Дәрес өлгөһө "Ҡушма һүҙҙәр".
план-конспект урока (5 класс)
"Ҡушма һүҙҙәр".
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Дәрес өлгөһө. "Ҡушма һүҙҙәр". | 202.05 КБ |
Презентация. "Ҡушма һүҙҙәр" | 231.42 КБ |
Предварительный просмотр:
Башҡортостан Республикаһының
Нуриман районы муниципаль районының
Иҫке Күл ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
муниципаль бюджет белем биреү учреждениеһы
Тема: “Ҡушма һүҙҙәр”
(5 класс)
Төҙөүсеһе: Иҫке Күл ауылы
урта дөйөм белем биреү мәктәбенең
башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы Шәрәфетдинова
Дамира Миңнислам ҡыҙы
ТЕМА: « ҠУШМА ҺҮҘҘӘР»
Маҡсат: 1. ҡушма һүҙҙәрҙең төрлө юлдар менән яһалышын үҙләштереү; билдәләмә яһау, һығымтаны блок-моделдә күрһәтеү һәм практик эш ваҡытында таянып эш итеү, ҡушма һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға өйрәтеү;
2. лингвистик фекерләүҙе үҫтереү,эшмәкәрлек процесында эшең менән ҡәнәғәтләнеү, ышаныс тойғолары кисереү, үҙеңде булдыҡлы, файҙалы шәхес итеп тойоу;
3. ҡоштарға, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: медиопроектор аша слайдтар: һабантурғай һүрәте,
ҡушма һүҙҙәрҙең яһалыу юлдары; һабантурғай тауышы.
Дәрес барышы
- Ойоштороу моменты.
- Ултырығыҙ. Хәйерле көн, уҡыусылар!
- Өй эшен тикшереү, уҡыусыларҙың белемен нығытыу һәм уларға
ишеттереү.
- Беҙ үткән дәрестә нимә тураһында һөйләштек? Дәрестең темаһы
ниндәй ине? (Уҡыусыларҙың яуабынан һуң һүҙҙәрҙең яһалышы тураһындағы схема күрһәтелә)
- Нимәләр ярҙамында яңы һүҙҙәр яһарға өйрәндек?
- Уларҙы ниндәй ялғауҙар тип атаныҡ?
- Ялғауҙар ярҙамында яһалған һүҙҙәрҙе ниндәй һүҙҙәр тип атаныҡ?
Өйгә бирелгән күнегеү тикшерелә.
- Дәрестең маҡсаты һәм бурыстары. Уҡыусыларҙың уҡыу
эшмәкәрлегенә мотивация. Ситуация тыуҙырыу. Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу.
- Уҡыусылар, ә хәҙер Рәми Ғариповтың шиғырынан алынған өҙөккә
иғтибар итәйек.
Һабантурғай моңо аҫтында Рәми Ғариповтың шиғырын уҡыу.
Эй, һайрай ҙа һуң был һабантурғай,
Ҡарҙар бөткәнен дә көтөп тормай…
Һабансылар күңелен нурлай-нурлай,
Һай, йырлай ҙа һуң был һабантурғай!
Рәми Ғарипов
- Был шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара? (Дәрестең лексик темаһын
билдәләү).
- Эйе, беҙ бөгөнгө дәрестә ҡоштар тураһында һөйләшәсәкбеҙ.
- Ә хәҙер аҫтына һыҙылған һүҙҙәргә иғтибар итегеҙ. Был һүҙҙәр үткән
дәрестә өйрәнгән һүҙҙәрҙән ни яғы менән айырыла?
- Ундай һүҙҙәрҙе ниндәй һүҙҙәр тип атаясаҡбыҙ.
- Тағы ла ике һүҙҙән торған ниндәй ҡош исемдәре беләһегеҙ.
- Аҡҡош, ҡарағош, ҡыҙылтүш, ҡарабаш, ҡыр ҡаҙы, ҡыр өйрәге, ҡара
ҡарға, ала ҡарға (был ваҡытта медиапроекторҙа ҡоштарҙың һүрәттәре күрһәтелә).
- Шулай итеп, беҙ һеҙҙең менән һүҙҙәрҙең яһалышын өйрәнеүҙе дауам
итәбеҙ. Бөгөнгө дәрестең темаһы: “Ҡушма һүҙҙәр” тип дәфтәрҙәребеҙгә яҙып ҡуяйыҡ.
