Д. Юлтыйҙың "Тимеркәй фәлсәфәһе" әҫәре буйынса дәрес-фәлсәфә
план-конспект урока на тему

Саматова Әлиә Марс ҡыҙы

дәрес

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon timerky_flsfhe.doc54 КБ

Предварительный просмотр:

7-се класта Дауыт Юлтыйҙың “Тимеркәй фәлсәфәһе” әҫәре буйынса дәрес-фәлсәфә

Уҡытыусы: Белорет районы 2–се һанлы Инйәр башҡорт мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Саматова Әлиә Марс ҡыҙы

      Маҡсат: Д.Юлтыйҙың “Тимеркәй фәлсәфәһе” әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Уҡыусыларҙа фекерләү, уйланыу ҡеүәһен, һөйләү телмәрен үҫтереү. Кешеләргә ҡарата битараф булмау, ололарҙы ололау,кеселәрҙе кеселәү, Тыуған илгә, ергә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: медиапроектор,магнитофон.

Дәрес барышы:

Уҡытыусы: Ҡәҙерле уҡыусылар! Бөгөнгө беҙҙең дәресебеҙ фәлсәфәгә ҡороласаҡ. Беҙ Дауыт Юлтыйҙың “ Тимеркәй фәлсәфәһе” әҫәрен  уҡыныҡ, ә хәҙер мин һеҙҙең Тимеркәйҙең яҙмышына ҡағылышлы уй-фекерҙәрегеҙҙе ишетәһем килә,төп герой менән  бергә фәлсәфә ҡорасаҡбыҙ. Иң беренсе сиратта мин һеҙгә фәлсәфә һүҙенең мәғәнәһен аңлатып үтәм.

         Фәлсәфә- ғәрәп теленән ингән һүҙ. Тәбиғәт, йәмғиәт һәм фекер үҫешенең дөйөм ҡанундары тураһында фән. Берәй кешенең, ғалимдың донъяға ҡарашы, донъя тураһында тәғлимәте.

 

(Таҡтала кроссворд асыла)

1.Тимеркәй байҙы иҫләп нимә тураһында уйлай?

2.Кемдең күҙҙәрен йондоҙҙар менән сағыштыра?

3.Сәми ҡарт ҡайҙа йәшәй?

4.Сәми ниндәй хайуандарҙы яратмай?

5.Сәми ҡарт ниндәй ауырыу йоҡтора?

6.Тимеркәй урманға күскәнсе кемдә йәшәй?

7. 2,5 йәшендә Тимеркәй кемен юғалта?

8.“Тимеркәй фәлсәфәһе” әҫәренең жанрын әйтегеҙ.

-Ҡыҫҡаса был әҫәрҙең йөкмәткеһен иҫкә төшөрәйек( уҡыусылар һөйләй)

-Тимеркәй нимәләр тураһында уйлана?(Ошо донъяны “алла яратҡан”, тиҙәр. Әле уның был ғына түгел, теге донъяһы-әхирәте лә бар, тиҙәр. Унда ожмах менән тамуғы ла бар,тиҙәр.  Әгәр мин алла булһам,бигерәк тә шәфҡәтле булыр инем.Бөтә кешеләрҙе бер тигеҙ бай яһар инем. )

-Тамуҡ тураһында нимәләр уйлай ул?   (Улай булғас, кешене аҙаплар өсөн, ниңә тамуҡ яратты икән ул?Шул тамуҡ тигәндәре иҫкә төшһә, бай ағай күҙ алдына килә.Бай ағай ҡайһы ваҡытта мине тик-томалға туҡмаған саҡта, тамуҡты яратҡан алла бай ағай шикелле булып күҙ алдына килеп баҫа.Зерәгә кешеләрҙе тамуҡта яндырмаҫ инем.)

-“Алла ҡоло түгел мин, бәндә ҡоло” тигән һүҙҙәрҙе нисек аңлайһығыҙ?(1-се бүлектән Тимеркәйҙең алла тураһында уйланғандарын табып уҡыу,фекерләшеү. “Бына мин үҙем дә шул бәхетһеҙҙәрҙең береһе. Мин етем. Мин хеҙмәтсе, мин ҡол. Иртәнән кискә тиклем байға эшләйем. Минең көндәрем шулай үтәләр.Елкә тырнарға ла ваҡыт юҡ! Эш,эш!.. Шуның менән дә байға ярап булмай әле.”)

