Һәҙиә Дәүләтшина – рух ҡаһарманы.
план-конспект урока (10 класс) по теме

Кайбышева Альбина Хасановна

Һәҙиә Дәүләтшинаның тормошо һәм ижады буйынса йомғаҡлау дәресе.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл irgiz.docx20.23 КБ

Предварительный просмотр:

Тема:  Һәҙиә Дәүләтшина –рух ҡаһарманы.(йомғаҡлау дәресе)

Маҡсат: Һәҙиә Дәүләтшинаның ижадына һөйөү тәрбиәләү. Әҙәбиәттең алтын фондына ингән романдың иҫ киткес уҡымышлы, һүрәтләү сараларына бай икәнен аңлау өсөн текстан һүрәтләү сараларын, халыҡ ижадын табыу, халыҡ ижадына һөйөү уятыу, телмәр үҫтереү.

Йыһаз:  портрет, тулы текст, рефераттар, интерактив таҡта.

  1. Инеш.
  2. Уҡытыусы һүҙе.

Таҡтатағы эпиграфты уҡыу.

Күпме генә болот ҡабармаһын,

Күпме ел-дауылдар иҫмәһен.

Ҡояш сыҡмай ҡалмай көн һайын,

Тик һүнмәһен өмөт тотҡаһы.

  • Был шиғыр юлдарын Һ.Дәүләтшина яҙған. Уҡыусылар кемде беҙ рух ҡаһарманы тип әйтәбеҙ?(фекерҙәр)
  • Эйе, рух ҡаһарманы – ул ниндәй генә ауырлыҡтар булһа ла, һынмаған, тормошондағы ауырлыҡтарға бирешмәгән кеше. Һ.Дәүләтшинаны ла рух ҡаһарманы тип әйтә алабыҙ, сөнки үҙ ғүмерендә осраған ауырлыҡтарға бер ваҡытта ла бирешмәгән, ғорур булып ҡалған.(тормош юлын иҫкә төшөрөү)
  • Әйҙәгеҙ, Л. Соболевтың һүҙҙәрен дәфтәргә яҙып ҡуяйыҡ.(интерактив таҡталағы һүҙҙәрҙе  уҡып, дәфтәргә яҙып ҡуялар.  “Һ.Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романын уҡымай тороп, башҡорт халҡының үткәнен белеп булмай”)
  • Ә ни өсөн рус яҙыусыһы бындай һүҙҙәрҙе әйтте икән?(фекерҙәр)
  • Эйе, сөнки унда халҡыбыҙҙың 20 йыллыҡ тарихын, халыҡ ижадын, һүҙ байлығын күрергә мөмкин. Әйҙәгеҙ, бергәләп текстан һүрәтләү сараларын, халыҡ ижады өлгөләрен ҡарап сығайыҡ.

“Ырғыҙ” романында һүрәтләү саралары, мәҡәлдәр, әйтемдәр, халыҡ ижады.

  1. Балаларға һүрәтләү саралары тураһында  интерактив таҡтала аңлатма бирелә.. Эпитет, метафора, сағыштырыу, гипербола тураһында ҡабатлау.
  •  “Әйҙәп кенә барған йылҡымдың” (151-се бит, халыҡ йыры).
  •  “Олоҫтанҡай һыуына таш ташланым” (Айбулат, 151-се бит)
  • 3). “Һауаларҙа осҡан” (Айбулат, 152-се бит).
  • Асатай – Айбулатҡа ҡарағанда байтаҡ йәш, урта буйлы, йыуантаҡ.
  • “Байсураға менеп, ай, ҡараһам” (Халыҡ йыры, 153-сө бит).
  • 153-сө бит – Ныязғолға характеристика.
  • Ырғыҙ йылғаһы – далаларҙа борғоланып-борғоланып шыуған оло аҡ йылан һымаҡ – 153-сө бит, сағыщтырыу.
  • Истебай (характеристика) 153-сө бит.
  • “Өлөшөмә тейгән көмөшөм” 155-се бит.
  • “Ирҙең быуыны һайын ҡатын” 155-се бит.
  • Мәғфүрә Рәхимәгә.
  • “Аяғыңды салауат әйтеп һыйпа”. 156-сы бит.
  • “Айҙың нурҙары селтәрләнеп, уның ябынып ятҡан ҡараҡ юрғаны өҫтөндә һаҡалға теҙгән көмөш тәңкәләр кеүек йылмылданы.
  1. – Романда етмешкә яҡын образ бар. Һәр ҡайһыһының үҙ йөҙө, үҙ һүҙе, ҡабатланмаҫ холҡо, яҙмышы.

Әйҙәгеҙ, уларға ҡыҫҡаса характеристика биреп үтәйек.

  • Төп образ – Айбулат. Романдың тәүге биттәрендә ул ҡыҙыу, үҙ һүҙле үҫмер, был үҙенсәлек ғәри атаһы Айҙарҙан килә. Изгелеклелек, яҡты йөҙлөлөк әсәһе Сәлимәнән күсә.

Тәүҙән үк Ныязғолдоң кешеләрҙе талап, уларҙы үҙенә эшләтеп бер тин дә бирмәүенә күреп уның бай, иҙеүселәргә нәфрәт, хеҙмәтсән халыҡҡа ихтирам тойғоһо уяна.

  • Айбулат, Гөлйөҙөм, Ҡотлояр, Мәғфүрә, Тимерғәли, Үмәр, Шәһиҙә әбей, Зөфәр Мурзин, Әхмәҙи, Исхаҡ, Диләфрүз, Тимербулат – хеҙмәтсән халыҡ вәкилдәре.
  • Ныязғол, Рәхимә, Миңлекәй, Имай, Ғәзимә – кире образдар.

