Башҡорт теленән дәрес планы.Я.Хамматов "Яҙ башланды"
план-конспект урока на тему

дәрес планы

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon kopiya_bashkort_tele_yaz_kil_erem.doc44 КБ

Предварительный просмотр:

 Башҡорт теле 2—се класс.

Тема: Яныбай Хамматов” Яҙ башланды”.

 Маҡсат: Яныбай Хамматовтың тормош юлын һәм ижадын өйрәнеү.Яҙ башланды хикәйәһен уҡыу һәм ҡыҫҡаса һөйләү,һорауҙарға яуап биреү, яҙ темаһына  сиквейн , һөйләмдәр төҙөү,матурлыҡҡа һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: интерактив таҡта,

Дәрес барышы 1.Инеш һүҙ.

1.Психолгик уңыш тыуҙырыу.

Һаумыһығыҙ балалар!Бер- беребеҙгә ҡарап йылмайҙыҡ,һеҙгә бөгөнгө дәрестә уңыштар теләйем.Хәҙер килгән ҡунаҡтарға ҡарап һаулыҡ һорашабыҙ .Ултырығыҙ.

2.Фонетик күнегеү.Телдәрҙе шымартып алайыҡ.

1.Аҙа-уҙа-оҙа-өҙә-үҙә-иҙә.

2.Аҫҡы-өҫкө-иҫке-моҫҡо.

3.Елсе-ялсы-юлсы.

4.Ауа-яуа-тыуа-шыуа

5.Бола-бора-боша-боҙа-боҫа.

6.Бара-бора-бөрә-бура-бирә.

7.Таҙа-баҙа-ҡаҙа-маҙа-яҙа-һыҙа.

8.Һаҙ-баҙ-наҙ-таҙ-ҡаҙҙ.

9.Тара-ҡара-бара-сара-яра.

10.Арам-урам-үрәм-өрәм-ырам.

4.Теманы, маҡсатты билдәләү.Хәҙер беҙ шиғыр уҡып китәбеҙ.

Тып-тып итә,кем икән,тип

Тәҙрәнән тышҡа баҡһам

Өй башынан  тамсы тама

Яҙ ҡайтҡан йылы яҡтан.

ҡытыусының өлгөлө уҡыуы.

-Хор менән уҡыу.

Берәмләп уҡыу

Был шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара ?(яҙ т-да)

Яҙ килгәнен ниндәй һүҙҙәр аша белдегеҙ?(Тамсы тама,яҙ ҡайтҡан йылы яҡтан)

-Шулай итеп беҙ һеҙҙең менән яҙ тураһында һөйләшәсәкбеҙ(Түңәрәк йәбештерәбеҙ)

-Ошондай түңәрәк һеҙгә оҡшаймы?

--Юҡ

-Ни өсөн?

-Бигерәк ярлы.

-Хәҙер беҙ  түңәрәкте тулыландырыу өсөн яҙ тураһында видео яҙма ҡарап,бөйөк композитор Шопендың яҙғы моңон тыңлап үтәйек..(яҙғы тәбиғәттең     уяныуы  2минут)

-Ә хәҙер  яҙҙың ниндәй билдәләрен күрҙегеҙ?Һанап китәйек.

(Ҡар ирей,боҙ китә,ҡоштар ҡайта ,ағастар бөрөләнә.йәнлектәр ҡышҡы йоҡонан уяна.ҡояш апай нығраҡ яҡтырта)

-Нимә барлыҡҡа килде?

-Ҡояш.

   Эйе ,был билдәләр барыһы ла ҡояш менән бәйле.Ҡояш апай юғарыраҡ күтәрелгән һайын  көндәр оҙара,донъя уяна ,тәбиғәттең теле асыла.Ҡояш апай йылмайып,нурҙарын һибеп ,тырышып эшләргә ярҙам итһен.Хәҙер урындан ғына физкульт минутка  эшләп алайыҡ.Ҡояш апай сыҡ,сыҡ.Тәҙерәңде ас,ас!

-Тарихҡа күҙ һалайыҡ,  тәбиғәттең уянған мәле тип элек Рәсәйҙә 1 март  һанағандар.1348 йылға тиклем дә Яңы йылды март айында үткәргәндәр.Әле лә  Иранда,Пакистанда ,Индияла Яңы йыл март айында байрам ителә.

.

6.Яңы тема.Яныбай Хамматов “Яҙ башланды “

-“Уҡыусылар,экрандағы һүрәткә  ҡарағы әле.Нимә күрәһегеҙ?

(Ҡоштар оя ҡорған,торналар ҡайтҡан,ер һөрәләр ,иген сәсәләр).

Ошо яҙҙың матур билдәләрен,ҡыҙыу эш мәлен Яныбай Хамматов үҙенең “Яҙ башланды “ тигән хикәйәһендә һүрәтләгән.

6.Дәфтәрҙәрҙе астыҡ,бөгөнгө числоны ,теманы яҙҙыҡ.

-Яныбай Хамматов Белорет   районы Исмаҡай ауылында тыуған.Иңйәр мәктәбендә уҡый.Ҡышын аслы- туҡлы уҡый.йәйен иптәштәре менән алтын приискаһында алтын йыуа.Бала саҡтан ул яҙа башлай.Яныбай Хамматов

яҙыусы булараҡ таныу алған.Юғарыраҡ кластарҙа уның әҫәрҙәрен үтерһегеҙ.

