Һандар – тормошта. Һан тураһында төшөнсә.
план-конспект урока (6 класс) на тему

Шарафисламова Залифа Муратовна

Һандарҙы телмәрҙә актив ҡулланыу өсөн төрлө күнегеүҙәр башҡарыу.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 6klass_handar.docx24.06 КБ

Предварительный просмотр:

Һандар – тормошта. Һан тураһында төшөнсә.

   Маҡсат : һан тураһында төшөнсә биреү, белгәндәрҙе иҫкә төшөрөү; тормошта һандарҙың ролен асыҡлау; уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереү; Башҡортостан тураһында үтелгәндәрҙе нығытыу;  Тыуған ил, тыуған ергә ҡарата һөйөү, ғорурланыу хисе тәрбиәләү.

   Йыһазландырыу: дәреслек, мультимедиа проекторы, компьютер, электрон дәреслек, Башҡортостан картаһы, аудиодиск.

Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу моменты.
  •  Хор менән шиғырҙы ҡабатлау. (1-се слайд)

Башланып китте дәрес,

Беҙ матур ултырабыҙ.

«Дүртле»,  «бишле» билдәләрен

Беҙ көн дә арттырабыҙ.

  • Дежур уҡыусы менән әңгәмә.
  1. Артикуляцион күнегеү.  (2-се слайд, тиҙәйткесте уҡытыусы артынан, һуңынан үҙаллы уҡыу).

                        Биш бесәй.

Мейес башында биш  бесәй,

Биш бесәйҙең биш башы.

Биш бесәйҙең биш башына

Емерелмәһен мейес башы.

  1. Дәрестең маҡсатын асыҡлау:  Был тиҙәйткестә  ниндәй һүҙҙәр ҡара хәреф менән яҙылған? Улар ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай? Тимәк бөгөнгө дәрестең темаһы ниндәй?
  2. Дәрес темаһы өҫтөндә эш.
  1. Дәфтәрҙәргә числоны, теманы яҙыу. (3-сө слайд).
  2. Электрон дәреслектән һандар тураһында белешмәне уҡыу.
  3. Һандарҙы иҫкә төшөрөү өсөн слайдтағы шиғырҙарҙы сиратлап уҡыу. (3-сө слайд).
  • 1-ҙән башлап ебәрәйек

Һандарҙы ҡабатларға:

1-әү бит ул бик күп түгел,

1-әү генә, 1 генә.

  • 2 күҙем менән күрәм,

Ишетә 2 ҡолаҡ.

2 ҡулым эш яратһа,

Йөрөтә 2 аяҡ.

  • «3 айыу» әкиәтен

Беҙ уҡыныҡ класта.

«3 айыу»ҙан 3 һанын

Отоп ҡалдыҡ шул саҡта.

  • Кескәй ҡолон кейеп алған

4 аяҡҡа 4 ҡата.

Аяғыма бик рәхәт тип,

Тупылдап йөрөп ята.

  • 5 бармағым уң ҡулда,

5 бармағым һул ҡулда.

Бармаҡтарым ярҙам итер

Һанды оторға шунда.

  • Беҙ уҡыйбыҙ 6 көн,

Йәкшәмбе ял итәбеҙ.

Тағы шулай килер көндө

Рәхәтләнеп көтәбеҙ.

  • «7ҡат үлсә, 1 ҡат киҫ», -

Тигәндәр боронғолар.

7 һанлы 1 мәҡәлде

Онотмағыҙ, балалар!

  • Өҫтә тора түңәрәк,

Аҫта тора түңәрәк.

8 һанын яҙыр өсөн

Тоташтырырға кәрәк.

  • Бармаҡтарҙы һанағанда

10-ға 1-әү тулмаһа,

9 тип уны һана,

Иҫтә ҡалдырып ҡара!

  • Уң ҡулда ла 5 бармаҡ,

Һул ҡулда ла 5 бармаҡ.

2 ҡулды бергә ҡуйһаң,

Булыр һиңә 10 бармаҡ.

  1. Дәреслек менән эш: 254-се күнегеү:
  • Тексты тасуири уҡыу.
  • Һүҙлек эше үткәреү.
  • Тексты тәржемә итеү.
  • Текстағы һорауҙарға, һандар ҡулланып, дәфтәрҙәрҙә һәм таҡтала  яуап яҙыу.
  1. Ял минуты. (4-се слайд).

      Уҡытыусы:  Ял минуты бик кәрәк

                           Дәрестең уртаһында.

                           Төрлө хәрәкәт яһау

                           Арыуҙы оноттора.

