Главные вкладки
Абдуллина Айгуль Халитовна
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы сайты
Профессия: Учитель башкирского языка и литературы
Профессиональные интересы: Исследовательская работа, проектная деятельность, внеклассное чтение.
Увлечения: Экскурсии и походы
Регион: Республика Башкортостан
Населенный пункт: с. Сафарово, Учалинский район
Место работы: МБОУ СОШ с Сафарово Учалинского района РБ
Звание, ученая степень: нет
Навигация
Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/abdullina-aygul-halitovnaМин халҡымдың сәскә күңеленән, бал ҡортондай, ынйы йыямын!
Һаумыһығыҙ, хеҙмәттәштәр! Минең сайтыма рәхим итегеҙ!
Барлыҡ рухташтарыма минең теләгем ошо: күңелегеҙ- тыныс, йөрәгегеҙ-ныҡ, арҡағыҙ - тура, аҙымығыҙ - ышаныслы, башығыҙ юғары булһын!
О себе
Мин - Уҡытыусылар династияһын дауам итеүсе! Шунлыҡтан һөнәр һайлау һорауы минең алдымда бер ҡасан да торманы! Атай- әсәйем дә, апайымдар ҙа -уҡытыусылар. Шәжәрәмдә педагогтар барлығы егерме тиҫтә!
Мин, Абдуллина Айгөл Халит ҡыҙы, барлыҡ Башҡортостанға билдәле булған, күп йылғалар инеш алған, мөһабәт Ирәмәл ҡуйынында ултырған Рысай ауылында, 1974 йылда, тәбиғәт тәүге яҙғы һулышын алған март айында тыуғанмын. 1988 йылда үҙ ауылымдағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамланым. 1991 йылда Илсе урта мәктәбендә ҡулға урта белем тураһындағы таныҡлыҡ алғас, Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалына юл тоттом.
1995 йылда мине, йәш белгесте, үҙ районымдағы Мансур урта мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп эшкә алдылар. 2000 йылдан шул мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп күсерелдем.
2001 йылда Сәфәр мәктәбенә тәрбиә буйынса мәктәп директоры урынбаҫары итеп тәғәйенләндем. 2007 - 2011, 2015 йылдарҙа уҡытыу һәм тәрбиә буйынса мәктәп директоры урынбаҫары вазифаһын башҡарҙым.
2010 йылда хыялым тормошҡа ашты - Өфөләге башҡорт филологияһы факультетын тамамланым!
2016 йылдан юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһымын. 2017 йылда мәғариф өлкәһендәге һәм үҫеп килгән йәш быуынды тәрбиәләүҙәге уңыштарым, мәғариф системаһы үҫешенә индергән тос өлөшөм өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығының "Маҡтау ҡағыҙы" менән бүләкләндем. 2018 йылда Учалы Мәғариф планына ярашлы "Тел - халыҡтың тере тарихы, уның рухы һәм уның мираҫы" исемле төбәк-ара семинар үткәрҙем. 2018 йылда уҡытыу һәм әҙәбиәт өлкәһендәге намыҫлы хеҙмәтем өсөн Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең Рәхмәт хаты алдым.
Книги, которые сформировали мой внутренний мир
Бөйөк Мостай ижады - тормош дәресе ! Уның әҫәрҙәре күңелгә изгелек һибә, йөрәккә көс, дәрт өҫтәй! Иң яратып уҡыған һәм уйланырға мәжбүр иткән әҫәрҙәре ошолар: "Ярлыҡау", "Оҙон- оҙаҡ бала саҡ", "Һоро турғай", "Уңдым".
Мой взгляд на мир
Мин- ябай ауыл уҡытыусыһы! Парта артынан миңә ҡыҙыҡһынып та, һынап та, ышанып та бала күҙҙәре ҡарай. Ябай сабыйҙар түгел улар. Улар- беҙҙең киләсәк! Тимәк, мин үҙем өсөн генә түгел, ә илем, телем, халҡым яҙмышына, уның киләсәгенә яуаплымын!
Мин - уҡытыусы! Белем нурҙарын балаларға өлгәшеүсе изге йән эйәһе. Мин ошо яуаплы һөнәрҙе һайлауыма үкенмәйем, яратҡан эшем миңә ҡанат ҡуя. Йылдар үтеп, күберәк тәжрибә туплаған һайын, уҡытыусы һөнәренең ҡөҙрәтле көсөнә ышанам.
