Рабочая программа по башкирскому(государственному)языку для 6 класса
рабочая программа (6 класс) на тему

Сайфуллина Галима Сахиулловна

Рабочая программа  по ФГОС

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon 6_gos_fgos.doc211 КБ

Предварительный просмотр:

        

                                                                                                 Аңлатма яҙыу.         

Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең   6-сы  класс  өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.

Эш программаһы 35 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт) .

Төҙөүсеһе :Сәйфуллина Ғәлимә Сәхиулла  ҡыҙы

Дәреслек: Ғәбитова З.М.,Усманова М.Ғ. Башҡорт  теле:  Уҡытыу  рус  телендә  алып  барылған  дөйөм  белем  биреү  ойошмаларының    6-сы  класс  уҡыусылары  өсөн  уҡыу ҡулланмаһы.  – Өфө : Китап, 2015.

Программа  кимәле : базис  (икенсе быуын стандарттарына ярашлы)

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты :

Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Усманова М. Г., Ғәбитова З. М.- “КнигоГрад”. - Ижевск. - 2008.

Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009.

Уҡыусының тел буйынса уҡыу комплекты:

Ғәбитова З.М.,Усманова М.Ғ. Башҡорт  теле:  Уҡытыу  рус  телендә  алып  барылған  дөйөм  белем  биреү  ойошмаларының    6-сы  класс  уҡыусылары  өсөн  уҡыу ҡулланмаһы.  – Өфө : Китап, 2015.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: 

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы  Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Г. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа 3-сө Инйәр урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының “Уҡыу планы”на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы,
  •  Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы,
  •  «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы,
  • Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

                                                  Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

  1. телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;
  2. телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота.
  3. шулай уҡ унда милли тәрбиә  тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

                                                                  Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө:

Рус һәм башҡа мәктәптәпҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап китәбеҙ:

  1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү  үҙәк бурыс.
  2.  6 класс өсөн башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡытыу планында аҙнаға 1-әр сәғәт ваҡыт бирелә. Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, элементар яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла. Тел менән әҙәби материалдары бергә кушып өйрәнелә (интеграция).
  3. Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

                                                                               Маҡсаттар һәм бурыстар:

  • Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радиотапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).
  • Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.
  • Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.
  • Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.
  • Әҫәрҙе өлөшләп, һайлап, ролдәргә бүлеп, сылбыр буйынса уҡыу, тексты магнитофон яҙмаһынан тыңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү кеүек эштәр башҡарғанда, һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.
  •  5-6-сы кластарҙа алған белемдәр тулыландырыла. Темалар буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу, диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә.
  • Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала.
  • Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла.

                                                         Уҡыу йылы аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр:

Шәхси һөҙөмтәләр.

  • Башҡорт теленең БР-да дәүләт теле булыуын аңлау һәм төшөнөү;
  • башҡорт теленән алынған белем һәм күнекмәләрҙе мәктәптә һәм көндәлек тормошта ҡулланыу;
  • аралашыуҙа рус теленән алған белемде башҡорт телендә тәржемә итеп ҡуллана белеү;
  • башҡорт телен башҡорт халҡының мәҙәни һәм рухи байлығын өйрәнеү сараһы булараҡ ҡулланыуҙы аңлау;

  • төрлө социаль ситуацияларҙа оло кешеләр һәм үҙ тиңдәштәрең менән хеҙмәттәшлек күнекмәләрен үҫтереү.

Предмет-ара һөҙөмтәләр.

  • Яңғыраған телмәрҙе (ололарҙың һәм тиңдәштәреңдең әйтеүе, балалар тапшырыуҙары, аудиояҙмалар һәм мәғлүмәти технологияның башҡа формаларын) адекват ҡабул итеү;
  • һүҙҙәрҙе, ижектәрҙе, өндәрҙе һәм һөйләмде төҙөү, әйтеү буйынса белем һәм күнекмәләр;
  • бирелгән тема буйынса диалог төҙөй белеү; һорауҙарға ҡыҫҡа һәм тулы итеп яуап биреү, диалогты башлай һәм тамамлай белеү;
  • әҙерләнеп һәм әҙерләнмәй етеҙ, аңлап һәм тасуири уҡыу, тексты ҡыҫҡа һәм һайлап һөйләй белеү;
  • таныш булған орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланып, уҡытыусы ярҙамында һәм үҙ аллы өйрәнеүҙә контроль характерҙа яҙма эштәрҙе башҡара белеү;
  • үҙ аллы тикшерә һәм башҡорт теленән предмет-ара (башҡа предмет дәрестәрендә) үҙ белемеңде анализлай белеү;
  • төп предметтан  предмет-ара аңлатмаларҙы үҙләштереү;
  • мәктәптә һәм мәктәптән тыш ҡыҙыҡһыныуҙарынан сығып, башҡорт телендә аралашыу.