7.Хәҙер китапта булған ауыр һүҙҙәрҙе ҡарап үтәйек.  

Ташҡын-половодье

Бурыс-долг

Ерек-ольха

Гөрләүек-ручеек

Сүп-сар-мусор

-1-2 бала уҡый

Һөйләмдәр төҙөү.

8.Хәҙер тексҡа күсәйек.

Уҡытыусы уҡый.

Балалар абзац менән уҡый.

Һеҙгә хикәйә оҡшанымы?

9.Һорауҙарға план буйынса яуап биреү.

1.Көн торошо.

2.Ҡоштар донъяһы.

3.Ағастар донъяһы.

4.Йәнлектәр донъяһы.

5.Яҙғы эштәр.

Һеҙ нимә эшләйһегеҙ?(Һөйләйҙәр)

Эйе,балалар шуның өсөн дә ЯҘҘЫҢ БЕР КӨНӨ ЙЫЛДЫ ТУЙҘЫРА тиҙәр.Дәфтәрҙәргә яҙып ҡуйҙыҡ.

Фискультминутка ЯҘҒЫ ҠОЯШ.

ҙ һулышын тойоу менән игенселәр  нимә эшләйҙәр?иген сәсәләр.

--Эйе.игенселәр өсөн иң ауыр,яуаплы миҙгел.Һеҙҙең ысын игенде күргәнегеҙ бармы?Икмәкте нимәнән бешерәләр?

Беҙҙә һеҙҙең менән иген сәсәйек әле.1-се төркөм бойҙай сәсә.икенсе төркөм һоло сәсә.

Башҡортостаныбыҙҙың игенселәренә нимә теләйек.?Шаулап-гөрләп игендәр  үҫһен ,мул уңыш бирһен,һеҙҙә киләсәктә фермер-миллионер булып китерһегеҙ.Һәр бер рәт үҙенең игенен ҡараясаҡ.

10.Дәрестә беҙ бик күп эшләнек.Хәҙер теманы йомғаҡлап яҙ темаһына синквейн төҙөйөк.

Төркөмләп эшләйек.

11.Яҙ ул йыр менән бәйле.Яҙ тураһында.

12.Һеҙ үҙегеҙгә ниндәй билдә ҡуйырһығыҙ?

13.Өйгә эш.Һорауҙарға яуап биреү.                                                                                                                                У        

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

6 нчы СЫЙНЫФТА ТАТАР ТЕЛЕННӘН УКУҺӘМ СӨЙЛӘМ ТЕЛЕН ҮСТЕРҮ ДӘРЕСЛӘРЕ БУЕНЧА УКЫТУ ПРОГРАММАСЫ.

«Каралды»Методик берләшмә җитәкчесе________/ Г.П.Шарифуллина       подпись            расшифровкаПротокол № _______...

1 нче СЫЙНЫФТА ТАТАР ТЕЛЕННӘН ЯЗУ ҺӘМ СӨЙЛӘМ ТЕЛЕН ҮСТЕРҮ ДӘРЕСЛӘРЕ БУЕНЧА УКЫТУ ПРОГРАММАСЫ.

«Каралды»Методик берләшмә җитәкчесе________/ Г.П.Шарифуллина       подпись            расшифровкаПротокол № _...

1 нче СЫЙНЫФТА ТАТАР ТЕЛЕННӘН УКУ ҺӘМ СӨЙЛӘМ ТЕЛЕН ҮСТЕРҮ ДӘРЕСЛӘРЕ БУЕНЧА УКЫТУ ПРОГРАММАСЫ.

«Каралды»Методик берләшмә җитәкчесе________/ Г.П.Шарифуллина       подпись            расшифровкаПротокол № _______...

6 нчы СЫЙНЫФТА ТАТАР ТЕЛЕННӘН ЯЗУ ҺӘМ СӨЙЛӘМ ТЕЛЕН ҮСТЕРҮ ДӘРЕСЛӘРЕ БУЕНЧА УКЫТУ ПРОГРАММАСЫ.

«Каралды»Методик берләшмә җитәкчесе________/ Г.П.Шарифуллина       подпись            расшифровкаПротокол № _______...

7 нчы СЫЙНЫФТА ТАТАР ТЕЛЕННӘН УКУҺӘМ СӨЙЛӘМ ТЕЛЕН ҮСТЕРҮ ДӘРЕСЛӘРЕ БУЕНЧА УКЫТУ ПРОГРАММАСЫ.

«Каралды»Методик берләшмә җитәкчесе________/ Г.П.Шарифуллина       подпись            расшифровкаПротокол № _...

7а СЫЙНЫФЫНДА ТАТАР ТЕЛЕННӘН ЯЗУ ҺӘМ СӨЙЛӘМ ТЕЛЕН ҮСТЕРҮ ДӘРЕСЛӘРЕ БУЕНЧА УКЫТУ ПРОГРАММАСЫ.

«Каралды»Методик берләшмә җитәкчесе________/ Г.П.Шарифуллина       подпись            расшифровкаПротокол № _______...