Синыфтан тыш сара. Тема: «Айыуға һунар» йолаһы.
план-конспект занятия на тему
Синыфтан тыш сара.
Тема: «Айыуға һунар» йолаһы.
Үткәрҙе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сангишева Тәнзилә Хәлил ҡыҙы.
Ҡатнашалар: көтөүсе ҡарт, әбей, һунарсы ҡарт, һунарсы егеттәр, ауыл халҡы.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
vneklassnoe_meropriyatie_po_bashk._yazyku_sangishevoy_t.kh_.doc | 17 КБ |
Предварительный просмотр:
Синыфтан тыш сара.
Тема: «Айыуға һунар» йолаһы.
Үткәрҙе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сангишева Тәнзилә Хәлил ҡыҙы.
Ҡатнашалар: көтөүсе ҡарт, әбей, һунарсы ҡарт, һунарсы егеттәр, ауыл халҡы.
1-се күренеш.
Ауыл халҡы көтөү ҡаршылай: һәү – һәү, бәр – бәр...
Көтөүсе ҡарт. Бөгөн көтөү көткәндә ҙу-у-р айыу килеп сыҡты ла, Юлай ҡарттың һыйырын һуғып алып китте. Бер ай эсендә был – дүртенсе һыйыр инде.
Әбей. Аҡъюлай айы үтеп барһа ла, ҡар яумаған әле. Шуға күрә айыу йоҡлай алмай йөрөй ҙә инде.
Көтөүсе ҡарт. Был алйыған айыуҙы тотмаһаҡ, ярты көтөүҙе ҡырасаҡ. Күрше ауылдарҙан һунарсыларҙы ярҙамға саҡырырға кәрәк.
2-се күренеш.
Усаҡ алдындағы һунарсы егеттәр эргәһенә ауыл халҡы йыйылған.
Һунарсы ҡарт. Әкиәттәрҙә генә төлкө – хәйләкәр, ә тайыш табан яй, алпан – толпан йөрөй. Ысынында иһә ул – иң аҡыллы, иң етеҙ, иң сос януар. Уларҙың ҡайһы берен тотор өсөн аҙналар буйы эҙәрлекләргә тура килә.
Тәңрем,
Уралдан килгән тайыш табан
Ялҡытты тамам.
Беҙгә зыян ҡылмаһын,
Малыбыҙға теймәһен!
- Үлектәр иле ханы,
Рөхсәт итсе һунарға сығырға,
Тайыш табандың йәнен алырға,
Беҙгә иҫән ҡалырға!
- Һыу инәһе,
Һыу аша ебәр беҙҙе,
Юлыбыҙҙы быума,
Беҙҙе үҙеңә һурма! (Тәңкә ырғыта.)
- Ер – Әсәм, Тау эйәһе, Урман эйәһе,
Беҙҙе үҙеңә йәшер,
Күрһәт тайыштың эҙен!
Ҡояш та, Ай ҙа,
Төн дә, Көн дә
Тайышты күрһә! (Йыртыш бәйләй.)
- Ут,
Тайыш табандың еҫен ал,
Һиҙмәһен беҙҙең еҫте!
Күрмәһен берүк күҙе,
Ишетмәһен ул беҙҙе,
Бар көсө беҙгә күсһен! (Утҡа ит ырғыта.)
- Һунарсыға эҙ кәрәк,
Эҙ табырға күҙ кәрәк!
Уғым, яным,
Алһаңсы тайыштың йәнен!
Һөңгөм, хәнйәрем,
Эйәң мин һинең!
- Дуҫтар,
Һунарҙа гел бергә булайыҡ,
Бер – беребеҙгә ярҙамға киләйек!
Халыҡ. (һунарсыларҙы оҙатып ҡала). Иҫән – һау йөрөгөҙ! Тайыш табанды тотоп ҡайтығыҙ!
Егеттәр һунар бейеүен башҡара. Айыу үкергәне ишетелә.
3-сө күренеш.
Усаҡ алдындағы халыҡ һунарсы егеттәрҙе ҡаршы ала. 4 егет айыу тиреһен уртаға килтереп һала.
Халыҡ. Айыуҙы тотҡандар!Бөтәһе лә иҫән – һау!
Һунарсы ҡарт. Тиреһе бейебеҙгә булыр. 4 аҙау тешен һунарсы егеттәрәгә бирәм, балалары тыуғас, бишек өҫтөнә ен – пәрейҙәр килмәһен өсөн элерҙәр. (Тештәрҙе тарата.) Ә тырнаҡтарын майҙанда ауыл батырҙарына тапшырырбыҙ, ә үтен аяғына һалырға Айбикә еңгә алыр, юғиһә, һуңғы ваҡыт сатанлап йөрөй.
Әбей. Һаҡла, Һомайым,
Беҙҙе, балаларыбыҙҙы!
Ҡотобоҙҙо һаҡла!
Һунарсы ҡарт. Ә хәҙер байрамды майҙанда дауам итәйек.
Ҡураә моңо яңғырай. Уҡ атыш, көрәш, көршәктән тәңкә алыу, ағас тартыш һәм башҡа ярыштар ойошторола...
Шаршау.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Гаяз Исхакыйның “Кәҗүл читек” әсәрендә милли йола, гореф-гадәт һәм традицияләрнең бирелеше
Халкыбызның гореф-гадәтләре, йолалары, халкыбыз тарихы Г.Исхакыйның «Кәҗүл читек» хикәясендә киң чагыла. Язучы татар халкын халык иткән гореф-гадәт, традицияләрне ...
"Ҡар һыуына барыу" йолаһы.
Ата - бабалар йолаларын сәхнә түренә мендереү ниәтенән төҙөлгән фольклор байрам....
Айыу менән бал ҡорттары. Башҡорт халыҡ әкиәте.
Айыу менән бал ҡорттары. Башҡорт халыҡ әкиәте....
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән план-конспект. 5 класс. Башҡорт халыҡ әкиәте «Айыу менән бал ҡорттары»
Халҡыбыҙҙың бал ҡорттарына бәйле традициялары менән ғорурланыу тойғолары тәрбиәләү. Әкиәт геройҙары аша тәбиғәт тормошон өйрәнеү, туған тәбиғәтебеҙгә һөйөү, уның матурлығын күрә белеү, уға һоҡланыу, һ...
Проект "Создание Центра духовного развития «Аар Айыы кыьата»
Данный проект разработан и реализуется с учётом культурно-исторических, этнических, социально-экономических, демографических и иных особенностей региона, запросов семей и других субъектов образо...
"Борынгыдан килгән йола-каз өмәсе" темасына класстан тыш чара
Җиһазлар: Катнашучылар милли киемнәрдән, каз реквизитлары (каз формасында поролон кисеп оекка кидерергә мөмкин), көянтә, каз канатлары. Алып баручы...
"Кейеҙ баҫыу" йолаһы
кошмоделие...
Комментарии
Был кластан тыш сара миңә һәм
Был кластан тыш сара миңә һәм минең уҡыусыларыма бик оҡшаны. Сәхнәләштереп ата- әсәләргә күрһәтергә булдыҡ