Урок "День рождение. Простые и составные числа"
план-конспект урока (6 класс) по теме

Зубаирова Нариса Баймуратовна

Мною прредоставлен урок для 6 класса  по теме "День рождения. Простые и сложные числа". Данный урок разработан в соответствие с темой и учитывая возрастные особенности. На уроке используется аудиозаписи, интерактивная доска. Цель урока: учащимся дать понятие о простых и сложных числах, научить их различать; развить навыки самостоятельной работы; создать условия для освоения материала; усовершенствовать знания полученные о празднике Деньрождения. 

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon urok_sayt_.doc152.5 КБ

Предварительный просмотр:

Уҡытыусы: Зөбәйерова Нәрисә Байморат ҡыҙы, 2-се Ҡалтасы урта мәктәбе.

Тема:Тыуған көн. Ябай һәм ҡушма һандар.(6  класс өсөн  дәрес планы).

          Маҡсат:

      -  уҡыусыларға ябай һәм ҡушма һандарының төшөнсәһен биреү, уларҙы айырырға өйрәтеү;

- һөйләү телмәрен , үҙ аллы эшләү күнекмәһен үҫтереү;

-теманы үҙләштереү өсен шарттар тыуҙырыу;

- тыуған көн байрамы тураһында алған белемдәрҙе камиллаштырыу.

Эш төрҙәре

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусы эшмәкәрлеге

Йыһаздар

Психологик инеш

1.

Психологик кәйеф шарттары булдырыу.

Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу

У. Хәйерле көн, балалар, һаумыһығыҙ!

Б. Һаумыһығыҙ!

 Уҡыусыларҙың ҡәйефен күтәреү,рухи күтәренкелек барлыҡҡа килтереү. Эшкә өндәү.

Бер-береңә ҡарау һәм йылмайыу.

Аудиояҙ

ма.  

У. Инде бер-беребеҙгә ҡарап йылмаяйыҡ һәм кәйефебеҙ тағыла яҡшыраҡ булһын өсөн бер-беребеҙгә комплименттар әйтәйек.

У.Афарин!Ҡыҙҙар ултырығыҙ, малайҙар ултырығыҙ.

Комплименттар әйтеү.

Ултырғыстарға ултырыу.

Дәрес алды шиғыры уҡыу

 У. Яратҡан дәрес алды шиғырын ҡабатлап үтәйекме?

Б.  Ҡабатлайыҡ!

 

Б.Ҡыңғырау шылтыраны,

Беҙ ултырҙыҡ дәрескә.

Китап, дәфтәрҙәр әҙер,

Тотонайыҡ беҙ эшкә.

Күмәкләп шиғырҙың юлдарын ҡабатлау

Мотивация

2

Йомаҡ уҡыу

У.Афарин.Бөгөнгө дәресебеҙ   ҙә  матур үтер, ә һеҙ, актив ҡатнашырһығыҙ,  тип ышанам.

У.Хәҙер йомаҡты иғтибар менән уҡығыҙ,унда ниндәй һандар барлығын иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ, сөнки уның яуабы шул һандарҙа.

У. Йә, нимә була ул? Кем йомаҡтың яуабын систе? Кем иң иғтибарлы уҡыусы икән?

(Яуабы: йыл календары.

Бер баҡса – бер йыл

Ун ике түтәл – ун ике ай

Утыҙ үҫемлек – утыҙ көн

Дүрт емеш – дүрт аҙна

Ете бүлек – ете көн.)

Таҡталағы йомаҡты уҡыу һәм яуабын табыу.

Таҡтала

“Бер ҙур баҡса,                                               Баҡсала ун ике түтәл,                                                  Түтәл һайын утыҙ үҫемлек,                                                 Һәр үҫемлектә дүрт емеш,                                                Бер емештә ете бүлек”.

яҙылған

Уҡыу мәсьәләһен булдырыу

3

Артикуляцион аппаратты көйләү

У. Хәҙер таҡтаға ҡарайыҡ әле. Бында тиҙәйткес яҙылған. Уның менән ни эшләйек?