Мин - бәхетле уҡытыусы! Эшем, ышаныслы хеҙмәттәштәрем, ныҡлы терәгем һәм таянысым - ғаиләм бар! Шуға ла һәр көн иртән, ҡояштай балҡып, мәктәбемә уҡыусыларым янына ашығам. Йылмаям - эшемде яратам! Үҙемде башҡа һөнәр кешеһе итеп күҙ алдына ла килтерә алмайым. Уҡытыусы - минең булмышым!
Мои достижения
- Благодарственное письмо Министерства Образования Рб за активное сотрудничество в проведении республиканской полиолимпиады "Орбита" (2014)
- Благодарственное письмо Директората Стерлитамакского филиала БГУ за подготовку призера Республиканской интернет -олипиады по башкирскому языку. (2015)
- Благодарственное письмо Директората Стерлитамакского филиала БГУ за вклад в развитие исследовательского потенциала одаренных детей. (2015)
- Почетная Грамота Министерства Образования Республики Башкортостан за заслуги и достижения в области образования и воспитания подрастающего поколения (2017)
- Благодарственное письмо Постоянного Представительства Республики Башкортостан в Челябинской области за добросовестный труд и взаимовыгодное сотрудничество в области образования и литературы (2018)
- Диплом Института Развития Образования Республики Башкортостан за победу в номинации "Китап - рух нигеҙе" в Республиканском конкурсе чтецов "Тере шишимәләр" (2018)
- Сертификат ИРО РБ за участие в Межрегиональном Интернет-педсовете "Электронное обучение: состояние, проблемы, перспективы" (2014)
- Сертификат СФ БГУ за участие в Республиканском семинаре "Использование электронных образовательных ресурсов на уроках башкирского языка и литературы" (2015)
- Сертификат Издательства "Русское слово" за курс по теме "Учебная книга, как средство организации самостоятельно-познавательной деятельности учащихся" (2016)
- Сертификат ИРО РБ за участие во Всероссийской научно-практической конференции "Системно-деятельностный подход в обучении: традиции и инновации" (2016)
- Сертификат ИРО РБ за участие в Межрегиональном Интернет-педсовете "Педагогические традиции и инновационная образовательная среда- залог совершенствования системы образования" (2016)
- Сертификат Республиканского детского оздоровительно-образовательного центра туризма, краеведения и экскурсий за участие в семинаре "Подготовка педагогических кадров к организации работы в профильной смене "Йәйләү" (2017)
- Почетная грамота Учалинского РДПиШ за активную и добросовестную работу в поднятии авторитета детского движения (2003)
- Грамота отдела образования Учалинского района за высокий профессиональный труд по обучению и воспитанию подрастающего поколения (2005)
- Грамота отдела образования за активное участие в районно-городском празднике "Шәжәрә байрам" (2007)
- Благодарственное письмо отдела образования Учалинского района за организацию и проведение летней оздоровительной кампании 2009, 2010, 2011 г. (2011)
- Благодарственное письмо Главы администрации МР Учалинского района за активное участие в общественной жизни и весомый вклад в работу женсовета. (2012)
- Грамота отдела образования МР Учалинский район за подготовку призера муниципального этапа Республикансой олимпиады школьников по башкирскому языку и литературе. (2015)
- Грамота Учалинской районной организации Профсоза за активную работу в Профсоюзе. (2015)
- Грамота отдела образования МР Учалинский район за подготоаку победителя муниципального этапа Республиканской олимпиады школьников по истории и культуре Башкортостана. (2016)
- Грамота отдела образования МР Учалинский район за подготовку призера муниципального этапа Республикансой олимпиады по башкирскому языку и литературе (2016)
- Благодарственное письмо отдела образования МР Учалинский район за подготовку участника республиканского этапа межрегиональной олимпиады по башкирскому языку и литературе. (2017)
- Грамота мечети "Зайнулла ишан" г. Учалы за подготовку призера исследовательского проекта "Святые в истории родной земли" (2017)
- Почетная грамота отдела образования МР Учалинский район за большой вклад в развитие и сохранение родного языка и воспитание патриотизма у подрастающего поколения. (2018)
Моё портфолио
Был портфолиола минең хеҙмәт емештәрем. Һеҙгә дәрес өлгөләре, саралар, тәрбиәүи сәғәттәр, баҫмалар, презентациялар, видеояҙмалар, уҡыусылар эше тәҡдим итәм! Файҙаһын күрегеҙ!
Добавить творческую работу ученика
Код для вставки списка публикаций на другие сайты