АРҒАЯШ БАШҠОРТТАРЫНЫҢ РУХИ ДОНЪЯҺЫ.
материал по теме

Духовное наследие Аргаяшских башкир

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon argayash_bashkorttarynyn_ruhi_donyahy.doc68 КБ

Предварительный просмотр:

Арғаяш башҡорттарының рухи донъяһы.

Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы- Көньяҡ Уралдың иң гүзәл төбәктәренең береһе. Ул Силәбе ҡалаһынан төньяҡтараҡ Силәбе- Екатеринбург тимер юлы өҫтөндә урынлашҡан. Район  Сосновка, Сыбаргүл, Ҡоншаҡ райондары һәм Ҡыштым, Озерск, Ҡарабаш, Миәс ҡалалары менән сик тота.

Райондың майҙаны 2791 кв. км. Унда 42600 кеше йәшәй, шуларҙың 62 проценты- башҡорттар, урыҫтар-32 процент, татарҙар-4.6 процент, 1 проценттан ашыуын башҡа милләттәр тәшкил итә.

Арғаяш районы- зәңгәр күлдәр иле, унда 36 күл, 102 ял итеү базаһы бар.

Иң ҙур күлдәр булып иҫәпләнгәндәре: Арғужа, Өйәлге, Киҙәгәс, Арғаяш. Өйәлге күленең майҙаны 7 мең гектар, оҙонлоғо-14, киңлеге-9 саҡрым, иң тәрән урыны-15 метр. Ул диңгеҙ кимәленән 274 метр бейеклектә ята. Һыуының сифаты һәм радондың запасы буйынса, Өйәлге Рәсәйҙә икенсе урында тора.

Икенсе үҙенсәлеге- район- күп милләтле төбәк. Дине,мәҙәниәте төрлө булыуға ҡарамаҫтан, төрлө милләт вәкилдәре дуҫ йәшәй. Уларҙың дөйөм Урал ере, дөйөм эше,  уртаҡ яҙмышы бар.

Беҙҙең район тарихи үткәне,мәҙәни традициялары, арҙаҡлы шәхестәре менән дә бай. Арғаяштың һутлы тупрағы әллә күпме аҫыл заттарҙы үҫтергән. Бүгәсәү фельдмаршалы Бәҙәрғол Юнаев,  дәүләт эшмәкәре Хафиз Ҡушаев, азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре Нуриағзам Таһиров, шағирәләр Кәтибә Кинйәбулатова, Динә Талхина, сәхнә оҫталары Рәил Кучуков һәм Ахун Кучуковтар, йырсы Гүзәл Үлмәҫҡолова..Уларҙың  алтын исемдәре халыҡ күңеленә мәңгелеккә уйылған.

Төбәктә һүҙ оҫталары халыҡтың бай поэтик арсеналын һаҡлаған.60-сы йылдарҙа фольклорсы Салауат Галин фәнни экспедиция ваҡытында төбәктә Яхъя Хәмзин,Маһинур Шаимова,Шайхулла Мәғәсүмов кеүек сәсәндәр булыуын асыҡлағайны. Беҙ бөгөн халыҡ йырҙарын башҡарыусылар Ғәлимә Байғужина, Рауза Ваһапова.Венера Шәймөхәмәтова, сеңләүселәрЗифа Исмағилова,мөнәжәтсе Фәғилә Фахрисламова, таҡмаҡсы Ирғәле Манапов исемдәрен ихтирам менән алабыҙ.Арғаяш башҡорттарының халыҡ ижадын тәүгеләрҙән

булып йыйыуға һәм китап итеп баҫтырыуға Дәмир Жәүәт улы Вәлиев күп  көс һалды. Уның 1996 йылда сыҡҡан «Арғаяш

башҡорттарының рухи мираҫы» исемле йыйынтығында халыҡ йырҙары, мифтар,легендалар баҫтырылды.