Ныязғолдоң ҡатындары меңәрсә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының яҙмышын ҡабатлай. Улар үҙҙәренсә бәхетле һәм бәхетһеҙ. Гөлйөҙөм, Мәғфүрәләр кеүек кейемгә, икмәккә мохтаж түгелдәр. Уларға хеҙмәтселәр беркетелгән. Ләкин Миңлекәй, Рәхимә, Ғәзимә, Гөлйөҙөмдөң бәхетенә бер ҡасан да ирешә алмаясаҡтар. Улар – ир ҡоло. Һәр береһенең үҙ холҡо, үҙ булмышы.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас сифаттар: баҫалҡылыҡ, сабырлыҡ, буйһоноусанлыҡ.

5.  “Ырғыҙ” тураһында фекерҙәр.

Ә. Вахитов (“башҡорт тормошоноң егерме йыллыҡ хроникаһы”),

Б. Бикбай (“Һ. Дәүләтшина, барыһынан элек, - гүзәл тел оҫтаһы. Ул һүҙҙәрҙе туп кеүек уйната. Бай, ғәжәп һутлы тел”), Сабит Моҡановтың һүҙҙәре интерактив таҡтанан уҡыла.

6. Белемдәрен тикшереү өсөн һорауҙарға яҙма яуап биреү.

Һәҙиә Дәүләтшина тормошо һәм ижады тураһында һорауҙар

(вариантлап.1-се вариантҡа йоп, 2-се вариантҡа таҡ һандағы һорауҙар)

  1. Һәҙиә Дәүләтшина ниндәй өлкәлә тыуған?
  2. Һәҙиә Дәүләтшина ижады тураһында әйтелгән берәй фекерҙе яҙырға.
  3. Һәҙиә Дәүләтшинаның берәй проза әҫәрен яҙырға.
  4. “Ырғыҙ” романын кем баҫтыра?
  5. Һәҙиә Дәүләтшинаның урланған әҫәре?
  6. “Ырғыҙ” романы нисәнсе йылдарҙы үҙ эсенә ала?
  7. Романдан ике ыңғай, ике кире герой яҙырға.
  8. Ниязғол байҙың прототибы.
  9. Ҡотлояр ниндәй һуғышта ҡатнаша?
  10. Ҡайһы образ ҡыҙын байға кейәүгә биреп, байып, хәлләнеп, байҙар менән ҡатышып йәшәргә уйлай?
  11. Ниязғолдың бупылдаҡ ҡатыны?
  12. Рәхимә ниндәй йорт ҡошона оҡшаған?
  13. Миңлекәй ниндәй милләттән?
  14. Ниязғол ни өсөн төрмәгә ултыра?
  15. Әҫәрҙә ниндәй мәсьәләләр (проблемалар) күтәрелә?
  16. Айбулатты кем яҙырға, уҡырға өйрәтә?
  17. Ваҡиғалар ниндәй өлкәлә бара?
  18. Халыҡ ижадынан ниндәй жанрҙар ҡулланыла?
  19. Һәҙиә Дәүләтшинаға ниндәй ҡалала һәйкәл (бюст) ҡуйыла?

7. Йомғаҡлау.

8. Өйгә эш – инша яҙырға.

Инша яҙыу өсөн темалар:

а). Һ. Дәүләтшина – башҡорт халҡының ҡаһарман ҡыҙы.

б). “Ырғыҙ” романының тарихы һәм уны асыуҙа ярҙам итеүсе геройҙар.

в). Һ. Дәүләтшинаның ҡатын-ҡыҙҙың милли образын тыуҙырыу оҫталығы.

г). “Һ. Дәүләтшина, барыһынан элек, - гүзәл тел оҫтаһы.” (Б. Бикбай.)

д). Һ. Дәүләтшина – башҡорт милләтенең рухи ҡаһарманы.

9. Баһалау.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Гарифҗан Мөхәммәтшин иҗатына багышланган кичә.

Әлеге кичә якташыбыз Гарифҗан Мөхәммәтшин иҗатына багышлана....

З.Биишеваның "Һөнәрсе менән Өйрәнсек" хикәйәтендә Һ.Дәүләтшинаның тормошо сағылышы

З.Биишеваның "Һөнәрсе менән Өйрәнсек" хикәйәтендәге Һөнәрсе  образында Һ.Дәүләтшина тормошоноң  сағылышын сағыштырыуҙар, конкрет деталдәр аша күҙәтеү, иҫбатлау,  һығымталар яһау....

Г.Мөхәммәтшин "Ак песи"хикәясе өстендә эш.

4нче сыйныф, рус төркеме,дәреснең ныгыту һәм рефлексия этабы...

Татар теле һәм әдәбияты укытучысы Дәүләтшина Гүзәл Габделхәй кызының 2016- 2021 нче уку елларына үз белемен күтәрү өстендә эш планы

Үзбелемне күтәрү планы түбәндәге эшләрне күзаллап төзелде:Иҗадилыкны       һәм       логик       фикерләүне үстерүче      педагогик технолог...

Презентация "Һәҙиә Дәүләтшинаның тормош юлы"

Һәҙиә Дәүләтшинаның тормош юлы....

Һ. Дәүләтшинаның ”Айбикә” повесы

1) Айбикә образына логик-мәғәнәүи проектлау алымы аша ҡылыҡһырлама биреү;2)  уҡыусыларҙы логик-мәғәнәүи проектлау алымына өйрәтеү; 3) һөйләү телмәрен үҫтереү....