Баймаҡ ерендә Аҡмулла эҙҙәре
консультация на тему

сценарий

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл baymak_erend_akmulla_ezzre_stsenariy.docx26.4 КБ

Предварительный просмотр:

Баймаҡ ерендә Аҡмулла эҙҙәре.

Кисә – сәйәхәт

 Маҡсат. Уҡыусыларҙың тыуған яҡ тарихы, Аҡмулла тураһындағы белемдәрен тәрәнәйтеү. Тыуған яғыбыҙҙың тарихына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

 Йыһазландырыу. Аҡмулланың портреты, Башҡортостан республикаһының картаһы, проектор,экран.

 Алып барыусы. Хәйерле көн, хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар! Бөгөнгө кисәбеҙ «Баймаҡ ерендә Аҡмулла эҙҙәре» тип атала. Шуныһы һөйөнөслө: Аҡмулла - XIX быуаттың шағиры, тел оҫтаһы, сәсәне йәшәгән осоронда тыуған еребеҙҙә булған, шул осорҙоң күренекле яҡташ шәхестәребеҙ менән осрашҡан.

Аҡмулланың исеме

Яңғыраһын ине көн дә.

Ул өйрәткән аҡыл, иман

Йәшәһен күңелдәрҙә.

Беҙҙең Темәс, Муллаҡай, Байым һәм Икенсе Этҡол ауылдары Мифтахетдин Аҡмулланың эҙҙәрен һаҡлай. Был турала шағир-сәсән Шәһәрғәҙе Ғәбдиев үҙенең көндәлегендә Таһир Дәүләтшиндың 1914 йылда һөйләгән иҫтәлектәренән яҙып ҡалдырған. Шулай  уҡ уҙған быуаттың егерменсе йылдарында  Байым ауылында мөғәллим булған мәғрифәтсе-аҡһаҡал Әхмәтғәзи Байымов Аҡмулланың Байымда булыуы тураһында яҙып ҡалдырған.

1-се туҡталыш.  Байым ауылы.

 1892 йылда Аҡмулла Байым ауылында бер ҡышты үткәрә. Балалар уҡыта, китаптар яҙа. Үҙе ҡул эшенә бик оҫта була: ауыл халҡына һоҫҡо, самауыр, башҡа көнкүреш кәрәк-яраҡтарын төҙәтеп көн күрә. Балта оҫтаһы ла була.

Ҡайһы берәүҙәргә ҡаҙауһыҙ – ниһеҙ өҫтәл-ултырғыстар эшләп бирә.Уның

барлыҡ эш ҡоралдары, китаптары, яҙмалары кескәй генә ҡуян арбаһында була.

Ауыл халҡы Аҡмулланы  ололап, уға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә. Аҡмулла үҙенең шиғырҙарын, мөнәжәттәрен, нәсихәттәрен һөйләй.  Ул һәр саҡ халыҡтың наҙанлығын тәнҡитләп, аң-белемгә өндәй.

 Көндәр йылыныу менән Аҡмулла, атын егеп, бөтә китап-ҡулъяҙмаларын тейәп, ҡаҙаҡ далаларына сығып китә.

 Ни өсөн Аҡмулла 1892-1893 йылдарҙа беҙҙең яҡтарҙа йыш булған?

 Стәрлебаш мәҙрәсәһендә ул Икенсе Этҡолдан Таһир Дәүләтшин, Байым ауылынан Заһретдин Динебәков, Муллаҡайҙан Ғабдулла Сәйетов менән 4 йыл буйы шәкерттәш, айырылмаҫ дуҫтар булғандар.Ошо дуҫлыҡ ептәре бөйөк мәғрифәтсененң, башҡорт поэзияһы классигының беҙҙең яҡтарға йыш килеүенә сәбәпсе була ла инде.

2-се туҡталыш.Темәс ауылы.

 1892 йылда Темәс ауылы мәҙрәсәһендә шәкерттәр уҡыта. Темәс крайҙы өйрәнеү музейында Аҡмуллаға арналған материалдар байтаҡ.

Экранда  Темәс музейындағы мөйөш күрһәтелә.

3-сө туҡталыш.  Муллаҡай ауылы.

 1-се уҡыусы. Был ауылда күренекле шәхес – заманының абруйлы улы, бик тәрән белемле, киң мәғлүмәтле Ғабдулла Сәиди йәшәгән.  Ул шул осорҙағы данлыҡлы Стәрлебаш мәҙрәсәһендә ҡыйыу фекерле суфый шағир Һибәтулла Салиховтан белем ала.

 Ғабдулла Сәиди менән бергә буласаҡ шағир Мифтахетдин да уҡый. Был турала яҙыусы Лира – Әхмәт Яҡшыбаеваның «Ғәбдулла Сәиди» документаль повесында яҙылған.

