Методическая разработка урока
план-конспект урока на тему
Предварительный просмотр:
Тема: М.Кәрим «Ҡайын япрағы тураһында».
Маҡсаттар: - халыҡ шағирының тормошо һәм ижады менән
таныштырыу;
- уҡыусыларҙы тасуири уҡырға һәм фекерләүгә
өйрәтеү;
- тыуған ергә һөйөү, ихтирам тәрбиәләү.(Слайд 2)
Йыһаҙландырыу: дәреслек, М.Кәримдең портреты, китаптары
буйынса күргәҙмә.
Дәрес барышы
- Ойоштороу мәле.
Уҡытыусы: - Һаумыһығыҙ уҡыусылар.
Уҡыусылар: - Һаумыһығыҙ, хәйерле көн.
- Артикуляцион күнегеү.(Слайд 3)
Уҡытыусы: - Яңы темаға күсеп китер алдынан телмәребеҙҙе шымартып алайыҡ. Таҡтала яҙылған дүрт юллыҡ тиҙәйткескә ихтибарыбыҙҙы йүнәлтәйек.
Таһир, Тәлғәт, Тәнзиләләр
Табышмаҡ табышалар.
Табылмаҫтай табышмаҡтар
Табырға тырышалар.
- уҡыусының тасуири уҡыуы.
- уҡысыларҙың үҙ аллы уҡыуы
- хор менән уҡыу
- тиҙ итеп уҡыу.
III. Яңы тема өҫтөндә эш.
Уҡытыусы: - беҙ бөгөн дәрестә М.Кәримдең «Ҡайын япрағы тураһында» тигән шиғыры менән танышасаҡбыҙ.
- Кем һуң ул М.Кәрим уҡыусылар?
Уҡыусы: Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы, драматург.
- Һеҙ М.Кәримдең ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?
- «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Ос таған», һ.б.
- Уның балалар өсөн яҙылған ниндәй әҫәрҙәрен уҡығанығыҙ бар?
- «Беҙҙең өйҙөң йәме», һ.б.
(Уҡытыусы күргәҙмәгә ҡуйған китаптары менән уҡыусыларҙы таныштыра).(Слайд 4)
Уҡытыусы: - М.Кәрим Башҡортостандың иң матур төбәктәренең береһендә Шишмә районы Келәш ауылында 1919 йылдың 20 октябрендә донъяға килә. Башта ауыл мәктәбендә белем ала, шунан Офөлә рабфакта уҡый (рабочий факультет тигәнде аңлата, йәғни юғары уҡыу йортона инергә әҙерләй торған факультеттың ҡыҫҡартылған исеме). 1937-1941 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. (Слайд 5)
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, илебеҙҙе һаҡлау өсөн һуғышҡа китә. М.Кәрим һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнә. (Слайд 7)
Тәбиғәт М.Кәримгә һирәк осрай торған яҙыусылыҡ һәләте бүләк иткән. Ул бер үк ваҡытта шағир ҙа, драматург та, прозаик та. Ул балалар өсөн дә бик күп ижад иткән. М.Кәрим 1979 йылда Андерсен исемендәге халыҡ – ара премияға лайыҡ булған.
М.Кәрим Баш6ортостандың халыҡ шағиры, Социалистик хеҙмәт Геройы, Башҡортостандың С.Юлаев, СССР һәм РФСФР дәүләт премиялары лауреаты. (Слайд 8)
- М.Кәрим хаҡында дәреслектә яҙылғандарҙы уҡып сығайыҡ.
(уҡыусыларҙың дәфтәрҙәренә ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр яҙҙырып ҡуйырға).
Уҡытыусы: - Бөгөн беҙ уның «Ҡайын япрағы тураһында тигән» шиғыры менән танышасаҡбыҙ. Был шиғырҙа һеҙгә таныш булмаған һүҙҙәр осрауы мөмкин. Шуға күрә әйҙәгеҙ тәүҙә һүҙлек эше эшләп алайыҡ.(Слайд 9)
Һүҙлек эше:
(Һут, өммәт, көрлөк, хазина, төпкөл, сәмле тарих, тоҡ, ҡаһарман кеүек һүҙҙәр өҫтөндә һүҙлек эше эшләнә).
Уҡытыусы: - Ә хәҙер шиғырға күсәйек. Тәүҙә мин уҡып сығам иғтибар менән тыңлап барығыҙ. Ни өсөн шиғыр «Ҡайын япрағы тураһында» тип атала икән? Ошо һорауға яуап уйлап ултырығыҙ.
(уҡытыусы уҡып сыға)
- Ә хәҙер үҙ аллы эстән уҡып сығығыҙ.
(уҡыусылар үҙ аллы эстән уҡып сығалар.)
(сылбыр буйынса уҡытыу)
Уҡытыусы: Ни өсөн шиғыр «Ҡайын япрағы тураһында» тип атала инде?
