Рабочая программа по башкирскому языку
рабочая программа

Хамидуллина Оля Магдановна

Рабочая программа

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 2-3_kl.bash_.yaz_.docx30.32 КБ

Предварительный просмотр:

                      Муниципальное  бюджетное  общеобразовательное учреждение

средняя общеобразовательная школа с. Тузлукушево

муниципального района Чекмагушевский район РБ

                                     

Рассмотрено

Руководитель ШМО

___  Закариева Э.Р.

протокол №  от

Согласовано

Заместитель директора школы по УВР

_____________ А.Р.Зарипова

«____»____________ г.

Утверждаю

Директор школы:

_____________ Р.А.Аюпова

Приказ № 137 от 01.09.2019г.

Рабочая программа 

по башкирскому языку

для 2- 3 классов

       срок реализации на 4года

                                                                             

 

  Составлено  учителем башкирского языка  Хамидуллиной О.М.

             Рассмотрено на заседании  педсовета, протокол №1 от 31.08.2019г.

                                                                 

                                                     Аңлатма яҙыу

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се,3-сө кластар өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.

Эш  программаһы 2 –се ,3сө кластарҙа  башҡорт теле уҡытыу өсөн Башҡортостан Республикаһы муниципаль районы Cаҡмағош районының муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы Туҙлыҡыуыш урта дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Ҡулланылған уҡытыу технологиялары: "Үҫтереүсе" уҡытыу методикаһы, һаулыҡ һаҡлау технологияһы, проект методы. Белем кимәлен тикшереүҙең төрө: яҙма (диктант, изложение, инша, тест, һорауҙарға яуаптар), телдән тикшереү.

Эш прогаммаһы 34 сәғәткә бүленгән 2-се кластар (аҙнаға 1 сәғәт), шул иҫәптән контроль эштәр өсөн: 2- күсереп яҙыу, 1-диктант, 3-сө кластар  (аҙнаға 1 сәғәт), шул иҫәптән контроль эштәр өсөн: 2- күсереп яҙыу, 1-диктант үткәреү ҡарала.

Программа кимәле: базис.

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

Дәреслек: Толомбаев  Х.А.,  Дәүләтшина М.С., Ғиниәтуллина Ф.М., Кинйәбаева Н,Н.-Башҡорт теле: Уҡытыу  рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен 1-се,2-се  йыл өйрәнеүсе 2-се ,3-сө класс уҡыусылары  өсөн  дәреслек.  – Өфө : Китап, 2017.

Башҡорт теленән программа (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн). Төҙөүселәре: Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

Ғәбитова З.М, Толомбаев Х.А Урыс мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр; Өфө: Башҡортостан.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се,3-сө кластары өсөн башҡорт  теленән  эш программаһы төҙөгәндә башланғыс дөйөм белем биреүҙең яңы федераль дәүләт стандарттары законы, «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

        Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре

Шәхси  һөҙөмтәләр

                    Башҡорт телен 2 класта өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә: донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде   (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.

Метапредмет һөҙөмтәләр

                   Уҡыусының коммуникатив  һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;

уҡыусының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;

уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.

   

Предмет һөҙөмтәләре

1. Һөйләгәнде йәки уҡығанды аңлай алыу (аудирование):

  • уҡытыусының, иптәшенең һөйләгәнен, уҡығанын аңлай алыу;
  • иҫәнләшеү, һаубуллашыу, рәхмәт әйтеү, ғәфү үтенеү, үтенесте белдереү, рөхсәт һорау (телмәр этикеты);
  • текстың йөкмәткеһе, ситуация буйынса һорау биреү.

2. Уҡыған текст буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендә һөйләй белеү, ситуацияға ярашлы һөйләшеү (говорение):

  • бәләкәй күләмле текстың йөкмәткеһен һөйләү,
  • һүҙлек һүҙҙәрен белеү, уларҙы дөрөҫ ҡулланып һөйләү,
  • диалог төҙөү, төркөмдәрҙә һөйләшеү,
  • үҙең, ғаилә ағзалары, уларҙың исемдәрен белеү, һөнәр-шөғөлдәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте һ.б. тураһында һөйләү,
  • ваҡиғаға, персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде әйтеп биреү,
  • башҡорт теленән руссаға һәм киреһенсә тәржемә итеү.