-Шунан ниндәй фекергә килә Тимеркәй?(“ Юҡтырһың да алла… Мин илай-илай бәхет һораным, көндәр һораным, төндәр һораным. Бай ағай өй эсе менән “ҡәҙер”кисәләрендә намаҙ уҡығанда, теләк теләгәндә, мин дә теләнем. Ләкин минең теләктәремдең береһе лә ҡабул булманы. Минең һорағандарымдың береһен дә бирмәне.”)

-Уҡыусылар, ә хәҙер Тимеркәйҙең ғаиләһе тураһында һөйләшеп алайыҡ.            ( уҡыусылар  Сәми ҡарт тураһында, уның ғүмере буйы эшләүе, урман ҡараусыһы булыуы, ауырлыҡтарға бирешмәйенсә донъя көтөүе тураһында ентекләп һөйләйҙәр)

     Таҡтала проектор аша мәҡәлдәр асыла:

1.Эшләгән-тешләгән.

2.Эш белгәнгә- уңыш юлдаш.

3.Эшләһәң-тир сыға, тир менән сир сыға.

4.Тирләп эшләһәң-тәмләп ашарһың.

  • Ә хәҙер ошо һорауға яуап биреп ҡарайыҡ: ни өсөн Сәми ҡарт та, Тимеркәй ҙә эшһөйәр кешеләр, ялҡау түгелдәр, ә уңыш та юлдаш түгел, тәмләп тә тешләй алмайҙар?(Ҡотлояр бай хеҙмәтселәрҙе эшкә шул тиклем ҡаты ҡуша, уның иртәһе лә, кисе лә, төнө лә эш менән үтергә тейеш. Ул йөҙәр дисәтинә иген сәсә, икешәр-өсәр йөҙ баш йылҡы аҫрай, ҡуйҙарының иҫәбен үҙе лә белмәй торғандыр. Бына шул ҡыр эше таң ҡараңғыһынан төн ҡараңғыһына тиклем бара. Хеҙмәтселәрҙең арыуы, йонсоуы менән иҫәпләшеп тормай, ул төндә лә эш таба, һис тә булмаһа, берәй ауырыу малын ҡарауылларға ҡуша)

              Таҡтала шиғыр  асыла:

                                              Эй, кешеләр,зинһар өйрәтегеҙ,

Өйрәтегеҙ миңә бер аҡыл!

Мин дә һеҙҙең кеүек буйһонорға

Тейешмендер,бәлки,яҙмышҡа?

Унан уҙмыш юҡ тип өйрәтәләр,

Уҙғандарҙың башын ҡырҡалар,

Көслөләрҙән мотлаҡ ҡурҡалар…

(Әнғәм Атнабаев”Ут” шиғыры)

1.Заманың ниндәй-яҙмышың да шундай.

2.Заманына ҡарап бүрек кейәләр.

3.Яҙмыштан уҙмыш юҡ.

(Уҡыусыларҙың :” Замана ғәйепле…”,”Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ…” тигән фекергә килеүе)

-Сәми ҡарт та яҙмышына буйһоноп йәшәй, ҡатын алыуҙан баш тарта, башҡа ергә лә күсеп китмәй.Ә ни өсөн ул аҙ  ғына булһа ла Тимеркәйҙең киләсәге тураһында уйламаны икән? (Сәми ҡарт- үҙ ғүмере буйына Никлудин баярында урман ҡарауылсыһы булып торған кеше.Ул ауылға йылына ике-ғәйеткә йәки берәй кәрәкле йомошо булһа ғына ҡайта. Тимеркәй ана шул бүреле-айыулы урманда үҫә, күберәк ваҡыт землянкала ҡала. Ғүмерен яңғыҙ үткәрә. )

-Д.Юлтыйҙың был әҫәрендәге кире образ тураһында нимәләр әйтерһегеҙ? Кем ул?

Нисек йәшәй? Ни өсөн ул Тимеркәйҙе үҙенә эшкә алырға ҡурҡмай? (Ҡотлояр-ауылдың иң бай әҙәме. Уны “Һаран Ҡотлояр” тип йөрөтәләр.Кешеләр менән бик аҙ ҡатыша, кеше килһә, йомош бирмәй, үҙе лә кешегә йомошҡа йөрөмәй. Ҡапҡаһынан хәйерсе-фәләнде индереү түгел, күршенең этен дә керетмәй. Уның йорт-ҡаралтыһына килһәң, себен осоп инерлек  урын юҡ.Бөтә йорто бейек таш ҡойма менән уратылған.Хатта йортоноң тәҙрәләре лә урамға ҡарамай.  )

     Таҡтала мәҡәл асыла:

1.Яманға ялынма.