Б. Уны уҡыйыҡ, тиҙ һәм дөрөҫ итеп әйтергә өйрәнеү күнекмәһе үткәрәйек.

Орфоэпик, артикуляцион күнегеүҙәр менән телде, телмәрҙе көйләү

Аҡбур, таҡтала яҙылған тиҙәйткес

Артикуляцион күнегеү

ҙәр

У. Иң башта нимә эшләйек?

Б.Артикуляцион күнегеүҙәрен башҡарайыҡ.

3 тапҡыр ҡабатлау

Тиҙәйткес

У. Ә хәҙер?

Б. Тиҙәйткесте әйтәйек.

Мейес башында биш бесәй,   Биш бесәйҙең биш башы.  Биш бесәйҙең биш башына

 Емерелмәһен мейес башы.

2 тапҡыр ҡабатлау

У.Һан менән тағы мәҡәлдәр беләһегеҙме?  

Б.Эйе.

Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ. Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын. Алтмыш аҙым алға атла, алты тапҡыр артыңа ҡара. Биш мәртәбә уйла, бер мәртәбә эшлә. Ир аҡылы – бер алтын, ил аҡылы – мең алтын. Ике ҡуян артынан ҡыуалаһаң, береһен дә тота алмаҫһың. Егәрленең ҡулы ете.

Мәҡәлдәр әйтеү

Дәрестең маҡсатын, йөкмәткеһен билдәләү. Актуалләштереү.

У.Афарин!Инде башватҡыстар менән эшләп алайыҡ. Әгәр һеҙ уларҙы сисһәгеҙ,  башҡорт халыҡ мәҡәлен һәм йомаҡты уҡырһығыҙ.  Асҡысы уның – алфавитта. Был эшкә ике минут бирелә.

Беренсе төркөмгә:                                                      27   18   12  14      8    13                                            

20    18    6   20     7     5    

1       2     8    23    1    13                                            

Икенсе төркөмгә:

8    4       40   23

16   8      18     8

19  15    27    16                                                                                           37     8      26     8

 (Яуабы: Ун ике йондоҙға бер ай.( Бер йылда ун ике ай).

Егәрленең ҡулы ете.)

У. Был йомаҡ менән мәҡәлдә   һандар бармы?

Б.Эйе.

У.Улар бер береһенән айырыламы?

Б.Ете, бер һандары   бер генә  һүҙҙән тора,      ун  + ике – ике һүҙҙән тора.

У. Бер генә  һүҙҙән торған     һандар ябай тип йөрөтөлә,   ун  + ике – ике һүҙҙән тора,  ул ҡушма  тип атала.  

 Төркөмләп эшләү.

4

Башҡарыласаҡ эштәрҙе күҙаллау

У.Был йомаҡ һәм мәҡәлдәрҙә нимә уртаҡ булды?

Б.Һандар.

У.Бик яҡшы, балалар, кеше ғүмерендә әллә күпме иҫтәлекле көндәр, даталар бар. Шулар араһында иң мөһим, матур,  ашҡынып көтөп алған көн ниндәй тип уйлайһығыҙ?

Б. Һәр кемдең иң күркәм байрамы – ул тыуған көн.

У. Тимәк, бөгөн дәрестә нимә эшләрбеҙ?

Б. Тыуған көн тураһында әңгәмә ҡорорбоҙ.

Б.Һандар тураһында һөйләшербеҙ.

Б.Дәфтәрҙә яҙма эш башҡарырбыҙ.

У. Бик күп эштәр башҡарырға теләйһегеҙ икән. Ул эштәрҙе башҡарып, һеҙ нимәгә өйрәнерһегеҙ?

Б.Белемебеҙҙе арттырырбыҙ.

Б.Башҡорт телендә аралашырбыҙ.