3. Уҡыу (чтение):

  • тексты дөрөҫ, шыма, талғын уҡыу (орфоэпик нормалар нигеҙендә),
  • поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу,
  • уҡыған текстың йөкмәткеһен билдәләй алыу, персонаждарын әйтеү,
  • текстан һорауҙарға яуаптар табыу, уҡып күрһәтеү.

4. Яҙыу (письмо):

  • хәрефтәрҙе матур, дөрөҫ, тейешле кимәлдә тоташтырып яҙыу,
  • ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу,
  • шундай уҡ текст буйынса йә картина нигеҙендә 2-3 һорауға яуап яҙыу,
  • бирелгән ситуация буйынса 2-3 һөйләмдән торған текст яҙыу,
  • ныҡлы әҙерлектән һуң өйрәтеү характерындағы контроль күсереп яҙыу, диктант яҙыу (программала күрһәтелгән нормалар күләмендә).

Контроль характерҙағы яҙыу эштәренең һаны уҡыу йылы эсендә түбәндәгесә тәҡдим ителә:

Эш төрҙәре

2  класс

Күсереп яҙыу

2

Диктант

1

Изложение

-

Инша

-

3 класс

Күсереп яҙыу

2

Диктант

1

Изложение

-

Инша

-

         

                                                       Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе  

  1. Танышыу

Һин кем? Һеҙ кем? Һинең исемең кем(нисек)? Һин ҡайҙа йәшәйһең? Һиңә нисә йәш? Һорауҙарына яуап биреү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен (ә, һ, ң, ҙ, ү) үҙләштереү; темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу.

  1. Был мин

Кешенең организмы, тән өлөштәре атамаларын үҙләштереү, тәнде таҙа тотоу, һаулыҡты һаҡлау. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен (ҡ) үҙләштереү. Минең, һинең, уның алмаштарының мәғәнәләренә төшөнөү, уларҙы  ҡулланып (ауырта-ауыртмай) һөйләмдәр төҙөү.

  1. Минең ғаиләм

Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү. Башҡорт телендә эйәлек ялғауҙарын практик үҙләштереү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен (ғ, ө) үҙләштереү. Нимә эшләй? һорауына яуап биреү.

4.   Мин нимә яратам?

Үҙең, үҙеңдең ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, тураһында һөйләшеү. Башҡорт милли аштары тураһында һөйләшеү. Аш-һыу приборҙары һүҙҙәрен ҡулланып (нимә менән?) һөйләмдәр төҙөү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен (ҫ) үҙләштереү.

5.  Минең мәктәбем

 Балаларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәп, уның үҙенсәлекле билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын белеүе. Һүҙҙәрҙең предметты, билдәне, эште белдереүе. Ниндәй? һорауына яуап биреү. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Диалог төҙөргә өйрәнеү.

6.  Минең класым

Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы уҡыусылар, уларҙың эштәре. Темаға ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәнеү. Өндәү һәм һорау һөйләмдәр. Ниндәй? һорауына яуап биреү.

7.  Мин мәктәпкә йыйынам

Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы уҡыусылар. Уларҙың эштәре. Һөйләмдәр төҙөү, уҡыу, һөйләү.

  1. Мин уҡыусы  Диалог.

Мин мәктәпкә йыйынам. Кроссворд. Нисек? һорауына яуап биреү.

  1. Мин дәрестә

Текст. Минең дуҫым. Һүрәтле текст. Артур мәктәпкә бара. Ҡайҙа? һорауына яуап биреү. Эргәһендә-в (предлог), внутри мәғәнәһен үҙләштереү. Ҡайҙа? Өҫтөндә-на(педлог), аҫтында-под (предлог) мәғәнәләрен үҙләштереү.

  1. Мин дәрестән сыҡтым

  Сюжетлы һүрәттәр. Түңәрәктәр. Беҙ түңәрәккә йөрөйбөҙ. Тәнәфестә. Алинаның көн тәртибе. Нимә эшләйем? һорауына яуап биреү. План буйынса һорауҙарға яуап биреү, һөйләү. Башҡорт теленең специфик өндәренең әйтелешен һәм яҙылышын  өйрәтеү.

11.  Минең уйынсыҡтарым

Уйынсыҡтар магазины. Сюжетлы һүрәттәр. Тиҙҙән Яңы йыл етә. Тәртип ҡағиҙәләре. Нимә? Нимәләр? Ниндәй? һорауҙарына яуап биреү. Бәйләнешле текст, диалог төҙөү. Нимә эшләйбеҙ? Нимә эшләмәйбеҙ? һорауҙарына яуап биреү. Текстың йөмәткеһә өҫтөндә эш. Нимә эшләмә? һорауына яуап биреү. Һорауҙарға таянып бәйләнешле текст төҙөү.