- Беренсе тапҡыр белемде үҙләштереү маҡсатында инеш күнегеү
эшләнә. Хикәйәне иғтибар менән уҡығас, йылы яҡҡа китеүсе, ҡышҡылыҡҡа Башҡортостанда ҡалыусы ҡоштарға ярҙам күрһәтеү тураһында әңгәмәләшеү (йорт һәм ҡыр ҡоштарының һүрәттәре күрһәтелә).
- Ни өсөн йәй көндәрендә күл буйында күңелле, ә көҙөн күл йәнлелеген
юғалата?
- Ниндәй ҡоштар йылы яҡҡа китә, ниндәйҙәре ҡышты бында үткәрә?
- Әлеге ваҡытта,ҡыш аҙағы, яҙ башланырға торғанда, беҙ ҡоштарға
нисек ярҙам итә алабыҙ?
- Эйе, ҡышлаусы ҡоштарға ҡыш көнө бик ауырға тура килә. Беҙ уларға
тағараҡтар яһап ҡуйып, ем һалып торһаҡ, уларға еңелерәк булыр ине.
- Тағы ла йылы яҡҡа китеүсе ҡоштарҙы ҡаршыларға әҙерләнергә лә
кәрәк.
- Дөрөҫ, сыйырсыҡ умарталары эшләй башларға кәрәк. Ә сыйырсыҡтар
беҙҙең баҡсаны ҡорттарҙан һаҡлаясаҡ.
- Хәҙер хикәйәнән ҡушма һүҙҙәрҙе табып, яҙылыштары буйынса айырып,
интерактив таҡталағы таблицаны тултырырайыҡ (уҡыусылар үҙҙәре тапҡан ҡушма һүҙҙәрҙе интерактив таҡтала яҙа һәм яһалыу юлдарын асыҡлай).
- Ҡушма һүҙҙәр был күнегеүҙә нисә төрлө юл менән яһалды?
- Тағы ла бишенсе төр юл ҡыҫҡатыу юлы менән яһалыусы һүҙҙәр бар.
Ошо таблицанан сығып, ҡушма һүҙҙәрҙең яһалышы тураһында ҡағиҙә сығарайыҡ.
Ҡағиҙә сығарыу: 1.бер төшөнсәне белдереү өсөн, ике һүҙҙән ҡушылып
яһалған һүҙҙәр ҡушма һүҙ тип атала; 2.ҡушма һүҙҙәр биш төрлө юл менән яһала: ҡушыу, парлау, ҡабатлау, бәйләү, ҡыҫҡартыу юлдары ( таблица ярҙамында күрһәтеү).
- Тимәк, башҡорт телендә һүҙҙәрҙе яһалышы яғынан өс төргә
бүләбеҙ: тамыр һүҙҙәр, яһалма һүҙҙәр, ҡушма һүҙҙәр.
Ял минуты.
Ҡоштар осто, осто, осто теҙелеп
Остолар ҙа төштөләр.
Ултырҙылар, ял иттеләр
Һәм тағы ла остолар,
Парта артына боҫтолар.
- Уҡыусыларҙың аңлауын беренсе тапҡыр тикшереү.
219 – сы күнегеү. Һөйләмдәрҙән ҡушма һүҙҙәрҙе табығыҙ, яһалыу юлдарын аңлатып, төркөмләп яҙығыҙ, нисек яҙылғанын төшөндөрөгөҙ, ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышына һығымта сығарығыҙ.
- Тәү тапҡыр нығытыу. Төркөмдәр менән эшләү.
220-се күнегеү. 4 төркөмгә бүлеү. 1-се төркөм – исем, 2-се төркөм – сифат, 3-сө төркөм – ҡылым, 4-се төркөм – рәүештәрҙе яҙып ала һәм ҡушма һүҙҙәрҙең яһалыштары буйынса һығымта сығара.
- Белемде ижади ҡулланыу һәм яңы ситуацияла белемде алыу
(проблемалы эш). Һәр балаға карточка таратып , үҙ аллы эш бирелә.
Бирелгән һүҙҙәрҙе ҡушма һүҙҙәргә әйләндерегеҙ, дөрөҫ яҙылышын аңлатығыҙ. Үҙегеҙгә оҡшаған бер-нисә һүҙгә һөйләмдәр төҙөгөҙ. Таҡтала бирелгән дөрөҫ яҙылған һүҙҙәр ярҙамында тикшерегеҙ ҙә эштәрегеҙҙе баһалағыҙ.
