Туған телдәр көнөнә бағышланған байрам
методическая разработка по теме
Праздник посвящен Дню родных языков
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
tugan_tel_bayramy._prazdnik_rodnogo_yazyka.doc | 37 КБ |
Предварительный просмотр:
Туған телдәр көнөнә бағышланған байрам
Сәхнә матур итеп биҙәлгән. Тел тураһында яҙыулы плакаттар эленгән. “Теле барҙың иле бар”, “Иң татлы тел – туған тел, инәм һөйләп торған тел”, “Туған телем - үҙем өсөн, башҡа тел – көнөм өсөн”.
Ғ.Туҡай һүҙҙәренә халыҡ йыры “Туған тел” башҡарыла
Татар егете. Дөньяда төрлө илләр бар. Бер ил үзенең – таулары, икенчеләре - далалары, өченчеләре – сулары, дүртенчесе урманнары белән мәшһүр.
Башҡорт ҡыҙы. Урал... Был исемде әйтеү менән, күҙ алдына әкиәт батшаһының алтын һарайына оҡшаған бейек ҡаялар, иге-сиге булмаған урмандар, таштан ташҡа һикереп аҡҡан шишмәләр, сәскәле аҡландар килеп баҫа.
Татар егете. Ләкин бөтен матурлыҡлардан да өстен, кәдерлеләрдән кәдерле – безнең халкыбыз, үзебезнең туган телебез.
Башҡорт ҡыҙы. Беҙҙең телебеҙ музыкаль, һығылмалы, өндәребеҙ бай һәм яғымлы.
Башҡорт балаһы мин,
Ер хәтерендә
Мең йыл уйылып барған эҙем бар.
Быуындарға ялғап быуындарҙы,
Илде тотҡан телем, илем бар.
Уҡыусы башҡарыуында йыр “Туған телем”
Татар егете. Шул тел белән халкым хак язмышын
Кайсы гасырларга язмаган.
Күпме асыл жирләреннән язган,
Күпме асыл ирләреннән язган,
Күпме асыл жырларыннан язган,
Тик моңыннан, теленнән язмаган.
Башҡорт ҡыҙы. Донъяла һәр саҡ халыҡтың рухи хазинаһы, халыҡты халыҡ иткән бер булмышы бар. Ул – тел.
Татар егете. Тел халыкның иң газиз бүләге, яшәү, аралашу рәвеше. “Теле барның иле бар, иле барның даны бар”, - дигән чәчәннәр.
Башҡорт ҡыҙы. “Татлы телдең төбө шәрбәт, мөләйем,
Тибрәһен шул шәрбәт телем һәр даим.
Бирҙең, тәңрем, телде шуға әйҙәйем!” – тип яҙған беҙҙең мәшһүр мәғрифәтсебеҙ Аҡмулла.
Татар егете. Тел – ул халыкның мәңге тере тарихы да. Шул газиз тел аны борын бер бөтен халык итеп ойоштырышкан, уртак тел, сүз таптырган, акылын, күңелдәгесен үзенә туплап, аның күркен күтәрешкән, кемлеген бар дөньяга таныткан, халыклар белән аралаштырган.
“Туған тел” йыры башҡарыла. Ы.Мөэминова һүҙҙәре, М.Минһәжев музыкаһы.
Башҡорт ҡыҙы. Ата - бабаларыбыҙҙан үлемһеҙ бүләк, иң изге аманат булған туған телебеҙҙә, мәҫәлән, халҡыбыҙҙың аҡылын һәм зирәклеген дә, күңел иркен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен дә, тарихын һәм бөгөнгөһөн дә күңел күҙе менән күрергә һәм тойорға мөмкин.
Татар егете. Эй, туган тел! Нинди кадерлесең син! Гүзәлсең, жыйнаксың, байсың, кеүәтлесең.
Башҡорт ҡыҙы. Шуға ла халыҡ ил ағаһы булған сәсәндәрҙең ялҡынлы тапҡыр һүҙен яу ҡыйыр булат ҡылыс үткерлеге менән сағыштырған да инде.
Уҡыусылар башҡарыуында башҡорт ҡыҙҙары бейеүе
Башҡорт ҡыҙы. Һәр халыҡтың үҙ теле, көйө, яйы бар. Сабый тәү тапҡыр әсәһе әйткән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлау, уның һорауҙарына яуап биреүҙән үҙ телендә һөйләшергә өйрәнә. Шуға ла туған тел әсә теле тип атала.
Татар егете. Матурлығың синең, бар сафлыгың
Йөрәгемә кереп үрелгән.