  • Бер-ике – беҙ баҫтыҡ, (парталар артынан сығып баҫырға)

           Сәп-сәп итеп ҡул саптыҡ, (ҡул сабырға)

           Аяҡтарҙы бер урында

           Тып-тып-тып итеп баҫтыҡ. (тыпырлатырға)

           Ултырҙыҡ, ҡабат баҫтыҡ, (сүгәләргә, баҫырға – ике тапҡыр)

           Инде бер аҙ хәл алдыҡ,

           Тыныс ҡына ултырҙыҡ. (урындарға ултырырға)

  • «Беләм» уйыны. Уҡыусылар бер рәткә теҙелеп (йә парта буйлап)  һанайҙар. 3-кә бүленгән һандар урынына «беләм» тип әйтергә тейештәр. Яңылышмай иң аҙаҡта ҡалыусы – еңеүсе.
  • «Фокустар». а) «Тыуған көнөң менән!». Ҡағыҙға тыуған көнөгөҙҙө яҙығыҙ. Ошо һанды 20-гә ҡабатлағыҙ ҙа 73-тө ҡушығыҙ. Килеп сыҡҡан сумманы  5-кә ҡабатлағыҙ. Ҡабатландыҡҡа 35-те ҡушабыҙ, шунан тыуған айығыҙҙың тәртип һанын ҡушығыҙ. Ниндәй һан килеп сыҡҡанын миңә әйтегеҙ. (Уҡыусының яуабынан 400-ҙө алып, тыуған көнөн табабыҙ)

10 x 20 = 200,  200 + 73 = 273,  273 x 5 = 1365,

1365 + 35 = 1400,  1400 + 4 = 1404, 1404 – 400 = 1004(10.04)

                          б) «2800000». Тыуған йылығыҙҙан 333-тө алығыҙ, шунан 2015 йылда нисә йәш була, шул һанды ҡушығыҙ. Килеп сыҡҡан һанға 1118-ҙе ҡушығыҙ ҙа 3 нуль өҫтәгеҙ. Кемдең 2800000 килеп сыҡты, шул еңеүсе була һәм приз ала.  1965 – 333 = 1632,  1632 + 50 = 1682,  1682 + 1118 = 2800, 2800 000.  (возьмите ваш год рождения и отнимите от этого числа 333, прибавьте количество лет, которое вам исполнится в 2015 году, прибавьте к получившемуся числу 1118, потом припишите  3 нуля, если у вас получилось 2 800 000 – поздравляем, вы – победитель).

  1. Уҡытыусы:  Донъяла ғәжәп нәмәләр һәм төшөнсәләр бик күп. Шулар араһында һан, иҫәп-хисап төшөнсәһе әйтеп бөткөһөҙ мөһим урын тота.  Өҫтәүенә, һандар иҫ киткес матур, төҙөк, гармониялы систе-маны барлыҡҡа килтерә. Был система үҙенең камиллығы менән ысын мәғәнәһендәге юғары сәнғәткә яҡын тора. Математиканы фәндәрҙең батшаһы тип иҫәпләүселәр ҙә, философик фекерләү күҙлегенән ҡарағанда, хаҡлылар. Ябай ғына иҫәп-хисап төшөнсәһе лә, ваҡыт, төҫ, форма, арауыҡ төшөнсәләре һымаҡ уҡ, кешелек цивилизацияһының нигеҙендә ята.  1 ҙә, 2 лә ғәжәп һандар иҫәбендә. Сөнки бөтә нәмә ерҙә берҙәмлектән башлана. Беҙ иң элек берҙең ҡәҙерен белергә тейешбеҙ. Бер – ул һин дә, мин дә, ул да; бер – Ер, Ҡояш, Илебеҙ. Ерҙә йәшәйештең өмөтө, терәге – берәүҙең берәүгә мөхәббәте. Йәғни беҙ, кешеләр, ике йәндән, ике йәрҙән яралғанбыҙ.  7 лә – ғәжәйеп хикмәтле һан.  Әҙәмде донъяла шул етелек уратып тора кеүек: өҫтә – 7 ҡат күк, аҫта – 7 ҡат ер. Күктә – 7 йондоҙ, ерҙә – 7 мәғдән. Аҙнаның 7 көнө, айҙың сирек берәмеге, йәйғорҙоң 7 төҫө, моңдоң 7 өнө. 7 мөғжизә. Ә хәҙер Башҡортостандың 7 мөғжизәһен иҫкә төшөрөп китәйек әле. Шул 7 мөғжизәгә нимәләр инә икән. ( 5 слайд).
  2. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады жанры булған мәҡәл, әйтем, әкиәттәрҙә лә 7 һаны йыш осрай. Әйҙәгеҙ әле шуларҙы  иҫкә төшөрәйек. ( 6 слайд)
  • 7 ҡат үлсә, 1 ҡат киҫ.
  • Егәрленең ҡулы 7.
  • Иң ҡаты яза итеп 7 ҡат тиреһен тунау.
  • 7 быуын ата-бабаңды белеү.
  • Серҙе 7 йоҙаҡ менән бикләү.
  • Хазинаны 7 ҡат һандыҡ эсендә һаҡлау.
  • Бәхетлеләрҙең 7 йәннәт ишеген асып инеүе.
  • Батырҙарҙың даны 7 илгә етеүе.
  • Зирәктәрҙең 7 ҡат ер аҫтында йылан көйшәгәнен ишетеүе.
  • 7 ятты ятҡа иҫәпләү.
  • Батырҙарҙың  7 юл сатында 7 башлы аждаһаны еңеүе, 7 төн уртаһында шашынған ен-пәрейҙәрҙе ҡыйратыуы.
  • Еңелгәнде 7-гә бөкләп һалыу.
  • Батырҙарҙың 7  диңгеҙ, 7 тау гиҙеүе.
  1. Мәҡәлдәрҙең тәржемәһен табыу.  Карточкалар менән эш. (7 слайд)