Таҡтаға эленгән күргәҙмә материалға, дәреслектең алдан әҙерләп, асып ҡуйылған битенә таянып башҡарыласаҡ эштәрҙе күҙаллатыу.

Б.Һүҙлек запасын арттырырбыҙ.

У. Эйе, балалар. Беҙ бөгөн һеҙҙең менән  Ябай һәм ҡушма һандарҙы өйрәнербеҙ,тыуған көн тураһында әңгәмә ҡорорбоҙ, белемебеҙҙе тәрәнәйтербеҙ, тел байлығын арттырырбыҙ.   

Ғәмәли эштәр

5

Үтелгәнде иҫкә төшөрөү һәм

яңы мәғлүмәттәр биреү

“Һан” темаһын ҡабатлау.

- Бөгөн нисәһе?

- Бөгөн ниндәй көн?

- Шишәмбе аҙнаның нисәнсе көнө?

- Бер йылда нисә ай?

- Бер айҙа нисә аҙна?

- Бер аҙнала нисә көн?

Һорауҙарға яуап биреү

У. Дәфтәргә числоны, аҙна көнөн, теманы яҙайыҡ.

У. Ун ике һаны ябаймы әллә ҡушмамы, нисек уйлайһығыҙ? Ни өсөн?

Б.Ҡушма һан. Сөнки ике һүҙҙән тора: ун һәм һигеҙ.

Дәфтәргә числоны, эш төрөн, теманы яҙыу

Таҡта, аҡбур, дәфтәрҙәр

Уҡыу ситуацияһының исемлеге

5

Текстың исеменә иғтибар итеү

У. Балалар, текстың исеменә иғтибар итегеҙ әле. Нисек уйлайһығыҙ: һүҙ нимә тураһында барасаҡ?

Б. Тыуған көн тураһында.

Һорауға яуап биреү

Һүҙлек эше

У. Эйе. Тексты уҡығансы һүҙлек һүҙҙәре менән танышып үтәйекме?

Б.Эйе.

У.Уларҙыһүҙлек дәфтәренә яҙырға кәрәкме?

Б. Кәрәк.

У. Ни өсөн?

Б.Иҫтә ҡалдырыу өсөн.

Б. Аңларға еңел булһын өсөн.

Ҡунаҡтар – гости

     Саҡырыу – приглашение

     Ҡунаҡтарҙы саҡырыу – приглашать гостей

     Һыйлау – угощать

     Ҡотлау - поздравлять

     Бүләк – подарок

     Бүләк итеү - подарить

     Күстәнәс – гостинец

     Теләктәр әйтеү (теләү) – пожелания

Һүҙлек һүҙҙәрен дәфтәргә яҙыу.

Һорауҙарға яуап биреү

Һүҙлек һүҙҙәре таҡтала яҙылған,

һүҙлек китабы

232-се күнегеү

Тексты тасуири уҡыу

У.Мин таныштырайым һеҙҙе был өҙөк менән.

У. Текст нимә тураһында?

Б.Тыуған көн тураһында.

У. Тексты нисек уҡырға кәрәк?

Б.Кәрәкле интонация менән уҡырға кәрәк.

У. Тәржемәһен белмәй тороп, кәрәкле интонация менән уҡырға буламы?

Б. Юҡ.

Уҡытыусының өлгөлө уҡыуы.

Уҡыусыларҙың яуаптары

Уҡыусыларҙың тыңлауы,

дәреслек буйынса ҡарап барыуҙары, һорауҙарға яуап биреү

Дәреслек

Тексты тәржемә итеү

У. Нимә эшләргә һуң?

Б.Тәржемә итергә кәрәк.

У. Ниндәй тәржемә итеүҙе алабыҙ?

Б. Парлап.

У. Эшкә керештек.

У. Ҡайһы парҙы тыңлайбыҙ?  

Һин  Айнурҙың тәржемәһе менән ризамы?

Ни өсөн?

Үҙ парың менән нисегерәк тәржемә иттең?

