" Ябай һәм ҡушма һандар"
план-конспект урока (6 класс) по теме
Предварительный просмотр:
Ябай һәм ҡушма һандар.
(6 класс өсөн дәрес планы).
Маҡсат:
- уҡыусыларға ябай һәм ҡушма һандарының төшөнсәһен биреү, уларҙы айырырға өйрәтеү;
- һөйләү телмәрен , үҙ аллы эшләү күнекмәһен үҫтереү;
- башҡорт халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләү;
- Ойоштороу мәле. Сәләмләү, танышыу.
- Хәйерле көн, балалар, һаумыһығыҙ! (балалар шиғыр менән яуап бирәләр)
- Афарин! Инде бер-беребеҙгә ҡарап йылмаябыҙ, яҡшы кәйефебеҙҙе ҡунаҡтарыбыҙға ла бүләк итәбеҙ, урындарға ултырабыҙ.
Мин Зилә Рим ҡыҙы булам. Миндәк ҡасабаһының 7-се һанлы мәктәбенән килгәнмен. Бөгөнгө дәресебеҙ барығыҙ ҙа кеүек матур үтер, ә һеҙ батыр булырһығыҙ, актив ҡатнашырһығыҙ, тип ышанам.
- “Һан” темаһын ҡабатлау.
- Дәресебеҙҙе башлайыҡ.
- Бөгөн нисәһе?
- Бөгөн ниндәй көн?
- Шишәмбе аҙнаның нисәнсе көнө?
- Бер йылда нисә ай?
- Бер айҙа нисә аҙна?
- Бер аҙнала нисә көн?
- Хәҙер мин бер йомаҡ әйтәм, ә һеҙ ихтибар менән тыңлағыҙ, унда ниндәй һандар барлығын иҫегеҙҙә ҡалдырып ултырығыҙ, сөнки уның яуабы шул һандарҙа:
Бер ҙур баҡса,
Баҡсала ун ике түтәл,
Түтәл һайын утыҙ үҫемлек,
Һәр үҫемлектә дүрт емеш,
Бер емештә ете бүлек.
- Йә, нимә була ул? Кем йомаҡтың яуабын систе? Кем иң ихтибарлы уҡыусы икән?
(Яуабы: йыл календары.
Бер баҡса – бер йыл
Ун ике түтәл – ун ике ай
Утыҙ үҫемлек – утыҙ көн
Дүрт емеш – дүрт аҙна
Ете бүлек – ете көн.)
- Йомаҡта ниндәй һандар бар?(бер, ун ике, утыҙ, дүрт, ете)
- Һан нимәне белдерә?
- Һан ниндәй һорауға яуап бирә?
- Теманы, маҡсатты билдәләү.
- Афарин! Инде башҡатҡыстар менән эшләп алайыҡ. Әгәр һеҙ уларҙы сисһәгеҙ, башҡорт халыҡ мәҡәлен һәм йомаҡты уҡырһығыҙ. Асҡысы уның – алфавитта. Был эшкә ике минут бирелә.
Беренсе төркөмгә: Икенсе төркөмгә:
27 18 12 14 8 13 8 4 40 23
20 18 6 20 7 5 16 8 18 8
1 2 8 23 1 13 19 15 27 16
37 8 26 8
(Яуабы:
Ун ике йондоҙға бер ай.( Бер йылда ун ике ай).
Егәрленең ҡулы ете.)
- Был йомаҡ менән мәҡәлдә ниндәй һандар бар?
- Улар нимәһе менән айырыла?
- Дөрөҫ, ете , бер һандары бер генә һүҙҙән тора, бындай һандар ябай тип йөрөтөлә, ун + ике – ике һүҙҙән тора, ул ҡушма тип атала)
Шулай итеп, бөгөн беҙ ябай һәм ҡушма һандар тураһында һөйләшәсәкбеҙ, уларҙы танырға, айырырға өйрәнәсәкбеҙ.
- Дәфтәрҙәргә числоны, теманы яҙыу.
- Ун һигеҙ һаны ябаймы әллә ҡушмамы, нисек уйлайһығыҙ? Ни өсөн?
( Сөнки ике һүҙҙән тора: ун һәм һигеҙ)
- Телде шымартыу.