Яманға ялынмағыҙ, малы бар, тип,

Әйткәндәр, ямандың күңеле тар, тип.

Борондан заты нәжес булғандан һуң,

Сусҡаны кем һыйпай һуң, януар тип?

М.Аҡмулла”Яманға ялынмағыҙ…” шиғыры.

Нәжес-ғәрәп теленән бысраҡ,әшәке. (Эт менән ҡоҙа булһаң, нәжес менән туй ҡылырһың)

-Ә хәҙер, уҡыусылар, бер-нисә минутҡа ғына шул заманға барып киләйек. Күҙ алдына килтерегеҙ: …Тимеркәй Ҡотлояр бай тотҡононан ҡотолған,ти, ул….(музыка ҡуйыла, уҡыусылар бер-ике минут  күҙҙәрен йомоп уйлайҙар, һуңынан һәр уҡыусы үҙ уй-хистәрен, Тимеркәйҙең улар теләгәнсә яҙмышын һөйләйҙәр)

-Бына һеҙ шулай фекерләйһегеҙ, ә  Д.Юлтый әҫәрҙе нисек тамамлай һуң? (Тимеркәй һуғышҡа китә. “Алдында тағы шрапнель ярылды. Ҡысҡырырға уйланы, ауыҙына тупраҡ тулғайны. Күҙ алдында әллә ниндәй ут уйнаны ла ер төбөнә убылып төшөп киткән кеүек булды. Шрапнелдең бер ауыр суйын киҫәге уның түбә ҡапҡасын алып киткәйне…”)

-Ни өсөн автор Тимеркәйҙең яҙмышын шулай үҙгәртә?(Был донъяла ыҙаларҙан ҡотолодорорға уйлағандыр, “Юҡтырһың да алла…” тигән уйҙарын түбә ҡапҡасы менән бергә алып осорта, бәлки теге донъяла шул уйҙарҙан азат булыуын теләгәндер.)

-Балалар, ни өсөн Д.Юлтый үҙ геройына шундай исем бирҙе икән? Ул Тимеркәйҙе яратамы?(Бала саҡтан рәхәтлек күрмәй, ыҙа сигеп, аслы-туҡлы, ауыл кешеләренән ҡыйырһытылып йәшәгән кеше тимер кеүек ныҡлы булһын өсөн шундай исем биргән. Егет ҡорона ингәс тә, донъя рәхәтлеген күрмәй ул.)  

Эйе. Автор үҙ геройҙары аша, уларҙың ауыр тормошоноң һәм аяныслы үлеменең сәбәбе элекке йәмғиәттең ҡәһәрле ҡанундары, кешене бер-береһенә дошман итеп тәрбиәләү тәртиптәренә бәйләнгәнен асыҡлай. Капитализм, йәғни байҙар һәм ярлылар йәмғиәте шарттарында хеҙмәтсән халыҡтың ауыр яҙмышын һүрәтләй.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

: Яҙ темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Предмет: Башкирский языкКласс:5Учебник: Башкирский языкАвтор учебника: Габитова З.М., Усманова М.Ғ.,Демонстративные материалы:карточки, электронная доскаv...

Р.Ғарипов буйынса йомғаҡлау

Р.Ғариовтың тормошо һәм ижады буйынса йомғаҡлау...

М. Кәримдең "Ярлыҡау" повесы буйынса дәрес-хөкөм

М. Кәримдең "Ярлыҡау" повесы буйынса дәрес-хөкөм...

5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым." темаһы буйынса дәрес.

5 класта "Башҡортостан тәбиғәте. Ҡылым" темаһы буйынса дәрескә презентация материалдары....

7-се класта Дауыт Юлтыйҙың “Тимеркәй фәлсәфәһе” әҫәре буйынса дәрес-фәлсәфә

7-се класта Дауыт Юлтыйҙың “Тимеркәй фәлсәфәһе” әҫәре буйынса дәрес-фәлсәфә...