Һандар – тормошта. Һан тураһында төшөнсә.
методическая разработка (6 класс) на тему

Шарафисламова Залифа Муратовна

 

Һандар – тормошта.

Һан тураһында төшөнсә темаһы буйынса дәрес конспектына презентация.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл handar_-_tormoshta.pptx1.2 МБ

Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Башланып китте дәрес, Беҙ матур ултырабыҙ. « Дүртле », « бишле » билдәләрен Беҙ көн дә арттырабыҙ.

Слайд 2

Артикуляцион күнегеү Биш бесәй. Мейес башында биш бесәй, Биш бесәйҙең биш башы. Биш бесәйҙең биш башына Емерелмәһен мейес ташы.

Слайд 3

Ун туғыҙынсы март . Кесаҙна. Һандар – тормошта. Һан тураһында тө-шөнсә.

Слайд 4

1-ҙән башлап ебәрәйек Һандарҙы ҡабатларға : 1-әү бит ул бик күп түгел, 1-әү генә, 1 генә.

Слайд 5

2 күҙем менән күрәм, Ишетә 2 ҡолаҡ. 2 ҡулым эш яратһа, Йөрөтә 2 аяҡ.

Слайд 6

« 3 айыу » әкиәтен Беҙ уҡыныҡ класта. « 3 айыу » ҙан 3 һанын Отоп ҡалдыҡ шул саҡта.

Слайд 7

Кескәй ҡолон кейеп алған 4 аяҡҡа 4 ҡата. Аяғыма бик рәхәт тип, Тупылдап йөрөп ята.

Слайд 8

5 бармағым уң ҡулда, 5 бармағым һул ҡулда. Бармаҡтарым ярҙам итер Һанды оторға шунда.

Слайд 9

Беҙ уҡыйбыҙ 6 көн, Йәкшәмбе ял итәбеҙ. Тағы шулай килер көндө Рәхәтләнеп көтәбеҙ.

Слайд 10

« 7ҡат үлсә,1ҡат киҫ » , - Тигәндәр боронғолар. 7 һанлы 1 мәҡәлде Онотмағыҙ, балалар !

Слайд 11

Өҫтә тора түңәрәк, Аҫта тора түңәрәк. 8 һанын яҙыр өсөн Тоташтырырға кәрәк.

Слайд 12

Бармаҡтарҙы һанағанда 10-ға 1-әү тулмаһа, 9 тип уны һана, Иҫтә ҡалдырып ҡара !

Слайд 13

Уң ҡулда ла 5 бармаҡ, Һул ҡулда ла 5 бармаҡ. 2 ҡулды бергә ҡуйһаң, Булыр һиңә 10 бармаҡ.

Слайд 14

Дәреслек менән эш . 254-се күнегеү. Һорауҙарға яуап бирергә. Йоҡонан сәғәт нисәлә тораһың? Мәктәпкә сәғәт нисәлә китәһең? Бөгөн нисә дәрес була? Дәрестәр нисәлә башлана һәм нисәлә бөтә?

Слайд 15

Ял минуты Бер -ике – беҙ баҫтыҡ, Сәп-сәп итеп ҡул саптыҡ, Аяҡтарҙы бер урында Тып-тып-тып итеп баҫтыҡ. Ултырҙыҡ , ҡабат баҫтыҡ, Инде бер аҙ хәл алдыҡ, Тыныс ҡына ултырҙыҡ.

Слайд 16

Башҡортостандың ете мөғжизәһе

Слайд 17

Салауат Юлаев һәйкәле.

