Асыҡ дәрес. Ябай һәм ҡушма һандар.
план-конспект урока (6 класс) на тему

Баранова Зөлфиә Вәлит ҡыҙы

V клас уҡыусылары өсөн башҡорт теленән дәрес планы. Баранова З.В.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл asyk_dres.yabay_hm_kushma_handar.docx846.38 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: Ябай һәм ҡушма һандар.

Маҡсат:

1.  Һан һүҙ төркөмө тураһында мәғлүмәт биреү, ябай һәм ҡушма һандарҙы айырырға өйрәтеү;

2.  Уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен арттырыу, телмәрен үҫтереү;

3. Башҡортостан тәбиғәтенә һөйөү, һаҡсыл  ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: компьютер, проектор, экран, дәреслек.

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу мәле
  • Уҡыусылар! Башҡорт теле дәресен бөгөнгө матур көндө, тирә – яҡты, бер – беребеҙҙе сәләмләүҙән башлайыҡ. ( уҡытыусының уҡыуы)Мин шиғырҙы уҡыйым, ә һеҙ эстән генә минең менән уҡығыҙ:

Ултырығыҙ.

  1. Инеш. Хәйерле көн, уҡыусылар! Минең исемем Зөлфиә Вәлит ҡыҙы. Бөгөн мин һеҙҙә башҡорт теле  дәресе  үткәрәм. Һеҙҙең янып торған күҙҙәрегеҙҙе, йылмайып торған йөҙҙәрегеҙҙе күреүгә мин сикһеҙ шатмын.
  • Әйҙәгеҙ әле,  уҡылған шиғырға иғтибар итәйек. Ҡалын  хәрефтәр менән бирелгән һөйләм уҡыйыҡ..
  • Беҙ йәшәйбеҙ бер ерҙә – (Ҡайҙа йәшәйбеҙ һуң?) Башҡортостанда.
  • Балалар, ә Башҡортостан ниндәй ил ул?  
  • Эйе, ҡалын урмандар, мул һыулы йылғалар, бейек тауҙар, зәңгәр күлдәр иле ул.
  • Әлбиттә,беҙҙең Башҡортостаныбыҙ бик матур һәм бай республика. Ул бигерәк тә йылғаларға бай республика. Әйҙәгеҙ әле, Башҡортостаныбыҙҙ данлап бер нисә  һөйләм төҙөйөк. Таҡтала һеҙгә һүҙҙәр теҙмәһе бирелгән. Һеҙ ошо һүҙҙәрҙе ҡулланып һөйләмдәр төҙөгөҙ.

  • Был һөйләмдәрҙә  Ағиҙел  нисек тасуирлана? Оҙон, ҙур
  • Ә Кама йылғаһы ниндәй? Һалҡын һыулы. Был һүҙҙәрҙе беҙ нимә тип атайбыҙ?Сифаттар.
  1. Беҙ  һеҙҙең менән үткән дәрес темаһын ҡабатлап һәм һеҙ теманы яҡшы үҙләштергәнегеҙҙе күрһәтттегеҙ. Афарин.

Башҡортостан йылғалары тураһында һөйләшеүҙе  дауам итеп киләһе һөйләмдәрҙе уҡыйыҡ:  

  • Беренсе ике һөйләмдә беҙ сифаттар ярҙамында йылғаларҙың   ҙурлығы, һалҡын һыулы икәнен белдек.
  • Ә бына был һөйләмдәр беҙгә ниндәй мәғлүмәт бирә?
  • Ә улар нимә менән бирелә?
  • Һандар. Дөрөҫ.
  • Тимәк, бөгөн беҙ ниндәй темаға һөйләшәсәкбеҙ? “Һан” темаһына.  Дәресебеҙҙең маҡсаты л        а “Һан” һүҙ төркөмө тураһында мәғлүмәт алыу һәм ҡушма һәм ябай һандарҙы айырырға өйрәнеү.
  • “Һан” темаһы менән һеҙ түбәндәге кластарҙа  ла таныштығыҙ. Нимә ул һан? (Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау)
  • Ҡағиҙәне сығарыу. Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау.  Әйҙәгеҙ китаптарҙы асып, ҡағиҙәне тағы ла бер тапҡыр уҡып китәйек.
  • Уҡыусылар, тесктағы һандарҙы  ҡабаттан уҡыйыҡ әле. Ун өс, илле ете, бер мең дүрт йөҙ утыҙ, ике йөҙ утыҙ биш, туғыҙ йөҙ ун һигеҙ, биш йөҙ утыҙ  биш, ете йөҙ алтмыш, биш йөҙ етмеш бер, мең.
  • Һандарҙың яһылышына иғтибар итегеҙ.  Тимәк, яһалышы яғынан – улар ҡушма һандар.  Мең – ниндәй һан.
  • Был - яһай һандар. Сөнки ул бер һүҙ менән генә яҙылған. Китаптан ҡағиҙәне уҡып, һүҙҙәребеҙҙе дәлилләп ҡуяйыҡ.

