“Әсә йөрәге” ҡобайыры буйынса дәрес планы
план-конспект урока (5 класс)

Истамғәлин Илгиз Наил улы

“Әсә йөрәге” ҡобайыры буйынса дәрес планы

Маҡсат: 1). Әсә йөрәге ҡобайырының йөкмәткеһе менән танышыу,ҡобайыр  жанрын  үҙләштереү,

2). уҡыусыларҙың телмәрен  үҫтереү, һүҙлек байлығын арттырыу,

3). уҡыусыларҙа мәрхәмәтлелек, игелеклек  кеүек яҡшы сифаттар тәрбиәләү,

ата-әсәгә ҡарата һөйөү, ихтирам тәрбиәләү

Йыһазлау: презентация

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл s_yorge.docx19.3 КБ

Предварительный просмотр:

“Әсә йөрәге” ҡобайыры буйынса дәрес планы

Маҡсат: 1). Әсә йөрәге ҡобайырының йөкмәткеһе менән танышыу,ҡобайыр  жанрын  үҙләштереү,

2). уҡыусыларҙың телмәрен  үҫтереү, һүҙлек байлығын арттырыу,

3). уҡыусыларҙа мәрхәмәтлелек, игелеклек  кеүек яҡшы сифаттар тәрбиәләү,

ата-әсәгә ҡарата һөйөү, ихтирам тәрбиәләү

Йыһазлау: презентация

Дәрес барышы:

1.Ойоштороу мәле. Инеш әңгәмә.

Һаумыһығыҙ!. Бөгөн беҙҙә ҡунаҡтар бар.  Дәрестә матур яуап биреп,бишле генә билдәләренә өлгәшерһегеҙ тигән өмөттә дәресте башлайбыҙ.

2.Матур йыр тыңлайбыҙ.

Был ниндәй йыр?

Ә нимә тип йырлана икән  был йырҙа? Һүҙҙәренә иғтибар итәйек әле.

Йоҡла, балам, йом күҙең,

Йом-йом күҙең, йондоҙом,

Уйнап үтер көндәрең.

Әли-бәлли көйләрмен

Әкиәттәр һөйләрмен.

“Тәүфиҡлы бул”- тиермен,

“Бәхетле бул”- тиермен

Был ниндәй йыр?

Әйҙәгеҙ уҡып ҡарайыҡ әле.(, балаларҙың уҡыуы)

Кем был йырҙы йырлай?

Бөгөн дәрестә кем тураһында  һөйләшебеҙ?

3. Яңы материал өҫтөндә эш.

Ер йөҙөндә  иң яғымлы, иң ғәзиз һүҙ - ул әсә   .Шул һүҙ менән баланың теле асыла, һәм был һүҙ бөтә телдәрҙә лә  моңло яңғырай.  Әсә йөрәге- иң тоғро, иң һиҙгерйөрәк.  Бала яҙмышына ҡағылған һәр ваҡиға әсә йөрәге аша үтә.

Бөгөн дәрестә  беҙ “Әсә йөрәге” ҡобайыры менән танышасаҡбыҙ.

Таҡтаға числоны, теманы яҙабыҙ.

Ә нимә ул ҡобайыр?

а)Ҡобайыр –ул дан йыры, маҡтау  йыры. Батырҙарын, Тыуған илен данлаған әҫәр ҡобайыр  була.

б) Һүҙлек эше эшләү:

в)Ҡобайыр – көйләп  башҡарылыу өсөн ижад  ителгән  жанр төрө. (ҡобайырҙың бер строфаһын көйләп уҡыу)  Тағы ла ҡобайырҙың ниндәй  үҙенсәлеге бар икәне?  Иғтибар  менән ҡарап  ултырығыҙҙа  дәрес һуңында әйтерһегеҙ.

г) Мин ҡобайырҙы уҡып сығам ,ә һеҙ иғтибар менән күҙәтәһәгеҙ, уҡырға әҙерләнәһегеҙ.

д) Уҡыусыларҙың ҡобайырҙы  өлөштәргә бүлеп уҡыуы.

е)Йөкмәтке өҫтөндә эш:

Был хәл ҡасан булған?

Йәйләүҙә  ниндәй кешеләр йәшәгән?

 Илгә  ниндәй хәбәр таралған?

Кешеләр был хәбәргә шатланғанмы?

Ҡыҙ ниндәй шарт ҡуйған?

Егет  быға  шатланғанмы?