Слайд 18

« Урал батыр » эпосы

Слайд 19

Шүлгән таш мәмерйәһе

Слайд 20

Красноусол шифаханаһы

Слайд 21

Янғантау

Слайд 22

Ҡурай сәскәһе

Слайд 23

Башҡорт балы

Слайд 24

Башҡортостандың ете мөғжизәһе Салауат Юлаев һәйкәле Урал батыр эпосы Шүлгән таш мәмерйәһе Красноусол шифаханаһы Янғантау Ҡурай сәскәһе Башҡорт балы

Слайд 25

7 ҡат үлсә, 1 ҡат киҫ. Егәрленең ҡулы 7. Иң ҡаты яза итеп 7 ҡат тиреһен тунау. 7 быуын ата-бабаңды белеү. Серҙе 7 йоҙаҡ менән бикләү. Хазинаны 7 ҡат һандыҡ эсендә һаҡлау. Бәхетлеләрҙең 7 йәннәт ишеген асып инеүе. Батырҙарҙың даны 7 илгә етеүе. Зирәктәрҙең 7 ҡат ер аҫтында йылан көйшәгәнен ишетеүе. 7 ятты ятҡа иҫәпләү. Батырҙарҙың 7 юл сатында 7 башлы аждаһаны еңеүе, 7 төн уртаһында шашынған ен-пәрейҙәрҙе ҡыйратыуы. Еңелгәнде 7-гә бөкләп һалыу. Батырҙарҙың 7 диңгеҙ, 7 тау гиҙеүе.

Слайд 26

Егет кешегә 70 төрлө һөнәр ҙә аҙ. Егету и семидесяти ремесел мало. Егет һүҙе бер булыр. Сказано – сделано. Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыр. Одно спасибо тысячи бед стоит. Егету и Ике кеше бер булһа , илле кеше йөҙ булыр. Дружно – не грузно, врозь – хоть брось.

Слайд 27

Ике кәмәнең ҡойроғон тотоп булмай. За двумя зайцами погонишься, ни одного не поймаешь. Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын. Не имей сто рублей, а имей сто друзей. Ҡурҡаҡтың күҙе дүрт була. У страха глаза велики. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә. Сколько веревку не вить, а концу быть.

Слайд 28

Ун бәләнең туғыҙы телдән. Язык мой – враг злой. Хәбәр дүрт аяҡлы. Мирская молва, что морская волна Һаран ике түләй. Скупой платит дважды. Бер утын мейестә янмай. Одно полено в печи не горит.

Слайд 29

Башҡортостанда 1000 күл, 600 йылға, 50-нән ашыу минераль сығанаҡ иҫәпләнә.

Слайд 30

2015 йыл – Әҙәбиәт йылы.

Слайд 31

Быйыл х алҡыбыҙ Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләй .

Слайд 32

25 17 174 385 1748 1111 596 237


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Урок "Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы. Ҡайын япрағы тураһында. Сифат."

Урок на тему  "Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы. Ҡайын япрағы тураһында. Сифат." Һеҙҙең иғтибарығыҙға Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 95 йыллыҡ юбилейына арналған дәрес конспекты ...

Разработка урока на тему: «Ҡылым тураһында төшөнсә» по башкирскому языку в 3 классе в соответствии с ФГОС

Разработка урока на  тему: «Ҡылым тураһында төшөнсә»  по башкирскому языку в 3 классе в соответствии с ФГОС...

Өфө тураһында презентация

Өфө ҡалаһының иҫтәлекле урындары менән танышыу.​...

Башҡортостан тураһында шиғырҙар

Башҡортостан  тураһында  шиғырҙар.   Был  материалда  Башҡортостан  шағирҙарының   Башҡортостан тураһында  матур  - матур  шиғырҙары  туплан...

Һандар – тормошта. Һан тураһында төшөнсә.

Һандарҙы телмәрҙә актив ҡулланыу өсөн төрлө күнегеүҙәр башҡарыу....

7-се класта башҡорт әҙәбиәтенән М.Кәрим. "Ҡайын япрағы тураһында" шиғыры буйынса дәрес өлгөһө

М.Кәрим. «Ҡайын япрағы тураһында” шиғыры буйынса 7 класта инеш дәрес.  Дремина Фәүзиә Рәвил ҡыҙы     Башҡортостан Республикаһы Балаҡатай районы муниципаль районы ...