12.  Мин уйнарға яратам

Сюжетлы һүрәттәр. Ҡышҡы уйындар. Беҙҙең катокта. Нимә эшләйбеҙ? һорауына яуап биреү. Текстың йөмәткеһе өҫтөндә эш. Бәйләнешле текст, диалог төҙөү.

13.   Мин уйнарға сығам

Һүрәтле текст. Миңә нимә кәрәк? һорауына яуап биреү. Кәрәк, кәрәкмәй һүҙҙәрен үҙләштереү.

14.  Мин уйнарға сыҡтым

. Картина. Башҡорт өндәрен һәм хәрефтәрен дөрөҫ уҡыу, яҙыу. Нисәнсе? һорауына яуап биреү. Картинаны тасуирлау.

15.  Минең кескәй дуҫтарым

. Сюжетлы һүрәттәр. Халыҡ ижады. Текст. Тест һорауҙары. Был нимә? Ниндәй? һорауҙарына яуап биреү. План буйынса һорауҙарға яуап биреү, бәйләнешле текст төҙөү.

16.   Мин ял итәм

Сюжетлы һүрәттәр. Хайуандар тураһында әкиәттәр. Ҡайҙа? Ҡайҙан? Ҡасан? һорауҙарына яуап биреү. План буйынса һорауҙарға яуап биреү, бәйләнешле текст төҙөү. Был нимә?Нимәгә? һорауҙарына яуап биреү. Һорауҙарға таянып бәйләнешле текст төҙөү.

17.   Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

Һүрәтле текст. Таблица. Сюжетлы һүрәттәр, картина. Тәүлекте, ваҡытты сәғәттәрҙә билдәләү. Ҡасан? Нимә менән? һорауҙарына яуап биреү. Таблица тултырыу(Үҙем Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен дөрөҫ билдәләү. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. менән алам. Өйҙә ҡалдырам.). Нимә эшләйбеҙ? һорауына яуап биреү. Сюжетлы һүрәттәр буйынса хикәйә (текст-Лагерҙа көн тәртибе.).

.

                                                  3-сө класс

1.Һаумы , мәктәп!

 2-се синыфта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн һәм  хәрефтәре .Белем алыу, уҡыу темаһына ҡағылышлы һүҙҙәрҙе белеү, грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

2.Мин танышам

 Иҫәнләшеү. Танышыу диалогы.  Һин ҡайҙан? Һиңә нисә йәш? Һинең туғандарың бармы? (Сәнғәтле һөйләшеү.) Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре. Һорау һөйләм.Һин кем?һорауы һәм шул һорауға яуап биреү. Ҡайҙа ? һора-уының  үҙенсәлеге.  Һорау һәм хәбәр һөйләм .Һин ҡайҙан? һорауын әйтеү һәм шул уҡ һорауға яуап биреү.

3. Мин белем алам

  Уҡыу эшмәкәрлеге, уҡыу әсбаптары, уларҙы бөхтә тотоу. Көн режимы,таҙалыҡ, йыйнаҡлыҡ. Класта дуҫлыҡ, берҙәмлек, иман тураһында һөйләшеүҙәр,әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт телендә өндәрҙең, хәрефтәрҙең дөрөҫ эйтелеше һәм яҙылышы. Ярай, ярамай, мөмкин һүҙҙәренең ҡулланышын активлаштырыу.

4.Мин  һәм минең ғаиләм.

Ғаилә ағҙалары, уларҙың үҙеңә туғанлыҡ мөнәсәбәттәре. Был атамаларҙы үҙләштереү. Темаға бәйләнешле яҡындарҙың эш-шөгөлдәре, уй-хыялдары, киләсәккә пландары. Ғаилә шәжәрәһе.Башҡорт телендә бойороҡ һәм шарт һөйкәлеше.

5.Мин һөнәр һайлайым

 Һөнәр атамалары, таныш һәм яҡын кешеләрҙең шөғөл-һөнәрҙәре, уларҙың яҡшы сифаттары тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Туғанлыҡ мөнәсәбәттәре.Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.Башҡорт телендә теләк мәғәнәһенең бирелеше, ул формаларҙы практик үҙләштереү. Булып эшләй һүҙбәйләнешен ҡулланыу.

