Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр (тест)
тест (8 класс) на тему

Асҡарова Гөлнар Мирсаяф ҡыҙы

8-се класта башҡорт теле буйынса тест һорауҙары. Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр.

3-сө сирек

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 8-se_klass_bash_yaz_test_3_sirek.docx14.18 КБ

Предварительный просмотр:

8-се класс өсөн башҡорт теленән тест һорауҙары. III сирек.

  1. Кем күп уҡый, шул күп белә. Бирелгән һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.

А) Аныҡлаусы һөйләм          б) Хәбәр һөйләм               в) Эйә һөйләм

2.  Ҡояш батҡас эштән ҡайтҡан йәштәр уйынға сыға. Һөйләмдең ҡайһы киҫәгенән һуң өтөр ҡуйыла?

А) ҡайтҡан      б) батҡас       в) йәштәр

3. Тормош ҡануны шул: кешеләргә яҡшылыҡ эшлә. Ни өсөн ике һөйләм араһында ике нөктә ҡуйылған?

А)Баш һөйләм алдан килгән                 б)Баш һөйләм аҙаҡта килгән.

4. Беҙ уҡыған мәктәп ярышта еңеүсе булды. Аныҡлаусы һөйләм баш һөйләмгә нисек бәйләнгән?

А)Мөнәсәбәт һүҙ ярҙамында   б) килеш ялғауы ярҙамында   в) сифат ҡылым ялғауы ярҙ-да

5. Бөтәһен дә дөрөҫ эшләгәнмен тип ҡыуанды ул. Өтөр ҡайһы урында ҡуйыла?

А) Тип теркәүесенән һуң       б) Тип теркәүесенең алдынан          в) ҡуйылмай

6. Беҙ һәр бер эште уҡытыусы әйткәнсә башҡарырға тырышабыҙ. Һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.

А) Рәүеш һөйләм                     б) Аныҡлаусы һөйләм             в)Урын һөйләм

7. Ҡарлуғас уйнаҡлап остомо     ?   мотлаҡ ямғыр яуасаҡ. ? билдәһе  урынына ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла?

А) өтөр                          б) ике нөктә                             в) һыҙыҡ

8. Класс бүлмәһе таҙа булһын тип, беҙ тәнәфестәрҙә уны еүешләп торабыҙ. Һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.

А) Сәбәп һөйләм                  б) Маҡсат һөйләм                     в) тултырыусы һөйләм

9. Ҡайҙа ҡыйыу кеше кәрәк, ул шунда булды. Урын һөйләм баш һөйләмгә нисек бәйләнгән?

А)мөнәсәбәт һүҙҙәр ярҙамында    Б)хәл ҡылым ярҙамында    в)килеш ялғауы ярҙамында

10. Уҡыуҙар тамамланғас, беҙ ауылға киттек.  Ваҡыт һөйләм баш һөйләмгә нисек бәйләнгән?

А) Төбәү килеш ялғауы м-н   б)урын-ваҡыт килеш ялғауы м-н       в)хәл ҡылым ялғауы м-н

11. Мин белгәнде һин белмәйһең. Тултырыусы һөйләм менән баш һөйләм араһында ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла?

А) Өтөр                                 б) ике нөктә                    в) бер нәмә лә ҡуйылмай

12. Ямғыр яуһа, игендәр ҙә уңасаҡ. Һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.

А)  Шарт һөйләм                   б) Ваҡыт һөйләм

13. Төлкөсура һыу буйын ҡараны, унда бер кем дә юҡ ине. Был ниндәй һөйләм?

А) Ябай, тарҡау                          б)Ябай, йыйнаҡ               в) Эйәртеүле ҡушма һөйләм

Г) теҙмә ҡушма һөйләм           д)ҡатмарлы синтаксик төҙөлмә

14. Беҙ бер ҡатлы ағас йорт алдына килеп туҡтаныҡ. Был ниндәй һөйләм?

А) Ябай, тарҡау                          б)Ябай, йыйнаҡ               в) Эйәртеүле ҡушма һөйләм

Г) теҙмә ҡушма һөйләм           д)ҡатмарлы синтаксик төҙөлмә

15. Күп эйәрсәнле ҡатмарлы синтаксик төҙөлмә ниндәй өлөштәрҙән тора?

А)Бер баш һәм ике йәки бер нисә эйәрсән һөйләмдән

Б)ике баш һәм ике эйәрсән һөйләмдән

В) ике баш һәм ике йәки бер нисә эйәрсән һөйләмдән

16. Донъя шулай инде: берәүҙәр илап йәшәй, икенселәр илап үләләр. Был ниндәй күп эйәрсәнле ҡатмарлы синтаксик төҙөлмә?

А)Тиң эйәрсән һөйләмле                           б) тиң булмаған эйәрсән һөйләмле

17.  Йәйҙәр үтте инде, тип бойоғорға урын юҡ, сөнки тыуасаҡ көндәр менән хыялланып йәшәйһең. Был ниндәй күп эйәрсәнле ҡатмарлы синтаксик төҙөлмә?

А) Тиң эйәрсән һөйләмле                      б) Тиң булмаған эйәрсән һөйләмле

18. Тулҡын көсәйгәс һәм кәмә ныҡ ҡына сайҡала башлағас, малайҙың йөҙөндәге йылмайыу һүнде. Был төҙөлмәлә ике эйәрсән һөйләм араһында ниндәй тыныш билдәһе була?

А) Өтөр      б) Һыҙыҡ           в)ике нөктә      г) бер нәмә лә ҡуйылмай


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

" Ябай һәм ҡушма һандар"

Башҡорт теленән дәрес планы...

" Ябай һәм ҡушма һандар"

Дәрескә презентация...

Ҡушма һөйләм

Ҡушма һөйләмдәрҙе тикшереү өсөн...

Ҡушма һүҙҙәр.

Урок в 5 классе для учащихся, изучающий башкирский язык как родной....

Теҙмә ҡушма һөйләмдәр (карточкалар)

8-се класта "Теҙмә ҡушма һөйләмдәр" темаһы буйынса карточкалар. Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙе билдәләү, тыныш билдәләрен ҡуйыу...

Асыҡ дәрес. Ябай һәм ҡушма һандар.

V клас уҡыусылары өсөн башҡорт теленән дәрес планы. Баранова З.В....

Ҡушма һүҙҙәр. 5-се класс

Был дәрес Йөйәк ауылы эргәһендәге ер-һыу атамаларына бәйле....