Экранда  Троицк ҡалаһы.

2-се уҡыусы. «Был  ваҡытта мәҙрәсәлә Миәкә районы Туҡһанбай ауылынан Мифтахетдин тигән бер үҫмер ҙә уҡып йөрөй ине. Ғабдулланан биш йәшкә өлкән был шәкерт әсәһе Шәмсийыһан яғынан туған булып сыға. Олатаһына килеп йөрөгән ағай тейешле Мифтахетдин менән улар яҡ дуҫлашты. Мифтахетдин менән улар яҡындан дуҫлашты. Мифтахетдин үҙенең тәүге шиғырҙарын Ғабдуллаға уҡый. Сая холоҡло, тура һүҙле, тотҡан ерҙән һындырырға яратҡан ағаһының үткерлеге ҡай саҡ һағайта Ғабдулланы, әммә ниндәйҙер рухи яҡынлыҡ араларын йылы тота. Шәмсетдин Зәки ижадына һөйөү ҙә уларҙы берләштерә. Йыш осраша был өсәү. Мифтахетдиндың шиғырҙарын бергәләп уҡыйҙар. Уның остазына арнаған бер шиғырын бигерәк оҡшата Ғабдулла.

 Маңлай күҙе күрмәү –

 Ул һуҡырлыҡ түгел,

 Күңел күҙе күрмәү –

Шул ул һуҡырлыҡ.

 Эреләнеп хаттин ашҡандарҙы,

 Харап итә мотлаҡ ҡуҡырлыҡ.

  • Һин талантлы, Мифтахетдин, ысын шағир була алаһың,  - ти уға Шәмсетдин Зәки.

Аҙаҡ Ғабдулланының Мифтахетдин ағаһы менән юлдары айырылды. Буласаҡ шағир, йәненә урын тапмай, башта Ырымбур яҡтарына сығып китте, унан Троицкиға барып, Зәйнулла Рәсүлев мәҙрәсәһендә уҡып йөрөнө».

1-се уҡыусы. Шул уҡ әҫәрҙә М.Аҡмулланың Муллаҡай ауылында Ғабдулла Сәидилә ҡунаҡҡа килеүе, йыйында сығыш яһауы тураһында хикәйәләнә.

«Бер аҙҙан  уртаға Аҡмулла сыҡты. Бит-йөҙөнә, төҫ-башына ҡарап, сәйәхәтсе шағирға алтмыш йәштәр бирергә була ине. Уны  ҡыҙыҡһынып күҙәттеләр. Өҫтөнә кейгән кейеме лә дәрүиштәрҙекесерәк, иҫке генә елән дә башында  көнгә уңып бөткән түбәтәй ине. Аҡһыл һары йөҙө лә болоҡһоу тойола. Тик күҙҙәре генә ялҡын сәсеп балҡый. Эйе, был кеше, һис шикһеҙ, донъяға үҙ һүҙен әйтер өсөн килгән зат. Ана бит, тауышы ниндәй көслө, нисек сатнатып әйтә һәр һүҙен, шиғырының һәр юлы мәҡәлдәй яңғырай.

 Йыһанда тоғролоҡ менән хаҡлыҡ

 Һаман шулай иҙелерме, тапалырмы?

 Ватылғас таш йөрәклек, аҡһөйәклек,

 Фәҡир халыҡтар ҙа шатланырмы?!»

2-се уҡыусы. Мөжәүир хәҙрәттең Муллаҡай ауылы мәҙрәсәһендә уҡып йөрөүе, шул ваҡытта Аҡмулланың киләсәген күреүе тураһында яҙыла.

«Ҡапыл Мөжәүирҙең йөрәген сәнсеү алды. Ул берсә ярһып, берсә шашып шиғыр һөйләүсе Аҡмулланың киләсәген, әйтерһең, көҙгөлә күрҙе:талантына, абруйына көнләшкән кешеләр монафиҡтар яллаған яуыз кешеләр ҡулынан вафат буласаҡ ул. Хәҙер  үк эргәһенә йүгереп барып әшкәртергә, юлда йөрөмәгеҙ, һеҙҙе унда фажиғә һағалай, тип юл йөрөүенән тыйырға теләне. Бер аҙҙан был уйы мәғәнәһеҙ тойолдо. Диңгеҙҙәге дауылды, далалағы өйөрмәне туҡтатып булырмы?  Аҡмулланы ла тотҡан юлынан берәү ҙә кире дүндерә алмаясаҡ. Тәҡдиренә яҙылғаны булыр инде.  Ҡапыл Юлыҡ ауылындағы өс көнгә һуҙылған ҡунаҡлашыу йыйыны Мөжәүир өсөн әһәмиәтен юғалтты. Хатта хушлашҡанда Закир әфәнде биргән ҡиммәтле бүләк, алтын тәңкә лә, уның кәйефен күтәрә алманы. Ҡунаҡ һыйы тамағынан үтмәне. Ғәҙеллекте, ярлы халыҡты яҡлап көрәш юлына баҫҡан Аҡмулла уға сикһеҙ йәл ине. Остазынан рөхсәт алды ла, иртәгәһен таң менән ул йәйәүләп Муллаҡай яғына юлланды».