Уҡыуҙа универсаль эш төрҙәре

  • телмәрҙе телдән ҡабул итеү һәм төп йөкмәткене аңлау;

          фонетик төҙөлөшөнөң төп берәмектәрен белеү; тартынҡы һәм һуҙынҡы, өн һәм хәрефтәрҙе айыра белеү; ижектәргә бүлеү,                                    

          дөрөҫ   әйтеү һәм баҫым;

  • рус телендә булмаған өндәрҙе һәм өн ҡушымсаларын дөрөҫ әйтеү;
  • һүҙҙәрҙе, грамматик формаларҙы һәм уларҙың барлыҡҡа килеүҙәрен, элементар сиктаксик конструкцияларҙы һәм уларҙың һөйләмдә һәм бәйләнешле телмәрҙә ҡулланылышын үҙләштереү;
  • баш хәрефтең яҙылышын, һүҙҙәрҙең ижеккә бүленеүен, тыныш билдәләрен яҙыу ҡағиҙәләрен белеү;
  • уҡыу һәм көндәлек аралашыу шарттарында үҙләштерелгән белем һәм күнекмәләрҙе ҡулланыу; диалогты дауам итеү; үҙләштерелгән лексиканы ҡулланып һорауға яуап биреү һәм үҙ аллы һорау биреү, тексты һөйләп биреү, картина буйынса һөйләм төҙөй белеү, тематик өлгө буйынса төрлө темаға монологик текст төҙөй белеү;
  • ҡысҡырып һәм үҙ аллы уҡый белеү, айырым һөйләм һәм тулыһынса тексты тасуири уҡыу;
  • тексты өлөштәргә бүлә белеү, уларға исем биреү, план төҙөү, биремде яҙып бөтөрә һәм әйтеп бирә белеү, предметты һәм картинаны һүрәтләй белеү һ.б.
  • телдең милли мәҙәниәттең сағылышы һәм аралашыу ҡоралы булыуын ҡабул итеү; башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ әһәмиәтен аңлау.

                                                             Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

      1.Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;

2.Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү, диалогты дауам итеү;

3.Ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.

      4.Ҡысҡырып шыма һәм тасури уҡыу.

      5.Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

      6.Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.

      7.Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу

      8.Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү.

                             Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау:

  1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
  2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

     Бөтәһе 1 уҡыу йылына 35 сәғәт.

1 сирек – 8.5 аҙна – 9сәғәт

2 сирек – 7.5 аҙна – 8 сәғәт

3 сирек – 9.5 аҙна – 10 сәғәт

4 сирек – 9 аҙна – 8 сәғәт

         

Контроль эштәр

Прог-ма б-са

Һорауҙарға яуаптар (тест)

2

Контроль    күсереү

2

       Уҡыу тиҙлеге –75-85 һүҙ (120-150 һүҙ эстән уҡыу)

       Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләм…)

                                                              Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе:

Беҙҙең  мәктәп  –4 сәғәт

1 сентябрь- Белем көнө. Уҡыусыларҙың хеҙмәт көндәре башланыуы. Белем, тел тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү. Грамматика буйынса 1-5-се кластарҙа үткәндәрҙе ҡабатлау.

Башҡортостан  ере   буйлап - 9 сәғәт

Башҡортостан Республикаһы, уның тарихы, күренекле шәхестәре, байлыҡтары менән танышыу. Тема буйынса һөйләү телмәрен үҫтереү, ижади эштәр башҡарыу. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. Сифат. Сифат дәрәжәләре. Синоним. Антоним. Омоним.

Дуҫлыҡ  ҡәҙерен бел - 4  сәғәт

Ысын дуҫлыҡтың ҙур мәғәнәгә эйә булыуы,уны һаҡлай белеү.Дуҫлыҡ хаҡында әҫәрҙәр уҡыу,мәҡәлдәр табыу. Ҡылымдың шарт һөйкәлеше.