- Телебеҙҙе төҙәтеп, шымартып алайыҡ әле. Һеҙҙең алдығыҙҙа тиҙәйткес, уны беҙ тиҙ генә әйтергә тейешбеҙ.
Мейес башында биш бесәй,
Биш бесәйҙең биш башы.
Биш бесәйҙең биш башына
Емерелмәһен мейес башы.
Ҡа, ҡа, ҡа – ҡыр ҡаҙҙары бейек оса
Күк, күк, күк – урманда ҡысҡыра кәкүк
Ҫа, ҫа, ҫа – һалдаттар сафҡа баҫа,
Ға, ға, ға – ҡара һин тик алға.
- Һан менән тағы мәҡәлдәр беләһегеҙме? Хәҙер тикшерәбеҙ.
( Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ. Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын. Алтмыш аҙым алға атла, алты тапҡыр артыңа ҡара. Биш мәртәбә уйла, бер мәртәбә эшлә. Ир аҡылы – бер алтын, ил аҡылы – мең алтын. Ике ҡуян артынан ҡыуалаһаң, береһен дә тота алмаҫһың. Егәрленең ҡулы ете.)
- Лексик теманы асыҡлау. Тыуған көн.
- Бик яҡшы, балалар, кеше ғүмерендә әллә күпме иҫтәлекле көндәр, даталар бар. Шулар араһында иң мөһим, матур, ашҡынып көтөп алған көн ниндәй тип уйлайһығыҙ?
- Әлбиттә, һәр кемдең иң күркәм байрамы – ул тыуған көн.
- Дәреслек менән эшләү.
- Хәҙер 258 – се күнегеүҙәге һорауҙарға яуап бирәбеҙ. Беренсе төркөм һорай, икенсеһе яуап бирә.
- Һиңә нисә йәш?
- Миңә ун ике йәш.
- Һин нисәнсе йылда тыуғанһың?
- Мин ике мең беренсе йылда тыуғанмын.
- Һин ниндәй айҙа тыуғанһың?
- Мин... айында тыуғанмын. ( Был һорауға бөтәһе лә яуап бирә)
- Һин ҡайһы көндө тыуғанһың?
- Мин ...көнө тыуғанмын.(Был һорауға ла бөтәһе лә яуап бирә)
- Ял минуты.
- Бик яҡшы, инде әҙерәк ял итеп алайыҡ. Тыуған көндә уйнала торған
“ Аҡ ҡалас” уйынын бөтәгеҙ ҙә яҡшы беләгеҙ, уйнағанығыҙ ҙа барҙыр.“Каравай” тип атала ул рус телендә, иң беренсе рус вариантын иҫкә төшөрәйек :
На день рожденья ...
Испекли мы каравай.
Вот такой вышины,
Вот такой низины,
Вот такой ширины,
Вот такой узины.
Каравай, каравай,
Кого хочешь выбирай.
Инде башҡорт телендә яңғырашын ҡарайыҡ:
... тыуған көнөнә
Бешерҙек беҙ аҡ ҡалас.
Бына шулай ҡабарған,
Бына шулай тәпәшәк.
Бына шулай киңлектә,
Бына шулай тарлыҡта.
Аҡ ҡалас, аҡ ҡалас,
Теләгәнеңде ал да ҡас.
Һанашмаҡ:
Бер бабай утынға барған,
Тәгәрмәсе ватылған,
Тәгәрмәсен төҙәтергә
Нисә сөй кәрәк булған?
- Һүҙлек эше.
Ҡунаҡтар – гости
Саҡырыу – приглашение
Ҡунаҡтарҙы саҡырыу – приглашать гостей
Һыйлау – угощать
Ҡотлау - поздравлять
Бүләк – подарок
Бүләк итеү - подарить
Күстәнәс – гостинец
Теләктәр әйтеү (теләү) - пожелания
- “Ҡунаҡ өҫтәленә” cаҡырыу.
- Балалар, беҙ бөгөн Айгөл исемле ҡыҙҙың тыуған көнөнә саҡырылғанбыҙ, тик уға нисә йәш тулғанын белер өсөн, беҙгә бер мәсьәләне сисергә кәрәк:
Айгөлдөң өләсәһенә 65 йәш. Ул Айгөлдөң әсәһенән 25 йәшкә олораҡ. Ә Айгөл әсәһенән 28 йәшкә бәләкәйерәк. Айгөлгә нисә йәш?( Яуабы: ун ике йәш)
- Дәресте йомғаҡлау.