Аҡ ҡош, Аҡ иҙел, ҡара ҡош, ҡыҙыл ҡанат, бал ҡалағы, Яңы ауыл, алма ағасы, көн яғы, ҡул яулығы, гөл емеше, абына һөрөнә, ел дауыл, илай илай, ҡурай еләге, тимер юл.
- Рефлексия. (Дәрескә һығымта эшләү).
- Һеҙ бөгөн дәрестә нимәләр белдегеҙ?
- Һеҙгә дәрестә ниндәй эштәр оҡшаны?
- Һеҙ үҙегеҙҙең эшегеҙ менән ҡәнәғәтме?
- Дерес алдында ҡуйылған маҡсатҡа ирештекме?
- Өй эше буйынса мәғлүмәт, уны эшләү буйынса инструктаж.
221-се күнегеү.
- Баһалар ҡуйыу.
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Һүҙҙәрҙең яһалышы һүҙҙәр тамыр яһалма ҡушма
Яһалма һүҙҙәр Ялғауҙар ҡушыу юлы менән яһала -сы –се –лы -ле Балыҡ сы Тел се Тәртип ле -даш, -дәш Ауыл даш Йәш тәш -лыҡ, -лек Утын лыҡ Бесән лек
Эй, һайрай ҙа һуң был һабантурғай, Ҡарҙар бөткәнен дә көтөп тормай… Һабансылар күңелен нурлай-нурлай, Һай, йырлай ҙа һуң был һабантурғай! Рәми Ғарипов
Тема : Ҡушма һүҙҙәр. Эй, һайрай ҙа һуң был һабантурғай, Ҡарҙар бөткәнен дә көтөп тормай… Һабансылар күңелен нурлай-нурлай, Һай, йырлай ҙа һуң был һабантурғай! Рәми Ғарипов
һ абан турғай – жаворонок аҡҡош – лебедь ҡыр ҡаҙы – дикий гусь ҡарабаш – синица ҡыҙылтүш – снегирь а ла ҡарға – ворона ҡара ҡарға – грач
Ҡоштарға ярҙам
Ҡушма һүҙҙәрҙе яҙылыш т ары буйынса айырып яҙығыҙ
Ҡушма һүҙҙәрҙе яҙылыштары буйынса айырып яҙығыҙ ҡушыу парлау ҡабат- лау бәйләү ҡыҫҡар- тыу Аҡкүл тирә-яҡ тош-тош ҡыр өйрәге көньяҡ ҡош-ҡорт туп-туп ҡыр ҡаҙы
Ҡушма һүҙҙәр Аҡҡош Бала-саға БДУ Урал тауы Көлә-көлә
Ҡушма һүҙҙәр ҡушыу парлау ҡыҫҡартыу бәйләү ҡабатлау
Бирелгән һүҙҙәрҙе ҡушма һүҙҙәргә әйләндерегеҙ, дөрөҫ яҙылышын аңлатығыҙ. Аҡ ҡош , Аҡ иҙел, ҡара ҡош, ҡыҙыл ҡанат, бал ҡалағы, Яңы ауыл, алма ағасы, көн яғы, ҡул яулығы, гөл емеше, абына һөрөнә, ел дауыл, илай илай, ҡурай еләк, тимер юл.
Бирелгән һүҙҙәрҙе ҡушма һүҙҙәргә әйләндерегеҙ, дөрөҫ яҙылышын аңлатығыҙ. А ҡҡ ош , А ғ иҙел , ҡара ғ ош , ҡыҙыл ғ анат , бал ғ ала ҡ , Яң а уыл , алм а ғас, көн ь я ҡ , ҡул ъ яулы ҡ , гөл йе меш, абына-һөрөнә , ел-дауыл , илай-илай , ҡурай елә ге , тимер юл.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
" Ябай һәм ҡушма һандар"
Башҡорт теленән дәрес планы...
" Ябай һәм ҡушма һандар"
Дәрескә презентация...
Ҡушма һөйләм
Ҡушма һөйләмдәрҙе тикшереү өсөн...
Ҡушма һүҙҙәр.
Урок в 5 классе для учащихся, изучающий башкирский язык как родной....
Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр (тест)
8-се класта башҡорт теле буйынса тест һорауҙары. Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр.3-сө сирек...
Теҙмә ҡушма һөйләмдәр (карточкалар)
8-се класта "Теҙмә ҡушма һөйләмдәр" темаһы буйынса карточкалар. Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙе билдәләү, тыныш билдәләрен ҡуйыу...
Асыҡ дәрес. Ябай һәм ҡушма һандар.
V клас уҡыусылары өсөн башҡорт теленән дәрес планы. Баранова З.В....