Саша - Шакирйән
статья по теме

Юнусова Лариса Робертовна

Саша - Шакирйән

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon esse.doc167.95 КБ

Предварительный просмотр:

Саша - Шакирйэн.

        

Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналған.

(1941 - 1945 й.)

"Салют Еңеүе" конкурсына арнап яҙылғал

эссе "Саша-Шакирйән."

                                                                    Авторы: Ғәйфуллина Лариса                                                                                                        Роберт ҡыҙы

                                                                                     башкорт теле уҡытыусыһы

        

Учалы - 2012 й.

Саша-Шакирйән.

        Александр Матросов...ШакирйӘн МехӘмӘтйӘнов... Ниндәй генә исем аҫтында йөрәмәһен был шәхес, бетә элекке СССР өсөн, бөгөнгө Рәсәй өсөн батырлыктын иң югары өлгөһө булып ҡала килә ул. Кеше куңелендә нимә ятыуын бер кем дә әйтэ алмай. әммә халкыбыҙ: “ Ирмен тигән ир - егеттең кукрәгендә эйәрләнгән ат ятыр, “ -ти. Нимә был ? Ир - егет һәр ваҡыт яуға сығырға әҙер булырга тейеш, тиме халык һүҙе ?

Учалы районы Рәсәй улсәмдәре менән сағыштырмаса ҙур булмаған Кунакбай ауылы. Бында ябай халыҡ йәшәй. 1930 йылдарҙағы ауыр йылдар. Шуҡ, ас, зирәк, яртылаш етем Шакирйән ауылды ташлап сығып китә. Ошо аҙымы мен        н улемһеҙлеккә атлауын да тоймаған.

Яҡташыбыҙ, куренекле журналист Рэуеф агай Насиров Александр

  • Шакирйәндең асылда кем булыуы тураһында “ Кайҙан һин, Матросов?” исемле  хеҙмэтендә яуап бирҙе инде. Тик был документтарға королған гилми - тарихы хеҙмәт. Ә бына уньң куңелендә ниндэй тойғолар, хистәр тулышты икән?  Шуларҙы белһәң ине...

        Һуғыш... Әҙәм балаһы уйлап сығарған иң ҡурҡыныс афәттәрҙең иң,

яҫһилы, иң аяуһыҙы ул һуғыш. Әгәр ҙә һуғыш булмаһа, Александр Шакирйәндең кем булып китеуен әйтеуе ҡыйын. Кем белә, бәлки ул, миллионлаған башҡа кешеләр кеуек ук эшләр, өйләнер, ғаилә ҡорор,

бәхетле атай, ваҡыты еткәс олатай булып, кәҙимге тормош менән йәшәр ине. Бәлки, уның  характерына ярашлы, закон менән әллә ни

дуҫ бyлмaғaн әҙәм булып китер ине. Бәлки... Был “ бәлки “ләрләрҙең,

иҫәбе - хисабы булмаҫҡа мөмкин. Ә ул, Шакирйән - Александр бар.

Һәм ул эшләгән батырлыҡ.  Бөйөк Ватан Һушынан һуң сыҡҡан бөтә


дәреслектәргә лә ингән. Ул дәреслек ниндәй телдә сығыуына карамаҫтан: украин, ҡаҙак, белорус, грузин... Батырлыҡтын милләте юк. Батырлыҡ - ул башҡа кешеләргә маяк һымаҡ булып торған шундай бер тарихи факт. Уны инҡар итеп булмай. Оло быуын йәш быуынды һәр ваҡыт төрлө юҫыҡта гәйепләй. Был шундай, курәһең, мәнгелек кусәгилешлек. Тарихҡа ҡуҙ һалайыҡ: Салауат яуынан һуң тере ҡалған аҡһаҡалдар йәштәрҙе: “ Хәҙер Салауат кеуек халыҡты яуға әйҙәрҙәй батыр юк!”

  • тип битәрләй. Октябрь революцияһынан һун 3. Вэлидиҙэр, М. Мортазиндар юҡ... Бейек Ватан һуғышынан һуң Ш. Мехәмэтйәновтар, X. Әхмәтйәновтар юҡ... Асылда бит улай тугел. Юк, тугел. Брежнев осоронда, Афганстан кампанияһы башланғас, шул уҡ 1 8- 20 йәшлек һалдаттар китте тугелме һуң һуғышка.