( Ҡағиҙәне уҡыу)

  • Тимәк,һандар яһалышы яғынан ябай һәм ҡушма һандарға бүленә.

  • Бөгөнгө темабыҙҙы һәм числоны дәфтәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ.
  • Ябай һәм ҡушма һандарға икешәр  миҫал яҙығыҙ. (Дәфтәрҙәрҙә эш)
  • Һандар – беҙҙең тормошобоҙҙа ҙур роль уйнай. Беҙ уларҙы телиәребеҙҙә көн дә ҡулланабыҙ Мәҫәлән: ете һаны менән беҙҙең тормошобоҙҙа нимәләр бар:

Мөғжизәне нисек аңлайһығыҙ? Башҡортостандың мөғжизәләре бармы? Уҡыусыларҙың фекерҙәрен тыңлау.  

  • Бәләкәй видеояҙма ҡарап үтеү “Башҡортостандың ете мөғжизәһе”.
  • Һығымта яһау: Эйе,  матур һәм мөғжизәле  шул беҙҙең Башҡортостаныбыҙ. Ләкин матурлыҡ һаҡлауға мохтаж. Нисек уйлайһығыҙ йылғаларҙы, шишмәләрҙе, урмандарҙы ҡайһылай һаҡларға була? ( фекерҙәр тыңлау).
  • Дөрөҫ, уҡыусылар. Тәбиғәтте һаҡлау  - бөтә кешененең бурысы. Йылға буйҙарын таҙа тотайыҡ, ағастар ултыртайыҡ.  Йәнлектәрҙе, үҫемлектәрҙе һаҡлайыҡ.
  1. Ял минуты.  Бер, ике, өс...
  2. Дәресте нығытыу.Дәресебеҙҙе нығытыу маҡсатында бер нисә эш башҡарайыҡ:
  1. Һандарҙы башҡаса әйтегеҙ.

60 секунд –     1 минут

60 минут – 1 сәғәт

24 сәғәт –  1 тәүлек

7 көн –  1 аҙна

12 ай –1  йыл

365 көн – 1 йыл

100 йыл – 1 быуат

1000 грамм –  1 кг.

10 миллиметр -  1 см.

  1. Бөгөнгө алған белемдәребеҙҙе нығытыу маҡсатында тест эшләп алайыҡ ( экранда). Укыусылар яуаптарын әйтә, уҡытыусы билдәләй. Шулай итеп, беҙ класс менән теманы 5 үҙләштергәнбеҙ.
  1. Ә  хәҙер һәр кем үҙе дәресте нисек үҙләштергәне тураһнда реслексия ярҙамында беләйек. Һеҙҙең алдығыҙҙа ҡағыҙ биттәре ята. Һеҙ ошонда һөйләмдәрҙе тулылындырып яҙып, һуңынан үҙегеҙгә баһа ҡуйығыҙ. Мин уларҙы йыйып алып,  тикшерермен.

  1. Өйгә эш биреү. Өйҙә ҡушма һәм ябай һөйләмдәрҙе индереп  Башҡортостан тураһында мәғлүмәт яҙып килергә. Уҡыусылар, дәрестә әүҙем ҡатнаштығыҙ, афарин! Киләсәктә лә актив булығыҙ, белем алырға ынтылығыҙ.
  2. Бөгөнгө дәресебеҙ тамам.  Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт! Һау булығыҙ!

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

" Ябай һәм ҡушма һандар"

Башҡорт теленән дәрес планы...

" Ябай һәм ҡушма һандар"

Дәрескә презентация...

1 - 10 тиклем һандар

http://LearningApps.org/watch?v=p03fkr96t16...

Һандар – тормошта. Һан тураһында төшөнсә.

Һандарҙы телмәрҙә актив ҡулланыу өсөн төрлө күнегеүҙәр башҡарыу....

Һандар – тормошта. Һан тураһында төшөнсә.

Һандар – тормошта.Һан тураһында төшөнсә темаһы буйынса дәрес конспектына презентация....

конспект урока по башкирскому языку по теме "Тәбиғәтте һаҡлайыҡ! ”Һандар” темаһын нығытыу."" в 6-ом классе

Разработка урока по башкирскому(государственному) языку в 6-ом классе...