а) Егет кешегә 70 төрлө һөнәр ҙә аҙ.

б) Егет һүҙе бер булыр.

в) Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыр.

г) Ике кеше бер булһа,  илле кеше йөҙ булыр.

ғ) Ике кәмәнең ҡойроғон тотоп булмай.

д) Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын.

ҙ) Ҡурҡаҡтың күҙе дүрт була.

е) Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә.

ж) Ун бәләнең туғыҙы телдән.

з) Хәбәр дүрт аяҡлы.

и) Һаран ике түләй.

й) Бер утын мейестә янмай.

а) Одно  полено в печи не горит.

б) У страха глаза велики.

в) Одно спасибо тысячи бед стоит.

г) Сказано – сделано.

ғ) Егету и семидесяти ремесел мало.

д) Скупой платит дважды.

ҙ) Язык мой – враг злой.

е) Сколько веревку не вить, а концу быть.

ж) Мирская молва, что морская волна.

з) Дружно – не грузно, врозь – хоть брось.

и) За двумя зайцами погонишься, ни одного не поймаешь.

й) Не имей сто рублей, а имей сто друзей.

           9.  Карточкалар менән эш: бирелгән һүҙҙәрҙән һөйләмдәр төҙөргә.

           а) 1000 күл, 600 йылға, 50-нән ашыу минераль сығанаҡ, иҫәпләнә, Башҡортостанда. б) Әҙәбиәт йылы, 2015 йыл.  в) Быйыл, Бөйөк Еңеүҙең, билдәләй, халҡыбыҙ, 70 йыллығын.  

         

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Урок "Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы. Ҡайын япрағы тураһында. Сифат."

Урок на тему  "Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы. Ҡайын япрағы тураһында. Сифат." Һеҙҙең иғтибарығыҙға Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 95 йыллыҡ юбилейына арналған дәрес конспекты ...

Разработка урока на тему: «Ҡылым тураһында төшөнсә» по башкирскому языку в 3 классе в соответствии с ФГОС

Разработка урока на  тему: «Ҡылым тураһында төшөнсә»  по башкирскому языку в 3 классе в соответствии с ФГОС...

Өфө тураһында презентация

Өфө ҡалаһының иҫтәлекле урындары менән танышыу.​...

Башҡортостан тураһында шиғырҙар

Башҡортостан  тураһында  шиғырҙар.   Был  материалда  Башҡортостан  шағирҙарының   Башҡортостан тураһында  матур  - матур  шиғырҙары  туплан...

Һандар – тормошта. Һан тураһында төшөнсә.

Һандар – тормошта.Һан тураһында төшөнсә темаһы буйынса дәрес конспектына презентация....

7-се класта башҡорт әҙәбиәтенән М.Кәрим. "Ҡайын япрағы тураһында" шиғыры буйынса дәрес өлгөһө

М.Кәрим. «Ҡайын япрағы тураһында” шиғыры буйынса 7 класта инеш дәрес.  Дремина Фәүзиә Рәвил ҡыҙы     Башҡортостан Республикаһы Балаҡатай районы муниципаль районы ...