Фәсхетдинова Азалия Әхәт ҡыҙы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы сайты

АЛ ДА НУР СӘС ХАЛҠЫҢА!

Профессия: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Профессиональные интересы: Тыуған яғымдың тарихын өйрәнеү.

Увлечения: Китап уҡыу,саңғыла йөрөү,сәскәләр үҫтереү.

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: Учалы ҡалаһы

Место работы: 3-сө лицей

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/fashutdinova-azaliya-ahatovna
“Киләсәккә маҡсаттарың бер йылға икән-арыш сәс, тиҫтә йылдарға икән-ағас ултырт, ә быуаттарға икән-балалар тәрбиәлә.”
халыҡ әйтеме

         Һаумыһығыҙ хөрмәтле уҡытыусылар,уҡыусылар.ата-әсәләр һәм сайт ҡунаҡтары!

   Яңы асылған битемдә коллегаларымды педагогик эшмәкәрлек,эш тәжрибәһе менән уртаҡлашырға саҡырам.Сайтта үҙегеҙгә кәрәкле файҙалы мәғлүмәт алырһығыҙ  тип ышанам.Рәхим итегеҙ!

О себе

     Мин Фәсхетдинова Азалия Әхәт ҡыҙы булам.Белорет районы Мулдаҡай ауылында тыуғанмын.Тыуған төйәгемдең илаһи тәбиғәте күңелемдә ижадҡа,матурлыҡҡа һөйөү  уятты..Рәми Ғарипов исемендәге мәктәп-интернатта уҡыуым халҡым өсөн оло  яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләне.Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетында белем алыуым халҡыбыҙҙың бай тарихына,ғөрөф-ғәҙәттәренә ихтирам,сабырлыҡ,мәрхәмәтлек орлоҡтары һалды.

     Педагогик стажым-21 йыл.Беренсе категория уҡытыусыһы.

.Педагогик эшемдең төп маҡсаты: балаларҙа телебеҙгә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу һәм милли рух тәрбиәләү.Уҡыусыларым олимпиадаларҙа,конкурстарҙа,фәнни - ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашалар, юғары һөҙөмтәләр күрһәтәләр,призлы урындар яулайҙар.

 Ә  мәктәп- минең өсөн икенсе өйөм,илһам шишмәһе.Мин бик бәхетле,сөнки 20 йыл буйы  мәктәп ишеген асып  яратҡан  эшемә киләм. 

Книги, которые сформировали мой внутренний мир

“Матур китаптар – ғәжәйеп нәмәләр күренәсәк көҙгө, аулаҡтағы серҙәш, яңғыҙлыҡта иптәш, көсһөҙлөктә ярҙамсы, хәсрәттәрҙә шатлыҡ кил­тереүсе, фекерҙәрҙе нурландырыусы, үткән замандың хәлдәрен һөйләп тороусы, тарихты хикәйәт итеүсе, аҡыллы кешеләрҙең аҡылдарын күҙгә күрһәтеүсе, хаҡы арзан, файҙаһы күп нәмә”, – тип яҙып ҡалдырған оло ғалим, яҙыусы һәм мәғрифәтсе Ризаитдин Фәхретдинов.

   Миңә   М.Бураҡаеваның "Арғымаҡ " әҙәби-публицистик әҫәре, М.Кәрим , Һ. Дәүләтшина, З.Биишева ижады, М.Өмөтбаев мәҫәлдәре һәм М.Аҡмулланың нәсихәттәре оҡшай.

Мой взгляд на мир

Мин Рәми  Ғариповтың шиғыры аша донъяға үҙемдең фәлсәфәү ҡарашымды белдерәм. 

Кеше
Кешеләргә кәрәк булһын, 
Бер ҡайҙа ла артыҡ булмаһын. 
Эшләгәндә 
Янып эшләһен дә, 
Ял иткәндә 
Көлһөн, 
Йырлаһын! 
Һыҡранмаһын 
Тормошонан кеше, 
Үҙе биҙәп ҡорһон ул уны. 
Ҡыуанһын ул, 
Яҡты эҙен күреп 
Аҡыллы һәм оҫта ҡулының. 
Хыялланһын, 
Янһын, 
Ҡанатланһын, 
Тынғы белмәй алға ынтылһын. 
Һөйһөн, 
Көйһөн, 
Күркәм булһын кеше, 
Халыҡ ғәме менән ул тулһын! 
Үҙ ҡайғыһын 
Кескәй ҡайғы итеп, 
Иң ҙур байрам көтөп йәшәһен. 
Шундай бай, бәхетле күрәм 
Киләсәктең 
Матур кешеһен! 

Мои достижения

 

 Всероссийский краеведческий конкурс "Красота родного края " г.Казань - благодарственное письмо.

 День науки-2016 - благодарственное письмо от администрации МБОУ лицей№3 МР Учалинский РБ.

 Республиканский  литературно-творческий конкурс "Мустаевские чтения "  посвященной 95-летию со дня рождения народного поэта Башкортостана Мустая Карима - сертификат за участие.

 Межрегиональная  научно-исследовательская конференция "Европа-Азия.Открывая горизонты"- благодарственное письмо.   

 

 

 

 

Моё портфолио

Уҡытыусы үҙ һөнәренең оҫтаһы булып танылыу өсөн заман менән бергә атларға, алдынғы ҡарашлы булырға, ижади эҙләнергә, һөнәри һәләтен, белемен үҫтерергә ынтылырға тейеш. “Аң-белем үҫешен һәм белемде бер кешегә лә биреп ҡуйып булмай. Өйрәнергә теләгәндәр быға үҙенең эшмәкәрләге, үҙенең көсө менән ирешергә тейеш”, – тигән А. Дистервег. Бөгөн уҡытыусы үҙенә ҡарата талапсан булмаһа, уҡыусыларын заманға ярашлы итеп уҡыта һәм тәрбиәләй алмаясаҡ.

 

Мои публикации:
Внеклассная работа
Краеведение
Музыка
Разное
Родной язык и литература
Публикации моих учеников:
Литературное творчество
Художественно-прикладное творчество
Добавить грамоту в портфолио
Портфолио: