Әхиәр Хәкимовтың "Ҡарт һалдат, йәш һалдат" хикәйәһе буйынса.
план-конспект урока (6 класс) на тему

Абдуллина Айгуль  Халитовна

Бөйөк Ватан һуғышы һәм Афғанстан һуғышы ҡорбандары.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon ahiar_hakimov_kart_haldat_yesh_haldat.doc37.5 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡорт  әҙәбиәте

6 класс

Дәреслек авторҙары: М.Х.Иҙелбаев, ә.М. Сөләймәнов, М.Б.Юлмөхәмәтов.

Тема:  Әхиәр Хәкимовтың «Ҡарт һалдат, йәш һалдат…» Әҫәренең идея – тематик йөкмәткеһе.

Маҡсат: әҫәрҙең идея – тематик йөкмәткеһен асыу, актуаллеген билдәләү.

              Уҡыусыларҙың үҙ аллы эҙләнеү күнекмәләрен үҫтереү.

               Тыуған илгә, тыуған ергә һөйөү  тәрбиәләү.

               Быуындар бәйләнешен нығытыу.

Йыһазландырыу: компьютер, яҙыусының портреты, Рәсәй картаһы, балаларҙың әҫәр буйынса эшләгән иллюстрациялары, таблица, видеомагнитофон.    

Дәрес барышы:

I. Ойоштороу моменты.

II. Тест (диагностика, коррекция), 3 вариантта. Компьютер ҡулланыу.

   1.Тест һорауҙары өҫтөндә эш.

   2. Беренсе ҡат тикшереү.

   3. Коррекция.

   4. Уҡыусыларҙың  икенсе ҡат үҙ аллы тикшереүе.

   5.Баһалау.

III. Я6ы тема:

1.әңгәмә:

- Хикәйәлә  ҡайһы ваҡыт, ниндәй ваҡиғалар тураһында һүҙ бара? (беренсе чечен һуғышы).

Карта буйынса эш.  

- Чечен республикаһы (Ичкерия) ҡайһы тарафта урынлашҡан?

- Бәхтиәр ҡарт һәм Мәсәлим ҡарттарҙың был һуғышҡа ҡараштары нисек?

-Ни өсөн Мәсәлим ҡарт чечендарға ҡарата үткәрелгән саралар менән риза түгел?

2. Хәҙер иллюстрацияларға иғтибар итәйек. Иптәштәрегеҙ был һуғышты бына нисек күҙ алдына килтерә. (уҡыусылар үҙҙәренең һүрәттәре буйынса һөйләй).

3.әҫәрҙән өҙөк сәхнәләштереү. Фәрит менән Мораттың осрашыуы.

4. Фекер алышыу.

- Ике йәштәштең  үҙ – ара мөнәсәбәттәре , һуғышҡа ҡарашы тураһында һөйләгеҙ.

- Ни өсөн  Фәрит йыш ҡына : «Мин – һалдат» тип ҡабатлай?

- «ҡарт һалдат, йәш һалдат» - хикәйәнең исеменә  ниндәй мәғәнә һалынған?

- Фәриттең киләсәген һеҙ нисек күҙ алдына баҫтыраһығыҙ? ( «ә  мин Морат , бынан аҙаҡ тере ҡалһам да , үлекмен»).

- ә Мораттың киләсәге нисек булыр?

- Был һуғыш ниндәй ҡайғылар килтерҙе?

6. Ерле материал ҡулланыу.

- Хәҙер , уҡыусылар видеосюжет ҡарап алайыҡ. Бик иғтибарлы булығыҙ.

- Был өҙөктә  кемде танынығыҙ? (Илмир Мөхәтмәтйәновты).

- Уның тураһында нимә беләһегеҙ?

- Ул 1980 йылдың 6 ғинуарында тыуа.

1997 йылда мәктәпте тамамлай.

1998 йыл 11 май – армия.

1999 йыл 27 декабрь – Грозный ҡалаһын боевиктарҙан таҙартыу ваҡытында һәләк була.

7. Илмирҙың ата – әсәһенә , туғандарына һүҙ бирәйек. Шулай уҡ уның класташтары ла беҙҙә  ҡунаҡта.

IV. Йомғаҡлау.

һорау:

- Уҡыусылар, ошо дәрестән  сығып ниндәй һығымта яһарға була?

- Чечняла ҡан ҡойош тулыһынса туҡталмаған. ә  әсәләр йоҡлай алмай тертләп уяна, һәр ишек ҡаҡҡан һайын «улым ғына булһа ярар ине», йәки «улымдың үле хәбәрен генә килтермәһендәр инде» тип һағайып ҡала. ә инде һәләк булғандарҙың ата – әсәһенең йөрәктәренә күптән ҡан һауған , тоҙло күҙ йәштәре кипкән…

V.өйгә эш. Чечен, афған һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарҙың исемлеген төҙөргә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

: Яҙ темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Предмет: Башкирский языкКласс:5Учебник: Башкирский языкАвтор учебника: Габитова З.М., Усманова М.Ғ.,Демонстративные материалы:карточки, электронная доскаv...

Р.Ғарипов буйынса йомғаҡлау

Р.Ғариовтың тормошо һәм ижады буйынса йомғаҡлау...

М. Кәримдең "Ярлыҡау" повесы буйынса дәрес-хөкөм

М. Кәримдең "Ярлыҡау" повесы буйынса дәрес-хөкөм...

5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым." темаһы буйынса дәрес.

5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым" темаһы буйынса дәрескә презентация материалдары....