Ҡушма һүҙҙәр.
план-конспект занятия (5 класс) на тему
Урок в 5 классе для учащихся, изучающий башкирский язык как родной.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
kushma._konsp.doc | 39 КБ |
kushma_huzzr.pptx | 419.2 КБ |
Предварительный просмотр:
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы
Ҡушма һүҙҙәр. «Әсә йөрәге”
(Ҡобайыр)
(5-се класс өсөн дәрес өлгөһө)
Ғарфутдинова Флорида Тимерғәзе ҡыҙы, Балаҡатай районы Яңы Балаҡатай 1-се һанлы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
2015 йыл
Тема: Ҡушма һүҙҙәр. “Әсә йөрәге”. З. Биишева.
Маҡсат: 1. Ҡушма һүҙҙәр тураһында төшөнсә биреү.
2. “Әсә йөрәге” ҡобайырының йөкмәткеһен һәм төп фекерен асыҡлау, уҡыу техникаһын камиллаштырыу, логик фекерләү һәм аралашыу һәләтен үҫтереү.
3. Әсә кешегә һөйөү тәрбиәләү, әсә мөхәббәтенә һоҡланыу тойғоһо уятыуҙы күҙ алдында тотоу.
Йыһазландырыу: компьютер, проектор.
Дәрес барышы.
- Ойоштороу моменты.
1. - Хәйерле иртә, балалар!
Хәйерле иртә, ҡунаҡтар!
2. Таҡтала һеҙгә өс ҡар бөртөгө ҡарап тора: берәүһе – ихлас йылмая, икенсеһе – тыныс, ә өсөнсөһө – ниңәлер күңелһеҙ. Шул ҡар бөртөктәренең ҡайһыһы менән дуҫлашыр инегеҙ?
- Яңы дуҫыбыҙға беҙ ҙә йылмайыу бүләк итәйек. Бер-беребеҙгә йылмаяйыҡ. Ә хәҙер шул наҙлы йылмайыуыбыҙҙы ысын күңелдән ҡунаҡтарға оҙатайыҡ. Рәхмәт! Ултырығыҙ.
- Дәрес маҡсатыy билдәләү.
- Ребус.
Ребусҡа күҙ һалайыҡ. (слайд)
- Был һүҙҙәр нисек яһалды
- Ҡушыу юлы менән.
- Тимәк. Был һүҙҙәр ҡушыу юлы менән яһала.
- Дәфтәрҙәрҙе астыҡ. Число, тема яҙабыҙ.
- Карточкалар менән эш.
– сылбырлап эшләйбеҙ. Һүҙҙе уҡыйбыҙ, ҡайһы төргә ҡарауын әйтәбеҙ һәм карточкаларға яҙабыҙ.
- 256-сы бит, 120-се күнегеү.
- Минең уҡыусым Айгүзәл ошо күнегеүҙе “5” билдәһенә эшләне. Иғтибар менән ҡарағыҙ. Аңлатығыҙ: ниндәй осраҡтаъ, ь билдәләре яҙыла?
- Һығымта: икенсе тамыры я, ю хәрефенә башланһа ике тамыр араһына йә ь, йә ъ ҡушыла. Беренсе тамыр ҡалын һуҙынҡы булһа ъ, нәҙек һуҙынҡы булһа – ь ҡуйыла.
(слайд)
- Төп өлөш
“Әсә йөрәге”. Ҡобайыр.
- Алдағы дәрестәрҙә халыҡ ижады менән таныштыҡ. Ниндәй жанрҙар беләһегеҙ? (слайд)
- Ҡайҙа бында ҡушма һүҙ?
- Ҡобайыр. “Дан йыры” тигәнде аңлата.
- Кемдәр ижад иткән?
- Сәсәндәр.
- Нисек башҡаралар?
- Думбра сиртеп, 2-3 нотаға һалып көйләп әйтәләр.
- Бөгөн дәрестә “әсә йөрәге” ҡобайыры менән танышасаҡбыҙ.
- Һүҙлек эше. (слайд)
– Яңы һүҙҙәргә иғтибар итәйек. Минең арттан һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡабатлағыҙ.
-Үҙегеҙгә оҡшаған һүҙҙәр менән һөйләм төҙөгөҙ.
3. Уҡытыусы уҡыуы.
- Мин ҡысҡырып уҡыйым, ә һеҙ күҙәтеп, тыңлап ултырығыҙ.
4. Уҡыусылырҙан һорауҙарға яуап алыу.
1) Һеҙгә ҡобайыр оҡшанымы?
2) Йәйләү нисек көн итә?
3) Илгә ниндәй хәбәр таралған? Табып уҡы.
4) Ҡыҙҙың шарты менән ризаһығыҙмы?
5) Йөрәк әйткән һүҙҙәрҙе табығыҙ. Нисек аңлайһығыҙ?
6) Таш араһына осоп төшкән әсә йөрәге кемде ҡайғырта? (Әсә кеше үҙе әллә ниндәй язалар алһа ла, балаһын ҡайғырта)
7) Был ҡобайырҙа кемдең ярятыуы көслөрәк?
8) Егет әсәһен яратамы икән?
9) Ә һеҙ әсәйҙәрегеҙҙе нисек яратаһығыҙ?
- Әсәйҙәргә ҡарата йылы һүҙҙәрҙе йышыраҡ әйтегеҙ. Хис-тойғоларығыҙҙы белдереүҙән тартынмағыҙ.