Тәржемәселәргә ниндәй билдә ҡуйырға була?

Һүҙлек һүҙҙәрен ҡулланып, парлап тәржемә итеү.

Дәреслек

Ял минуты

У.Әҙерәк ял итеп алайыҡмы?

Б.Эйе, ял итеп алайыҡ.

У. Тыуған көндә уйнала торған “ Аҡ ҡалас” уйынын бөтәгеҙ ҙә яҡшы беләгеҙме, уйнағанығыҙ   бармы?

Б.Беләбеҙ.

Б.Уйнағаныбыҙ ҙа бар.

У..“Каравай”  тип атала ул рус телендә, иң беренсе рус вариантын иҫкә төшөрәйек :

На день рожденья ...

Испекли мы каравай.

Вот такой вышины,

Вот такой низины,

Вот такой ширины,

Вот такой узины.

Каравай, каравай,

Кого хочешь выбирай.

Инде башҡорт телендә яңғырашын ҡарайыҡ:

... тыуған көнөнә

Бешерҙек беҙ аҡ ҡалас.

Бына шулай ҡабарған,

Бына шулай тәпәшәк.

Бына шулай киңлектә,

Бына шулай тарлыҡта.

Аҡ ҡалас, аҡ ҡалас,

Теләгәнеңде ал да ҡас.

Хәрәкәттәр яһау

ҙ

Текстың йөкмәткеһе буйынса әңгәмәлә

шеү

У. Һине тыуған көнөң менән ҡотлаһалар, һиңә күңелле буламы?

Б. Бик күңелле.

У.Туғандарыңдың, дуҫтарыңдың тыуған көнөн беләһеңме?

Б.Эйе (Юҡ)

У. Ҡотлағанда ниндәй һүҙҙәр әйтәләр?

Б.  Бәхетле, аҡыллы һ.б.

Әңгәмә ҡороу.

 

Дәреслек

У. Өҙөктө нисек уҡыйбыҙ?

Б. Сылбырлап. (Парлап,  һ.б. варианттар).

Уҡыусыларҙың тексты тасуири уҡыуы.

Дәреслек

Биремдәрҙе үтәү

Күнегеүҙең шартын уҡыу, башҡарылырға тейеш эштәрҙе билдәләү.

У.Һорауҙарға яуап яҙығыҙ?

Дәфтәргә яуаптарҙы яҙыу. Уҡыусыларҙың тиҫтерҙәренең эштәрен баһалауы

У. Тағы ла ниндәй биремде башҡарырға кәрәк?

Б.Ҡотлау открыткаһы эшләү.

 

Дәреслек

Ҡағиҙәне уҡыу

104-се бит

У. Ябай һан – бер һүҙҙән, ә ҡушма –ике һуҙҙән торамы? Ҡағиҙәне уҡыйыҡ.

Бергәләп ҡағиҙәне, миҫалдар уҡыу

Дәреслек

У. Ә хәҙер таҡтаға ҡарайыҡ һәм ҡағиҙәне ҡулланып ҡушма һандарҙы   ғына әйтәйек. Ни өсөн был һандар ҡушма һандар тип уйлайһығыҙ?

Ҡушма һандарҙы әйтәләр

интерактив таҡтала яҙылған һүҙҙәр: биш, һигеҙ, ун ете, егерме өс,туҡһан, бер йөҙ, утыҙ

Күҙҙәргә гимнастика

Алыҫҡа ҡарайбыҙ.         

Яҡынға ҡарайбыҙ.        

Өҫкә  ҡарайбыҙ.

Аҫҡа ҡарайбыҙ.            

 Уң яҡҡа ла ҡарайыҡ.

Һул яҡҡа ла ҡарайыҡ.  

Ҡулдарҙы алға һоноп бармаҡтар осона ҡарау.

Устарҙы күҙҙәрҙе эргәһенә ҡуйып ҡарау.

Ҡулдар өҫтә, бармаҡ остарына ҡарау.

