Р.Ғарипов. "Уйҙарым" ҡобайыры
методическая разработка (8 класс) на тему
Предварительный просмотр:
Тема: Р.Ғариповтың тормошо һәм ижады. «Уйҙарым» ҡобайыры.
Маҡсат: ҡобайырҙың идея - тематик йөкмәткеһен үҙләштереү, ил – халыҡ - тел тойғоһо төшөнсәләренең һәр кемгә ғәзиз булыуын аңлатыу, уларҙы һаҡлау – изге бурыс икәнлеген төшөндөрөү, уҡыусыларҙың уҡыу күнекмәләрен һәм фекерләү һәләтен үҫтереү нигеҙендә илһөйәрлек тәрбиәләү, Р.Ғарипов ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, хөрмәт тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: Р.Ғарипов ижады буйынса материалдар, магнитофон, дәреслек, медиапроектор, компьютер, китаптар күргәҙмәһе.
Дәрес барышы.
I. Ойоштороу эше. 1.Сәләмләү. (слайд 2)
-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Һәр иртәбеҙ, көнөбөҙ, һәр дәресебеҙ ошо яғымлы һүҙҙән, сәләмләүҙән башлана. Бөгөн дә бер-беребеҙгә сәләмәтлек теләп, ихлас йылмайыу бүләк итеп, дәресебеҙҙе шиғриәт минуттарынан башлап ебәрәйек. (слайд 3)
2. Музыка яңғырай.
Р.Ғариповтың “Туған тел» шиғырын уҡытыусы ятҡа һөйләй.
II. Төп өлөш. 1. Инеш әңгәмә.
- Эйе, һәр бала донъяға килеү менән үҙ телендә бишек йырын ишетә, үҙ теленең нескәлеген, моңлолоғон, гүзәллеген тоя. Шуға ла үҙе хаҡында түгел, иң элек һөйгән халҡы, уның йыры, теле хаҡында ҡайғыртҡан шағирҙың бәхете һәм бәхетһеҙлегенең дә, үлеме һәм үлемһеҙлегенең дә башы булған был шиғыр бөгөнгө көндә лә һөр кешенең күңеленә бар нескәлеге менән үтеп инә.
- Ниндәй шиғыр тураһында һүҙ бара һуң, уҡыусылар? Авторы кем?
(уҡыусылар яуап бирә)
- Эйе, был шиғыр юлдарының авторы бөтәгеҙгә лә бәләкәйҙән яҡшы таныш. Ул шағирыбыҙ - Рәми Ғарипов.(слайд 4) Бөгөн беҙ һеҙҙең менән ошо бөйөк шәхесебеҙ тураһында һөйләшербеҙ, уның тормошона һәм ижадына байҡау яһарбыҙ, әҫәрҙәрен өйрәнербеҙ. Дәресебеҙҙең девизы: “Йөрәгендә халҡы булмағандың кеше булырға ла хаҡы юҡ!” (слайд 5)
(дәфтәргә число, тема яҙҙырыу)
2. Р.Ғарипов тураһында әңгәмә.
- Уҡыусылар, һеҙ Р.Ғарипов тураһында нимәләр беләһегеҙ? (слайд 7)
(бер нисә уҡыусынан әйттереү)
- Уҡыусылар, хәҙер бергәләп Р.Ғарипов менән тулыраҡ танышып китәйек. Ниндәй кеше, ниндәй уҡыусы булған, бөгөнгө уҡыусыларҙан нимәһе менән айырылып торған? Уның тураһында һеҙгә иптәштәрегеҙ һөйләп ишеттерер. Иғтибар менән тыңлап ултырығыҙ.
3. Презентация «Халыҡ шағиры Рәми Ғарипов». (уҡыусылар һөйләй)
1) Рәми Ғарипов Салауат районыныың Арҡауыл ауылында 1932 йылдың 12 февралендә ябай ғаиләлә тыуған. Шағирҙың ата-әсәһенә килгәндә, уның атаһы Йәғәфәр ағай һуғышҡа тиклем колхоз рәйесе булған. Үкенескә ҡаршы, ул оҙаҡ йәшәмәгән, Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған. Әсәһе Гөлмәрйәм эшһөйәр, уңған, сабыр ҡатын булған. (слайд 8)
2) Арҡауылда етенсе синыфты тамамлағас, 1946 йылда Рәми Ғарипов Өфөгә балалар йортона килә. Хәҙерге көндә был интернат Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы Башҡорт республика гимназияһы исемен йөрөтә. Рәми бик тырыш уҡыусы була. Күп уҡый, күпте белә. Күп уҡығаны өсөн иптәштәре уны «бабай” тип йөрөтә башлай. Рәми сыныға, спорт менән шөғөлләнә, Рахметов кеүек булырға теләй. Уның яратҡан уҡытыусыһы – Мәрйәм Ғималова була. (слайд 9-10)
1) 1950 йылда шағир Рәми Ғарипов Мәскәүҙәге Әҙәбиәт институтына уҡырға керә. 1955 йылда, уны тамамлағандан һуң, урыҫ ҡыҙы Надеждаға өйләнә. Уның менән бергә 3 бала үҫтерәләр. (слайд 11)
1955 йылдан Рәми Ғарипов Өфөлә төрлө гәзит-журналдарҙа эшләй. Шағир үҙе тере булғанда, уның ете китабы донъя күргән. Шул китаптарҙың исемдәрен һеҙ экранда күрәһегеҙ. (слайд 12-13)
2) Р.Ғарипов тәржемә менән дә шөғөлләнә. Ул А.Пушкин, М.Лермонтов, С.Есенин, Ғ.Хәйәм. Р.Ғамзатов шиғырҙарын башҡорт теленә тәржемә итә. Иң яҡшы тәржемәләре тупланған йыйынтыҡ «Минең антологиям” тип атала.