Уҡыусылар: Автор Башҡортостанды Ҡайын япрағы менән сағыштыра. Шуға шиғырҙың исеме «Ҡайын япрағы тураһында» тип атала.
Был шиғырҙы М. Светлова рус теленә тәржемә иткән. Һәм рус телендә “О березовом листе” тип атала. (Слайд 10)
IV. Нығытыу.
Түбәндәге һорауҙарға яуаптар алына.
- Шиғырҙағы Башҡортостанға янаған ел, йәшен, ҡырау, ҡорт образдарын асыҡлағыҙ.
Яуап: (ниндәй елдәр иҫһә лә, ниндәй йәшен уйнаһа ла, ниндәй ҡырау төшһә лә, нисә төрлө ҡорт һырыһа ла Башҡортостан бирешмәгән, ныҡ булған тигәнде аңлатырға теләгән автор ел, йәшен, ҡырау, ҡорт, образдары менән.)
- «Бөгөнгө яҙ килде илгә
Елдәр, дауылдар аша.
Ҡайындың шат япраҡтары
Тыңла нисек шаулаша!»- тигән юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?
Яуап: (Башҡортостан бер ниндәй ҙә ауырлыҡтарға бирешмәй, бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығып бөгөндә сәскә ата)
- Башҡортостандың тәбиғәте, хазиналары, киңлектәре тураһында шиғырғың йөкмәткеһенән сығып һөйләгеҙ.
Яуап: (Башҡортостандың матурлығына мин хайран ҡалам ти. Ошо бер япраҡ саҡлы ғына еремдә ниҙәр генә юҡ. Бейек – бейек тауҙарға бай, һыуҙары көмөш, тупрағы алтын. Бөтә байлыҡтарҙан да киңерәк халҡым бар ти.)
V. Йомғаҡлау
- Бөгөн беҙ һеҙҙең менән бөйөк Кеше – Мостай Кәрим ижады менән танышып үттек. Уҡыусылар, илебеҙҙең аҡһаҡалы Мостай Кәримдең йөрәге 2005 йылдың 21сентябрендә оҙайлы ауырыуҙан һуң тибеүҙән туҡтай...
- Уҡыусылар, һеҙгә Мостай ағай кеүек ысын мәғәнәһендә ҙур Кеше булыуығыҙҙы теләйем. ( Слайд 11)
VI. Ой эше биреү.
М.Кәримдең «Ҡайын япрағы тураһында» тигән шиғыренән йәнләндереү, сағыштырыу, метафора кеүек һүрәтләү сараларын табып дәфтәрҙәргә яҙып алырға. (Слайд 12)
VII. Баһалау.
Уҡыусыларға баһалар ҡуйыу.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Методическая разработка урока по теме «Разработка проектов в системе программирования Visual Basic»
Данный урока проводился в группе первокурсников техникума.Тип урока: комбинированный, использовался контроль знаний, закрепление практических навыков. На уроке использовались разноуровневые задания.Це...
Методическая разработка урока по волейболу в 5 классе на основе инновационной технологии спортивно-ориентированного физического воспитания. Методическая разработка урока по волейболу в 5 классе на основе инновационной технологии спортивно-ориентированн
урок по физической культуре с ипользованием инновационной технологии спортивно-ориентированного физического воспитания...
методические разрадотки,презентации к уроку и конспекты уроков : Методическая разработка урока 6 класс математика "Проценты. Решение текстовых задач"
Урок по теме " Проценты" составлен так, что начало урока представлено как путешествие в сказочную страну.Решение текстовых задач показывает межпредметные и метопредметные связи. Происходит...
Методическая разработка урока по теме "Вклад отечественных ученых в разработку учения о высшей нервной деятельности"
Тема «Высшая нервная деятельность. Поведение. Психика.».Урок «Вклад отечественных ученых в разработку учения о высшей нервной деятельности».Цель урока: освоение учащимися знания о вк...
методическая разработка урока биологии в 6 классе по теме "Движения живых организмов" и презентация к ней. Методическая разработка урока биологии в 6 классе по теме "Дыхание растений, бактерий и грибов" и презентация к ней.
Методическая разработка урока с поэтапным проведением с приложениямиПрезентация к уроку биологии в 6 классе по теме "Почему организмы совершают движения? ".Методическая разработка урока с поэтап...
Методическая разработка урока "Амины. Анилин", Методическая разработка урока "Многоатомные спирты"
Урок, разработан для учащихся 10 класса, обучающихся по базовой программе. Учебник "Химия 10" О.С. Габриелян.Урок, разработан для учащихся 10 класса, обучающихся по базовой программе. Учебник "Химия 1...
Методическая разработка урока "В зоопарке" методическая разработка по английскому языку (5 класс)
Данный урок основан на учебнике Spotlight 5. Тема урока: В зоопарке . УМК: «Английский в фокусе» (Spotlight- 5) Ю.Е. Ваулина, Дж.Дули, О.Е. Подоляко, В.Эванс. Тип урока: урок актуализ...