Ҡыш дауам итә  - 8 сәғәт

Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәре.Текстар уҡыу ,шиғырҙар,һынамыштар ятлау,һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү,һүҙ байлығын арттырыу.Ҡылымдың хәбәр һөйкәлеше.Үткән заман. Киләсәк заман.

Яҙ килә, яҙ!  -  6  сәғәт

Яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәре. Яҙғы тәбиғәтте күҙәтеү,тәбиғәттәге  үҙгәрештәр.Осоп килеүсе ҡоштар тураһында һөйләшеү.1 май,9 май  байрамдары.Һан.Һан үҙ  аллы һүҙ  төркөмө.Һан  төркөмсәләре.

Йәмле  йәй  килә - 4  сәғәт.

Башҡортостанда   йәй  миҙгеле.Кешеләрҙең ялы.Емеш- еләк,йәшелсә,дарыу  үләндәре.Уларҙың  атамалары,кеше  һаулығы  өсөн  файҙаһы. Грамматика буйынса 6-сы  класта  үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

                       Башҡорт (дәүләт) телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар:

  1. Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.
  2. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009.
  3. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн. – Өфө: Китап, 2009. – 128 бит.
  4. Усманова М. Г.  Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.
  5. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. Ураҡсин З.Г. – Өфө, 2004.
  6. Русса-башҡортса һүҙлек. Ураҡсин З.Г., Саяхова К.Г. – Өфө, 1997.
  7. Омонимдар һүҙлеге. Әхтәмов М.Х. – Өфө, Китап, 2006.
  8. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге. Ураҡсин З.Г. – Өфө, Китап, 2006.
  9. Раҡаева Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. – Өфө: Педкнига, 2008. – 96 бит
  10. Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова З.Ф.–  Өфө, 2006.

Материаль-техник ҡулланмалар:

  • телевизор;
  • компьютер;
  • принтер;
  • DVD-проигрыватель,
  • Аудио-видеомагнитофон.

Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт:

  1. Ғәбитова З.М.,Усманова М.Ғ. Башҡорт  теле:  Уҡытыу  рус  телендә  алып  барылған  дөйөм  белем  биреү  ойошмаларының    6-сы  класс  уҡыусылары  өсөн  уҡыу ҡулланмаһы.  – Өфө : Китап, 2015.
  2. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.
  3. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.
  4. Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
  5. Балалар уйын фольклоры. Сөләймәнов А.М. – Өфө, Китап, 2007.
  6. Балалар өсөн йөҙ йыр. Юнысова Г.А. – Өфө, Китап, 2003

                                   

                                               

                                                   2017-2018  уҡыу йылына  календарь – тематик план

Тема

Сәғәт  һаны

План- ған

Үткәрелде

Иҫкәрмә

Беҙҙең  мәктәп  –4 сәғәт

1.

Беҙҙе мәктәп ҡаршылай.

1

04.09

2.

Беҙҙе уратҡан донъя.

1

11.09

3.

Көҙ күренештәре.

1

18.09

4.

Тәбиғәттәге үҙгәрештәр.

1

25.09

Башҡортостан  ере   буйлап- 9 сәғәт

5.

Китап-белем сығанағы.

1

02.10

6.

Кеше-ил күрке.

1

09.10

7.

Милли батырыбыҙ Салауат.

1

16.10

8.

1 сирек өсөн контроль эш. Һорауҙарға яуаптар.

1

23.10

9.

Тәбиғәт һәм кеше.” Башҡортостан  ере  буйлап “ проекты.

1

06.11

10.

Ниндәй гүзәл беҙҙең Ватан!.

1

13.11

11

Үҙ тыуған яғығыҙҙы яратығыҙ,өйрәнегеҙ!        

1

20.11

12

Уңыш төбө уңғанлыҡта

1

27.11

13

Данлы шәхестәребеҙ

1

04.12

Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел – 4 сәғәт 

14

Дуҫлыҡ ауыр саҡта һанала.

1

11.12

15.

Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар.

1

18.12

16.

Контроль эш

25.12

17.

Этикет ҡағиҙәләре.

1

15.01

Ҡыш дауам итә – 8 сәғәт

18.

Сихри ҡышҡы тәбиғәт.

1

22.01

19.

Ҡыш көнө ҡоштар һәм хайуандар донъяһы.

1

29.01

20.

Ябалаҡлап ҡарҙар яуа

1

05.02

21.

Икмәк бөтәһенә лә баш

1

12.02

22.

Юл йөрөү ҡағиҙәләре

1

19.02

.23

Ҡарағай урманындағы иртә

1

26.02

24.

