Конспект урока "Повторение обстоятельств. Лексическая тема "Семья"
план-конспект урока (8 класс) на тему
Конспект урока по башкирскому языку и литературе "Повторение обстоятельств". С использованием сказок, составлением диалогов на отдельные темы. Лексическая тема "Семья".
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
hldr.doc | 544.5 КБ |
Предварительный просмотр:
8–се класта
“Хәлдәрҙе ҡабатлау” темаһына
дәрес конспекты
Маҡсаттар: Хәл, уның тураһында белгәндәрҙе дөйөмләштереп ҡабатлау. Хәтерҙәрен, логик фекерләү һәләттәрен, диалогтар төҙөй белеүҙе үҫтереү. Ғаилә – һәр кешегә кәрәкле йылы усаҡ икәнлеген төшөндөрөү, ғаилә ағзаларына ҡарата йылы мөнәсәбәттәр тәрбиәләү.
Йыһаз: ребус, мультимедиа проекторы, кроссворд, мәҡәлдәр.
Дәрес барышы
- Ойоштороу мәле
- Дәрестең темаһын, маҡсаттарын билдәләү өсөн ребус, кроссворд сисеү
Һорауҙары.
1.)Клен һүҙе башҡортса?
2.)Республикабыҙ нисек атала?
3.)Башҡортостандың иң билдәле йылғаһы?
4.) Башҡортостандың иң ҙур күле?
5.)Иң яҡын, иң ғәзиз кеше?
- Үтелгәндәрҙе ҡабатлау
а)Уҡытыусының плакат буйынса “Татыу ғаилә - ил терәге” әкиәтен һөйләүе.
(Ҡулланылған мәҡәлдәр.
Кәңәшле өй тарҡалмаҫ.
Ғаилә татыулығы менән көслө.
Арбаның алды – арты бер эҙҙән барһа, еңел була.)
- Был әкиәтте тыңлап ниндәй фәһем алдығыҙ?
б)Уҡыусыларҙың әкиәттәрен тыңлау.
в)Плакат буйынса хәл төрҙәренең һорауҙарын ҡабатлау.
4. Мультимедиа таҡтаһын ҡулланып ҡәрҙәшлек терминдарын башҡортсаға тәржемә итеү
Папа, мама, брат, сестра, бабушка, дедушка, внук, правнук.
5. Хәлдәр ҡулланып, бирелгән темаларға диалог төҙөргә (төркөмдәрҙә эшләү, мультимедиа проекторында темалар һәм ҡулланыу өсөн һүҙҙәр күрһәтелә)
1)Ауылдағы өләсәһенә ҡаланан ейәне ҡунаҡҡа килгән.
Маҡсат, сәбәп, кире хәлдәр ҡулланырға.
(ҡаймаҡ, бал, тәмле,өйрәтте)
2)Ата кеше улы менән ағас ултырта.
Урын, ваҡыт хәлдәре ҡулланырға .
(бурыс, ғорурланыу, ағас)
3)Әсә менән ҡыҙы киләсәккә пландар ҡора.
Күләм – дәрәжә, шарт, рәүеш хәлдәре ҡулланырға.
(хыял, ҡыйын,көс түгергә,уңыш)
6. Бирелгән һөйләмдәргә хәлдәр өҫтәргә
Беҙ дүрт кеше –атай, әсәй,ҡусты һәм мин. Әсәйем бешеренергә ярата. Атайым компьютер менән мауығып китте. Ҡустым мультфильмдар ҡарай.Тағы ла уға һүрәт төшөрөү оҡшай. Мин бейейем.
7. Һөйләмдәргә синтаксик анализ яһарға
Һәр ваҡытта ла кешегә ҡайтып һыйынырлыҡ йылы усаҡ, тыныс боҫмаҡ кәрәк.Ни генә булмаһын, кеше шул ғаилә ҡосағында ял итә, рухи көс йыя, күңелен бушатып, күңел йәрәхәттәрен дауалай ала. Ғаиләнән килгән йылылыҡ шул ҡәҙәр көслө. Ғаилә –һәр кешегә кәрәкле йылы усаҡ ул.
8. Дәресте йомғаҡлау.
Мәҡәлдәр әйттереү ғаилә тураһында.
Бөркөт булмай тауһыҙ – ҡыяһыҙ, әҙәм булмай йортһоҙ – ғаиләһеҙ.
Ҡош ҡанаты менән, ғаилә татыулығы менән.
Ҡоштар ояһыҙ булмай, кеше ғаиләһеҙ булмай.
Түңәрәк күлдә балыҡ күп.
Ғаилә -бәхет асҡысы.
(Уҡытыусы һөйләүе)
Ғаилә – оло таяныс, терәк икәнлеген бер ваҡытта ла онотмағыҙ. Ғаилә – йылы усаҡ, ләкин шуны хәтерләгеҙ уға һеҙ ҙә утын өҫтәп торорға тейешһегеҙ. Бер – берегеҙгә ҡарата ихтирамлы, иғтибарлы булығыҙ.
9. Өй эше.
Хәлдәр ҡулланып “Минең татыу ғаиләм” темаһына кескәй хикәйә төҙөргә.
Кире хәл
Борон-борон заманда йәшәгән ти бер ҡарт. Уның булған ти өс улы. Беренсе улының исеме - ни эшләһә?, уртансы улыныҡы – ни эшләмәһә лә?, кесе улыныҡы булған ти - нимәгә ҡарамаҫтан? Аталары бер көндө үлеп киткән ти. Был улдары ни эшләргә белмәйенсә, донъя гиҙергә тип, сығып киткәндәр. Йөрөп еләгәс, улар тыуған яҡтарына ҡайтып, урман эсендә бик ҙур матур ялан тапҡандар. Бында бик ҙур матур өй һалғандар. Оҙаҡламай был ергә башҡа кешеләр ҙә тартылған. Улар ҙа үҙҙәренә өй һалып, был урын бик ҙур ауылға әйләнеп киткән. Ни эшләһә лә? Ни эшләмәһә лә? Нимәгә ҡарамаҫтан? ауылдарын заманында икеләнеп ташлап киткәне өсөн, ауылдарын Кире хәл тип атағандар.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
конспект урока : Закрепление лексического материала «Животные», «Цвета», «Числа 1-10»
Предлагаю вашему вниманию конспект урока-путешествие по английскому языку 2 класс...
Конспект урока Тема: «Лексическое значение имён прилагательных. Обогащение словарного запаса именами прилагательными.
Для учащихся 3 класса...
Методическая разработка. Конспект урока "Формирование лексического словаря по теме транспорт"
Урок развития речи в первом дополнительном классе первого варианта обучения по АОП для детей с умеренной умственной отсталостью. Тема " Формирование лексического словаря по теме транспорт"....
конспект занятия по лексической теме: "Московский район Санкт-Петербурга"
Лексическая тема: "Московский район Санкт-Петербурга"Посвящен празднованию 100-летия Московского района. Занятие для детей старшей логопедической группы группы....
конспект занятия по лексической теме: "Весна. Перелетные птицы"
Конспект итогового занятия по лексической теме....
Конспект урока "Обстоятельство. Виды обстоятельств" 8 класс
Конспект урока по русскому языку на тему "Обстоятельство. Виды обстоятельств" 8 класс...
Конспекты занятий по лексическим темам.
В данном разделе представлен конспект занятия по лексической теме: "В поисках клада. Дикие животные"....