Силәбе дәүләт университеты белгестәре төбәктә халыҡ ижадын йыйыу менән шөғәлләнә. Экспедициялар ваҡытында байтаҡ фольклор материалдары йыйып алынды. Халыҡ араһында төрлө сәбәптәр арҡаһында баҫылмай ятып ҡалған ҡулъяҙмалар ҙа табыла.Улар араһында сеңләүҙәр, мөнәжәттәр, бишек йырҙары, көләмәстәр һәм тыйыуҙар, шулай уҡ 40-сы йылдарҙа ижад ителгән прозаик Тайфур Сөләймәновтың мираҫы ла бар. Был эштәр «Арғаяш башҡорттарының рухи мираҫы» тигән икенсе йыйынтыҡта баҫтырылды. Был йыйынтыҡ Дәмир Жәүәт улы Вәлиевтың

70-йыллыҡ юбилейына бағышланып сыҡты. Йыйынтыҡ-ты төҙөүсе Мортазин Ҡамса Дәүләтбай улы- Силәбе дәүләт университеты доценты, филология фәндәре кандидаты.

 1989 йылдаяшҡа Башҡортостандан Салауат халыҡ театры гастролгә килә. Шул саҡта Арғаяшта драма түңәрәге  ойоштороу теләге уяна. Райондың мәҙәниәт бүлеге был изге ниәтте хуплай һәм уны юлға һалыуҙа ҙур ярҙам күрһәтә.  Һәүәҫеәр артистарҙың театр оҫталығы йылдан- йыл камиллаша. Бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә драма түңәрәгенән халыҡ театры кимәленә күтәрелә.1991 йылда коллектив  «Халыҡ театры» исеменә  лайыҡ була. Театр саҡматаштай төрлө һөнәр кешеләрен берләштерә: улар араһында уҡытыусылар һәи шәфҡәт  туташтары, студенттар  һәм башҡа

һөнәр эйәләре бар.

 2009 йылда театрға егерме йыллыҡ юбилей айҡанлы  «Силәбе өпкәһенең  атҡаҙанған халыҡ коллективы» тигән маҡтаулы исем бирелә.

  1984 йылда Ҡолой ауылының мәҙәниәт йортонда «Ҡолой моңдары исемле фольклор ансамбле  ойошторола.1992йылда «Халыҡ коллективы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Ансамбль һәр саҡ халыҡ йыйындары уртаһында ҡайнай.                                                                                                                                                                                                                                                                                                                      21 быуатҡа Арғаяштар ышаныс менән баҫа. Районда рухи өлкәлә иғтибар арта бара. Мәктәптәрҙә туған тел уҡытыла, ижади конференциялар һәм әҙәби  семинарҙар үткәрелә. 2005 йылдың июлендә Өйәлге күле буйында

Салауат Юлаевҡа һәйкәл асыу оло ваҡиға булды. Ә хәҙер һәйкәл янында июндә шиғриәт байрамы үткәреү матур йолаға әйләнеп бара. Шулай уҡ уҡыусылар араһында ла  шиғыр бәйгеһе йыл һайын үткәрелә, балалар үҙҙәре яҙған

шиғырҙарын уҡып ярышалар.Иң һәйбәт шиғырҙарҙан «Ынйыҡай» һәм «Тамсыҡай» исемле шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе.

Районда «Таң нурҙары» исемле әҙәби берекмә эшләй.2007 йылда рухи ынтылыштың һөҙөмтәһе булып «Әйтер һүҙем бар»  исемле  әҙә би йыйынтыҡ та  сығарылды. Шулай уҡ «Һөйөнсө», «Аҫылташтар йыйыр саҡ» исемле йыйынтыҡтарҙа ла яҡташтарыбыҙҙың эштәре индерелде.

Туҡһанынсы йылдар Арғаяш башҡорттары тормошона үҙгәрештәр алып килә. Был осорҙа халыҡ рухи күтәрелеш кисерә. «Арғужа» башҡорт халыҡ үҙәге ойошторола. Туған телде һәм мәҙәниәтте тергеҙеү башлана. Халыҡтың үҙаңын үҫтереүҙә туған телдә гәзит һәм радио булдырыу мәсьәләһе

 килеп баҫа. 1998 йылдың майында Арғаяшта  башҡорт гәзите тергеҙелә. «Восход»  гәзитендә «Арғужа» исеме менән ҡушымта рәүешендә айына бер тапҡыр сыға башлай.

