конспект урока по башкирскому языку по теме "Тәбиғәтте һаҡлайыҡ! ”Һандар” темаһын нығытыу."" в 6-ом классе
план-конспект урока (6 класс) на тему
Разработка урока по башкирскому(государственному) языку в 6-ом классе
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
urok_bya_v_6_klasse_29.04.2016.docx | 28.04 КБ |
Предварительный просмотр:
Тема: Тәбиғәтте һаҡлайыҡ! ”Һандар” темаһын нығытыу.
Маҡсат: 1) Башҡортостан тәбиғәтенең матурлығын күрә, һоҡлана һәм уны һаҡлай белергә өйрәтеү;уҡыусыларҙың “Һандар” темаһы буйынса белемдәрен системалаштырыу; 2) һүҙлек байлығын арттырыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү; 3)тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, экология мәсьәләрен төшөндөрөү.
Йыһазландырыу: тәбиғәт тураһында һүрәттәр, презентация
Актив үҙләштереү өсөн һүҙҙәр: һаҡсыл ҡараш, таҙартыу, ҡыуаҡлыҡтар, сүп-сар, һәләк була, һындырма, ҡысҡырма, туҙҙырма, түкмә, ташлама, күҙәтегеҙ,өйрәнегеҙ.
Дәрес барышы:
I. Төп өлөш. Һаулыҡ һорашыу. Көн тураһында әңгәмә.
-Һаумыһығыҙ! Бөгөн көн ниндәй? Һауа торошо тураһында ни әйтерһегеҙ? (Яуаптар)
- Уҡыусылар! Башҡорт теле дәресен бөгөнгө матур көндө, тирә-яҡты, бер-беребеҙҙе сәләмләүҙән башлайыҡ. (Слайд 1)
Алтын ҡояш, һаумы!
Зәңгәр һауа, һаумы!
Шаян елкәй, һаумы!
Кескәй имән, һаумы!
Беҙ йәшәйбеҙ бер ерҙә -
Сәләмләйем һеҙҙе лә.
- Ултырығыҙ!
- Кәйефтәр нисек? (Яуаптар)
- Күңелдәребеҙҙе күтәрер өсөн бер-беребеҙгә ҡарап йылмайҙыҡ! (Йылмайыу)
-Әйҙәгеҙ, күтәренке кәйеф һәм күтәренке күңел менән дәресебеҙҙе башлайыҡ.
II. Фонетик, артикуляцион күнегеү.
– Дәрес башында әйҙәгеҙ аңдарыбыҙҙы уятыу, телдәребеҙҙе шымартыу өсөн йомаҡ сисеп алайыҡ. (Слайд 2)
Ҙур тирәк,
Ун ике ботаҡ,
Ботаҡ һайын дүрт тармаҡ,
Тармаҡ һайын ете япраҡ,
Япраҡтың бер яғы ҡара,
Бер яғы аҡ.
Был ни булыр, уйлап тап.
- Кем йомаҡты тасуири итеп уҡып ишеттерә? Кем йомаҡты систе?
– Афарин, бик шәп. Ә хәҙер әйтегеҙ әле был йомаҡ нимә тураһында? (Тәбиғәт) Унда беҙ дәрестә үткән ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡараған һүҙҙәр осраны? (һандар)
III. Дәрестең маҡсаты менән таныштырыу.
- Беҙ дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ икән? (Уҡыусыларҙың яуабы) Эйе, тәбиғәт һәм һандар тураһында. Тик улай ғына түгел, тәбиғәттең ошо матурлығын, байлығын киләсәк быуындарға тапшырыу өсөн ни эшләргә кәрәк? (һаҡларға, таҙартырға)
- Эйе, дөрөҫ. Бөгөн дәрестә беҙ һеҙҙең менән тәбиғәт, экология һәм уны һаҡлау тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Шулай итеп беҙҙең темабыҙ “Тәбиғәтте һаҡлайыҡ. “Һандар”темаһын нығытыу” тип атала. (Уҡытыусы теманы таҡтаға яҙа).
- Был дәрестә Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәте тураһында һөйләшербеҙ. Шулай уҡ үтелгән тема буйынса белемдәрегеҙҙе тикшерербеҙ һәм һөйләү һәм яҙыу телмәрегеҙҙе үҫтерербеҙ. Дәрестә беҙ презентация ҡулланасаҡбыҙ. Иғтибар менән ҡарап, тыңлап ултырығыҙ.
IV. Өй эшен тикшереү. Үтелгәнде нығытыу
- -Ә хәҙер өй эшен тикшереп үтәйек. Өй эшен нимә ине?
