Открытый урок для 9 класса по теме "С.Юлаев - герой народа".
план-конспект урока (9 класс) на тему

Сценарий открытого урока на тему "С.Юлаев - герой народа".

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл otkrytyy_urok_s.yulaev_-_geroy_naroda.docx40.43 КБ

Предварительный просмотр:

9 класс өсөн дәрес планы.

Тема: «Салауат Юлаев – ил батыры».

Маҡсаттар:

Белем биреү: Халҡыбыҙҙың мили батыры С.Юлаев тормошо һәм ижады менән танышыу. Фекерләргә, тойорға, рухи ҡиммәттәрҙе баһаларға өйрәнеү.

Тәрбиә:  Халыҡ батыры өлгөһөндә Тыуған илде һөйөү, батырлыҡ һәм кешелеклелек тойғо-сифаттарын тәрбиәләү. Халыҡ яҙмышы өсөн яуаплылыҡ тойғоһо уятыу.

Телмәр үҫтереү: С. Юлаев шиғырҙарын дөрөҫ һәм тасуири уҡырға, матур итеп һөйләргә өйрәнеү.

Йыһазландырыу: С. Юлаев тормошон сағылдырған фото-слайдтар, китаптар күгәҙмәһе, һүҙлек.

Дәрес барышы.

Ойоштороу мәле: Тема, маҡсаттар менән таныштырыу.

Төп өлөш.

 Бөгөн дәресебеҙҙә беҙ һеҙҙең менән 1773-1775 йылдарҙағы рус колонизаторҙар һәм һатлыҡ башҡорт байҙарына ҡаршы күтәрелгән Крәҫтиәндәр һуғышының етәксеһе, мили батыр, шағир-импровизатор, сәсән һәм полководец Салауат Юлаев тураһында һүҙ алып барасаҡбыҙ.

Кем ул: батыр?, милли батыр?, сәсән?, шағир?, импровизатор?, яугир?

Яуаптарын, тәржемәһен дәфтәрҙә яҙып ҡуябыҙ:

батыр - ҡурҡмаҫ, ҡыйыу кеше.

мили батыр – национальный герой.

сәсән - һүҙ оҫтаһы, мастер слова.

шағир - поэт

импровизатор -тәү күреүҙә, шул  уҡ ваҡытта шиғыр уйлап сығара алған һәләтле кеше.

яугир - воин

Салауат Юлаевтың биографияһы + слайд.

Салауат Юлаев 1754 йылда (апрель-сентябрь) Ырымбур губернаһы Өфө провинцияһы Шайтан-Көҙәй волосының Тәкәй ауылында – хәҙер Башҡортостандың Салауат районында тыуған.

Уның атаһы Юлай Аҙналин бик аҡыллы һәм ҡыйыу кеше булған. Күп йылдар буйы үҙ волосында старшина булып торған, аҙаҡ улы Салауат менән бергә Пугачев етәкселегендәге восстаниеға актив ҡатнашып киткән. Әсәһе – уҡымышлы, аҡыллы, йырға оҫта кеше. Беренсе белемде улына ул бирә.

Замандаштарының раҫлауы буйынса С.Юлаев урта буйлы, еңел хәрәкәтле, матур кәүҙәле кеше булған. Урыҫ һәм төрки телдәрен һәйбәт белгән.

1771-1772 йылдар – старшина вазифаһын башҡара. 1773 йылдың ноябрендә ихтилалға(восстаниеға) ҡушыла, Пугачев уны отрядтар ойоштороу өсөн Башҡортостандың Төньяҡ-Көнсығышына ебәрә. С.Юлаев восстаниеның иң мөһим алыштарында етәкселек итә, Өфө һәм Көңгөр халҡы араһында Пугачев саҡырыуҙарын тарата, ихтилалсыларҙың Баш ғәскәрҙәрен аҡса, аҙыҡ-түлек, ҡорал менән тәьмин итә, яугирҙар йыйыу менән шөғөлләнә. Үҙен һәләтле хәрби начальник итеп таныта. Өс тапҡыр яуҙарҙа яралана. Ихтилал баҫтырылып, Пугачев ҡулға алынғандан һуң да, хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы көрәшен дауам итә. 1774 й. 25 ноябрендә Шайтан-Күҙәй волосының Миндәш ауылы янында әсиргә (ҡулға) алына. Өфөлә, Ҡазанда, Мәскәүҙә, Ырымбурҙа оҙаҡ язалап тикшеренеүҙәрҙән һуң, 1775 йылдың 15 июлендә атаһы менән бергә 175 тапҡыр ҡамсы менән һуҡтырыла. Танау япраҡтарын ҡырҡып, ҡыҙҙырылған тимер менән «З», «Б», «И» - Злодей (Енәйәтсе). Бунтовщик (Боласы). Изменник (Хыянатсы) тигән хәрефтәр маңлайыны һәм сикәләренә баҫтырыла. 1775 йылдың 2 октябрендә Рогервик ҡәлғәһенә ғүмерлеккә һөргөнгә ебәрелә. 1800 йыл дың 26 сентябрендә вафат булла.

Кластер менән эш.(С.Юлаев кем ул? Һанап үтәләр.)

Өйгә эш тикшереү – С.Юлаев яҙған шиғырҙарының береһен һайлап, яттан һөйләргә әҙерләнеп килергә ине.

«Тирмәмдә» шиғыр яңғырай. (уҡыусы)

Шиғыр тураһында ҡыҫҡа әңгәмә. (уҡытыусы – уҡыусы)

Шиғырҙа автор тыуған яҡтың тәбиғәте менән һоҡлана, туғандары, яҡындары эргәһендә булыуына ҡыуана, тыуған яҡ, ғаилә йылыһында бәхет күрә.

Салауат Юлаевтың ижады мираҫынан 500-ҙән ашыу шиғыр юлдары билдәле. Улар барыһы ла рус теленән тәржемә ителеп һаҡланып ҡалған. «Яу», «Уҡ», «Егеткә» шиғырҙарында иҙеүселәргә ҡаршы көрәшкә өндәү яңғырай. «Уралым», «Тыуған ил», «Һадуғас» шиғырҙары батырҙың тыуған ерен өҙөлөп һөйөү хистәрен.

Ә бына «Зөләйхә»тигән шиғырында, ҡатын-ҡыҙға ҡарата оло мөхәббәт, ысын тойғоларын сағылдыра, һөйгән ҡыҙын ул тәбиғәт менән, фәрештә менән сағыштыра.

«Зөләйхә» шиғыры яңғырай. (уҡытыусы)

С.Юлаев яҙған шиғырҙарында уның телмәре аныҡ, тура һүҙле.

Стихотворная речь – ясная, короткая, внятная.

Тест менән эш итеү.

Салауат Юлаевтың биографияһы буйынса тест һорауҙары.

1.Башҡорт халҡының мили батыры Салауат Юлаев ҡасан һәм ҡайҙа   тыуған?

1)1754 йыл, Ырымбур губернаһы Өфө провинцияһы Шайтан-Көҙөй волосы Тәкәй ауылы.

2) 1752 йыл,Ырымбур губернаһы Өфө провинцияһы Шайтан-Көҙөй волосы Тәпән ауылы.

2. Уҡырға, йырларға, сәсәнлеккә кемдән өйрәнә?          1)мулланан

                                                                                                                     2)әсәһенән

                                                                                                                    3)сәсәндән

3.Нисә йәшендә бригадир була?           1)20 йәшендә 1774 йылда

                                                                                2) 25 йәшендә 1775 йылда                                                                              

4.Көрәштәше кем?           1)Алдар

                                                   2)Ҡараһаҡал

                                                   3)Бүгәсәү

5.С. Юлаев нисәнсе йылда Крәҫтиәндәр һуғышы етәксеһе булла?    

1)1771-1772 йылдар

 2)1773-1775 йылдар

6.Кем ул – Салауат?         1)шағир-импровизатор, сәсән, ҡурайсы, мили батыр, йырсы

                                                    2)шағир, ҡурайсы,  йырсы, баянда оҫта уйнаусы, бейеүсе, батыр

7.С. Юлаевтың шиғырҙары:

1. «Уҡ», «Егеткә», «һандуғас», «Зөлхизә», «Тирмәмдә», «Ҡарлуғас», «Йүрүҙән», «Уралым»

2. «Уҡ», «Яу», «Егеткә», «һандуғас», «Зөләйхә», «Тирмәмдә», «Тыуған илем», «Йүрүҙән»,  «Уралым»