Ун йыл эсендә гәзит ныҡ үҙгәрә Хәҙерге заман талаптарына ярашлы рәүештә төҫлө булып сыға . « Район яңылыҡтары», «Сәйәсәт», «Арҙаҡлы башҡорттар», «Тарих», «Халыҡ йолалары», «Һаулығым- байлығым», «Әҙәбиәт», «Мәҙәниәт», «Дин һәм әҙәп», «Спорт», «Уҡыусы фекере» кеүек рубрикалар гәзиттең йөкмәткеһен  билдәләй. «Арғужа» гәзите Арғаяш башҡорттарының тормошон төрлө яҡлап яҡтырта. Райондың ижтимағи хәлен сағылдырыуҙа халыҡ трибунаһына әйләнә.

Рухи  күтәрелеш осоронда мәғрифәт таратыуҙа әһәмиәтле күренешкә эйә була.

 Арғаяш  башҡорттарының рухи мираҫын йәш быуын вәкилдәре әүҙем дауам итә. Беҙҙең мәктәптәрҙә үткәрелгән тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен, фольклор байрамдарын шуға миҫал итеп әйтергә була. Арғаяш ерендә тыуып үҫкән һәм ижад иткән әҙиптәрҙең рухи мираҫы беҙҙең өлкә сиктәренән сығып бөгөнгө көндә уҡыу китаптарын, методик ҡулланмаларҙы тулыландырып тора, хатта уларға хөрмәт билгеһе булып,  мәктәптәргә улар исемен бирең оло традицияға әүерелде:

 Яңы Субыл мәктәбе Дамир Валиев  исемен йөрөтә, Көҙәш мәктәбе- Хафиз Ҡушаев, Мәүлит мәктәбенә Кәтибә Кинйәбулатова исеме бирелде.

Уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү алымдары

«Аҡыҡтай аҡ, ысыҡтай саф, әсә һөтө кеүек  телебеҙҙе белмәй тороп, илебеҙҙең үткәнен дә, бөгөнгөһөн дә,киләсәген

дә  аңлау һәи байҡау мөмкин түгел. Үҙ телен онотҡан халыҡтың киләсәге юҡ. Шуға ла беҙгә туған телебеҙҙе изге ҡомартҡылай һаҡларға кәрәк».

Р.Дәүләтҡоловтың был фекере менән тулыһынса килешәм., сөнки телде һаҡлағанда ғына милләтте һаҡлап була.

Башҡортостандан ситтә йәшәгән башҡорттарҙа рух тәрбиәләү, тел өйрәнеүҙе  һаҡлау эшенә мәктәптәге башҡорт

 теле уҡытыусылары тос өлөш  индерә. Башҡа предметтар урыҫ телендә уҡытылып, балаларҙың күпселек осраҡта үҙ ара урыҫтелендә аралашҡанында, телдең бөтә нескәлектәренә нисек төшөндөрөргә, тел өйрәнеүгә нисек ыңғай ҡараш тәрбиәләргә һуң? Был һорауға уҡытыусы үҙе яуап табып эш башҡара.

Бөгөнгө мәктәп заманса уҡытыуҙы талап итә. йыл һайын мәктәп, район,өлкә олимпиадалары үткәрелә. Нисә сәғәт уҡытыуға ҡарамаҫтан, бөтә уҡыусыларға ла бер талап: 1һәм2

се тур эштәре тәҡдим ителә, ә икенсе тур уҡыусының ижади һәләтенең үҫешен тикшерә. Һәм мин башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен балаларҙың ижади һәләтен үҫтереүгә йүнәлттем. дәрестән тыш эшләү маҡсатында «Йәйғор” әҙәби түңәрәге астым.  Түңәрәктең девизы “ Күктәге йәйғор шикелле төрлө төҫтә булабыҙ”.Уҡыусылар түңәрәктә шиғыр, әкиәт, инша,эссе яҙырға өйрәнәләр. унда төрлө һәләтле балалар йөрөйҙәр: уртаса һәләтле һәм һәләте асылмаған балалар.

Төп маҡсат итеп, уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереү һәм ижади аңын формалаштырыу билдәләнде.

Эш индивидуаль һәм дифференциаль ысулда алып барыла.