Алар миңа әни сөте белән бирелгән.
Башҡорт ҡыҙы. Хәҙерге башҡорт теле – башҡорт хәлҡының милли теле. Ул төрлө ырыу – ҡәбилә телдәренең берләшеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.
Татар егете. Чит телгә балам маһир диеп,
Шатлыгыннан берәү сикерә.
Башҡорт ҡыҙы. Тик мәғәнә үҙ әсәңдең теле
Үҙ балаңа инде үгәй булғас,
Сит телдән дә булғас ситерәк?
Татар егете. Телле көе телсез кешеләр бар,
Ана телен белмәй үскәндәр...
Бармы жирдә үз куллары белән
Сабыеның телен кискәннәр?
Башҡорт ҡыҙы. Туғанынан яҙған - ярты йәтим.
Туған теленән яҙған - мең йәтим.
Телде тоҙаҡларлыҡ ғәмһеҙлектән
Уян, халҡым, ҡуҙғал, милләтем!
Башҡорт ҡыҙы. Хәҙерге ваҡытта башҡорт теле – иң ныҡ үҫешкән, камил формалашҡан әҙәби тел.
Татар егете. Бу телдә әдәби әсәрләр ижат ителә, гәзит-журналлар чыга, фәнни китаплар, төрле сүзлекләр басыла. Ул театр сәхнәсендә, радио һәм телевидение буенча яңгырый. Бу телдә без дә укыйбыз.
З.Биишеваның “Башҡорт теле” шиғырын бер уҡыусы һөйләй
Башҡорт ҡыҙы. Телең барҙа илең бар,
Илең барҙа иркең бар,
Иркең барҙа күркең бар,
Ил биҙәргә дәртең бар.
Татар егете. Жырсыз яшәү – нурсыз яшәү, диләр...
Йөрәгем минем – айдыр.
Ай-йөрәгем, әйдә, нур – жырыңны
Халҡым күңеленә яудыр.
Башҡорт ҡыҙы. Илһеҙ йәшәү – телһеҙ йәшәү, тиҙәр...
Илкәйем минең – Урал.
Урал - илдә үҫкән ҡурай–телем,
Хаҡ хәбәр булып тарал.
Башҡорт халыҡ йыры “Соңрау торна”
Башҡорт ҡыҙы. Атабыҙҙан ҡалған телебеҙҙе
Әле онотмаған илебеҙ.
Күп аҙаштаҡ тапмай юлыбыҙҙы,
Юл күрһәтә беҙгә телебеҙ.
Татар егете. Шул тел белән тудым, үстем,
Торам бүген дә.
Аңлый мине гәзиз халкым
Туган телендә.
Башҡорт ҡыҙы. Минең өсөн һин йәшәү, бәхет үҙең,
Мәңге йәшә, эй, һөйөклө туған телем,
Атам теле, әсәм теле, минең телем!
Башҡорт теле!
Татар егете. Татар теле!
Башҡорт ҡыҙы. Әйҙәгеҙ, бөгөн ошо телдәрҙе хөрмәт итеү нигеҙендә башҡа милләттәрҙе һәм уларҙың мәҙәниәтен аңларға һәм яратырға өйрәнәйек!
Уҡыусылар башҡарыуында “Яратығыҙ” йыры башҡарыла. Р.Миңнуллин һүҙҙәре, Р.Әхиәрова музыкаһы.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Шэжэрэ байрам
Сценарий праздника "Шэжэрэ байрам"...
Ололар көнөнә арналған байрам сараһы
Ололар көнөнә арналған байрам сценарийы...
21 февраль-Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған байрам сценарийы
2016 йылда Ҡунаҡбай урта мәктәбендә үткәрелгән Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған байрамға яҡташ ғалим-ғалимәләребеҙ ҡунаҡҡа килде....
5-9 нчы сыйныфларның туган телдә белем алучы ( татар) төркемнәре өчен туган телдән эш программасы
Состалена рабочая программа для 5-9 классов. Для каждого класса конкретно дается рабочая программа. Программа на татарском языке для татарсой группы в русскоязычной школе....
Туған телдәр көнөнә бағышланған байрам
Сәхнә матур итеп биҙәлгән. Тел тураһында яҙыулы плакаттар эленгән. “Теле барҙың иле бар”, “Иң татлы тел – туған тел, инәм һөйләп торған тел”, “Туған телем - үҙем өс...
Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә һәм Рәми Ғариповтың тыуған көнөнә бағышланған ярыш-кисә.
Уҡыусыларҙа башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу, һөйөү тәрбиәләү буйынса сара....