Күҙҙәреңдә әсәй-донъя

1

05.03

25.

Мәҙәниәтле булырға өйрәнегеҙ.

1

12.03

Яҙ килә,яҙ!  -  6 сәғәт

26.

Контроль эш

1

19.03

27.

Тәбиғәттең уянған сағы.

1

02.04

28.

Бөтә тереклекте һаҡлағыҙ.

1

09.04

29.

Тәбиғәт менән бәйле милли байрамдар.

1

16.04

30.

Яҙғы эштәр.

1

23.04

31.

Яҙғы байрамдар.Тәбиғәттә үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре

1

30.04

Йәмле  йәй  килә –4сәғәт

32.

Йәйҙе  яратам.

1

07.05

33.

Һабантуй байрамы.

1

14.05

34.

Йыллыҡ  контроль эш (һүҙлек диктанты,тест).

1

21.05

35.

Хаталар  өҫтөндә  эш.Лагерҙа  ниндәй яҡшы? Йомғаҡлау.

1

28.05

№ пп

 Раздел, тема

 Колич час

 Содержание образования

 Требования к образованию

 Дата по плану

 Факт дата

1

 1 сирек

Беҙҙең  мәктәп

 1 сентябрь – Белем көнө

 Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре.

1

 Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, телмәр үҫтереү. 1 сент – Белем көнө, уҡыу йылының беренсе көнө т-да әңгәмә, фонетик ҡағиҙәләрҙе ҡабатлау

 Башҡортса элементар һөйләй белеү, өндәрҙе дөрөҫ әйтеү

2

   Беҙҙең мәктәп, класыбыҙ

 Исем.(ҡабатлау)

1

 Мәктәп, класс т-да һүҙлекте ҡабатлау, килеш ялғауҙарын таблица ярҙамында дөрөҫ ҡуя белеү

 Телмәр үҫтереү, килеш ялғауҙарын ятлау

3

 Аҙна көндәре һәм минең режимым.

 

1

 Көн режимына ҡараған яңы һүҙҙәр.  Эйәлек төшөнсәһенең ялғауҙарын ҡабатлау

 Аҙна көндәрен белеү, Эйәлек ялғауҙарын дөрөҫ ҡуя белеү

4

 Көҙ. Ҡоштар йылы яҡҡа китә.

 

1

 Һауа торошо, ҡоштар, көҙ темаларының һүҙҙәрен ҡабатлау, яңы һүҙҙәр биреү, ҡылым ҡағиҙәләрен ҡабатлау

 Тәржемә күнекмәләрен нығытыу, ҡылым ялғауҙарын дөрөҫ ҡуя белеү.

5

   Башҡортостан ере буйлап

 Башҡортостан территорияһы.

Синонимдар.

1

 Тема б-са яңы һүҙҙәр,  башҡорт телендә синонимдар менән ҡулланыу

 Башҡортостан терр т-да иркен һөйләй белеү.   синонимдарҙы һүҙлектә  таба белеү

6

 С.Юлаев - милли батырыбыҙ.

Сифат төшөнсәһе.

1

 С.Юлаев т-да яңы мәғлүмәттәр, предметтың билдәһен белд һүҙҙәрҙе төркөмләп, сифат һүҙ төркөмөн өйрәнеү

 С.Юлаев т-да һөйләй белеү, сифаттарҙы таба белеү

7

 Файҙалы ҡаҙылмалар.

 Антонимдар.

1

 Ф.ҡ.  атамалары, Башҡортостан картаһында ф.ҡ. табыу, антонимдарҙы дөрөҫ ҡулланыу

 Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, антонимдарҙы һүҙлектә таба белеү

8

1 сирек өсөн контроль эш

 Һорауҙарға яуаптар

1

 Һүҙлек диктанты яҙҙырыу, тест һорауҙарына яуаптар биреү, 3-4 һүҙҙән торған элементар һөйләмдәр төҙөү

 Үҙ аллы бирелгән эш төрҙәрен башҡарыу

9

 Хаталар өҫтөндә эш

Омонимдар.

1

 Хаталарҙы төркөмләү, төҙәтеү. Омонимдарҙы башҡорт телендә ҡулланырға өйрәнеү

 Анализ яһарға өйрәнеү Һүҙлектә омоним тәржемәләрен табыу

10

 2 сирек

Юл ҡағиҙәләре һәм билдәләре

 Б.Байым “Светофор” Рәүеш, рәүеш дәрәжәләре

1

 Темаға ҡағылышлы яңы һүҙҙәр, шиғыр уҡыу, рәүеш һүҙ төркөмөн өйрәнеү

 Шыма, тасуири уҡыу, һүҙ байлығын үҫтереү, рәүеш дәрәжәләрен билдәләй белеү

11

 Юл ҡағиҙәләре.