6.Мин тәбиғәтте яратам

 Кеше һәм тәбиғәт. Башҡортостан тәбиғәте. Беҙҙә йәшәгән кейектәр, үҫемлектәр, бөжәктәр. Кешенең  уларға мөнәсәбәте.   Башҡорт телендә синоним һүҙҙәрҙе сағыштырыу, ҡылымдарҙың  заман  формаларын, ҡаршы ҡуйыу теркәүестәрен  практик үҙләштереү. Телмәр  күнекмәләрен камиллаштырыу.

7.Минең яратҡан миҙгелем

Башҡортостанда, үҙебеҙ йәшәгән төйәктә көҙ, ҡыш, яҙ, йәй миҙгелдәре, уларҙың билдәләре. Тәбиғәттең төрлө күренештәре. Миҙгелдәргә ярашлы балаларҙың эштәре, уйындары тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу, мәҡәлдәр, һынамыштар менән танышыу.

8.Минең гардеробым.

 Кейем исемдәрен үҙләштереү, элек өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Кейемде һаҡлап, ҡәҙерләп тотоу, һәр береһен үҙ урынына ҡуйыу. Кейем һәм шәхси гигиена. Кейем һәм матурлыҡ, тыйнаҡлыҡ  тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Шиғырҙар ятлау.

  9.Минең тыуған көнөм.

Балаларҙың тыуған көн байрамы, уға әҙерлек мәшәҡәттәре. Тыуған көн байрамын үткәреү йолаһы.Итәғәтлелек нормаларын үҙләштереү.Башҡорт телендәге бойороҡ, теләк һөйкәлеше формаларын практик үҙләштереү.Әҙәплелек нормаларын белдереүсе һүҙҙәр һәм һөйләмдәр. Саҡырыу ҡағыҙы, ҡотлау.

10 Мин сәйәхәтсе.

Сәйәхәт, уның кешегә файҙаһы, әһәмиәте, сәйәхәт урындары, йүнәлештәре, спорт һәм сынығыу тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.

   Килеш ялғауҙары, кире ҡағыу формаларын менән бәйләүесен телмәрҙә ҡулланыу.

       

                                    Тематик план

                                2-се класс

Танышыу - 2 сәғәт.

Был мин –  2 сәғәт.

Минең ғаиләм – 3 сәғәт.

Мин нимә яратам? – 2 сәғәт.

Минең мәктәбем– 2 сәғәт.

Минең класым – 1  сәғәт.

Мин мәктәпкә йыйынам – 1 сәғәт.

Мин уҡыусы – 1 сәғәт. Диалог.

Мин дәрестә- 2 сәғәт.

Мин дәрестән сыҡтым– 4 сәғәт.

Минең уйынсыҡтарым – 3 сәғәт.

Мин уйнарға яратам – 1 сәғәт.

Мин уйнарға сығам – 2 сәғәт.

Минең кескәй дуҫтарым – 2 сәғәт.

Мин ял итәм - 2 сәғәт.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау - 3 сәғәт

                                                          3-сө класс

Һаумы , мәктәп! (1 с.)

Мин танышам(5с.)

Мин белем алам (4с.)

Мин  һәм минең ғаиләм.(3 с.)

Мин һөнәр һайлайым (3 с.)

Мин тәбиғәтте яратам (5с.)  .

Минең яратҡан миҙгелем (5с.)

Минең гардеробым(3 с.)

 Минең тыуған көнөм(3с.).

Мин сәйәхәтсе( 2с.)  


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рабочая программа по башкирскому языку для 5 класса

Рабочая программа по 2 линии учебников...

Рабочая программа по башкирскому языку для 1 класса (ФГОС)

Рабочая программа по учебнику Толомбаева Х.А....

Рабочая программа по башкирскому языку для 3 класса

Рабочая программа по учебнику Толомбаева Х.А....

Рабочая программа по башкирскому языку для 4 класса(родной)

Рабочая программа по учебнику Толомбаева...

Рабочая программа по башкирскому языку и литературе по учебнику "Башкирский язык и литература", 5 класс

Рабочая программа создана по учебнику "Башкирсикй язык и литература" для 5 класса. Авторы учебника: В. И. Хажин, А. Х. Вильданов, Уфа-2012.По программе дается и календарно-тематическое планирование...

Рабочая программа по башкирскому языку и литературе по учебнику "Башкирский язык и литература", 6 класс

Рабочая программа по предмету "Башкирский язык и литература" для 6 класса, авторы: А. Х.Вильданов, В. И. Хажин, Уфа-2012. Прилагается календарно-тематическое планирование...