1) Рәми Ғарипов 1977 йылда вафат була. 1988 йылда Ғариповҡа үлгәндән һуң Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы бирелә. Башҡортостандың халыҡ шағиры исеменә лайыҡ була. Шағирҙың тыуған яғында – Салауат районының Арҡауыл ауылында йорт-музей асылған, бюст ҡуйылған. Үҙе уҡып сыҡҡан 1-се башҡорт гимназияһы Р.Ғарипов исемен йөрөтә. Уның алдына һәйкәл ҡуйылған. (слайд 14)
- Уҡыусылар, шулай итеп, Р.Ғарипов кем ул? (слайд 15 )
- 2012 йылдың февраль айында оло шәхес, әҙип Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тула. Рәми Ғарипов үҙенең ижад юлын шиғыр яҙыуҙан башлай. Ул шиғыр, ҡобайыр, поэма, хикәйәт, баллада яҙа.
4.Ҡобайыр тураһында инеш әңгәмә.
Дәрес башында яңғыраған «Туған тел» шиғырын белмәгән бер генә кеше лә юҡтыр. (слайд16)
-Ошо үлемһеҙ шиғырында мәҡәл-әйтемгә тап килерҙәй юлдар бар. Ниндәй юлдарҙы әйтә алабыҙ?
- Эйе, «халҡым теле миңә — хаҡлыҡ теле» һәм «әсәм теле миңә — сәсән теле». (слайд 17)
- Уҡыусылар, мин һеҙҙең иғтибарығыҙҙы сәсән һүҙенә йүнәлткем килә. Сәсән тип кемгә әйтәләр? (аҡылға бай, тапҡыр, шиғри һәләткә эйә булған, фәһемле оҫта һүҙле кешегә.) (слайд 18)
- Сәсәндәрҙән кемдәрҙе беләһегеҙ? (Ҡобағош сәсән, Ҡарас сәсән, М.Буранғолов, С.Исмәғилев, Һабрау сәсән һ.б.) (слайд 19)
- Ә бөгөнгө көндә сәсәндәребеҙ бармы? (Р.Солтангәрәева) (слайд 20)
- Сәсәндәр нимәләр ижад иткән? (ҡобайыр)
- Ә нимә була ул ҡобайыр? (уҡыусыларҙың яуабын тыңлау) (слайд 21)
- Эйе, «ҡобайыр» һүҙе ҡоба + йыр һүҙенән алынған, дан йырлау тигәнде аңлата. Ҡайһы бер шағирҙарыбыҙ үҙ әҫәрҙәрен ҡобайыр формаһында ижад итә. Халыҡ ижадында «ҡобайыр шиғыры» тигән төшөнсә бар. «Ҡобайыр шиғыры» - ул халыҡ шиғырының бер формаһы. Фәҡәт эпос һәм ҡобайырҙарҙа ҡулланыла торған форма. Ҡобайыр строфаһы 2-15, 20 - шәр юллыҡ төргә етә. Шиғыр үлсәүенең нигеҙендә 7-8 ижекле үлсәм ята. Р.Ғарипов шул алымды ҡулланып, халҡына мөрәжәғәт итеп, «Уйҙарым» ҡобайырын ижад иткән. (слайд 22)
- Ҡобайырҙы ни өсөн «Уйҙарым» тип атаны икән? Был һорауға яуапты ҡобайырҙы уҡығас белербеҙ, әлегә исеменә ҡарап үҙебеҙ әйтеп ҡарайыҡ.
- Р.Ғарипов нимә тураһында уйлана икән? Әйҙәгеҙ, быны белер өсөн ҡобайыр менән танышып үтәйек.
5. «Уйҙарым» ҡобайыры буйынса эш.
а). «Уйҙарым» ҡобайырын уҡытыусының тасуири уҡыуы.
