы рәүештә эш алып барыу мөһим. Шуның өсөн баланың һәләтен асыу, уны шәхес итеп формалаштырыу эше стратегик пландар ҡороп, төплө уйлап эшкә тотоноуҙо һәм системалы эш алып барыуҙы талап итә. Балаларҙың һәләтен асыуҙа һәләтле уҡытыусының булыуы –ҙур табыш. Алдан әйтеүебеҙсә, уҡытыусы  баланың һәләтен ваҡытында күреп, уны үҫтереүҙә , дөрөҫ юл күрһәтеүҙә баһалап бөткөһөҙ ҙур роль уйнай. Уҡытыусының һәләтен билдәләү өсөн ғалимдар төрлө типтағы  тестар тәҡдим итәләр, һәм был тестар бөгөнгө көндә әүҙем ҡулланыла.

 Эш тәжрибәмдән сығып әйткәндә, һәләтле балалар менән ошондай төрҙәге эштәр алып барыла:

  • предмет –ара олимпиадалар;
  • дистанцион олимпиадалар;
  • конкурстар;
  • ғилми-ғәмәли конференциялар;
  • түңәрәк өҫтәлдәр.

Уҡыу һәм тәрбиә процесында ,уҡытыусы уҡыусының һәләттәренә ҡарап, ҡайһы уҡыусы менән ниндәй төр эшкә тотонорға кәрәклеген асыҡлауҙа, уҡытыусы менән уҡыусының берҙәм эшмәкәрлеге, уҡытыусының алдан күрә белеү һәләте ярайһы ғына ҙур роль уйнай.

 Уҡыу  йылы

Уҡыусының

исеме

Класс

Сара

Кимәл

Урын

2011-2012

Ғайсина Ю.

7

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада

муниципаль

1

2011-2012

Ғайсина Ю.

7

Олимпиада  “Надежда”

муниципаль

3

2011-2012

Батршина И.

7

“Урал батыр” конкурсы

муниципаль

1

2011-2012

Батршина И.

7

“Урал батыр” конкурсы

муниципаль

1

2011-2012

Батршина И.

7

“Урал батыр” конкурсы

Республика

3

2012-2013

Ғайсина Ю.

8

Олимпиада  “Надежда”

муниципаль

3

2012-2013

Ғайсина Ю.

8

Иншалар конкурсы

муниципаль

1

2014-2015

Батршина И.

10

“Урал батыр” конкурсы

муниципаль

1

Күреүебеҙсә, бер уҡыусы үҙенең һәләттәрен предмет-ара олимпиадаларҙа күрһәтһә, икенсеһе иһә конкурстарҙа өҫтөнлөк күрһәткән. Күҙәтеүҙәргә һәм эш тәжрибәһенә таянып һәләтле бала портретын ошолай итеп төҙөргә булыр ине:

                                       яңылыҡҡа ынтылыусан                                                                      

креатив фекерләүсе                                                                       хәтере яҡшы

телмәре үҫешкән                                                                                          уңышҡа ынтыла

үҙ аллы    

                 күҙәтеүсән                                                         һәр нәмәгә үҙ ҡарашы бар                                                              

                                                                 әүҙем                    

Һәләтле баланың бер сифаты – яңылыҡҡа ынтылыусан, тип билдәләгән инек. Ысынлап та , замана балаларына заманса ҡараш кәрәк. Тимәк, уҡытыусы ла заманға тура килергә: заманса фекерләргә, үҙенең эшендә заманса технологиялар менән эш итергә бурыслы.

Яңы быуын федераль дәүләт стандарттарына ярашлы уҡытыусы менән уҡыусы берҙәм эштә партнерҙар.  Уҡыусы үҙенең ижади эшмәкәрлеге аша белем ала. Уҡытыусы иһә уға был эштә ярҙамсы, консультант. Яңы стандарттар буйынса сығарылыш уҡыусыһы белемле, үҙ аллы ҡара ҡабул итергә һәләтле, ижади шәхес булып формалашырға тейеш. Ошо талаптарҙан сығып эш тәжрибәмдә балаларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып төрлө технологиялар , бигерәк тә, модуль технологияһын, проектлау һәм уйын технологияларын ҡулланам һәм ҡалала һәм республикала үткәрелгән сараларҙа эш тәжрибәм менән уртаҡлашам.