5.Мәҡәлдәр менән эш.
- ҡобайырҙан мәҡәлдәрҙе табып уҡы.
- Тағы ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?
(слайд)
6. Әсәләргә һәйкәлдәр.(слайд)
- Ҡобайырҙа төп образ кем
(Әсәләргә ҡуйылған һәйкәлдәр тураһында һөйләп китәм)
- Дуҫлыҡ монументы. Бында ла ҡатын-ҡыҙ һынландырған. 2011 йыл – милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы.
Һығымта: мәҙәниәттә лә, сәнғәттә лә әсә образы – төп урында тора.
7. Синквейн.
- Аңлатыу.
- Төҙөү.
Һыҡымта: әсә – һәр кеше өсөн бәхет, шатлыҡ сығанағы.
8. Өйгә эш биреү.
Әсәйҙәр тураһында үҙегеҙ шиғыр, йә булмаһа әҙер шиғыр дәфтәрегеҙгә күсереп килтерергә.
- Йомғаҡлау. Тест.
– Белемдәрегәҙҙе тикшереү өсөн тест һорауҙарына яуап бирегеҙ.
-Эштәрҙе алмашып тикшерәйек. Баһалайыҡ.
V. Баһалау.
- Күршегеҙҙе нисек баһаланығыҙ.
Дәрестән һуң көндәлектәрегеҙҙе килтерегеҙ. Билдә ҡуйырмын.
Һау балығыҙ, рәхмәт!
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Балаҡатай районы
Ай + гөл = Айгөл
ҡулъяулыҡ
алмағас
ҠУШМА ҺҮҘҘӘР Ҡушыу Бәйләү Парлау Ҡабатлау Ҡыҫҡартыу Ағиҙел тимер юл бала-саға матур-матур БР аҡҡош Яңы Балаҡатай малай-шалай шәп-шәп РФ
ҠУШМА ҺҮҘҘӘР Ҡушыу Бәйләү Парлау Ҡабатлау Ҡыҫҡартыу Ағиҙел тимер юл бала-саға матур-матур БР аҡҡош Яңы Балаҡатай малай-шалай шәп-шәп РФ Ҡариҙел “Аманат” журналы аҙыҡ-түлек тиҙ-тиҙ БДУ һабантуй Балалар баҡсаһы ата-әсә йүгерә-йүгерә БДИ
120-се күнегеү Ҡулъяҙма, юлъяҙма, алъяпҡыс, ашъяулыҡ, көньяҡ, төньяҡ, аръяҡ. 5
Ь Ъ КӨНЬЯҠ ТӨНЬЯҠ ҠУЛЪЯҘМА ЮЛЪЯҘМА АЛЪЯПҠЫС АШЪЯУЛЫҠ АРЪЯҠ
ХАЛЫҠ ИЖАДЫ ҠОБАЙЫР ӘКИӘТ ЙЫР ЙОМАҠ МӘҠӘЛ
Әсә йөрәге Ҡобайыр
йәйләү – летовка йәр – любимый человек арғымаҡ – беговая лошадь мөһабәт – величественный биртенеү – обессилеть абыныу – споткнутья осҡон – искра ялҡын – пламя уҡталыу - устремиться
Ана күңеле балала, Бала күңеле далала.
Әсә хаҡы Әсә янында Әсәһендә ҡыҙ ҡайғыһы ҡыҙында үҙ ҡайғыһы тәңре хаҡы бала етем булмай
Һалдат әсәһенә һәйкәл Һамар өлкәһе
Һалдат әсәһенә һәйкәл Омск ҡалаһы
Һигеҙ улының алтыһын һуғышта юғалтҡан әсә Т. Николаеваға һәйкәл
Осетия. Һуғыштан ҡайтмаған 7 ағалы-энеле Газдановтарға һәйкәл
Дуҫлыҡ монументы
2011 йыл – Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы
Синквейн Исем Ике сифат Өс ҡылым Исемде асыҡлаусы фраза Төп мәғәнәһен белдереүсе һүҙ 1.Китап 2.Яҡшы, ҡыҙыҡлы 3.Өйрәтә, уҡыта, үҫтерә 4. Китап – белем шишмәһе 5. Аҡыл
Әсәй Яғымлы, матур Ярата, түҙә, иркәләй Әсәй – иң ҡәҙерле кеше Бәхет
Дөрөҫ яуаптар 1 – в 2 – г 3 – а 4 – б 5 – Ана күңеле балала, Бала күңеле далала.
Яҡынлашып килгән байрамдар менән!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
" Ябай һәм ҡушма һандар"
Башҡорт теленән дәрес планы...
" Ябай һәм ҡушма һандар"
Дәрескә презентация...
Ҡушма һөйләм
Ҡушма һөйләмдәрҙе тикшереү өсөн...
Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр (тест)
8-се класта башҡорт теле буйынса тест һорауҙары. Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр.3-сө сирек...
Теҙмә ҡушма һөйләмдәр (карточкалар)
8-се класта "Теҙмә ҡушма һөйләмдәр" темаһы буйынса карточкалар. Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙе билдәләү, тыныш билдәләрен ҡуйыу...
Асыҡ дәрес. Ябай һәм ҡушма һандар.
V клас уҡыусылары өсөн башҡорт теленән дәрес планы. Баранова З.В....
Ҡушма һүҙҙәр. 5-се класс
Был дәрес Йөйәк ауылы эргәһендәге ер-һыу атамаларына бәйле....