Өйгә уҡырға бирелгән шиғырҙы тасуири уҡытыу һәм яҙма эште тикшереү. (114-се бит, 286-сы күнегеүҙә бирелгән шиғырҙы 2 уҡыусы уҡый, 2 уҡыусы Башҡортостандағы йылға, күл атамаларын әйтә.)
Текст буйынса һорауҙарға яуап биреү.
- Шиғыр нимә тураһында? Дим йылғаһын күргәнегеҙ бармы?
- Башҡортостандағы иң ҙур йылғаны, күлде әйтегеҙ?
Презетация ҡарау.
V. Нығытыу өсөн күнегеүҙәр.
- – Ә хәҙер дәфтәрҙәрҙе астыҡ, бөгөнгө числоны яҙып ҡуйҙыҡ.(Слайд 6)
Егерме туғыҙынсы апрель.
Йома.
Класс эше.
Тәбиғәтте һаҡлайыҡ! “Һан” темаһын нығытыу.
- Үткән грамматик теманы ла нығытып үтәйек.(Слайд 7)
Мейес башында биш бесәй,
Биш бесәйҙең биш башы,
Биш бесәйҙең биш башына
Емерелмәһен мейес ташы.
-Был тиҙәйткес,уны тиҙ һәм дөрөҫ уҡырға кәрәк, тәүҙә аллы уҡыйбыҙ. .............. ҡысҡырып уҡып ишеттер әле.
- Был тиҙәйткестә ниндәй һан осраны? (биш). Беҙ “Һан” темаһын тамамланыҡ, хәҙер уларҙы иҫкә төшөрөп алайыҡ әле.
- Һандар ни өсөн кәрәк? Беҙ нимәләрҙе һанайбыҙ?
( нимәнелер һанар өсөн:көндәрҙе,аҙналарҙы, аҡсаны һ.б.)
- - Улар бер нисә төркөмгә бүленә, кем әйтер уларҙы? (Уҡыусыларҙың яуаптары)
Төп һандар,рәт һандары, бүлем һандары, йыйыу һандары, сама һандары, кәсер һандары.
- Матур яҙыу минуты. Тиҙәйткесте матур итеп, хәрефтәрҙе дөрөҫ яҙып күсереү.
- –Хәҙер тиҙ генә мин таратып биргән карточкалар буйынса, үтелгәнде нығытыу өсөн 4 тест һорауына яуап яҙығыҙ. (Слайд 8, 9)
Тест.
1) бер, ике, өс, дүрт,биш, мең, йөҙ.
А) сама һандары, В) үлсәү һандары,
Б) төп һандар, Г) кәсер һандары.
2) икешәр, өсәр, етешәр, меңәр.
А) сама һандары, В) кәсер һандары,
Б) үлсәү һандары, Г) бүлем һандары.
3) ике бөтөн ундан дүрт, дүрттән өс, ике ярым.
А) бүлем һандары , В) рәт һандары,
Б) сама һандары, Г) кәсер һандары.
4) берәү, икәү, өсәү, дүртәү.
А) үлсәү һандары, В) йыйыу һандары,
Б) сама һандары, Г) төп һандар.
Физминутка. Тартылыу, күҙҙәргә гимнастика.
VI. Тема буйынса күнегеүҙәр.
1)– Уҡыусылар, әйтегеҙ әле, тәбиғәт һүҙен ишеткәндә күҙ алдығыҙға нимәләр килә? (тауҙар, йылғалар, күлдәр, үләндәр, йәнлектәр, бөжәктәр) (Слайд 10)
2) Таҡтала һандары төшөрөп ҡалдырылған һөйләмдәр яҙылған текст бирелә.
Текстағы һөйләмдәрҙе тултырып уҡыйбыҙ. (слайд 11-15)
Уҡыусылар һөйләмде руссаға ла тәржемә итәләр.
Башҡортостан тәбиғәте иҫ киткес матур. Унда бейек – бейек тауҙар ҙа, иркен яландар ҙа, ҡуйы урмандар ҙа бар.
Ләкин матурлыҡты һаҡлай белергә лә кәрәк. Тәбиғәткә зыян килтереүселәрбик күп. Урмандарҙа сүп-сар ҡалдыралар, янғын сығаралар.
Ер өҫтөндә ҡалған ҡағыҙ 2 йылдан һуң серей, быяла 30 йыл ята, полиэтилен бөтөнләй серемәй, уның аҫтында ҡалған тереклек һәләк була.