3-сө уҡыусы. Аҡмулланың Муллаҡай ауылында табында шиғырҙар һөйләүе тураһында ла яҙыусы яҙып үтә.

Экранда Аҡмулланың шиғыр һөйләгән һүрәте.

«Төшкө аш табыны бик матур әҙерләнгәйне. Ерле халыҡ ҡунаҡтарҙы, күрәһең, үҙҙәренсә һыйларға булған.Табынға табаҡ-табаҡ һимеҙ ит, ҡаҙы, бишбармаҡ теҙелеп ҡуйылған. Һәр кемдең алдында матур Азия кәсәләренә һалынып, хуш еҫ бөрккән ҡоротло һурпа ҡуйылған. Ашап алғандан һуң теләгән кеше ҡымыҙ, теләгәне сәй эсте. Йәштәр туп уйнарға булды. Үҙен уратып алған олораҡ ҡунаҡтарға Аҡмулла тағы шиғырҙарын уҡыны. Был  юлы  ул «Нәсихәт» тигән шиғырын һөйләп ишеттерҙе. Иман, күңел, аҡыл ҡиммәттәре, шөкөр итеү, сабырлыҡ, ихласлыҡ, әҙәплелектең мөһимлеге тураһында ине был әҫәре. Нәфселене,тәкәбберҙе, муллаларҙың халыҡҡа тоғро хеҙмәт итмәүен дә тәнҡитләп алды шағир.

 Ҡай муллалар халыҡҡа ялғанлайҙар,

 Хәйерҙән ҡаламын тип ҡурҡҡандай.

 Көсө бар мирзаларға ярамһанып,

 Шәриғәтте күңел өсөн бороп һалған.

 Муллалар үҙҙәренә тел тейгеҙеүҙе хупламаны.  Дүрт-бишәүһе бер булып:

  • Эйе, һин, Аҡмулла, шағир булдым тигәс тә шашынма, - тип уны тыйырға итте. Үҙенә тупаҫ өндәшеүгә йәне көйгән шағир әйтә ҡуйҙы:
  • Йә, һеҙ, белемселәр, шәп булғасығыҙ әйтегеҙ, мине алда ни көтә?

Ҡунаҡтар шып–шым булып китте. Аҡмулла ағаһының ҡыланышын өнәмәйерәк күҙәтеп торған  Ғабдулла Сәиди уны асыуланып тыйҙы.

  • Етер һиңә, шашынма, былай ҙа кеше ҡулынан үләсәкһең, - тине. Асыҡ булып Аҡмулланың үлеме уның күҙ алдына килде. Арбаһына әсбаптарын, эш ҡоралдарын тейәп алып китеп барғанда уны юлда харап итәсәктәр.

Күргәнен әйтеүен әйтте лә, ҡапыл телен тешләне. Аҡмулла уның яғына ҡарап:

  • Хоҙай күпме ғүмер биргән, шуны йәшәрбеҙ, ҡустым, - тине. – Эшләгән изге эштәребеҙ мәңгелек булһын.»

Экранда Икенсе Этҡол ауылы

1893 йылда Таһир Дәүләтшин Аҡмулланы Икенсе Этҡол ауылына алып ҡайта. Ул шунда йәшәп, ҡыш буйына балалар уҡыта. Ауыл халҡы уны ныҡ ихтирам итә. Аҡмулла ҡайҙа ғына бармаһын, кемгә генә ишек шаҡымаһын – һәр ҡайҙа ла ҡунаҡ итеп ҡаршы алалар. Улар ҡышын ауылда булып, көндәр йылыныу менән ҡаҙаҡ далаларына сығып китәләр.

4 - се уҡыусы. Аҡмулланың тормош һәм ижад юлын тәрәнерәк өйрәнеү, пропагандалау, йәш быуынға еткереү маҡсатында 2008 йылда  районыбыҙҙың бер төркөм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Миәкә районында  эҙҙәре буйлап сәйәхәт итте.

Экранда сәйәхәттән фотолар күрһәтелә.

5-се уҡыусы. Сибай ҡалаһы – Баймаҡ районы ерендә урынлашҡан ҡала.  БДУ-ның Сибай институты башҡорт халҡының шәхестәре һындарын мәңгеләштереү буйынса ҙур эштәр башҡара. Уҡыу йортонда Аҡмуллаға бюст ҡуйылған.