- Бик яҡшы, ә хәҙер бөгөнгө теманы кем аңлаған йәки аңламан икәнен шарҙар ярҙамында тикшерәйек. ( Шарҙарҙа һандар яҙылған, уҡыусылар ябай һәм ҡушма һандарҙы әйтеп ике рәткә теҙеләләр. Һығымта эшләнелә. )
- Рефлексия.
- Дәрес һеҙгә оҡшанымы?
- Бөгөнгө дәрес өсөн баһалар ҡуябыҙ. Кем актив ҡатнашты, бишлек эшләне тип уйлай, ҡулдарҙы күтәрәбеҙ.
- Өйҙә ябай һәм ҡушма һандар менән һөйләмдәр төҙөргә.
- Дәрес бөттө, барығыҙға ла ҙур рәхмәт!
Дәрес барышы:
- Сәләмләү. Танышыу.
- Һорауҙарға яуап биреү.
- Йомаҡты сисеү.
- Теманы ҡабатлау.
- Башватҡыс өҫтөндә эшләү.
- Һандарҙы тикшереү.
- Дәфтәргә числоны, теманы яҙыу.
- Слайд ярҙамында теманы аңлатыу.
- Тиҙәйткес ярҙамында телде шымартыу.
- Башҡорт өндәрен ҡабатлау.
- Мәҡәлдәр.
- Лексик теманы асыу.
- Дәреслектәге һорауҙарға яуап биреү.
- Ял минуты.
- Һүҙлек эше.
- Мәсьәләне сисеү.
- Шарҙар ярҙамында теманы нығытыу.
- Рефлексия. Баһалау.
- Өйгә эш.
Дәрескә анализ:
Темам Ябай һәм ҡушма һандар ине. Был класта башҡорт теле дәүләт теле булараҡ өйрәнелә. Дәрескә шундай маҡсаттар ҡуйғайным:
- Уҡыусыларға ябай һәм ҡушма һандарҙың төшөнсәһен бирергә, уларҙы таба белергә һәм айырырға өйрәтергә
- Балаларҙың уҡыу телмәрен үҫтерергә, төркөм менән һәм үҙ аллы эшләргә өйрәтергә
- Башҡорт халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләргә, уның аша башҡорт теленең ниндәй бай, нәфис икәнен күрһәтергә.
- Һәм иң мөһим маҡсатымдың береһе – ул балаларҙа дәрескә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, уларҙы мауыҡтырыу ине. Теманы аңлатыу менән бер рәттә был дәрес улар хәтерендә һаҡланып ҡалһын ине тип, мин йомаҡтар, мәҡәлдәр, һанашмаҡ, тиҙәйткес, Аҡ ҡалас уйынын алдым.
- Тағы ла дәресемә математика, рус фольклоры, тормош һабаҡтары кеүек дәрестәрҙән элементтар индерҙем. Дөйөм алғанда, маҡсатыма ирештем тип уйлайым. Балалар актив ҡатнаштылар, теманы үҙләштерҙеләр.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
" Ябай һәм ҡушма һандар"
Дәрескә презентация...
1 - 10 тиклем һандар
http://LearningApps.org/watch?v=p03fkr96t16...
Һандар – тормошта. Һан тураһында төшөнсә.
Һандарҙы телмәрҙә актив ҡулланыу өсөн төрлө күнегеүҙәр башҡарыу....
Һандар – тормошта. Һан тураһында төшөнсә.
Һандар – тормошта.Һан тураһында төшөнсә темаһы буйынса дәрес конспектына презентация....
Асыҡ дәрес. Ябай һәм ҡушма һандар.
V клас уҡыусылары өсөн башҡорт теленән дәрес планы. Баранова З.В....
конспект урока по башкирскому языку по теме "Тәбиғәтте һаҡлайыҡ! ”Һандар” темаһын нығытыу."" в 6-ом классе
Разработка урока по башкирскому(государственному) языку в 6-ом классе...
Һандар.Дәрес.
Һандар...