Китте... Байтағы кире ҡайтманы. Ҡайткандары йәки физик яҡтан гәрип, йәки психикаһы боҙолоп ҡайтты. Ә һуңыңы ? СССР тарҡалғас.. Таулы Карабах... Тажикстан... Молдова... Чечня - Ичкерия...Ғөмөмән, Тонъяҡ Кавказ... Яңынан йөҙәрләгән “ Матросов ’’тар сафҡа баҫты. Ул, Шакирйән - Александр, ошо егеттәр яуға барғанда ла улар өсөн батырлыҡтың сағыу өлгөһө булып ул һалдаттар алдында һын символ рәуешендә балҡып торғандыр.

Саша - Шакирйән. Рәсәй ҡалаларының ҡайһыһында ғына һинең, иҫемең, менән аталмаған урам, йә булмаһа парк, сквер, майҙан юҡ икән .. Юҡтыр ул. Сөнки һинең батырлығың улемһеҙ!

Бөген беҙҙең, тормошта суицид тип аталған ҡурҡыныс төшөнсә

бар. Бар ғына тугел, ул уҙенең “ эш”ен белә. Әленән - әле илдең

төрлө төбәктәрендә уҙ - уҙҙэренәэ ҡул һалыусылар тураһында хәбәр ишетелеп кенә тора. Ә бит һин, Саша - Шакирйән, белә- курә улемгә барғанһың. Һин, бәлки, мин герой булырмын, минең исемемде

мәнгеләштерерҙәр, тип тә уйламағанһыңдыр. Һиңә бит, иң мөһиме, һиңең хеҙмәттәштәреңең, яуҙаштарьңды ошо дзот аша үтеп, Чернушки ауылындағы фашистарҙы бәреп сығарыуы мөһимерәк булган. Ә дзот улем һибә. Һәм һинең кәуҙәң ошо улем сәсеусе дзот

ауҙын сәсәтә

Ваҡыт утә. “ Заман башҡа, заң, башҡа,” - ти халыҡ. Илдә ниндәй генә королош булмаһын, һинең, батырлығың,, Саша - Шакирйән, мәңгелек ! Һин һәр ваҡыт батырлыҡтың иң, ҙур өлгөһө булып халыҡ йөрәгендә                      (милләтенә карамай) мәңге йәшәрһең !

Ҡунаҡбайҙьщ тыныс урамында

Бер бюст тора, һалдат бюсы ул.

Шакирйәндең бюсы... Э Шакирйән Бөтә Рәсәй белгән кеше ул !

Мөхәмәтйэновмы, әллә Сашамы ?

Тик мин беләм: ошо йәп - йәш егет                                                        Ерҙә Батырлыҡтың  Аллаһы !

-


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мастерская построения знаний "Детский остров Саши Черного"

Мастерская построения знаний с использованием технологии критического мышления....

сценка по рассказу Н.Носова "Саша"

Сценарий по рассказу Н.Носова "Саша" для учащихся 5-6-ых классов....

С. Шакир Кар ява, 3кл уку

Әдәби укудан дәрес эшкәртмәсе...

Разработка литературно-музыкальной композиции, посвященной творчеству Саши Черного.

Литературно-музыкальная композиция «Здравствуйте, я – Сам по себе, я – Мечтатель, я – Саша Черный». Мероприятие рассчитано на учащихся 5-6 класса. Цель мероприятия: познакомить учащихся с творчеством ...

"Башваткыч" уенына презентация (Илһам Шакиров турында)

Бу "Башваткыч" уены Илһам Шакиров турында кызыксыну уяту, аның турында  белемнәрен арттыру максатыннан үткәрелә....

“И. Шакиров-татар халкының рухи көзгесе, ул- татар сандугачы” -класстан тыш чара

“Бөтен иҗат гомерем татарны татар итеп яшәтүгә, аның милли тойгыларын уятуга багышланып үтте. ...