8.Салауат исеменә бәйле: 1.ҡала, район, мәмерйә, һәйкәл, хоккей командаһы, мәсет

                                                         2. ҡала, район, мәмерйә, һәйкәл, хоккей командаһы, музей

9. Салауат тураһында яҙған яҙыусылар:

         1.С. Злобин, И. Гвоздикова, М. Кәрим, Б. Бикбай, М. Иҙелбаев, В. Сидоров…

         2. С. Злобин, С.Терентьева, М. Кәрим, Б. Бикбай, М. Иҙелбаев, С. Есенин…

10. Милли батырыбыҙ нисәнсе йылда һәм ҡайҙа яҡты донъянан китә?

        1.Эстляндия губернаһы (хәҙерге Эстония), Рогервик ҡәлғәһе

        2.Испания, Палдиски ҡалаһы, Рогервик төрмәһе

“Яу” шиғырын тасуири, хис-тойғо менән һөйләү.

Салауат Юлаев исемен мәңгелештереүселәр.

Салауат Юлаев образы бик күп халыҡтарижадында, яҙыусылар әҫәрҙәрендә, драмаларҙа, операларҙа, һынлы сәнғәттә һәм скульптураларҙа мәңгеләштерелгән:

 Степан Злобин «Салауат Юлаев» романы

Б.Бикбай «Салауат» драммаһы

М.Кәрим «Салауат» трагедияһы

Д.Юлтый «Салауат менән Пугачев» пьессаһы

В.Сидоров «Шағир һәм яугир Салауат» китабы

И.Гвоздикова «Салават Юлаев» китабы

М.Идельбаев «Салават Юлаев – поэт-импровизатор, героический образ».

А.С.Пушкин «Пугачев тарихы», «Капитан ҡыҙы» әҫәрҙәре

Р.Игнатьев «Башкир Салават Юлаев»

Ф.Нефедов «Салават, башкирский батыр»

Сосланбәк Тавасиев Өфөлә Ағиҙел йылғаһы ярында урынлашҡан Салауат Юлаев һәйкәле

Томара Нечаева Салауат Юлаев бюсы

Йомғаҡлау: Маҡсаттарға ирешеү.

Баһалау.

Өйгә эш биреү: С.Юлаевтың биогрфияһын төплөрәк өйрәнеп, уҡып килергә.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы

«Салауат Юлаев – ил батыры»

(5-9 кластар өсөн дәрес өлгөһө)

Закиров Роберт Хәсән улы, Балаҡатай районы Билән урта

 мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

2013 йыл


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Открытый урок 9 класс. Тема урока: «Уравнения, приводимые к квадратным»

Цель: 1.     Проверка знаний учащихся по теме; 2.     Умение решать квадратные уравнения с параметром; 3.     Правильная запись решений....

Разработка открытого урока по классу фортепиано «Работа над полифонией в старших классах»

Трёхголосное полифоническое произведение. И.С. Бах Фуга С-dur....

Открытый урок 8 класс. Тема урока: “Global ecological problems”

Задачей современной школы является обеспечение условий для формирования у обучаемых адекватной современному уровню знаний картины мира и интеграции личности ученика в систему мировой и националь...

Открытый урок (мастер-класс) по русскому языку, проведённый на Фестивале инновационных идей в региональном образовании «Педагогические открытия 21 века» по теме Урок – исследование. «Предлог». (7 класс)

Тема: Предлог. (Закрепление знаний)Цель урока а) учебная: систематизировать и обогатить знания учащихся о предлоге, на основе заданий-исследований предупредить возможные ошибки в употреблении предлого...

Открытый урок по физической культуре "Олимпийские игры стран народов мира"

В 2014 году Россия будет принимать у себя зимние Олимпийские игры в городе Сочи. Они будут вторыми, которые проводятся на территории нашей страны, после летних Олимпийских игр в 1980 году в Москве. Пр...

Проект открытого урока 9 класса "Открытие нейтрона. Состав атомного ядра. Массовое число. Изотопы"

Проект открытого урока «Открытие нейтрона. Состав атомного ядра. Массовое число. Изотопы»...

Открытый урок по осетинскому языку на тему "Кухня народов мира"

Урок знакомит детей с особенностями не только осетинской кухни , но и народов мира...