Саматова Әлиә Марс ҡыҙы

Бала һөйөү-төп һыҙатым минең, шуға ла был һөнәр минеке.

Әсә телем-кендек телем, бишек телем, һеңеп үҫкән минең булмышыма. Һәр бер өнөн, һүҙен, нескәлеген мираҫ итеп бирәм уҡыусыма.

Профессия: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Профессиональные интересы: Башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү

Увлечения: Театр, йыр, бейеү

Регион: Республика Башкортостан

Населенный пункт: Белорет районы Инйәр ауылы

Место работы: 2-се Инйәр башҡорт мәктәбе

Навигация

Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/samatova-aliya-marsovna
“Киләсәккә пландарың бер йылға икән-арыш сәс, тиҫтә йылдарға икән-ағас ултырт, ә быуаттарға икән-балалар тәрбиәлә”
Халыҡ әйтеме

     Уҡытыусы...Күпме күҙҙәр миңә төбәлгән? Күпме өмөт,ышаныс бар уларҙа? Ә мин уларҙың өмөттәрен һүндермәҫтәй, ышаныстарын аҡларҙай уҡытыусы булырға тейешмен. Алыҫ-алыҫтарҙан ишетелгән илаһи моң миндә өҙөлөп ҡалырға тейеш түгел. Бөртөкләп йыйылған алтындай ҡәҙерле улар миңә. Был моң миңә ғәзиз әсәмдең күкрәк һөтө менән бирелгән, шишмәләй сылтырап торған туған телем аша һеңгән. Бөйөк педагог К.Д.Ушинский: “Халыҡ теле -сиктәренән алыҫта башланған барлыҡ рухи тормошоноң иң аҫыл, бер ҡасан да һулымай һәм мәңге яңынан асыла торған сәскәһе... Халыҡ теле юғалдымы-халыҡ башҡаса юҡ. Халыҡ ауыҙында халыҡ теле тере икән, ул саҡта халыҡ та тере”-тип билдәләгәйне.

     Тимәк,туған телебеҙ тере икән, башҡорт халҡы ла йәшәйәсәк.  Телебеҙҙе терелтеү, мәңгелек сәскәбеҙҙе һулытмау, уны һаҡлап, ҡурсалап тороу-беҙҙең,башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының изге бурысы.Тел-ата-бабаларыбыҙҙан быуындан быуынға күсә килгән изге аманат ул. Минең төп маҡсатым-тыуған илебеҙгә, туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләү. Был ике төшөнсәне айырып ҡарап булмай. Илһеҙ, телһеҙ милләт булмай. Тәрбиәләнеүселәремде дөрөҫ һөйләшергә, уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү менән бергә уларҙа әҙәп-әхлаҡ, милли рух, үҙаң тәрбиәләүҙе һыҙыҡ өҫтөнә алам.Был сифаттарға эйә булған кеше үҙен халҡының бер вәкиле итеп тойоуы, уның алдында яуаплылыҡ тойғоһо йөрөтөүе, ерен, телен һаҡларҙай шәхес булыуы менән айырылып тора.

О себе

    Тыуған ерем-ғәзиз илем

    Кендегемде ҡырҡҡан Йөйәгем.

    Сәңгелдәккә һалып бәүетеп

    Бишек йыры һуҙған төйәгем.

    Ҡатай ғына ере йомшаҡ түгел-

    Ҡая ташлы, ыжғыр буранлы.

    Әсе йәштәр түгеп аҙашырлыҡ

    Мең йәшәгән ҡара урманлы.

    Йөйәк ҡыҙы-ҡатай ҡыҙы мин

    Ҡатай ере минең ҡалҡаным.

    Өрөк төшө кеүек ҡурсаулымын

    Ерҙә ышаныслы баҫамын.

Книги, которые сформировали мой внутренний мир

Мостай Кәрим педагогикаһы

Мой взгляд на мир

Бала һөйөү-төп һыҙатым минең,

Шуға ла был һөнәр минеке.

Бала күңеле-саф бер гәлсәр бит ул

Төпһөҙ диңгеҙ уның киңлеге.

Көн дә күрәм ошо гәлсәрҙәрҙе,

Алсаҡ күҙҙәр мине ҡаршылай.

Онотола барлыҡ ауырлыҡтар,

Бала күңеле үҙенә арбай.

Йөҙөп йөрөп сикһеҙ диңгеҙҙәрҙә

Белем биреп ҡайтам мәктәптән.

Иртәгәһен яңы көс туплап

Атлап китәм таныш һуҡмаҡтан.

Инде бына егерме йыл

Инйәр мәктәбе-эш урыным.

Коллегаларым менән бер уйҙа,

Бер маҡсатым, уйым, бурысым.

Моё портфолио

 

 

Добавить грамоту в портфолио