 Рәүеш дәрәжәләре.

1

 Юл ҡағиҙәһе, билдәләре, рәүеш дәрәжәләрен ҡулланыу

Шыма, тасуири уҡыу, һүҙ байлығын үҫтереү, рәүеш дәрәжәләрен билдәләй белеү

12

 Транспортта йөрөү.

Матур теләктәр.

1

 Транспортта йөрөү ҡағиҙәләре, кассала билет алыу, матур теләктәр.

 Телмәр үҫтереү, һүҙ байлығын үҫтереү, диалог төҙөй белеү

13

 Почта. Телеграф . Телефон.

 Почтала. Ҡылым.  Бойороҡ һөйкәлеше.

1

 Почта эшенә ҡағылышлы яңы һүҙҙәр, ҡылым һүҙ төрк өйрәнеү

 Һүҙ байлығын үҫтереү, грамматик ҡағиҙә өйрәнеү, ҡулланыу

14

 Алло? Кем шылтырата?

 Ҡылымдың хәбәр һөйкәлеше.

1

 Телефондан һөйләшеү этикеты, хәҙерге заман хәбәр һөйкәлешен өйрәнеү

 Матур диалог төҙөү, грамматик ҡағиҙә өйрәнеү, ҡулланыу

15

 Газета, журналдар алдырабыҙ.

 Хәҙерге заман хәбәр һөйкәлеше

1

 Газета, журналдарға яҙылыу, уларҙы алдырыу,  барлыҡ/юҡлыҡ мәғәнәләре

Һүҙ байлығын үҫтереү, грамматик ҡағиҙә өйрәнеү, ҡулланыу

16

2 сирек өсөн контроль диктант

1

 Методикаға ярашлы диктант яҙҙырыу, өҫтәлмә эштәр башҡарыу

 Үтелгән ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ ҡуллана белеү

17

 Хаталар өҫтөндә эш

1

 Хаталарҙы төркөмләү, төҙәтеү.

 Анализ яһарға өйрәнеү

18

3 сирек

 Ҡыш дауам итә.

 Ҡышҡы тәбиғәт.

 Хәбәр һөйкәлешенең үткән заман формалары

1

 Ҡышҡы тәбиғәт, һынамыштар.

Шаһитлы үткән заман ялғауҙарын өйрәнеү

Һүҙ байлығын үҫтереү, грамматик ҡағиҙә өйрәнеү, ҡулланыу

19

 Ҡышҡы кейем.  Ҡышҡы уйындар.

 Шаһитһыҙ үткән заман

1

 Яңы  һүҙҙәр, ҡулланыу, үткән заман формаларын сағыштырыу, өйрәнеү

 Тәржемә күнекмәләрен нығытыу, ҡылым ялғауҙарын дөрөҫ ҡуя белеү.

20

 Ҡыш һәм ҡоштар.

 Ҡылымдың үткән заман формалары

 Контроль күсереү

1

 Лексиканы байытыу, шаһитлы/шаһитһыҙ үтк заман ялғауҙары

Тәржемә күнекмәләрен нығытыу, ҡылым ялғауҙарын дөрөҫ ҡуя белеү.

21

 Сәләм   Өфөнән!

Билдәле киләсәк заман

1

 Хат яҙыу. Тәржемә эше. К заман ялғауҙарын өйрәнеү

  Текст өҫтөндә эшләргә өйрәнеү, Ҡылым ялғауҙарын ятлау

22

  Инша “Ҡышҡы уйындар”

1

 Бирелгән һорауҙарға, һүҙлеккә таянып үҙ аллы бәйле текст төҙөү.

 Дөрөҫ  структуралы һөйләмдәр төҙөү

23

 Ҡыш т-да әйтем, мәҡәл, йомаҡтар.

 Киләсәк замандың билдәһеҙ формаһы.

1

 Тәржемә эше, дәреслектәге күнегеүҙәр,

 Ҡыш т-да әйтем, мәҡәл, йомаҡтарҙы белеү, ҡылым ялғауҙарын ятлау.

24

 Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел

 Ысын дуҫ ниндәй була?