Дарыу үләндәрен, сәскәләрҙе һаҡлағыҙ! Улар йылдан-йыл кәмей бара.
- Башҡортостан тәбиғәте ниндәй?
- Ҡағыҙ нисә йыл серей? Быяла? Ә полиэтилен серейме?
3) Һүҙлек менән эш.
Һүҙлек һүҙҙәрен яҙып алыу: һаҡсыл ҡараш, таҙартыу, ҡыуаҡлыҡтар, сүп-сар, һәләк була, һындырма, ҡысҡырма, туҙҙырма, түкмә, ташлама, күҙәтегеҙ, өйрәнегеҙ.
4) 289-сы күнегеү.“Борсоулы мәғлүмәттәр” тексы буйынса эш. (Слайд 16-20)
а) Тексты үҙ аллы уҡыу.
б) Тексты сылбырлап уҡығыҙ.(Сылбырлы уҡыу.)
в) Таҡтала эш. Текстан һандарҙы табып яҙыу, уның төрөн билдәләү.
г) һорауҙарға яуап биреү.(Слайд 21)
- Экология нимә ул?
- Экологияны нисек һаҡлап була? Кем тирә-яҡты, тәбиғәтте һаҡларға тейеш?
- Текст ни өсөн “Борсоулы мәғлүмәттәр ” тип атала?
- Текста ниндәй мәғлүмәттәр бирелгән? Һеҙ бындай борсоулы мәғлүмәттәрҙе кәметер өсөн ни эшләйһегеҙ? (Уҡыусыларҙың һорауҙарға яуабы). (Слайд 22-24 )
VII.Дәресте йомғаҡлау. Рефлексив анализ.
- Шулай итеп бөгөнгө дәресте йомғаҡларға ла вағыт етте. Бөгөнгө дәрестә нимәләр белдек? Дәрестә нимә оҡшаны һәм нимә оҡшаманы? Тәбиғәтте һаҡлау өсөн нимәләр эшләр инегеҙ? Кем тәбиғәт һәм уның киләсәге өсөн яуаплы?
- Дәресте тамамлап шуны әйтәйек: “Экологияның хәле беҙҙән тора! Тәбиғәтте һаҡлайыҡ!”(Слайд 25 )
- Дәрестә бөтәгеҙҙә әүҙем ҡатнаштығыҙ, афарин! Дәрес буйынса баһалар ошондай: ......- “5”, .... – “4”
VIII.Өй эше. 288-се күнегеү (тексты уҡырға, тәржемә итергә).
- Дәрес тамам, бөтәгеҙгә лә ҡатнашып ултырғанығыҙ өсөн рәхмәт! Һау булығыҙ!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Конспект урока по башкирскому языку для 4 класса
Хобби. Ҡылымдарҙың заман ялғауҙары....
Конспект урока по башкирскому языку для 5 класса
Конспект урока по башкирскому языку на тему Ә.Ихсан "Яҙ".Омонимдар"...
Конспект урока по башкирскому языку на тему Әсхәл Әхмәт-Хужа. “Эй Ҡыш бабай, Ҡыш бабай”
Тема: Әсхәл Әхмәт-Хужа. “Эй Ҡыш бабай, Ҡыш бабай”.Маҡсат.шиғырҙың йөкмәткеһе менән танышыу;уҡыусыларҙың һүҙ байлығын, телмәрен, фекерләү кимәлен үҫтереү;балаларҙа ...
Конспект урока по башкирскому языку на тему Мостай Кәрим. Һеңлемдең төшө. Омонимдар.
Мостай Кәрим. Һеңлемдең төшө. Омонимдар. Маҡсат: М.Кәримдең тормошо һәм ижады менән таныштырыу,өҙөктөң йөкмәткеһен үҙләштереү, бөйөк әҙиптең тормошо һәм ижадына ҡарата һөйөү, хөрмәт тәр...
Конспект урока по башкирскому языку и литературе на тему "Атай икмәге" Ф.Акбулатова (7 класс)
Тема. Фәрзәнә Аҡбулатова “Атай икмәге.”Маҡсат.Ф.Аҡбулатованың биографияһы менән танышыу,”Атай икмәге” хикәйәһенең идея- тематик йөкмәткеһен үҙләштереү; уҡыусыларға икмәкте...
Конспект урока по башкирскому языку и литературе на тему Ә. Еники” Матурлык” хикәясе.
Дәреснең темасы: Ә. Еники” Матурлык” хикәясе. Максат : 1) Укучыларга “Матурлык” әсәренең эчтәлеген төшенд...