Уҡыу процесында уҡыусылар рефераттар яҙа, докладтар менән сығыш яһай, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашҡандарының сығыштары йыйынтыҡтарҙа донъя күрә.(Бикбов Ф. Экономика,управление,гуманитарные науки и право на современном этапе: проблемы,поиски, перспективы.- Материалы научно-практической конференции. - Кумертау,2012 г.) Шулай уҡ, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларында үткәрелгән ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашалар.

Уҡыусылар фәнни-тикшеренеү эшенең  нигеҙҙәрен ныҡлы үҙләштерһә, юғары уҡыу йортонда уларға курс эшен, диплом эшен яҙыу ауыр булмаясаҡ. Сөнки уларҙың логик фекерләүе, үҙ ҡарашын, позицияһын яҡлай белеүе ярайһы  үҫешкән буласаҡ.

 Шулай уҡ,  уҡыусыларымдың «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашыуы һәм призлы урындар яулауы бик ҡыуаныслы хәл. Халҡыбыҙҙың боронғо ҡомартҡыһы булған был  эпосты башҡорт телендә генә түгел, ә рус һәм төрөк телендә һөйләүҙәре тағы ла бер мәртәбә өҫтәй. Был конкурс һәләттәрҙе генә үҫтереп ҡалмай, ә башҡорт рухын , халыҡ ижадына һөйөү, илһөйәрлек хисен тәрбиәләй.

Һәләтле балаларҙы тәрбиәләүҙә уҡытыусының заман менән бергә атлауын, уның юғары квалификацияға эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алған инек. Был йәһәттән  шундай маҡсаттар ҡуйылған:

- профессиональ бәйгеләрҙә ҡатнашыу;

- өйрәтеүсе семинарҙарҙа ҡатнашыу;

- квалификацияны күтәреү буйынса курстар үтеү.

Шулай итеп, балаларҙың һәләттәрен асыу һәм үҫтереү өсөн түбәндәге шарттарҙың булыуы мотлаҡ:

  • уҡытыу һәм тәрбиә эшендә яңы технологиялар;
  • уҡытыусыларҙың квалификацияһы;
  • уҡыу йортоноң матди-техник базаһы.

 Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйткем килә: һәләтле балаларҙы асыу, уларҙы үҫтереү эше  системалы эш алып барғанда ғына үҙенең емештәрен бирәсәк.  Шуның өсөн был эштә бөтә көстәрҙе берләштерһәк, йәғни, ғаилә, мәктәп, юғары уҡыу йорттары, ғилми коллективтар  ойошоп эшләгәндә яҡшы һөҙөмтәләр үҙен оҙаҡ көттөрмәҫ, тип уйлайым.

Ҡулланылған әҙәбиәт  һәм сығанаҡтар

1.Абдрахманов Р.С. Һәләтле балалар менән эште камиллаштырыу юлдары, Өфө: 2013.

2. Монина Г., Рузина М. Ох уж эти одаренные дети. Талант и синдром дефицита внимания: двойная исключительность. – СПб.: Речь; М.: Сфера, 2010

3.II Международная конференция по проблемам одаренности/ Д. Б. Богоявленская //Вопросы психологии. - М., 2004. - № 3. - С. 120-121

4.http://mimc.org.ru/2011-02-10-05-56-03 - ФГОС в основной школе.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Татар теле һәм әдәбияты дәресләрендә сәләтле балалар белән эшләү программасы

Безнең балаларыбыз тиз үсә. Тик шуны истә тотарга кирәк: бүген без сәләт, омтылышларын үстерергә ярдәм иткәндә генә, алар мөстәкыйль яши, тормышта яңа үрләр яулый ала. Аеруча сәләтле балаларны...

Сәләтле балалар белән эшләү.Табигать фәннәреннән олимпиадаларга әзерләү.

Әлеге тестны 8-9 нчы классларда географиядән олимпиадага әзерләгән вакытта кулланырга мөмкин. Сораулар фәннең төрле юнәлешләреннән алынды....

"Яр Чаллы шәһәре Мәгариф идарәсе "16 нчы "Огниво"Балалар иҗат үзәге"

"Үз тарихын тирән төшеп эзләп тапкан халык,киләчәген дә шулкадәр ерак күрә ала"дигән фәнни-гамәли конференциядә чыгыш ясаган өчен диплом....