Синоним, антонимдар.

1

 Кешене характерлаусы һүҙҙәр, синоним, антонимдарҙы ҡабатлау.

Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү,  синоним антонимдарҙы һүҙлектә таба белеү

25

 Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар.

 Ҡылымдың шарт һөйкәлеше.

1

 Текст өҫтөндә эш, ҡылым дың заман формаһын өйрәнеү

 Текст өҫтөндә эшләй белеү, шарт һөйкәлеше ялғауҙарын ятлау

26

 3 сирек өсөн контроль эш

Изложение “Дружок”

1

 Дәреслектә тәҡдим ителгән тексты үҙ аллы тәржемә итеп, башҡортса бәйле текст төҙөү

 Изложениены эҙмә-эҙ рәүештә яҙыу

27

 Хаталар өҫтөндә эш

1

 Хаталарҙы төркөмләү, төҙәтеү.

 Анализ яһарға өйрәнеү

28

 4 сирек

Башҡортостан йылғалары һәм күлдәре.

Экология проблемалары.

 Башҡортостан – икенсе Швейцария.

 Ҡылымдың теләк һөйкәлеше.

1

 Башҡортостан тәбиғәте, уның матурлығы.   Теләк  һөйкәлешенең 1-се формаһы

 Яңы һүҙҙәр үҙләштереү,  ҡылым формаһын дөрөҫ тәржемә итеү

29

 Башҡортостан йылғалары, күлдәре.

Теләк һөйкәлешенең 2-се формаһы

1

 Гидронимдар, уларҙың этимологияһы, адресы, ҡылым  формаһының ялғауҙары

 Карта м-н эшләй белеү, ҡылымдарҙы дөрөҫ тәржемә итеү

30

 Мин һәм беҙҙең ғаилә.

Һан.  Уның төркөмсәләре.

1

 Ғаилә темаһын ҡабатлау, һан һүҙ төркөмөн өйрәнеү

 Һанай белеү, һан төркөмсәләрен белеү

31

 Бына тағы яҙ килде.

 Яҙғы тәбиғәт.  Ҡоштар ҡайта.

Килештәр.

1

 Яҙ т-да һүҙлек биреү, күсер ҡош исемдәре, килештәрҙе ҡабатлау

 Темаға ярашлы бәйле текст төҙөү, килеш ялғауҙарын ятлау

32

9 Май – Еңеү көнө.

 Эйәлек категорияһы.

1

 Еңеү көнөнә ҡағылышлы яңы һүҙҙәр биреү, грамматик ҡағиҙәне ҡулланып күнегеүҙәр башҡарыу

 Еңеү көнө т-да һөйләй белеү, үҙ аллы күнегеүҙәр башҡара алыу

33

 Кеше һәм үҫемлектәр.

Ҡылым.  Ҡабатлау дәресе.

1

 Ағас һәм үлән исемдәре, Дарыу үләндәре, ҡылым замандарын ҡабатлау

Яңы һүҙҙәр үҙләштереү,  ҡылым формаһын дөрөҫ тәржемә итеү

34

4 сирек өсөн контроль диктант

1

 Методикаға ярашлы диктант яҙҙырыу, өҫтәлмә эштәр башҡарыу

 Үтелгән ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ ҡуллана белеү

35

 Хаталар өҫтөндә эш

1

 Хаталарҙы төркөмләү, төҙәтеү.

 Анализ яһарға өйрәнеү


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

рабочая программа по башкирскому государственному языку для 5 класса

Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең  5-се класы өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).Төҙөү...

рабочая программа по башкирскому государственному языку для 6 класса

Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең   6-сы  класы  өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.Эш программаһы 68 сәғәткә бүленг...

рабочая программа по башкирскому государственному языку для 7 класса

Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең   7-се  класы  өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.Эш программаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙ...

рабочая программа по башкирскому государственному языку для 8 класса

        Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең  8-се класы өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.Эш прогаммаһы 68 сәғә...

Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку для II - IV класса

Рабочая программа по  башкирскому (государственному) языку для  II - IV класса для русскоязычной школы. (Первый год обучения)...

Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку в 2-3 классах (ФГОС)

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-3 кластары өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-3 кластары өсөн башҡорт теленән эш програм...

Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку в 1-4 классах (ФГОС)

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-4 – се кластары өсөн башҡорт теленән эш программаһы икенсе быуын башланғыс дөйөм белем биреүҙең Федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар,...