Күнгән ҡыҙҙың шартына тигән һүҙҙәрҙе нисек аңлайһығыҙ?

Егет йығылып киткәс  йөрәк ни эшләгән?

ж) Ҡобайырҙы маҡтау данлау йыры тигән инек, был әҫәрҙә маҡтау, данлау бармы?

Ниндәй ҡайғы, һағыш бар?(Егет әсәһенең күкрәген  йыртып  асып һөйгәненә илтә. )

Эйө, донъяла иң ҡәҙерле кешеһен  рәнйеткән, үлтергән кешеһен беҙ ғәйепләйбеҙ. Йәмғиәттә ундай кешене хөкөм итәләр. Беҙ  ҙә дәресебеҙҙе дәрес- хөкөм тип  атайбыҙ.

(Хөкөм  һүҙенең мәғәнәһен асыҡлау өсөн һүҙлек эшенә иғтибар итәйек)

Хөкөм-суд

Хөкөм итеүсе –судья

ғәйепләүсе- обвинитель

яҡлаусы-защитник

з)Ғәҙәттә хөкөм итеүҙә  ғәйепләүселәр, яҡлаусылар, хөкөм итеүселәр була.

1-се рәт- ғәйепләүселәр

2-се рәт- яҡлаусылар

3-сө рәт- хөкөм итеүселәр тип билдәләйбеҙ.

Һүҙ ғәйепләүселәргә бирелә. Һеҙҙеңсә ғәйепле кем? Ни өсөн?(Ғәйепләүселәр төп  ғәйепләүсе тип  ҡыҙҙы атайҙар. Ул  егетте  оло  енәйәткә этәрә) Ҡыҙҙың һүҙҙәрен табып  уҡығыҙ әле.  

Егет һеҙҙеңсә ғәйеплеме?Уның ғәйебе нимәлә?( Ғәйепле. Ул үҙенең әсәһен үлтерергә тейеш түгел ине.)

Әсәне ғәйепләп буламы?(Әсәне ғәйепләп  булмай. Уның йөрәге  улы абынғас  та, ауыртынманыңмы тип ҡайғырта) Эйе, тик әсә  генә шулай  итә  алалыр  ул.

Шулай итеп ғәйепләүселәр  ҡыҙҙы  ла, егетте  лә ғәйепле  тип  таптылар. Һүҙ  яҡлаусыларға. Һеҙ  кемде яҡлайһығыҙ? Егетте яҡлап буламы? Ә ни өсөн әсәһен үлтергән? ( Мин егетте яҡлайым, ул шул  тиклем  ҡыҙын яратҡан,хатта үҙ әсәһен үлтергән)

Ҡыҙҙы яҡлап буламы?

Ҡыҙҙы яҡлап  булмай.  Буласаҡ әсә кеше һөйгәнен  ундай хәлгә этәрергә  тейеш  түгел  ине.

Ғәйепләүселәрҙе,   яҡлаусыларҙы,  тыңлағандан һуң һүҙҙе  хөкөм  итеүселәргә бирәйек.

Һеҙҙеңсә иң ғәйепле  кеше  кем?(Иң ғәйепле кеше ҡыҙ. Егеттең дә ғәйебе кәм  түгел. Сөнки ул һөйгәненең һүҙенә төшөп, үҙенә ғүмер  биргән  иң яҡын кешеһен үлтергән.)

Үҙеңде тыуҙырған, ғүмер бүләк  иткән  кешеңде  үлтереү мөмкин  түгел. Эйе, был хәл  бөгөн  булһа, ҡыҙҙы  ла егетте лә хөкөмгә тарттырыр  инеләр.

4.Физ минутка эшләү.

5.Ә хәҙер әҫәр өҫтөндә эште дауам итәбеҙ.Төркөмдәргә эш.

Быны белер өсөн 1-се  төркөм(ғәйепләүселәр)- ҡыҙға, 2- се төркөм(яҡлаусылар) –егеткә, 3-сө төркөм(хөкөм  сығарыусылар)- әсәгә  характеристика бирегеҙ. Һеҙгә был образ оҡшанымы?

Уҡыусылар , һеҙ  үҙегеҙҙә бары  тик ыңғай  сифаттарҙы  ғына  булдырырһығыҙ тип  ышанып  ҡалам. Яҡшылыҡты яманлыҡтан айыра  белергә  кәрәк.