Экранда Сибай институтында ҡуйылған бюст

6-сы уҡыусы. Башҡорт әҙәбиәте күгендә яҡты йондоҙ булып балҡыған Мифтахетдин Аҡмулланың дошмандары ла күп була.  Улар 1895 йылда үҙҙәренең ҡара ниәттәренә ирешә – Аҡмулланы язалап үлтерәләр. Ә шул уҡ йылда әҙәбиәтебеҙҙең тағы бер йондоҙо Шәйехзада Бабич донъяға килә.  Әммә уны  ла дошмандар 1919 йылда вәхшиҙәрсә юҡ итә. Был осраҡлы хәлме, әллә тәбиғәттең бер ҡанунымы: 1919 йылда әҙәбиәтебеҙҙең өсөнсө йондоҙо Мостай Кәрим тыуа?!

Алып барыусы.  « Әҙип һәм ғалимдары булмаған халыҡ – бәхетһеҙ. Мәшһүр кешеләрен онотҡан халыҡ – яҡлаусыһыҙ. Әҙәбиәте булмаған халыҡ - рухһыҙ», - тип яҙып ҡалдырған Ризаитдин Фәхретдин.  Ә Аҡмулланың тәрән мәғәнәгә эйә булған бөйөк исемен  башҡорт халҡы  бер ҡасан да онотмаҫ.. Яҡташ крайҙы өйрәнеүселәр Аҡмулла тураһында киләсәктә яңынан-яңы мәғлүмәттәр табыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ. Кисәбеҙҙе М.Аҡмулланың билдәле  «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!» шиғырына яҙылған йыр менән тамамлайбыҙ.

 Ҡулланылған әҙәбиәт.

  1. Азамат Тажетдинов.  Беҙ – байымдар.
  2.  Лира Яҡшыбаева.  Ғабдулла Сәиди.
  3. М.Аҡмулла шиғырҙары.

Заявка на участие в конкурсе

  №

 Ф.И.О.

 Якшибаева Гульгуна Исмагиловна

1.

 Должность, квалификационная категория, стаж работы

 Учитель башкирского языка и литературы, высшая, 21

2.

 Полное название образовательной организации

 Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение лицей №4 г.Баймака муниципального района Баймакский район Республики Башкортостан

3.

 E-mail

yakshibaeva.gulgina@mail.ru

4.

 Название методической работы

Баймаҡ ерендә Аҡмулла эҙҙәре.

Кисә – сәйәхәт

5.

 Для какого класса предназначена методическая разработка урока

9-11

6.

 Применяемые в данной разработке педагогические технологии

7.

 Адрес, контактный телефон

 г.Баймак, проспект С.Юлаева 19,

89625329881


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мифтахетдин Аҡмулланың юбилейына арналған әҙәби-музыкаль композиция «Аҡмулланың аҡ юлдары»

Мифтахетдин Аҡмулланың юбилейына арналған әҙәби-музыкаль композиция «Аҡмулланың аҡ юлдары». 8 класс у3ыусыларын М. А3мулланы4 торош юлы, кил9с9к быуын1а ф98ем булырлы3 5нд9729ре мен9н таныштырыу....

Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырын өйрәнеү.

1.Шәхси сифаттарҙы үҫтереү: үҙ аллы эшләргә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға күнектереү, аралашыу этикетын үҙләштереү, уҡыусыларҙа милли рух, халҡыбыҙҙың бөйөк улына ихтирам, ғорурлыҡ хис...

Презентация. М. АҠМУЛЛА ШИҒРИӘТЕНДӘ АРХАИЗМДАРҘЫҢ ҺӘМ ҒӘРӘП-ФАРСЫ ҺҮҘҘӘРЕНЕҢ ҠУЛЛАНЫЛЫШЫ

               М. АҠМУЛЛА ШИҒРИӘТЕНДӘ АРХАИЗМДАРҘЫҢ ҺӘМ  ҒӘРӘП-ФАРСЫ ҺҮҘҘӘРЕНЕҢ ҠУЛЛАНЫЛЫШЫ...

Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған әҙәби кисә

Аҡмулла... Был  исем күптән инде халыҡ уйына, хаҡлыҡҡа, ғәҙеллеккә, юғары шиғриәткә тоғролоҡ символына әйләнгән. Шағир 19 быуаттың икенсе яртыһындағы 3 халыҡ (башҡорт, татар, ҡаҙаҡ) әҙәбиәтенең к...

Разработка внеклассного урока « Наш правдивый Акмулла» Дәрестән тыш сара « Аҡмулла – һәр заманда хаҡ мулла»

Разработка внеклассного урока « Наш правдивый Акмулла»Дәрестән тыш сара « Аҡмулла – һәр заманда хаҡ мулла»...