Ҡулдар аҫта, бармаҡ остарына ҡарау.

Ҡулдарҙы йәйеп уң ҡулдың бармаҡ остарына ҡарау.  

Ҡулдарҙы йәйеп, уң ҡулдың бармаҡ остарына ҡарау.  

Нығытыу

7

Үҙ аллы башҡарыу эше

У. Ял да иттек. Эште дауам итәйек әле. Карточкала ҡөйләмдәр бирелгән. Нимә эшләргә кәрәк?

Б.Һәр һөйләмдә һандарҙы табырға кәрәк.

Б. Ҡушма  йә ябай һан икәнен әйтергә.

Карточкалар менән эшләү

Карточкала яҙылған һөйләмдәр.

Төркөм

дәрҙә эш

У.Хәҙер 258- се күнегеүҙәге һорауҙарға яуап бирәбеҙ. Беренсе төркөм һорай, икенсеһе яуап бирә.

- Һиңә нисә йәш?

- Миңә ун ике йәш.

- Һин нисәнсе йылда тыуғанһың?

- Мин ике мең беренсе йылда тыуғанмын.

- Һин ниндәй айҙа тыуғанһың?

- Мин... айында тыуғанмын. ( Был һорауға бөтәһе лә яуап бирә)

- Һин ҡайһы көндө тыуғанһың?

- Мин ...көнө тыуғанмын.(Был  һорауға  ла  бөтәһе  лә яуап бирә)

Уҡыусыларҙың  тиҫтерҙәренең эштәрен баһалауы

 

Рефлекция

8

У. Бик яҡшы, ә хәҙер бөгөнгө теманы кем аңлаған йәки аңламан икәнен шарҙар ярҙамында тикшерәйек.  

Шарҙарҙа һандар яҙылған, уҡыусылар ябай һәм ҡушма һандарҙы әйтеп ике рәткә теҙеләләр. Һығымта эшләнелә.

Шарҙар

У. Дәрес һеҙгә оҡшанымы?

У.  Бөгөнгө дәрес өсөн баһалар ҡуябыҙ. Кем  актив ҡатнашты, бишле билдәһенә эшләне тип уйлай, ҡулдарҙы күтәрәбеҙ.

-У.Дәрес бөттө, барығыҙға ла ҙур рәхмәт!

Күмәкләп баһалар ҡуйыу

Өй эше

9

У.1.Ябай һәм ҡушма һандар менән һөйләмдәр төҙөргә.

2,Ҡотлау открыткаһы эшләргә.

     


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Простые и составные числа

Урок изучения нового материала и первичное закрепление....

Разработка обобщающего урока по математике для 5-го класса по теме "Делимость чисел. Простые и составные числа. Признаки делимости", с применением ИКТ

Обобщающий урок по теме "Делимость чисел. Простые и составные числа.Признаки делимости", 5 класс по учебнику Л.Г. Петерсон . Конспект + презентация + игра "Абака"....

Простые и составные числа

В данной презентации вводятся понятия простого и сотавного числа. 5 класс, Петерсон Л....

урок по теме "Простые и составные числа"

Урок изучения нового материала. Объяснение материала происходит в игровой форме, что значительно облегчает восприятие материала....

Урок математики в 5 классе по теме "Простые и составные числа"

Организационная информацияТема урока Простые и составные числа(Метатема урока «Нам не дано предугадать…»)ПредметматематикаКласс5Автор/ы урока (ФИО, должность)Пылова Лариса Юрьевна, учитель ...

6 класс. Самостоятельная работа "Простые и составные числа. Разложение на простые множители"

Самостоятельная работа "Простые и составные числа. Разложение на простые множители" составлена в соответствии с УМК «Математика 6», Н.Я.Виленкин, В.И.Жохов, А.С.Чесноков, С.И. Шварцбург....

Простые и составные числа. Разложение на простые множители. (6 класс)

Простые и составные числа. Разложение на простые множители. Урок для  6 класса....