Төп йүнәлештәр:

-Төбәктә ижади һәләткә эйә булған милли рухлы шәхес тәрбиәләү.

-Башҡорт теленә ихтирам тәрбиәләү, дөрөҫ һөйләшергә һәм тасуири уҡырға өйрәтеү.

-Ижади һәләтте асыҡлау һәм үҫтереү.

Ижади һәләт үҫтереү аша хеҙмәт тәрбиәһе лә,әхлаҡ тәрбиәһе лә бирергә һәм уҡыуға ҡыҙыҡһыныу ҙа уятырға була

Түбәндәге эштәрҙе тәҡдим итәм:

1.Телде яҡшы итеп аңлау, уй-фекерҙе тулы итеп әйтә һәм яҙа белеү өсөн һүҙлек эше үткәрелә. Был эш төрлөсә үткәрелә:

һүҙҙең яҙылышын өйрәнеү, уның мәғәнәһен асыҡлау, яһалышын күҙәтеү, телмәрҙә урынлы ҡулланырға өйрәнеү.

Һүҙҙең мәғәнәһен аңлатыу өсөн, бирелгән һүҙҙең синонимдарын, антонимдарын таптырыу, тамырҙаш һүҙҙәрҙе уйлатыу,йә булмаһа тәржемә итеү алымдарын ҡулланырға була.Бирелгән конкрет темаларға һүҙҙәр йыйыу эше лә уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыуға булышлыҡ итә. Мәҫәлән,”Йыл миҙгелдәре”, “Беҙҙең урмандағы ағастар”, “Яҡшылыҡ ерҙә ятмаҫ” һәм башҡа темаларға балалар кәрәкле

һүҙҙәрҙең белгәндәрен ңүҙәре яҙалар, ҡайһыларын һүҙлектән табалар. Шулай итеп, бирелгән конкрет тема буйынса әңгәмә үткәреүгә уҡыусылар терәк һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр менән ҡоралланған булалар. Был алымдар баланың эшмәкәрлеген активлаштыра, унда һүҙ менән ҡыҙыҡһыныу һәм телдең нескәлектәрен айыра белеү тойғолары уяна һәм үҫә.

2.Әкиәтте дауам итеп яҙыу

«Терпенең туны ни өсөн энәле?”, “ Ябалаҡ ниңә төндә генә оса?”, “ Тамсы ҡайҙа юғалды” һ.б.

3.Төш яҙыу.

4.Тасуирлау тибындағы иншалар яҙыу. Был эштән длда әҙерлек эше үткәрелә. Тема бирелә, мәҫәлән «Ҡыш»  һәм уҡыусылар ниндәй? ни эшләй? тигән һорауҙарға һүҙҙәр табып яҙалар.

5.Бирелгән йыйнаҡ һөйлөмдәрҙе эпитет, сағыштырыуҙар менән тулыландырыу.

Ҡыш килде. Ҡар бөртөктәре оса.Ҡар  ерҙе ҡапланы.

Уҡыусылар был текстың етешһеҙлектәрен үҙҙәре билдәләй.

6. Халыҡ ижады  ҡомартҡыларын йыйыу һәм китапсыҡтар сығарыу эштәрен дә түңәрәк ағзалары башҡара. Балалар ололарҙан мөнәжәттәр, таҡмаҡтар, сеңләүҙәр яҙып алдылар

7.Шәжәрәне ентекле өйрәнеү эше.

8. «Иҫке фотолар һөйләй” тигән район конкурсына эштәр яҙыу.

9.Уҡыусылар түңәрәктә шиғыр яҙырға ла өйрәнәләр. Шиғыр

төҙөргә  өйрәтеү эшенең төрлө формаларын үткәрәм:

а.Рифмалашҡан һүҙҙәрҙе табыу.

б.Шиғырҙың беренсе һәм өсөнсө юлдары бирелеп, ҡалғандарын балаларҙан уйлатыу.

в. Шиғыр юлының һуңғы һүҙҙәре буйынса шиғыр төҙөү.

г.Инверсия  күренеше өҫтөндә эшләү.

д.Тасуири уҡыу күнекмәпәрен үҫтереү эше.