6. Был ҡобайырҙан  ниндәй  фәһем  алырға  мөмкин?  Ҡобайыр  беҙҙе нимәгә өйрәтә?

Дәрес башында әйтеп  киткән  инем, ҡобайырҙың ниндәй үҙенсәлектәрен күрҙегеҙ? Ни өсөн юлдар  ҡабатлана?

Ҡабатлау – бик боронғо алым.  Шиғырҙағы айырым һүҙҙәрҙең мәғәнәүи әһәмиәтен көсәйтеү һәм шиғри ритм һаҡлау өсөн ҡулланыла.

7.Ҡобайырҙа ниндәй мәҡәл осраттығыҙ?Халыҡ  бының  менән  нимә әйтергә теләгән? Нимәгә өйрәтә был  мәҡәл ? (Яҙып  алығыҙ)

8.Ә һеҙ  үҙегеҙ әсәйҙәр тураһында ниндәй мәҡәлдәр  беләһегеҙ?

Әсәйҙәр донъяла балаһы өсөн йәшәй,ә һеҙ әсәйҙәрегеҙгә ниндәй теләк теләр инегеҙ?(Әсәйҙәр һәр саҡ иҫән-һау булһын өсөн,беҙ уларҙы ҡәҙерләргә , тыңларға тейешбеҙ)

9.Шулай уҡ әсәйҙәргә бағышлап бик күп әҫәрҙәр, шиғырҙар, йырҙар  ижад ителгән, картиналар төшөрөлгән. Башҡортостандың  атҡаҙанған, СССР- ҙың халыҡ  рәссамы, С Юлаев исемендәге  дәүләт премияһы лауреаты  Әхмәт Лотфуллиндың “Көтөү” картинаһына күҙ һалайыҡ. Кемдәрҙе  беҙ бында күрәбеҙ? Картинаның исеменә ҡарағанда беҙ нимә аңлайбыҙ?  Бер әсә ни өсөн ауыҙын шәл менән ҡаплаған? Ул нимә өсөн борсола?

Тимәк был  картина  ла  әсәләрҙең бөйөк зат икәнен сағылдыра.

Йомғаҡлау.

Һеҙҙең әсәләрегеҙ  ҙә һеҙҙе үҫтергәнсе күп көс һалған, төн йоҡоларын йоҡламаған. Шуның өсөн әсәләрҙе тыңламаҫҡа, уларҙы рәнйетергә хаҡыбыҙ юҡ.

Дәресебеҙҙе йомғаҡлап  Әсә һүҙенә синквейн төҙөйөк.

Шулай итеп нимә тураһында  һөйләштек?  Нимәгә өйрәндек? Һеҙгә дәрес оҡшанымы? Төркөм башлыҡтары яуаптарҙы баһалай.

Өйгә эш:

“_________________________ “ тигән тема буйынса  инша яҙырға.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

: Яҙ темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Предмет: Башкирский языкКласс:5Учебник: Башкирский языкАвтор учебника: Габитова З.М., Усманова М.Ғ.,Демонстративные материалы:карточки, электронная доскаv...

“Рәми Ғарипов тормошо. “Аманат” ҡобайыры” темаһы буйынса дәрес планы

Предмет:  башҡорт теле һәм әҙәбиәте, яңы тема өйрәнеү дәресеТема : Рәми Ғарипов. “Аманат” ҡобайыры.Дәрес дауамы: 1 дәрес - 45 минут.Класс: 6АҠулланылған технологиялар:компьютер,проектор, интеракт...

8-се кластарҙа "Ҡобайырҙар" темаһын ҡабатлау.

Һәр әҙәбиәт дәресе уҡыусының рухи донъяһына ниндәй ҙә кимәлдә йоғонто яһарға бурыслы. Был осраҡта уҡытыусы төрлө алымдар ҡуллана."Ҡобайырҙар" темаһын йомғаҡлаған осраҡта ил батырҙарын иҫкә алып, кешел...

Йыйынтыҡта публикация.Ж.Кейекбаев "Урал тураһында ҡобайыр". Баһауетдинова А.Р.

quot;Современный урок-2017" йыйынтығында дәрес эшкәртмәһе...

Башҡорт теленән дәрес планы." Әсә йөрәге" ҡобайыры.

Башҡорт теленән дәрес планы. 5 -се класс, Әсә йөрәге....

Р.Ғарипов. "Уйҙарым" ҡобайыры

Р.Ғарипов. "Уйҙарым" ҡобайыры...