б). Һүҙлек эше. (слайд 23)
-ҡуй -курдючная овца;
-ҡамғаҡ — ел ыңғайына тәгәрәп китә торған дала үҫемлеге;
-яу - һуғыш хәрәкәте;
- дау — дәғүәле талаш, ыҙғыш;
-даръя — сиге күренмәгән ҙур һыу;
-улъя -табыш, файҙа;
-түл йәйеү — нәҫелде дауам иткән үрсем, тоҡом;
-монар — ер өҫтөнән земберләп күтәрелгән эҫе һауа, томан.
в). Сылбырлап уҡыу.
г). Дәреслектәге һорауҙарға яуап алыу.
-Шиғыр нимә тураһында? (геройҙың уйҙары)
-Шағирҙы ниндәй уйҙар борсой? (бөгөнгө заман, халыҡ, тыуған еребеҙ, телебеҙ, үткәнебеҙ, киләсәгебеҙ)
-Автор ниндәй төп проблеманы күтәрә? (халыҡ, тел, ил яҙмышы) (слайд 24)
- Эйе, Тыуған ил алдындағы бурыс - халыҡ-тел мәсьәләһе. Ошо проблемаға ҡағылған урындарҙы уҡып ишеттерәйек әле. (дәреслектән табып уҡыу)
- Ә илдең яҙмышы кем ҡулында? Автор был турала нимә ти? (Ир-егеттәр ҡулында)
-Эйе, ирмен тигән ир-егет, Рәми Ғарипов кеүек, иле тураһында уйларға тейеш. Был элек-электән шулай килгән. Ниндәй генә ауыр заманалар тыумаһын, ил яҙмышы ана шул ир-егеттәр ҡулында. Шағир уларҙы “ил иртәһе - ишәккә», тип ҡул һелтәп ҡуймаҫҡа, көрәшкә саҡыра. Башҡорт халҡы тыуған ерен һаҡларға тейеш, сөнки “иле юҡтың көнө юҡ».
- Бөгөнгө көндә был мәсьәләләр нисек хәл ителә? (халҡыбыҙ тураһында хәстәрлек күрелә, телебеҙҙе республикала ҡулланыу кимәле бермә-бер арта. Бигерәк тә башҡорт телен уҡытыу киңәйә. Ҡалаларҙа, район үҙәктәрендә башҡорт мәктәптәре асыла. Башҡорт Ҡоролтайҙары үткәрелә, унда милли проблемалар хәл ителә.)
IIi.Һығымта.
Шулай итеп, автор ҡуйған был мәсьәләләр бөгөнгө көндә лә актуаль. Әгәр беҙ үҙ еребеҙҙе, телебеҙҙе һаҡламаһаҡ, ситтән килеп бер кем дә һаҡламаясаҡ. Ер, ил, тел, халыҡ яҙмышы, уларҙың киләсәге, йәшәүе, үҫеше беҙҙең ҡулда. Шуны онотмайыҡ. Айыҡ аҡыл менән бергәләп эш иткәндә бөтә ауырлыҡты, бөтә сыуалыштарҙы еңеп сығырға мөмкин. Р.Ғариповтың был ҡобайыры артыҡ уйланмаҫ әҙәмдәрҙе лә уйланырға мәжбүр итә. Беҙҙе лә битараф булмаҫҡа, уйлана белергә, был проблемаларҙы хәл итергә саҡыра.
Әйҙәгеҙ, хәҙер “Карауанһарай» төркөмө башҡарыуында “Уйҙарым» ҡобайырын тыңлап, дәресебеҙҙе тамамлап ҡуяйыҡ.
IV. Йомғаҡлау. Шулай итеп, беҙ бөгөн Рәми Ғарипов, уның ижады тураһында нимәләр белдек, ниндәй асыштар яһаныҡ? Был һорауға яуапты синквейн шиғыры формаһында бирәйек.
(синквейн яҙыу, уҡытыу)
Рәми. (слайд 25)
Илһөйәр, телһөйәр.
Яратҡан, яҡлаған, көрәшкән.
Үҙ халҡының ҡыйыу улы.
Оло шәхес.
Рәми Ғарипов: “Йөрәгендә халҡы булмағандың кеше булырға ла хаҡы юҡ!”- тип яҙған.(слайд 26). Был һүҙҙәр шағирҙың тормошона тап киләме? Ни өсөн? (уҡыусылар яуабы)
Эйе, Рәми Ғарипов -туған халҡының ысын улы булған. Ерем, халҡым, телем тип йәшәгән. Беҙ ҙә оло шәхесебеҙҙән өлгө алайыҡ. Илебеҙҙе, тыуған еребеҙҙе, халҡыбыҙҙы яратайыҡ. Сөнки, дәресебеҙ девизында әйтелгәнсә, иле юҡтың – көнө юҡ. Иле барҙың – халҡы бар, халҡы барҙың – теле лә йәшәйәсәк! (слайд 27)
Өйгә эш. Түбәндәге темаларға мини-инша яҙып килергә. (слайд 28)
1. Минең уйҙарым.
2. Дуҫтарым, һеҙгә әйтер һүҙем бар.
- Мне нравится (1)