Түңәрәккә йөрөргә теләүселәр һаны йылдан-йыл  күбәйә, уҡыусыларҙың шиғыр яҙырға оҫталыҡтары ла арта. Бер нисә уҡыусының шиғырҙары өлкәлә сығарылған «Тамсыҡай» һәм «Ынйыҡай» исемле балалар йыйынтығына индерелде, күпселек эштәр «Арғужа» гәзитендә       лә баҫтырылды. Уҡыусылар районда үткәрелгән «Шиғриәт байрамында”ла  әүҙем ҡатнашалар һәм призлы урын яулайҙар

Шулай уҡ һуңғы йылдарҙағы олимпиада һөҙөмтәләре лә бындай эштәрҙең урынлы һәм кәрәкле булыуын иҫбатлай.

Мәктәбебеҙҙең бер уҡыусыһы башҡорт теле олимпиадалары буйынса Президент Грантына лайыҡ булды.

Юғарыраҡ кластарҙа уҡыусылар әҙәбиәттән йомғаҡлау дәрестәренә үҙҙәре исем бирәләр, иң уңышлы тема таҡтаға яҙыла. Мәҫәлән, М.Кәримдең «Айгөл иле» драмаһын –Һуғыш ҡырған яҙмыштар, Ҡаҙим Аралбайҙың «Беҙ-кеше» поэмаһын-Кеше йәшәүенең асылы, Рәшит Назаров шиғриәте буйынса-

Донъя тынын тойған шағир һ.б.

Һәр уҡыусы үҙенең атаған исемен иҫбатлай. Бындай эш төрҙәре уҡыусыларҙы уйландырырға мәжбүр итә,уҡыусыларҙың дәрескә ҡарата әүҙемлеге арта,  дәрестәрҙең тәрбиәүи моменты ла отошло була.

Башҡорт теленә, әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа балала ижад ҡомары тоҡандырыуҙан да көслөрәк ысул юҡтыр. Мәктәп әҙәби тәңәрәгендә ҡатнашыу, үҙең яҙған шиғыр-хикәйәләрҙе гәэиткә баҫтырыу бәләкәс ижадсы өсөн иҫ киткес ҙур стимул. Әлбиттә бөтә уҡыусы ла шағир булып китмәҫ, ләкин ижад ҡомары тигән изге утты үҙ күңеле аша үткәргән бала туған теленә битараф ҡалмаясаҡ. Ундай бала телде тәрәнерәктән өйрәнергә ынтыласаҡ, әҙәбиәттең гүзәл өлгөләрен тыуҙырған бөйөк әҙиптәрҙең ижадына ихтирам менән ҡарарға өйрәнәсәк.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Укучыларның рухи байлыгын үстерүдә китап уку һәм сәнгатьле укуның роле

Укучыларның рухи байлыгын үстерүдә китап уку һәм сәнгатьле укуның ролеМәктәптә тәрбия һәм белем бирү эше нигездә китап ярдәмендә тормышка ашырыла.  Шул максаттан укучыларда китап укуга...

Укучыларның рухи байлыгын үстерүдә китап уку һәм сәнгатьле укуның роле

укучыларны сәнгатьле укырга өйрәтү, китапка мәхәббәт тәрбияләү....

"Исемдәр донъяһында" (тикшеренеү эш)

Башланғыс кластарҙа фәнни-ғәмәли конференцияларға әҙерлек...

Ғилми-эҙләнеү эше "Айһылыу Йәғәфәрова әкиәттәренең тылсым донъяһы"

Ғилми-эҙләнеү эше "Айһылыу Йәғәфәрова әкиәттәренең тылсым донъяһы"...

Дүртенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған кластан тыш сара «Ҡоролтай»

Дүртенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған кластан тыш сара «Ҡоролтай»Маҡсат:1.     Дүртенсе Бөтә донъя ҡоролтайы тураһында мәғлүмәттәр биреү;2.     М...

Урал -Алтай: Быуаттар аша киләсәккә. Өфө - 2011. III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған IV Бөтә Рәсәй Фәнни конференцияһы.

Конференция эшендә "Ғилем күңел күҙен асыр" исемле доклад менән ҡатнаштым. Был докладта йәмғиәт тормошонда уҡытыусының роле һәм тотҡан урыны тураһында һүҙ бара....